Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
2 Апрель , 21:23

“Нимә ул фытыр?”, “Ҡасан һәм кемгә бирергә?”, “Күпме бирергә?”

Шуға күрә лә фытыр зәкәтен түләү кешенең ихтыярында ғына түгел, ә был ғәмәлде һис шикһеҙ үтәү мөһим, сөнки “зәкәт” һүҙе Ҡөръәндә “намаҙ” һүҙе менән йәнәшә килә һәм йыш осрай, йәғни зәкәтте саҙаҡа менән бутарға ярамай.

“Нимә ул фытыр?”, “Ҡасан һәм кемгә бирергә?”, “Күпме бирергә?”
“Нимә ул фытыр?”, “Ҡасан һәм кемгә бирергә?”, “Күпме бирергә?”

Фытыр саҙаҡаһы (зәкәтүл фитр) тураһында

“Нимә ул фытыр?”, “Ҡасан һәм кемгә бирергә?”, “Күпме бирергә?” тигән һорауҙар күптәребеҙҙе борсой, шуға күрә лә түбәндә ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә тырыштыҡ. Беҙҙә “фытыр саҙаҡаһы” тип нарыҡланған ғәмәл шәриғәттә "фытыр зәкәте" (зәкәтүл фитр) тип атала. Саҙаҡа менән зәкәт араһында ниндәй айырма бар һуң? Эш шунда: саҙаҡа – кеше һәр ваҡыт үҙ теләге менән мохтаждарға күрһәткән ярҙам булһа, ә зәкәт – һәр бер мосолман үҙ мөлкәтенең бер өлөшөн мотлаҡ түләргә тейеш булған ғәмәл. Зәкәтте ниндәйҙер кимәлдә һалым (налог) менән сағыштырырға була, йәғни уны кеше мотлаҡ бирергә тейеш. Шуға күрә лә фытыр зәкәтен түләү кешенең ихтыярында ғына түгел, ә был ғәмәлде һис шикһеҙ үтәү мөһим, сөнки “зәкәт” һүҙе Ҡөръәндә “намаҙ” һүҙе менән йәнәшә килә һәм йыш осрай, йәғни зәкәтте саҙаҡа менән бутарға ярамай. Шулай ҙа зәкәт кешегә фарыз (мотлаҡ) булһын өсөн шарттар ҙа бар. Фытыр зәкәтенә килгәндә, ғалимдар уның шарты тип кешенең үҙе өсөн бер көнлөк ризығы булыуын һанай, йәғни иртәгә ашарыңа ризығың бар икән, тимәк, һин мотлаҡ фытыр зәкәтен түләргә тейешһең.

Фытыр зәкәтен Рамаҙан айының аҙаҡҡы көндәренән алып ғәйет намаҙына тиклем (ғәйет намаҙы быйыл 10 апрель, ҡояш сыҡҡандан һуң ике сәғәт үткәс уҡыла башлай, йәғни яҡынса 8:30) башҡарырға кәрәк. Фытырға ҡағылышлы диниә назараттары фармандарында уның күләме аҡса эквивалентында бирелә. Әлбиттә, беҙҙең яҡта таралған Әбү Хәнифә мәҙһәбендә фытырҙы аҡсалата түләү рөхсәт ителгән, әммә, күп ғалимдарҙың фекеренсә, фытыр аҙыҡ-түлек менән бирелергә тейеш. Беренсенән, пәйғәмбәр ваҡытында шулай эшләнһә; икенсенән, “фитр” тигән һүҙ ғәрәп телендә аҙыҡ төшөнсәһе менән тығыҙ бәйле. Күләменә килгәндә, хәҙистәрҙән мәғлүм булыуынса, фытыр һәр бер кеше исеменән бер сағ (ике ус менән дүрт тапҡыр һалынған ризыҡ) булырға тейеш. Был иһә яҡынса 2 килограмдан алып 3 килограмға тиклем ауырлыҡ. Фытырҙы дөгө (рис), ҡарабойҙай, хөрмә (финик), эремсек, йөҙөм кеүек аҙыҡтарҙан бирергә була. Аҡсалата биргән осраҡта, үрҙә әйтеләгән аҙыҡ-түлектең 2-3 килограмы нисә һум торғанын һанап сығарыуы ауыр түгел. Әммә, үрҙә әйткәнебеҙсә, аҙыҡ-түлек менән биреү дөрөҫөрәк. Кемгә бирергә һуң? Фытыр мохтаж һәм фәҡир мосолман кешеләргә бирелә. Шулай уҡ фытырҙы үҙең йәшәгән урындағы кешеләргә биреү дөрөҫөрәк.
“Зәкәт” һүҙе “таҙарыныу” тигәнде аңлата, шуға күрә лә изге айҙа ебәргән хаталарыбыҙҙы фытыр зәкәте таҙартыр, иншәАллаһ.

Айтуған Куланчин.

Автор:
Читайте нас: