Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
7 Апрель , 09:10

Ҡан илатам әле мин уларҙы!

– Зилә миңә үҙе килһен, иремде ебәр, тип үтенһен. Шунда уйлап ҡарармын... Ике көн самаһы үтеүгә, Зилә Нәфисәнең өйөнә килеп тә инде.

Ҡан илатам әле мин уларҙы!
Ҡан илатам әле мин уларҙы!

 

Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

– Ҡан илатам әле мин уларҙы, – тип ярһыны Нәфисә. – Юлдан ситкә алып ташланылар мине, йәнәһе. Ҡарап ҡарарбыҙ, кем кемде еңер бит!..

Әхирәте Миләүшә уға, тәүләп күргәндәй, аптырап ҡараны:

– Туҡта әле, Нәфисә, тыныслан, кемдән үс алырға йыйынаһың?

Тегеһе ишетмәй ҙә, тиҙ генә тынысланырға хәленән килмәй ҙә, ахырыһы.

“Тыныслан, тим бит! Кемдән үс алаһың? Улай үс тотоп йөрөргә ярамай бит...” – тип ныҡышҡас ҡына, Нәфисә бер аҙ уйланып торҙо ла әхирәтенә серен сисергә булды:

– Беләһеңме, Миләүшәкәйем,  Вәзих минән айырылырға йөрөй. Шул Наиләһе менән буталышып йөрөр-йөрөр ҙә кире ҡайтыр әле, тегеһе арт һанына тибеп сығарыр, тип уйлаһам, юҡ, ысынлап өйләнешергә булғандар. Тегеһе бай ҡыҙ бит, атаһы – Вәзихтең етәксеһе. “Хәйерселектә йәшәү туйҙырҙы, ипотека түләп хәл бөттө, хәҙер бурыс ҡалманы, үҙең йәшә, ә мин бөгөн рәхәтләнеп муллыҡта йәшәп ҡалғым килә”, – ти минең ир ишараты. Ата-әсәһе вафат булғас, бер туған һеңлеһе Зиләне аяҡҡа баҫтырырға ла күп көс түкте инде түгеүен. Уныһын кейәүгә бирҙек, хәҙер минең өсөн интегеп тормош көтә, йәнәһе. Тимәк, бөтәһен дә аҡса хәл итә? Ә мөхәббәт тигәне юҡ һүҙме ни ул, әхирәткәйем? Нисек йәшәргә миңә артабан?

– Йәшәрһең, Нәфисә, беҙ – ауырлыҡтарҙы еңеп өйрәнгән халыҡ. Тик үсләшеп йөрөргә кәрәкмәй, аңлайһыңмы?

– Юҡ, мин осто-осҡа ялғап йәшәргә йыйынмайым, минең һөйәһем һәм һөйөләһем килә. Өс йыл ғына бергә йәшәп ҡалдыҡ... Ә үсемде аласаҡмын. Тәүге сиратта Зиләнән – ул күп эсте ҡанымды. Хәҙер ҙә, ағаһының минән айы­рыласағын ишетеп, шатлығынан үрле-ҡырлы һикерәлер әле...

Зиләнән үс алыуы Нәфисәгә әлле ни ҡыйын булып күренмәне: тегеһенең ире Юлай Нәфисәгә электән ғашиҡ ине. Зилә лә һуҡыр түгел бит, күрә быны, шуға еңгәһен тағы ла нығыраҡ яратмай башланы. Ә Юлай, ысынлап та, Нәфисәнең яңғыҙ ҡалыуын күреп, уға тиҙ арала ҡунаҡҡа килеп сығыу форсатын да тапты. Бер аҙҙан улар икеһе бергә йәшәй ине инде.

Быны ишеткән Вәзих Юлай менән күҙгә-күҙ осрашып һөйләшергә килде:

– Юлай, ярай Нәфисәгә ике донъя бер мөрйә инде ул, ә һинең ғаиләң, балаң бар бит. Иҫәрләнмә, ҡайт Зиләң янына!

– Кемдән ишетәм бит әле, – тип көлдө уның элекке кейәүе. – Һин үҙең ҡайҙа әле? Ғаиләңдәме? Мин, исмаһам, мөхәббәтемә өйләндем, ә һин аҡсаға ҡыҙығып киттең түгелме Наилә янына?

Башҡа дәлилдәр таба алмағас, Вәзих Нәфисәгә өндәште:

– Уларҙың балаһы бар бит, тотма уны, ҡайтар ғаиләһенә!

– Ә мин берәүҙе лә тотмайым, – тип мыҫҡыллы йылмайҙы уның элекке хәләл ефете. – Бына һине ебәрмәҫкә тырышып ҡараным, ҡалдыңмы һуң?

Вәзих, башын эйеп, ишеккә ыңғайланы. Уны оҙатырға сыҡҡанда Нәфисә уға шулай тип шыбырланы:

– Зилә миңә үҙе килһен, иремде ебәр, тип үтенһен. Шунда уйлап ҡарармын...

Ике көн самаһы үтеүгә, Зилә Нәфисәнең өйөнә килеп тә инде.

– Һин ни эшләп бында йөрөйһөң? Ҡыҙың “Атайым ҡайҙа?” ти ҙә һорай. Нимә тип әйтергә тейешмен уға? – тип ташланды ул Юлайға.

– Шулай тип аҡырынғанға ирем ҡайтыр тип уйлайһыңмы? – тип йәнә мыҫҡыллы көлдө Нәфисә. – Ундай “шәп” һүҙҙәрҙән һуң ул миңә генә түгел, беренсе осраған ҡатынға ҡасасаҡ.

Тегеһе илап ебәрҙе:

– Нәфисә еңгә, һиңә насар һүҙҙәр әйткән ваҡыттарым да булғандыр, ғәфү ит, зинһар. Юлайҙың һиңә кәрәкмәгәнен икебеҙ ҙә аңлайбыҙ бит. Тотма уны, ҡайтар.

Еңеү байрағы – Нәфисәнең ҡулында. Быны бөтәһе лә төшөнгәндер, моғайын. Шуға ул Зиләгә тыныс ҡына былай тине:

– Ярай, тыныслан, ҡайт. Юлай ҙа оҙаҡламай әйләнеп ҡайтыр.

Ысынлап та, Юлай иртәгәһенә үк ғаиләһендә ине инде. Нәфисә үсен алды, тимәк: әйҙә, Зилә “ирем бына-бына икенсе ҡатынға китеп ҡуймаһын” тип ҡурҡып ғүмер итһен. Бер һатҡан кеше тағы һатыр әле ул.

Сираттағы үс алыу объекты, әлбиттә, Нәфисәнең элекке ире менән уның бөгөнгө һөйәркәһе, тиҙҙән ҡатыны булырға әҙерләнгән Наилә ине.

Ишетеп һәм хатта матбуғаттан уҡып белеүенсә, Вәзих эшләгән фирманың етәксеһе, уның буласаҡ ҡайныһы Әмир  бай эшҡыуар ғына түгел, хәйриәлек менән дә шөғөлләнә икән – ул ҡараусыһыҙ ҡалған эт һәм бесәйҙәр өсөн приюттарҙы аҫрарға ла ярҙам итә икән. Телевидениелағы бер тапшырыуҙа был бизнесмендың хайуандарҙы бик яратыуын да күрһәткәйнеләр. Нәфисә Әмир менән танышыу өсөн ошо форсатты файҙаланырға булды.

Әмир автомобилде ҡайһы саҡ үҙе йөрөтөргә ярата.  Алыҫыраҡ юлға булһа ғына водителен рулгә ултырта. Был юлы ла офис эргәһендә торған автомобилендә шәхсән үҙе сығып китергә йыйынғайны. Нәфисә уның ҡасан эштән сыҡҡанын белә ине инде, шуға ла ошо ваҡытҡа офистың ҡаршыһындағы кафеға инеп ултырҙы.

Бына эшҡыуар офисынан сыҡты ла автомобиленә табан йүнәлде. Нәфисә уның рулгә ултырып машинаны ҡабыҙғанын көттө лә тиҙ генә алдан әҙерләп ҡуйған бесәй балаһын автомобилдең алғы тәгәрмәсе аҫтына тыҡты. Ҡуҙғалып ҡына китергә иткән Әмир, ниндәйҙер ҡатындың уның машинаһы алдында баш ҡалҡытҡанын күреп, тиҙ генә тормозға баҫты ла һикереп килеп сыҡты:

– Нимә булды? – тип ҡысҡырҙы ул.

– Һеҙ саҡ бесәй балаһын тапатманығыҙ, – тип мөләйем йылмайҙы Нәфисә. – Саҡ алып ҡалдым. Эй, ҡурҡҡан бахыр­ҡайым...

Ҡобараһы осҡан Әмир йөрәген тотто:

– Уй, Хоҙайым, әлдә өлгөрөп ҡалғанһығыҙ. Әйҙәгеҙ, приютҡа алып барып тапшырайыҡ, һеҙҙе лә бергә алып бара алам.

– Юҡ инде, – тип тағы ла мөләйемерәк йылмайырға тырышты Нәфисә. – Мин уны ҡотҡарҙым, үҙемә алып ҡайтам, шундай һөйкөмлө бесәй балаһы.

Әмирҙең ауыҙы ҡолағына етте, Нәфисәнең һүҙҙәре уның күңеленә бик оҡшаны, ахырыһы.

– Уны барыбер ветеринарға күрһәтергә кәрәктер, моғайын. Урамда йөрөгән бесәй бит. Тик бына кискә табан ҡайҙа ветклиника эшләй икән, белмәйем бит әле...  – тип дауам итте Нәфисә, йөҙөнә үтә борсоулы төҫ сығарып.

– Ә мин бөтә ветеринария клиникаларын беләм, әйҙәгеҙ, бергә алып барам, – ир был хәйләкәр ҡатын ҡорған ауға нығыраҡ эләгә барғанын һиҙмәй ҙә ине.

Нәфисә менән Әмирҙең дуҫлығы шулай башланып китте. Ҡатыны менән ҡыҙының йәнлектәр донъяһына бик иҫе китмәгәнен белә бит Әмир, шуға күрә Нәфисәнең эт һәм бесәйҙәрҙе ныҡ яратыуына ул тамам ышанды, бының өсөн үҙе лә уға рәхмәтле булырға тырышты, көн һайын бүләктәр бирҙе. Тиҙҙән һөйәркәһенә ҡуртымға айырым фатир алып бирҙе, улар шунда осраша ине. Ә хәйләкәр ҡатын, артыҡ һиҙҙермәйенсә генә, уның ғаилә серҙәрен дә белергә тырышты, сөнки ул төп маҡсатына ирешеү юлында ғына бит әле.

– Ҡыҙымдың туйы була тиҙҙән, – тине Әмир сираттағы осрашҡанда. – Кейәү буласаҡ егет шәрәмәте беҙгә тиң түгел тип иҫәпләйем, бер хәйерсе инде шунда, тик берҙән-бер ҡыҙымдың мөхәббәтенә ҡаршы төшөп булмай шул, ҡайһылай итергә инде....

– Ҡыҙың да һинең кеүек сибәрҙер, моғайын? – тип ярамһаҡланды Нәфисә, ғаилә фотоларын күреү теләге менән янып. Ысынлап та, Әмир, телефонын асып, фотоһүрәт күрһәтте.

– Бына быныһы – ҡыҙым Наилә, ә эргәһендә торғаны әле әйткән кейәү була инде.

Нәфисә фотола кемде күрәсәген аныҡ белә ине, әлбиттә. Ул ҡурҡып киткән кеше булды:

– Уй, Әмиркәйем, ҡот осҡос бит!

– Бәй, нимә булды? – тип аптыраны тегеһе.

– Һинең буласаҡ кейәүең – минең элекке ирем. Эй, бахыр ҡыҙыҡай, йәлләйем уны, – тип иламһыраны Нәфисә. – Был ир ишараты менән ныҡ интектем: аҙна һайын юғала – ниндәйҙер ҡатындар менән типтерә, көн аша ҡыҙмаса булып ҡайта, ул ығы-зығы менән айырылышыу низағтары үҙәккә үткән инде. Һөйләгәнем дә бар һиңә. Белмәйем, хәҙер ул үҙгәргәндер, бәлки. Хәйер, бөкөрөнө ҡәбер генә төҙәтә, тиҙәр бит.

Әмир асыуынан ҡып-ҡыҙыл булғайны.

– Йә, әйтәм дә, ул миңә баштан уҡ йүнһеҙ булып күренде! Юҡ, булмаясаҡ был туй!

– Туҡта әле, Әмир, ҡыҙма – Наилә менән ул, бәлки, икенсе төрлө йәшәр? “Ҡыҙым Вәзихте ярата” тиһең бит...

– Юҡ, юҡ! Ҡыҙым менән тәжрибә яһарға юл ҡуймаясаҡмын! Булмаясаҡ был туй!

Туй, ысынлап та, булманы. Аҡсаны мул тотоноп өйрәнгән Наилә лә, атаһы элеккесә йомарт ярҙам итеп тороуҙы туҡтатһа, Вәзих менән фәҡирлектә йәшәүҙән ҡурҡты, ахырыһы. Тиҙҙән Вәзихте әлеге фирмалағы эшенән дә бушаттылар. Ә бер аҙҙан Нәфисә ауырлы ине инде. Ул яңы иренә малай табып бирҙе.

Нимә менән бөттө был үс алыуҙар тарихы? Бер саҡ Нәфисә әхирәте Миләүшәгә шулай тип һөйләне:

– Беләһеңме, әхирәткәйем, бөтәһенән дә үс алдым кеүек, тик иң ҙур үсте үҙемдән үҙем алдым һымаҡ. Яратмаған кешең менән бер түшәккә ятыу бик ауыр. Айырылышыу тураһында хатта уйлауы ла ҡурҡыныс – Әмир улымды ла тартып аласаҡ, мине лә ер йөҙөнән юҡ итәсәк. Ул минең үҙен нисек күрә алмағанымды һиҙмәй, мин был тойғоно саҡ ҡына белгертергә лә ҡурҡам, Алла һаҡлаһын... Һәр саҡ ирен яратҡан ҡатын битлегендә йөрөргә тура килә. Хайуандарҙы яратҡан кеше әҙәмгә ҡарата ҡаты бәғерле һәм аяуһыҙ булыр, тип уйламағайным да, ә ул тап шундай. Кемдән нығыраҡ үс алдым һуң мин?!.

 

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

 

Автор:
Читайте нас: