Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
8 Апрель , 19:29

Ваҡытығыҙҙы һәм малығыҙҙы исраф итмәгеҙ

Бай булған хәлдә, фәҡир сүрәтендә йөрөмәгеҙ.

Ваҡытығыҙҙы һәм малығыҙҙы исраф итмәгеҙ
Ваҡытығыҙҙы һәм малығыҙҙы исраф итмәгеҙ

Ваҡытығыҙҙы һәм малығыҙҙы исраф итмәгеҙ

* Ваҡытты ҡуллана белгән кеше малды сарыф итә белә, йәғни бер минутты ла бушҡа үткәрмәгән кеүек, бер тин аҡсаны ла урынһыҙ ергә ебәрмәй. Шуның өсөн ваҡытығыҙҙы һәм ма­лығыҙҙы исраф итмәгеҙ, уйлап эшләгеҙ. Аҡсағыҙҙы һәм ваҡытығыҙҙы донъяла һәм ахирәттә файҙаһы булмаған нәмәләргә исраф итмәгеҙ.

*Мал ни ҡәҙәр күп, ғүмер ни ҡәҙәр оҙон булһа ла, уй­лап эшләмәһәң, яҙғы ҡар кеүек иреп бөтөр, исеме лә, эҙе лә ҡалмаҫ. Тейешле сара күрелһә, аҙ ғына мал да бәрәкәтле, ҡыҫҡа ғына ғүмер ҙә фай­ҙалы булыр.

* Исраф иң хөрмәтле ғаиләләрҙе лә боҙа, иң бай өйҙәрҙе лә юҡҡа сығара, ин бөйөк урындарҙан түбән төшөрә һәм иң шөһрәтле фамилияларҙы харап һәм фәҡир итә. Шуның өсөн исраф итеүҙән бик һаҡ­ланығыҙ, һәр эшегеҙҙә иҫәпле булығыҙ.

* Планлы кешенең малы аҙай­маҫ, һаран кеше ас ҡалыр. Исраф итеүсе ауырыр, фәҡир булыр. Шу­ның өсөн аҡса сарыф итеүҙә һаран дәрәжәһенә төшмә­геҙ, ләкин ғәмһеҙ исраф та итмәгеҙ, иҫәпле һәм планлы булығыҙ.

*Фәҡир булған хәлдә, бай булып күренмәгеҙ. Бай булған хәлдә, фәҡир сүрәтендә йөрөмәгеҙ.

(Ризаитдин Фәхретдиновтың нәсихәттәренән).

Автор:
Читайте нас: