Бындай осраҡта ҡағиҙә буйынса уны ҡаза намаҙы итеп уҡып ҡуйырға ҡушыла. Әгәр ул шул уҡ көндөң өйлә намаҙына тиклем башҡарылһа уның сөннәтен дә, фарызын да ҡылып ҡайтарыла. Ә инде өйләнән һуңға ҡалһа фарызын ғына уҡыйҙар.