Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
27 Июль , 12:00

Гүр саҙаҡаһын һорап алыу дөрөҫмө?

"Беҙҙең яҡта муллалар гүр саҙаҡаһының күләмен билдәләп, һорап ала. Улар хаҡлымы?" - тип һорап яҙҙы журнал уҡыусыбыҙ.  

Гүр саҙаҡаһын һорап алыу дөрөҫмө?
Гүр саҙаҡаһын һорап алыу дөрөҫмө?

Кешене ерләгәндә аҡса һоралырға тейеш түгел. Ғөмүмән, бындай эштәргә хаҡ ҡуйыу дөрөҫ булмай. Кешене һуңғы юлға оҙатыу - фарыз ғәмәл - Аллаһ ризалығы өсөн булырға тейеш. Тик бөгөнгө көндә һәр бер ғәмәл өсөн - Ҡөрьән бағышлау, гүр саҙаҡаһы һәм башҡа аҡса йыйыу күренеше бар. Быларҙың береһе лә Ҡөрьәнгә һәм сөннәткә хас ғәмәл түгел.

Саҙаҡаны һәр кем теләгенә һәм мөмкинлегенә ҡарап үҙе бирә.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: