«Һин кешене һис тә һүгә күрмә, - тине Рәсүл Әкрам саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, - сөнки ул һүгеү ул кешенең мин-минлегенә, кешелек сифатына, уның абруйына, уның хөрмәтенә тейә торған иң ҙур зыян».
* * *
Ҡөрьән Кәрим дауамында Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә хәҙрәттәре әйтәлер ки: «Әй иманлы бәндәләр! Арағыҙҙа булған кәмселектәрҙе ислах ҡылығыҙ, төҙәтегеҙ», - тине. Кәмселектәр, әлбиттә, бик күп булып тора. Бер-беребеҙгә урынһыҙға ҡул менән дә зарар килтергән ваҡыттарыбыҙ бар, урынһыҙға бер-беребеҙҙең малына ла зарар килтергән ваҡыттарыбыҙ була, телебеҙ менән дә зарар килтерәбеҙ. Иманлы ике ҡәрҙәшебеҙ араһында шундай аңлашылмауҙар була икән, өсөнсө иманлы ҡәрҙәшебеҙ ярҙамға килһен. Әгәр ҙә ике ҡәрҙәшебеҙ араһындағы килешмәүсәнлекте ситтән генә ҡарап торор булһаҡ йәки уға күҙ йомһаҡ, күрмәмешкә һалышһаҡ, ул ваҡытта ана шул бәләкәй генә килешмәүҙәр көндән-көн ҙурайып, аралар көндән-көн алыҫлаша барып, Алла һаҡлаһын, әллә ниндәй зарарҙарға, ниндәйҙер ҙур ситләшеүҙәргә, ниндәйҙер ҙур аңлашмауҙарға барып етеүебеҙ мөмкин. Һәм был ситләшеүҙең, Алла һаҡлаһын, ғаиләләребеҙҙең ситләшеүенә, дуҫлыҡ, туғанлыҡ мөнәсәбәттәренең өҙөлөүенә, төрлө күңелһеҙлектәргә килтереп еткереүе мөмкин.