Өс ҡыҙ тимер юл буйлап китеп барған саҡта, ажғырып килгән ике поезд араһында ҡала. Ситтән ҡарап торғандар быларҙың өсөһө лә һәләк булды инде тип уйлай.
Әммә, ғәжәп, өс ҡыҙ ҙа иҫән-һау булып сыға. Ҡыҙҙар янында йөрөгән өс шайтан үҙ-ара бәхәсләшә башлай.
– Һин ниңә беренсе ҡыҙҙы поезд аҫтына ташламаның, – тигән бер шайтан икенсеһенә.
– Ташларһың уны, ул бит иртән намаҙ уҡып, Аллаһы Тәғәлә менән килешеү төҙөп ҡуйған, уға бер нисек тә зыян эшләп булмай, – тигән шайтан.
– Ә һин ниңә икенсе ҡыҙҙы ырғытманың?
– Ырғытырһың... Уныһы юлға сыҡҡанда өс тапҡыр Аятел көрсиҙе уҡып сыға шул, уға тейеп булмай, – ти.
– Ә өсөнсөһө һуң? Ул бит ни Аллаға, ни муллаға ышанмай. Ниңә уны ташламаның? – тип асыулана шайтан.
– Шулайлығын шулай ҙа ул, тик ул ишектән сығып киткәндә әсәһе: “Балаҡайым, иҫән-һау ғына йөрөп ҡайт, Аллаһы Тәғәлә һине рәхмәтенән ташламаһын, һаҡлап йөрөтһөн”, – тип доға ҡылып ҡала шул. Нисек тейеп була инде уға? – ти.
Дуҫтар! Балаларыбыҙҙы һәр ваҡыт матур һүҙҙәр әйтеп, доғалар уҡып оҙатып ҡалайыҡ, барыһы ла юлдарҙа иҫән-имен йөрөһөн!
Шул уңайҙан балаларға уҡый торған бер нисә доға тәҡдим итәбеҙ.
Әсәләрҙең балалар өсөн ҡылған доғаһы, һорағаны бик тиҙ ҡабул була, сөнки әсә менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ. Улар өсөн әсәйҙәр һорамаһа, кем һорар? Доғаны һәр ваҡыт ҡылырға була. Аллаһ һораусыларҙы һәм һорағанды ярата.
- Йә Аллаһ, Һинең гүзәл исемдәрең менән һинән һорайбыҙ, Һиңә ялбарабыҙ, беҙҙең балаларыбыҙҙы үҙеңдең рәхмәтең менән төрөп ал. Раббым, уларға хәйерле, сәләмәт оҙон ғүмер бит, Үҙеңә ғибәҙәт ҡылыусыларҙан һәм Үҙеңдең ҡушҡандарыңды тыңлаусыларҙан ит.
- Йә Аллаһ, уларҙың иманын нығыт һәм көсһөҙҙәренә көс һәм ауырығандарға шифа бир!
- Йә Аллаһ, үҙеңдең мәрхәмәтең менән тәндәрен нығыт, күреүҙәрен, ишетеүҙәрен камил ҡыл, етешһеҙлектәрен төҙәт, балаларыбыҙҙы ауырыуҙарҙан, хаталарҙан, гонаһтарҙан һәм алдашып яман юлдарға инеп китеүҙән һаҡла, уларҙы Үҙеңә тоғро итеп тәрбиәлә.
- Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙы ата-әсәһенә яратып, хөрмәт итеп тыңлый торған ит, ата-әсәһенә ҡарата ҡаты бәғерле, тыңлауһыҙ булмаһындар, беҙгә балаларыбыҙҙы юғары әхлаҡлы һәм ныҡлы иманлы итеп тәрбиәләргә ярҙам ит!
- Йә Раббым, Һин уларҙы көндөҙ һәм кистәрен тарала торған барлыҡ төр яуызлыҡтарҙан, яман ғәҙәттәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән, кемде лә булһа һаҡһыҙ рәнйетеүҙән һәм үҙҙәрен дә һаҡһыҙ рәнйетеүҙән, көнсөл кешеләрҙең күҙ ҡараштарынан һаҡла, яҡла, үҙеңдең рәхмәтең менән төрөп ал.
- Йә Аллаһ, беҙҙең балаларыбыҙҙы бөтөн яҡлап, өҫтән лә, аҫтан да, уңдан да, һулдан да, арттан да, алдан да зыян килмәҫлек итеп, яуыҙ бәндәләрҙең, яуыз хайуандарҙың, тәбиғәт бәлә-ҡазаларының һәм юл һәләкәттәренең зыяны теймәҫлек итеп һаҡлауыңды Үҙеңдән ялбырып һорайбыҙ.
- Йә Аллаһ, балаларыбыҙға был донъяла ла, әхирәттә лә кәрәкле, файҙалы булған белем бир, ул белем уларға Һине яратырға һәм Һинең бойороҡтарыңды үтәп йәшәп, мәңлеккә киткәндә иманлы бәндәләр булып китергә ярҙам итһен.
- Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙың башҡалар араһында дәрәжәһен күтәр һәм уларға бәхет, тәүфиҡ, иман байлығы, үҙҙәрен тәьмин итерлек, башҡаларға ярҙам итерлек мал бир, кеше күҙҙәренә ҡарап тилмереп йөрөүҙәрҙән үҙең һаҡла.
- Йә Раббым, балаларыбыҙ саф йөрәк, мәрхәмәт, шәфҡәт, алған белемдәре мнән башҡаларға ярҙам итергә әҙер тороусы күркәм әхләҡ бир.
- Йә Раббым, балаларыбыҙҙы түбәнлекке төшөрөүҙән һәм хурлыҡҡа ҡалыуҙан һаҡла. Уларға шундай шатлыҡ бир, ул шатлыҡ беҙгә лә шатлыҡ килтерһен!
- Йә Аллаһ, балаларыбыҙға зирәк зиһен, үткер фекер, камил аҡыл, күркәм холоҡ, йомшаҡ фиғел, тулы иман бир!
-Йә Аллаһым, балаларыбыҙ Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең дәлилдәребеҙ булһындар. Амин!
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.