Ғаһеднамә доғаһы (Яуапнәмә)
Был көслө доғаны кеше уҡый алмаһа, кеҫәһендә лә алып йөрөй ала. Исеме үк әйтеп тора, яуапнәмә - яуап бирә, йәғни ҡурҡыныстарҙан, афәттәрҙән һаҡлай. Ҡайһы бер урындарҙа вафат булған кешенең түшенә Яуапнәмәне ҡағыҙға яҙып һалып оҙаталар.
Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим.
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
Аллааһүммә фәәтирас – сәмәәүәәти үәл – әрҙи ғәәлимәл – ғәйби үәш – шәһәәдәти үә кәфәә бираббикә шәһиидәә. Иннии әғһәдү иләйкә ғәһдән фии һәәҙиһил – хәйәәтид – дүнъйәә. Иннии әшһәдү ән ләә иләәһә илләә әнтә үәхдәкә ләә шәриикә ләк. Үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүкә үә расүлүүк. Фә иннәкә ин тәкилнии иләә нәфсии түҡаррибүни минәш — шәрри үә түбәәғидүнии минәл хайр. Үә инни ләә әҫиҡу илләә бирахмәтикә йәә әрхәмәр-рахимиин. Фәжғәл лии ғиндәкә ғәһдән түәффиинииһи йәүмәл-ҡийәәмәһ. Иннәкә ләә түхлифүл-миғәд. Бирахмәтикә йәә әрхәмәр-рахимиин. Хәсбийәл-лааһү ғиндәл-миизәән. Хәсбийәл-лааһү ғиндәс-сираат. Хәсбийәл-лааһүл-ләҙии ләә иләһә илләә һүә раббүл-ғәршил-ғәҙиим.
Мәғәнәһе:
Күктәрҙе һәм ерҙе яралтып бар итеүсе, бер кем белә алмаған йәшерен серҙәрҙе бәндәләргә күренеп, һиҙелеп, аңлашылып торғандарын да белеү һәм күреү өсөн Раббым Аллаһ Үҙе етә. (Бер нәмәне лә Унан йәшереп булмай.) Шуның өсөн дә донъя тормошонда күндәмлек менән ғүмер итеү өсөн Һинең менән мин ғаһед — килешеү төҙөп ҡуям.
Беренсенән, Һинән башҡа Иләһә юҡ, Һин бер үҙең, Һиңә тиңдәш булырлыҡ бер нәмә лә булмауы хаҡында геүаһлыҡ бирәм; шулай уҡ мин Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, Һинең ҡолоң һәм рәсүлең булыуына геүаһлыҡ бирәм.
Икенсенән, ысынбарлыҡта мин Һинең мәрхәмәт-шәфҡәтеңдән башҡа бер нәмәлә лә таяныс тапмайым.
Әгәр ҙә һин мине үҙ рәхмәтеңдән мәхрүм итеп яңғыҙымды ғына ҡалдырһаң, тимәк, ул мине насарлыҡҡа яҡынайтыу, яҡшылыҡтан алыҫайтыу була. Әй, рәхимлеләрҙең дә иң рәхимлеһе, Һиңә биргән был вәғәҙәмде Ҡиәмәт көнөндә лә хәтеремә төшөрөү өсөн ике аралағы ғаһедте Үҙ хозурыңда Үҙең дә теркәп ҡуй. Һин бит бер ваҡытта ла биргән вәғәҙәңде боҙоуға бармайһың. Мизан үлсәүенә баҫҡанда ла минең ышанысым — Аллаһ. Сират күперен кискәндә лә минең ышанысым — Аллаһ. Унан башҡа бер ниндәй Иләһә булмаған Зат, бөйөк Ғәршенең Раббыһы Аллаһ, минең бөтә ышанысым Һиндә.
Марат Ғафаров фотоһы.
Сығанаҡ: https://nazir1965.com/doғalar/ғaһednamә-doғaһy.html