Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: « Рөхсәт ителгән ғәмәлдәрҙән Аллаһы Тәғәлә өсөн иң яратмағаны – ул айырылышыу», – тигән (Әбү Дауыт, Ибне Мәжә).
Ҡөрьәндә ир-ҡатын мөнәсәбәттәре тураһында әйтелгәндә, «никах» һүҙе ҡулланыла – тура әйткәндә «бер-береһе менән килешеү» тигәнде аңлата. Әгәр ҙә һеҙҙе Аллаһы Тәғәлә ҡауыштырған икән, тимәк, шулай кәрәк булған. Ғаиләгеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн үҙегеҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ.
Ихлас күңел һәм изге ниәттәр менән ошо доғаны уҡығыҙ:
«Аллаһуммә әллиф бәйнә ҡулюбинә, вә әсълих зәтә бәйнинә, вәһдинә субуләс-сәләми, вә нәжжинә минәз-зулүмәти илян-нур, вә жәнибнәл-фәвәхишә мәә зәхәра минһә вәмә бәтәнә».
Мәғәнәһе: “Йә Раббым! Беҙҙе араларыбыҙҙы яҡынайт, мөнәсәбәттәребеҙҙе нығыт. Барыбыҙҙы ла тыныслыҡ юлынан алып бар, ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығар. Беҙҙе асыҡ һәм йәшерен яуызлыҡтарҙан һаҡла».