“Әлхәмдүлилләһ”
Һүҙмә-һүҙ мәғәнәһе: «Аллаһҡа маҡтау булһын». Был һүҙҙе мосолмандар Аллаһы Тәғәләгә теге йәки был изгелектәр өсөн рәхмәт уҡығанда әйтә.
“Бисмиллаһ”
Һүҙмә-һүҙ мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән». Ул "Бисмилләәһир-Рәхмәәнир-Рәхиим" тип уҡыла. Мәғәнәһе: «Донъяла ла, әхирәттә лә рәхмәт ҡылыусы рәхимле булған Аллаһ Тәғәләнең исеме менән». Ҡөрьән сүрәләренең күбеһе ошо һүҙҙәр менән башлана. Ҡөрьән аяттарын уҡыр алдынан да был һүҙҙәрҙе әйтергә кәрәк. Ғөмүмән, беҙҙең теләһә ниндәй ғәмәлебеҙ, эшебеҙ ошо һүҙҙәрҙән башланырға тейеш, сөнки бөтә ғәмәлдәребеҙ ҙә Аллаһы Тәғәләнең рәхим-шәфҡәтенә ирешер өсөн эшләнә.
“ИншәАллаһ”
Һүҙмә-һүҙ мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә теләһә». Үтәлеүе, булыуы теләнгән һәм көтөлгән нәмәләргә ҡарата әйтелә.
“МәшаАллаһ”
Һүҙмә-һүҙ: «Алла теләгәнсә». Берәр яҡшы нәмә тураһында һөйләгәндә йәки маҡтау рәүешендә әйтелә.
“СөбхәнАллаһ”
Һүҙмә-һүҙ мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәләгә бер ниндәй кәмселектәр хас түгел». Ғәҙәттә, иҫ киткес ваҡиға йәки осраҡ (яҡшы ла, насар ҙа булыуы мөмкин) булғанда әйтелә.