Шоңҡар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
17 Февраль 2025, 16:55

Бер-береңә ышанырға кәрәк

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ ҡулында.

Бер-береңә ышанырға кәрәк
Бер-береңә ышанырға кәрәк

Әҙәм балалары дуҫлыҡҡа мохтажлыҡ кисереп йәшәй, бер-береһендә таяныс таба. “Кешеләрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәтләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға мөнәсәбәтегеҙ яҡшы, йөҙөгөҙ яҡты булһын”, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Бер-береңә ышанырға кәрәк

Күркәм холоҡ, киң күңеллелек – әҙәм балаһындағы иң матур сифаттар. Бәхеттең нигеҙендә лә тап ошо һыҙаттар ята. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ғәжәп илгәҙәк кеше булған, сәхәбәләре менән һәр ваҡыт бергә булырға тырышҡан. “Тупаҫлыҡ – золом, ундай һыҙатҡа эйә кешеләр – иң яуызы”, – тигән ул. Ислам дине бер-береңә ышанырға, ҡәрҙәштәрҙән тик изгелек көтөргә, әйтелгән һүҙҙәрҙән насарлыҡ эҙләмәҫкә, тик яҡшы яҡтарҙы күрергә өйрәтә. Бындай күркәм һыҙаттар гонаһҡа батып бөткәндәрҙе лә бәләнән ҡотҡарып алып ҡала. “Урынлы-урынһыҙ шикләнеп йөрөүҙән ситтә бул, – тип өйрәткән Ғәли хәҙрәт. – Ул сәләмәт кешене лә ауырыуға һабыштыра, бер ҡатлыларҙың күңелендә шик уята”. Ғөмүмән, Ислам – дуҫлыҡ һәм ҡәрҙәшлек дине. Был күркәм бәйләнештәрҙе даими нығытып тороу зарур. Уттың ҡабыныуынан һаҡлан
“Асыу – ул ут, – тип өйрәтә динебеҙ. – Ул бөтә күңелде ҡармап алыусан. Көл аҫтында быҫҡып ятҡан осҡон кеүек – тәкәбберҙәрҙә ҡабынып китергә генә тора”.
Асыуға юл биргән әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәләнең бойороғона ҡаршы төшкән иблискә оҡшап китә. – Кешенең тәнендә утҡа оҡшаш кескәй генә бер ит киҫәге бар, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Ул яҡшы булһа, барлыҡ тән таҙара, ә инде насар икән, киреһенсә, бысрай. Ул ит киҫәге – йөрәк. Күрә алмаусанлыҡ, көнсөллөк, асыу Аллаһ ҡолдарын һәләкәткә алып бара. Бәләнең ҡайҙа йәшеренеп ятҡанын һиҙеп, һаҡланып ҡалырға тырышып, эстә ҡабынып китергә әҙер торған уттан баш тарта белергә, уны күңелдән йолҡоп ташларға кәрәк”. Пәйғәмбәребеҙ асыуы килгәндә үҙен тыйып ҡалғандарҙы иң көслөләр тип атаған. Мосолман урынлы-урынһыҙ ярһымай, нәфсе ҡотҡоһона бирелмәй, үҙен ҡыйырһытҡандарҙы ғәфү итә, наҙандарға ҡарата түбәнселекле була.

Ата-әсә хаҡы

Изге “Ҡөрьән” ата-әсәгә изгелекле, ихтирамлы булырға өйрәтә. Хоҙай Тәғәлә уларҙың хаҡын Үҙе менән бер дәрәжәгә ҡуя. “Раббың һиңә Үҙенән башҡа бер кемгә лә табынмаҫҡа, ата-әсәгә изгелекле булырға бойорҙо, — тиелә “Ҡөрьән”дә. — Уларға асыуланма, һуҡранма, яҡшы мөнәсәбәттә бул”. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән берәү ата-әсә хаҡы тураһында аңлатып биреүен һораған. “Атайыңа “эй, атайым!” тип кенә өндәш, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. — Бергә йөрөгәндә ул алданыраҡ барһын. Кешеләр һинең ата-әсәң хаҡында насар уйҙа ҡалырлыҡ холоҡ-ҡылығың булмаһын. Атаһы менән әсәһенә ҡарата изге мөнәсәбәттә булғандар алдында йәннәттең ике ҡапҡаһы ла асып ҡуйылыр”.

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ ҡулында. Шуға ла Раббыбыҙға: “Изге ниәттәргә яҡынайыу юлын күрһәтһәңсе, рәхмәтеңдән ташламаһаңсы”, – тип доға ҡылып тороу зарур. Көнсөллөк менән генә алға китеп булмай. “Был тойғо күңел күҙенең күрмәүе, Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе һанға һуҡмау сәбәпле тыуа. Иманһыҙлыҡтың бер тармағы ул”, – тип өйрәткән мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт. Көнсөллөк кешене мин-минлеккә, дан артынан ҡыуыуға этәрә, һөҙөмтәлә бәндәнең зиһене зәғиф­ләнә, рухына кәмселек килә. Ундайҙар үҙ етешһеҙ­лектәрен – изгелек, кәмселектәрен – дәрәжә, асыуҙарын көслөлөк тип ҡабул ҡыла башлай.

Иргә ниҙәр тыйыла?

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған. “Ебәктән һәм башҡа шундай ҡиммәтле туҡы­ма­нан тегелгән кейемгә ынтылмағыҙ, алтын-көмөштән эшләнгән һауыттан эсмәгеҙ, ашамағыҙ. Уларҙың барыһы ла иманһыҙҙарға – фани донъяла, мөьмин­дәргә ахирәттә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән”, – тигән ул. Был йәһәттән ҡатын-ҡыҙға ғына рөхсәт бирелә. Фани донъяла алтын-көмөш һөйөнөсөн дә, көйөнөсөн дә килтереп кенә тора. Улар күп булһа, бәғзе кешенең тормоштоң башҡа гүзәллектәре хаҡында онота башлауы ихтимал. “Әгәр ҙә ки әҙәм балаһының үҙән тулы алтыны булһа, ул икенсеһен, өсөнсөһөн тултырырға теләр”, — тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Исламда алтын менән ебәкте тыйыу – барҙы исраф итеүгә, мал туҙҙырыуға, артыҡ ҡупшыланып йөрөүгә ҡаршы алып барылған көрәштең бер өлөшө. Байлығы артҡан һайын, бәғзе кешенең күңеле ярлылана барыуы, рухы зәғифләнә төшөүе, араларҙа татыулыҡ бөтөүе ихтимал бит. Шул уҡ ваҡытта алтын өсөн ҡан ҡойоп, йән ҡыйып йөрөү мосолман эше түгел. Пәйғәмбәребеҙ уны тәнгә шифаһы булһын өсөн генә файҙаланырға кәңәш биргән.

Ниндәй бүләк бирергә?

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш? Динебеҙҙә бер-береңә иғтибар, ихтирам күрһәтеү ҙур урынға ҡуйылған. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Бүләктәр бирешегеҙ – арағыҙҙа дуҫлыҡ, һөйөү, ихтирам артыр”, – тигән. Быны тәҡдим рәүешендә түгел, ә бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылым ҡулланып әйткән. Ҡөрьәндең “Ән-Нәмл” сүрәһендә бүләк биреү хаҡында аят-кәлимә бар, изге ғәмәл халҡыбыҙҙың йолаларында, ғөрөф-ғәҙәтендә лә урын алған. Һис һүҙһеҙ, был дини, милли өҫтөнлөгөбөҙҙө һаҡларға тейешбеҙ. Бүләк ниндәйҙер әйбер биреү менән генә сикләнеп ҡалмай, ул – бер-береңә ҡарата йылы мөнәсәбәт, ихтирам, хөрмәт, хәстәрлек, һөйөү, йылмайыу... Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң кәрәкле ғәмәлдәр улар. Йорт усағын һүндермәй һаҡларға, балаларына яҡшы тәрбиә бирергә, ирен яңы уңыштарға дәртләндереп торорға бурыслы гүзәл зат тәү сиратта үҙе хәстәрлеккә мохтаж. Күңеле бөтөн булмаһа, мохтажлыҡта ыҙалап йәшәһә, ирҙәргә тәғәйен ауыр бурыстарҙы йөкмәүгә дусар ителһә, әлбиттә ки, асылынан ситкә китеүе ихтимал. Пәйғәмбәребеҙ хушлашыу вәғәзендә: “Ҡатын-ҡыҙҙың хаҡын үтәгеҙ”, – тип бер нисә ҡат әйткән. Ирҙәр ошо аманатҡа тоғро булһын ине.

Дилбәр ИШМОРАТОВА.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo

Автор: Айнур Акилов
Читайте нас