Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Иман нуры
26 Мая 2025, 16:05

"Ҡасан өйләнәһең?" тип һорарға яраймы?

– 30 йәштәмен, әле өйләнмәгәнмен. Барыһы ла: "Ҡасан өйләнәһең?" – тип ҡыҙыҡһына. Дин буйынса ир-аттың өйләнергә тейешле берәр ваҡыты бармы?

"Ҡасан өйләнәһең?" тип һорарға яраймы?"Ҡасан өйләнәһең?" тип һорарға яраймы?
"Ҡасан өйләнәһең?" тип һорарға яраймы?

Һорауҙарға Алмаз хәҙрәт яуап бирҙе.

– Өйләнеү, кейәүгә сығыу – һәр кешенең бурысы. Пәйғәмбәребеҙ (с.г.в) ла: "Өйләнеүҙә бәрәкәт бар, ниғмәттәр", – ти. Кеше ниндәйҙер сәбәптәр буйынса өйләнмәгән икән, ваҡыты еткәс, өйләнер. Сит кеше иһә бындай һорауҙар менән аптырата алмай. Был – әҙәпһеҙлек.

Автор:
Читайте нас