Шоңҡар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
1 Ғинуар , 18:00

"Бурысығыҙҙы туғанына түләгеҙ..."

"Танышымдан аҡса алып торғайным. Тик ул уйламағанда ғына мәрхүм булды. Түләй алмай ҡалған бурысым өҫтөмдә тора, намыҫымды борсой. Мин хәлде нисек төҙәтә алам? Биктимер Я." Әхмәт хәҙрәт Ибраһимов яуабы:  

"Бурысығыҙҙы туғанына түләгеҙ..."
"Бурысығыҙҙы туғанына түләгеҙ..."

- Бурысығыҙҙы вафат булған бирә алмай ҡалғанһығыҙ икән, уның яҡын кешеләренә - ата-әсәһенә, йәки тормош иптәшенә, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, ағай-апайҙарына хәлде аңлатып, әжәткә алған аҡсағыҙҙы кире ҡайтарығыҙ. Әгәр мәрхүмдең яҡын кешеләре булмаһа, бурыс аҡсаһын, Аллаһы Тәғәлә риза булһын, мәрхүмдең рухына сауаптарын ирештерһә ине, тип мохтаждарға саҙаҡа итеп бирегеҙ һәм доға ҡылығыҙ. Бурысты мотлаҡ ҡайтарыр кәрәк. Ул ҡиәмәт көнөндә ҡылған изгелектәрегеҙ кәмеүгә сәбәпсе булмаһын ине.

 

 

Автор: Гульнур Куватова
Читайте нас