Йорт нигеҙе күркәм урын булһын
“Беҙ яңы өй һалырға ниәтләйбеҙ. Тик яңы нигеҙ өсөн ниндәй ер биләмәһе һайларға белмәйбеҙ. Юл, һуҡмаҡ өҫтөнә, ҡоҙоҡ урынына, шулай уҡ иҫке йорт нигеҙе урынына яңы йорт һалырға ярамай, тип ишеткән бар. Өй һалыр өсөн ер майҙаны ниндәй талаптар буйынса һайланырға тейеш?
Флүрә, Саҡмағош районы.“
Әхмәт хәҙрәт Ибраһимов яуабы:
– Әлбиттә, йорт һалыр өсөн нигеҙгә алдан хәйерле урын әҙерләргә кәрәк. Эйе, элек ҡоҙоҡ һәм бәҙрәф булған ергә йорт нигеҙе тура килергә тейеш түгел, тигән һүҙ бар. Әммә йорт, аҙбар һәм юл өҫтө тураһында хәҙистәр юҡ. Иң мөһиме, эште башлар алдынан йорт һалынасаҡ урында Ҡөрьән сүрәләре уҡығыҙ (йәки уҡытығыҙ) һәм: “Был нигеҙ урыны тыныс, хәйерле һәм бәрәкәтле булһын ине,” – тип Аллаһы Тәғәләнән ялбарып һорағыҙ. Иншаллаһ, йортоғоҙ ҡотло булыр.