Шоңҡар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
3 Ғинуар , 13:00

Һүҙ йөрөтөү – мәйет ашау

“Әл-Хужурат” сүрәһенең 12-се аятында Аллаһы Тәғәлә һүҙ йөрөтөүсене шелтәгә дусар иткән. Ә кеше тураһында насар һүҙ һөйләүсене мәйет ашаусыға тиңләгән: “Эй, иман килтергән кешеләр! Ғәйбәт, имеш-мимештәрҙән ваз кисегеҙ. Ул – гонаһ эш. Бер-берегеҙҙең ғәйебен эҙләмәгеҙ. Берегеҙ икенсегеҙ артынан эҙәрлекләмәһен. Үлгән туғанының итен ашап, кеше тәм табармы? Ул – нәжес ғәмәл. Шулай булғас, гонаһҡа батыуҙан, Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡығыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһы Тәғәлә тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, рәхимле”.  

Һүҙ йөрөтөү кешенең намыҫына ҡағыла. Аллаһтың Илсеһе бер вәғәзендә әйткән: “Эй, һүҙҙә генә ышанып, иман күңелдәренә ҡәҙәр үтмәгән бәндәләр! Мосолмандарҙың ғәйбәттәрен һөйләмәгеҙ, сөнки дөрөҫлөктә, үҙ ҡәрҙәшенең ғәйебен эҙләп йөрөүсенең Аллаһы Тәғәлә ғәйептәрен эҙләйәсәк һәм үҙ өйөнән сыҡмаһа ла, уны хурлыҡ менән ҡаплаясаҡ!”

“Әл-Һүмәзә” сүрәһенең 1-се аятында Аллаһы Тәғәлә: “Үәйлүл-ли кулли һүмәзтил-ләмәзәһ”, йәғни: “Һәр бер һүҙ йөрөтөүсегә һәм ғәйбәтсегә ҡайғы,” – ти.

"Бәхетлеләр календары"нан.

Автор: Гульнур Куватова
Читайте нас