Намаҙҙы бүлдермәү хәйерле...
“Намаҙ уҡый ғына башлаһаң, йә берәйһе һүҙ ҡуша, йә телефон шылтырай. Бындай осраҡта намаҙҙы бүлергә йәки туҡтатырға яраймы? Ғәлиә Фәрхетдинова, Иглин районы. “
Әхмәт хәҙрәт Ибраһимов яуабы:
– Бындай мәлдәр, әлбиттә, мосолман өсөн оло имтихан, һынау булып тора. Бик мөһим эш булған осраҡта ғына, мәҫәлән, бала берәй ерен ауырттырып илаһа, ауыр сирле кеше янына саҡырған ваҡытта дүрт йәки өс рәҡәғәтле намаҙҙың ике рәҡәғәтен генә уҡып тамамлау, иншаллаһ, кәмселек һаналмаҫ. Ул намаҙ нәфелдән китер. Әммә намаҙҙы бүлергә мәжбүрләүсе сәбәпте атҡарғас, ул намаҙҙы тулыһынса уҡып ҡуйыу кәрәк.
Намаҙҙарҙы, бигерәк тә фарыз намаҙҙы ҡәтғи сәбәп, ҙур ихтияж булмаһа, бүлергә лә, туҡтатырға ла ярамай. Кеше менән күҙгә күҙ йәки телефондан аралашыуҙы бер нисә минутҡа кисектереп була. Тимәк, был – намаҙҙы бүлерлек етди сәбәп түгел.
Бер миҫал килтерәм. Оло әүлиәләр дәрәжәһендәге берәүҙең аяғы төҙәлмәҫлек дәрәжәлә йәрәхәтләнә. Аяғын киҫергә тәҡдим иткәс, ул баш тарта. Әсәһе табиптарға йәрәхәтле аяғын улы намаҙ уҡыған ваҡытта киҫергә тәҡдим итә. Шулай эшләйҙәр ҙә. Аллаһы Тәғәләгә йәне-тәне менән тулыһынса бирелеп намаҙын уҡыған бәндә аяғын киҫкәндәрен һиҙмәй ҙә ҡала. Тимәк, уның күңеле намаҙға, изге ғәмәл башҡарыуға бик ныҡлы бирелгән булған.