Шоңҡар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
7 Ғинуар , 17:00

Ихласлыҡ һәм түбәнселек кәрәк

Доға ҡыла башлағансы күңелде һәм тәнде доғаға әҙерләргә кәрәк. Йәғни, ике рәҡәғәт намаҙ уҡығандан һуң доға ҡылыу яҡшыраҡ булыр. Доғаны Аллаһҡа хәмед, йәғни Уның биргән ниғмәттәренә шөкөр ҡылып һәм Пәйғәмбәребеҙ ғәлийһис-сәләмгә салауат әйтеп башлау кәрәк. Аллаһы Тәғәләнән бер теләк теләгәндә үҙең өсөн, унан һуң яҡындарың һәм башҡа мөьэминдәр өсөн доға ҡылырға кәрәк.  

Ихласлыҡ һәм түбәнселек кәрәк
Ихласлыҡ һәм түбәнселек кәрәк

Мөьэмин кешенең ҡылған доғаһы ҡабул булһын өсөн уның ашаған ризығы, эскән һыуы хәләл булырға тейеш. "Әл-Баҡара" сүрәһенең 168-се аятында Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Эй, кешеләр! Ерҙә булған пак, хәләл ризыҡтарҙы ғына ашағыҙ..."

Пәйғәмбәребеҙ ғәлийһис-сәләм үҙенең бер хәҙисендә: "Әгәр Аллаһының бәндәһе белә тороп бер киҫәк харам ризыҡ йолһа, Аллаһы Тәғәлә уның доғаһын ҡырҡ көн ҡабул итмәйәсәк. Харамдан үҫкән ит утҡа лайыҡлыраҡ," - тигән. Бәғзе кешеләрҙең ашаған-эскәне харам, кейгән кейеме харам, уның нисек доғаһы ҡабул булһын?!

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәлийһис-сәләм әйткән: "Ҡайһы ғына мосолман гонаһҡа һәм ҡәрҙәшлекте боҙоуға алып бармаған ниндәй генә доға ҡылмаһын, Аллаһы Тәғәлә уға өсөһөнөң береһен бирә:

1. Доғаһы ошо донъяла уҡ ҡабул була.

2. Ахирәт өсөн кәрәк-яраҡ итеп һаҡлай.

3. Һораған әйбере ҙурлығындағы гонаһын юя.

Доға ҡылғанда иң кәрәклеһе - күңелдең ихлас булыуы һәм бөтөн барлыҡ менән Аллаһы Тәғәлә алдында түбәнселек ҡылыу. Доғаның ҡабул булыуына шикләнмәһәң, доға теләһә ниндәй ваҡытта ҡабул буласаҡ.

Харам эштәр тураһында доға ҡылырға ярамағанлығы һәр кемгә мәғлүм. Дини бурыстарҙы тейешенсә үтәү доғаның ҡабул булыуына сәбәп була. Аллаһы Тәғәлә бәндәнең түбәнселек менән Үҙенән һорағанын ярата. Доғала гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе, йәһәннәм утынан һаҡлауҙы, йәннәткә индереүҙе һорарға кәрәк, сөнки Аллаһы Тәғәлә: "...ул минән берәй нәмә һораһа, Мин уға уны бирәсәкмен. Минән һаҡлау һораһа, Мин уны һис шикһеҙ һаҡлаясаҡмын," - ти.

Ҡайһы берәүҙәр доға ҡылғанда ҡулдарын ике яҡҡа киң йәйеп ҡуялар, йәки ҡулдарын теҙ өҫтәренә ҡуйып доға ҡылыусыларҙы ла күргәнебеҙ бар. Хәҙистәрҙән мәғлүм булыуынса, доға ҡылғанда ике ҡул бергә булып, бит тураһында булырға тейеш.

 

"Бәхетлеләр календары"нан.

 

 

Автор: Гульнур Куватова
Читайте нас