

– Тор! Эшкә барырға ваҡыт етте! Сатанлап йөрөгән тауыҡты салып бир инде, – тип ялбарып һораған ҡатынының тауышы уятты Таһирҙы. – Сәй эс, өҫтәлдә бар нәмә әҙер!
– Сәйеңде бесәй эсһен! – тип үҙ алдына мығырланы Таһир. – Баш зыңҡый бында...
Кисә эштән һуң, машиналарҙы АТП гаражына ултыртҡас, Таһир коллегалары менән арыуыҡ ҡына итеп тамаҡ төбөнә һалдырғайны шул.
– Әйҙә, мин дә яныңа ултырып берәй сынаяҡ эсеп алайым, – тип, һөтө менән тулы биҙрәһен ултыртып, Зәлифә ҡулын алъяпҡысына һөртә-һөртә Таһирға яҡынланы.
– Тамаҡ бармай миңә, нимә, шуны аңламайһыңмы әллә? – тип Таһир ҡатынына екеренде. – Берәй рюмкаң юҡмы? Тауығыңды ла салып бирермен.
– Ниндәй рюмка, иптәш Имамов, һин водитель кешегә? Шул эшең булды инде.
– Һин сыйылдама, Зәлифә, минең эшкә теймә, үҙем беләм, – тип тағы екеренде ир. – Ҡана, ҡойоп бир ҙә, тауығыңды салайым, – тип етеҙ генә ишеккә табан атланы.
Зәлифә башын сайҡай-сайҡай буш рюмкаһын тотоп төпкө бүлмәгә йүгерҙе.
– Мә, йәнеңде эскер. Балаларыңа уҡыуға ваҡыт етеп килә, һин һаман тамағыңды тыя алмайһың! Бәләкәс ҡыҙың икенсегә бара, ә малайың ир ҡорона инеп килә! Һаман айыҡмайһың! Һинең менән ғүмерем заяға үтте, сволочь! – тип Зәлифә автомат шикелле тытылданы. Күҙҙәре йәшкә тулды.
Таһир, башын артҡа йыҡҡансы ҡайҡайтып, тулы рюмканы һелтәп тә ебәрҙе. Донъя теүәлләнде. Батырайып алғас:
– Әйҙә! Ҡайҙа тауығың, Зәлифә? – тип ҡатынына өндәште.
– Шул һарайҙа инде, башҡа ҡайҙа булһың?
– Тотоп ҡуйманыңмы ни?
– Эйе, таң менән тауыҡ баҫтырып йөрөгән тиһеңме? Һыйырҙарҙан нәсилә ҡотолдом яңы ғына!
– Улай булғас, тотҡан өсөн тағын бер рюмка должна будешь! – тине ир шашынып.
Таһир ихлас күңел менән тауыҡ баҫтырҙы, йөҙөнән йылмайыу китмәне. Йүгереп йөрөй торғас, ҡапма-ҡаршы Зәлифәгә килеп баҫты. Күҙҙәр күҙҙәргә килеп тап булышҡас, Таһир башын аҫҡа эйеп, ҡарашын йәшереп маташты, ә Зәлифә, киреһенсә, уны ҡарашы менән өтөргә уйланы.
Ҡасандыр ошо ҡыҙҙың артынан йүгереп йөрөнө бит. Армияға китер алдынан Ташкүл ауылына иптәш ҡыҙы менән килгән ине Зәлифә. Таһирҙың класташы Сәкинә менән бер ятаҡта йәшәнеләр. Егет менән ҡыҙҙы Сәкинә үҙе алып килеп таныштырҙы: “Был Таһир була, минең класташым, бик шәп егет”.
“Иң йыуашы, иң баҫалҡыһы мин инем бит. Ниңә ул минең менән таныштырҙы икән?” – тип уйға батты Таһир. Зәлифәне үтә сибәр тип әйтә алмайым, булдыҡлы ҡыҙға оҡшаған, тип фекер йөрөттө ул саҡта.
Таһир иртә атайһыҙ ҡалды. Әсәһе дүрт баланы яңғыҙы һөйрәне. Туғандары – уҡымышлы кешеләр, күбеһе дин әһелдәре икәнен егет белә ине. Хатта үҙенең фамилияһы бушҡа Имамов булмағанын, олатаһы – Ташкүл ауылының имамы, ә олатаһының атаһы ла имам булғаны, шуға күрә Имамов фамилияһы ҡалғанын да иҫләй. Туғыҙынсы класты бөткәс тә колхоз үҙәге булып торған Сосновка ауылындағы СПТУ-ға уҡырға инде. Ағалары ла шунда һөнәр алғас, Таһир ҙа ауылдан китергә тырышманы. Әсәһенә лә ярҙам ҡулы кәрәк ине шул. Армияла командирының водителе булып хеҙмәт итте: башҡалар йүгереп йөрөгәндә, ул машинаһынан сыҡманы. Армиянан ҡайтҡас, Зәлифәнең артынан оҙаҡ йөрөмәне, гөрләтеп туй үткәреп, йәшәп тә киттеләр. Бер аҙ торғас, үҙҙәренә айырым өй ҙә һалып сыҡты өлгөр йәштәр. Зәлифә ауыл китапханаһына эшкә төштө, ә Таһир руль артында йөрөүен белде.
– Иптәш Имамов, әллә кире миңә ғашиҡ булдың инде? – тигән тауышҡа Таһир кире ысынбарлыҡҡа ҡайтты.
Ҡаршыһында йәш сағындағы Зәлифә баҫып тора ине: шул уҡ зәңгәр күҙҙәр, мөләйем йөҙ һәм дә һомғол, килешле матур кәүҙә. Үҙенән-үҙе ҡасырға теләгән ишара менән ҡул-һалын һелтәп, Таһир тауыҡты тотоп алғас та Зәлифәгә ҡысҡырҙы:
– Бер рюмка тағын ҡойоп бирәң инде!
Ҡатынҡай, иренең холҡона күнегеп бөткәнгә күрәме, бер нимә лә булмағандай уның артынан атланы.
– Балта ҡайҙа? – тип екеренде тегенеһе.
– Утынлыҡта тора, хәҙер килтерәм! Һин мулла балаһы бит, Таһир! Зинһар, аяғын бәйләп бысаҡ менән сал, йәме, – тип ялбарҙы Зәлифә.
– Нимә эшләргә үҙем беләм! Бар, рюмканы әҙерләй тор ирешеп торғансы! – тине лә Таһир “һә” тигәнсә тауыҡтың башын бер яҡҡа осорҙо. Йән биреп тыпырсынған кәүҙәне ҡулында тотоп, ул бәләкәй сағын иҫкә төшөрҙө. Атаһы, өс ағаһы һуғымға башмаҡ һуйғанда малайҙарына “Бисмиллаһыҙ” мал салырға ярамағанлығын аңлатты. Шуны иҫләгәс тә Таһир ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы. Тауыҡты ҡатынының алдына алып килеп ырғытҡас, рюмканы ашарҙай булып ауыҙына ҡапланы ла “Булдымы шунан?” тип ҡапҡа яғына ыңғайланы.
– Сәйеңде лә эсмәй тағын шул эшкинмәгән ереңә йүгерҙеңме? – тип өндәшеп тә өлгөрмәне ҡатыны...
– Тамаҡ тамуҡҡа еткерә! Быны һин минән дә яҡшыраҡ беләһең! Үҙең уйнаш ояһы библиотекаңда ултырыуыңды бел әйҙә! – тип Таһир ҡапҡаны таңҡылдатып ябып сығып китте.
...Сосновкаға килеп төшкәс тә, АТП ҡапҡаһы ҡаршы алып тора. Йылдар үтһә лә, яҙыу үҙгәрмәй: АТП шул АТП инде. Тик буяуының өҫтөндә ҡарайып тутланған күренеш эсте бошора. Ҡапҡанан үткәс тә беренсе бинаның мөйөшө ҡойолоп төшөп тора. Ә бының сәбәпсеһе Таһир үҙе: Милләт ағаһының тыуған көнөн “йыуғандан” һуң, “КамАЗ” менән өйгә ҡайтам тип, ул шунда машинаны төкөтөп, ярты йыл эш хаҡы ала алмай йөрөнө ул саҡта.
– Ну что, товарищь Имамов? Похмеляться будеммы? – тип ҡаршы алды “Сиплый”.
Вовкаға был ҡушамат электән күҙҙәрен йыш-йыш асып йомған өсөн тағылған.
– Не откажусь, товарищь “Сиплый!” – тигән булды Таһир дәртләнеп.
– Вчера я не помню, как добрался домой! Кто меня довез до дома? Баш ағурта, – тип һаҡаулап башҡортса һүҙен бөтөрөп ҡуйҙы Вовка.
Сосновкала йәшәгән күп рустар башҡортса белә, бәғзе олораҡтар хатта үҙ-ара башҡортса аралаша ла ине.
– Я вам покажу, похмеляться! – тигән тауышҡа икәүһе лә бер юлы боролоп ҡараны. Яндарында Иван Михалыч тора ине. Гараждың етәксеһе кәүҙәгә бәләкәй булһа ла, ҡорһағы түшенән алға сығып тора. Үҙе ишетмәгәндә "Колобок" ҡушаматы менән йөрөй.
– Баш ауыртһа, артҡа еңел була! – тип ысҡындырмаһынмы Михалыч.
– Иван Михайлович, мы же шутим! – тип Вовка аҡланып маташты.
– Знаю я вас! Где вы вчера гуляли? Сколько пили? Вы смотрите у меня! Баш ауырта, имеш, баш ауырта! – тип Михалыч ары атлауын белде.
– Эт өрөп тора, ә бүре йөрөй тора! Ҡоя һал, Вовка, дауай! – тине ҡулын бер-береһенә ыуалап Таһир.
– “Колобок” знает, что некому работать кроме нас, алкоголиков! – тип Вовка йыуатырға тырышты.
Теле көрмәлгән Таһир:
– Ты Михалыча не трогай! И меня в ряды алкоголиков не вписывай, ладно?!
– Это ты бубнишь, Тагир, который оставил памятник при въезде?
– Күп сәйнәнмә, Вовка! Мин һинең һымаҡ кеше тапатманым! Белдеңме?! – тип ҡарлыҡҡан тауышы менән Таһир үҙенең риҙаһыҙлығын белдерҙе.
Быны ишеткәс, Вовка Таһирҙың яурынына ҡулын һалып:
– Тагирка, слышь! Кто старое помянет – тому глаз вон! Больше не напоминай мне!
– Ә һин үҙең нимә миңә иҫләтәһең? Булған булған инде!
– Әллә бөгөндән башлап, Таһир ағай, эскене ташлайыҡмы? – тип Вовка уға текләп ҡараны. – Көн һайын иреш-талаш, ялҡытты уже! Ағай, өйҙә булһа – өйҙә, эштә булһа – эштә! Хәл юҡ!
– Шулай шул, ҡустым, мин дә бөгөн еңгәңде бушҡа рәнйетеп сығып киттем, шикелле...
– Иваныч идет! – тип дуҫы менән һоп итеп ырғып тороп баҫтылар. Начальник килеп еткәндә былар икеһе лә машиналарын соҡоған булып ҡыландылар.
– Имамов! Тебе сегодня "должняк" не светит! К себе в деревню поедешь, груз надо везти! И заодно в контору заедешь, путевку возьмешь! Понял? – тип йылмайҙы гараж етәксеһе.
Контораға килеп еткәндә Таһир балаһы менән бер ҡатын торғанын шәйләп ҡалды. Эшен эш итеп килеп сыҡҡанда ла торалар ине улар.
– Һеҙ, Таһир ағай, Ташкүлгә ҡайтаһығыҙмы? – тип өндәште таныш булмаған ҡатын.
– Әлбиттә! Эш буйынса ебәрҙеләр! – тип йылмайҙы ул.
– Малайым менән икебеҙҙе алаһығыҙмы? – тине ҡатын оялып ҡына.
– Һүҙһеҙ алам! Бынауһындай матур ханымды нисек алмайһың инде? – тип юхалап ҡуйҙы Таһир.
Малайы уртаға, үҙе ситкә ултырып алғас, былар Ташкүл яғына ҡуҙғалдылар. Алты-ете йәш самаһындағы малай үтә йылғыр булып сыҡты: уныһын төбәшеп, быныһын төбәшеп, әсәһенең тыйыуына ҡарамай, ҡайһы бер нәмәне тартҡыслап ҡарап ҡуя.
Таһир яйы сыҡҡан һайын ҡатындан күҙен алманы. Быны һиҙгән ҡатын тәҙрәгә ҡарауын дауам итте. Баҫыу араһындағы саңлы юл, көҙгөнән ҡараһаң үтә матур булып күренә ине. Сағыу йәйге ҡояш өҫкә күтәрелгән саңды ла матур итеп күрһәтә икән. Баҫыу буйлап теҙелгән иген башаҡтары елеп килгән машинаға баш эйеп ҡалалар төҫлө. Машинаның үҙенсәлекле тауышы тынлыҡты боҙмай, киреһенсә, йәм өстәй, талғын көй кеүек, әйтерһең дә, юл буйына ҡурайсыларҙы теҙеп ҡуйғандар. Һауалағы яҫтыҡ кеүек болоттар машинаны үҙҙәренә элеп алып, һауала бәүелтәме ни? Бер аҫҡа, бер өҫкә.
Тынлыҡты Таһир үҙе боҙҙо:
– Һеҙ Ташкүл ауылына китеп барағыҙмы?
– Эйе! Мин бит шунда мәктәптә эшләйем! – тине ханым йылмайып
– Мин һеҙҙе белмәйем!
– Ә мин беләм! Һеҙ Ләйсәндең атаһы, икенсе йыл һеҙҙә эшләйем.
– Тамара Булатовна булағыҙмы?
– Эйе! Тап үҙе! – тине Тамара.
Бер эсеп ултырғанда ирҙәр шул ҡатын тураһында һөйләгән хәбәрҙәр Таһирҙың яңы иҫенә төштө. Ул яңғыҙы, имеш, балаһы бар. Ташкүл ауылына башҡа яҡта эш булмағас килгән, тигәндәрен.
Баҫыуҙың ситендә ағаслыҡтан алыҫ түгел Таш-күл күренеп ята. Күл өҫтөндә ике аҡҡошо ла күренә. Хисләнеп бара торғас, Таһир машинаһын юл ситендәге ағаслыҡҡа бороп, шәп барған килеш тормозға баҫты: машина эйеп барып туҡтаны. Нимә булғанын аңламаған ҡатын балаһын ҡуйыны аҫтына йәшерҙе.
– Һин, ҡустым, әрмегә барһаң разведчик булаңмы? – тине Таһир шаярыу ҡатыш.
– Эйе, ағай, эйе! – тип етеҙ яуапланы малай.
– Улай булғас, әйҙә, сыҡ әле! Әсәйең ултырып торор, – тип малайҙы машинаның арт яғына алып барҙы. – Бына ошо "стоп сигнал" тип атала. Шул һүнһә, әйтерһең миңә, йәме. Һүнмәйенсә бер ҡайҙа ла ҡыбырлама, һин разведчик бит!
Таһир кабинаға инеп монтировка таяғы менән тормоздың педален баҫып теркәп ҡуйҙы ла башын тығып малайға ҡысҡырҙы:
– Булдымы, яндымы?
– Эйе, ағай!
Эшлекле ҡиәфәт менән Таһир Тамара Булатовнаға ҡараны. Ә тегенеһе:
– Машина оҙаҡҡа ҡыйранымы? Нимә булды? – тип төпсөндө.
– Эйе! Оҙаҡҡа ҡыйраны, ғүмерем оҙонлоғона...
– Нимә һөйләйһегеҙ ул? Һеҙ эскәнһегеҙ бит!
– Мин һеҙгә ҡарап иҫереп барам. Күрәгеҙме Таштыкүлдәге аҡҡоштарҙы? Әлеге ваҡытта үҙемде шулар һымаҡ хис итәм, Тамара Бу... – тип һүҙен әйтеп бөтөрмәйенсә Таһир ҡатындың ҡалҡып торған түшенә йәбеште, ирене менән ирендәрен эҙләне.
Бахыр ҡатын башын бороп маташты, тик көслө ир ҡулынан ысҡына алманы ул. Ирекһеҙҙән Тамара:
– Имамов! Һеҙ мине кем тип уйлайһығыҙ?! – тип ҡысҡыра башланы.
– Нимә, Имамов та Имамов? – тип Таһир көсһөҙ сәрелдәк тауыш менән һүҙ башланы, үҙен-үҙе эләкләгән булып.
– Һеҙ көслө дини заттанһығыҙ! Фамилияғыҙ ғына ни тора! Был ҡыланышығыҙ ирҙәрсә түгел! Мин яңғыҙ булғас та, уйнаш тип уйлайһығыҙмы? Юҡ! Минең балам уйнаштан тыумаған! Атаһы малайымдың Себер яҡтарында мәңгегә ҡалды: шунда вахта ысулы менән эшләй ине. Шахта емерелеп өҫтөнә төштө. Уны иҫләтеп торған бар нәмәне онотайым тип төпкөлгә ҡастым! Иртәгә үк кире ҡайтам!!!
Ваҡиға былай булыр тип уйламаған ир енләнеп монтировкаға типте. Ә уныһы ысҡынып аяғына һуҡты...
– Һүнде, ағай, һүнде! – тип малай ҙа йүгереп килеп етте.
– Эйе! Һинән разведчик сыға, ҡустым! – тип Таһир шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
Күҙ йәшен һөртә-һөртә, малайҙың әсәһе лә йылмайҙы. Бер нәмә лә булмағандай машина ҡуҙғалып китте. Ауылға етер саҡта ғына Таһир башлап һүҙ ҡушты:
– Ғәфү ит мине, Булатовна! Мин үҙем дә белмәйем нимә мине этәргәнен...
– Таһир ағай, шайтан алып йөрөй, шайтан! Ҡайтҡас үҙегеҙ белгән доғаларҙы уҡып йоҡлап ҡарағыҙ, йәме! Мин үҙем дә ошо йомаға мәсеткә барырға йыйынам, күптәнән хәйер-саҙаҡа биргәнем юҡ әруахтарға. Һеҙ ҙә барығыҙ, туғандарығыҙҙы шатландырып, Хоҙайҙы ҡыуандырып ҡайтығыҙ!
Машина ауылға килеп тә етте, Тамара водителгә ишара менән ауыл осона туҡтатырға ҡушты.
– Һеҙ иртә төштөгөҙ түгелме? – тип һораны Таһир аптырап.
– Юҡ! Беҙ урам булап йәйәү атлайбыҙ. Хуш булығыҙ!
– Һеҙ ысынлап ҡайтырға йыйындығыҙмы? Ғәфү итегеҙ мине, зинһар!
– Юҡ! Була торған хәл! – тип йылмайып ҡул болғап ҡалды Тамара Булатовна.
Йөктө бушатырға тип ауылды уртаға бүлеп ятҡан йылға аша күперҙән сыҡҡас та уңға тартты: унда элекке гөрләп торған ферманың бер өлөшөн келәт итеп файҙаланалар ине. Таҡтаның ос-мосон ул шунда ҡалдырырға тейеш. Фермаға килеп еткәндә уны Ишморат ағаһы ҡаршыланы. Атаһының дуҫы булғанғамы икән, Таһирға ныҡ яҡын кеше ул. Оло булыуына ҡарамаҫтан, бик етеҙ генә итеп ҡапҡаны асып, машинаны үткәрҙе. Йөктө бер ыңғай бушатып, Таһир кире ҡапҡанан сыҡҡан саҡта Ишморат ағаһының хәлен белеп китергә булды.
– Шунан, ағаһы, хәлдәрең нисек? Фатима еңгәм һаман шул "баҙар Фатимаһымы"? – тигән булып үҙенсә шаяртып маташҡан булды.
– Эй, Таһир ҡустым! Еңгәң дә, мин дә бирештек һуңғы йылдарҙа. Дарыу артынан дарыу ашайбыҙ. Донъялар ҙа әллә нисек булып китте шул. Хоҙай биргәненә шөкөр итеп йәшәп ятҡан булабыҙ инде, – тип Ишморат ағаһы көрһөнөп ҡуйҙы.
– Нимә, ағый, кикерегең шиңеп киткән улай итеп? Шиуата мин һине танымайым әле, – тип Таһир уны йыуатырға тырышты.
– Ҡара әле, Таһир ҡустым! – тип Ишморат уның күҙенә текләп ҡараны. Был күҙҙәрҙә ҡурҡыу ҡатыш борсолоу ҙа, нәфрәткә солғанған һөйөү ҙә, янып көйөү ҙә бар ине. Тәүҙә был ҡараштан Таһир ҡурҡып башын аҫҡа эйҙе. Һуңынан күҙенең ҡыры менән генә ағаһына ҡарап, һүҙ башланы:
– Әйт, ағай, әйтергә теләгәнеңде! Әйҙә, әйт! Мин бөгөн һинең ихтыярыңда, һинән бик оҙаҡ ҡасып йөрөнөм шул. Был һөйләшеүҙе дауна көткән инем, – тип Таһир башын эйгән килеш шымып ҡалды.
– Шуны әйт әле, ҡустым! Бына һеҙгә, йәштәргә, нимә етмәй? Ашайым тиһәң – ашарға, кейәм тиһәң – кейем бар! Тамаҡ туҡ! Барыһы ла бар бит һеҙҙең! Шул шайтан һейҙегенән әллә ниндәй ләззәт табаһығыҙ ул? – тип Ишморат ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы.
“Йәшел йыландан” ағыуланып күпме башҡорт ҡырылды, ғаиләләре туҙҙырылды! Үҙ-үҙҙәрен элмәккә элделәр! Ер ҡуйыны һеҙҙең менән генә тулмаҫ ул! Атайың да эсмәне, мин дә эсмәнем, ә һеҙ ҡайҙан шул ямаҡай нәмәне эсергә өйрәндегеҙ ул? Әле лә ауыҙыңдан һаҫыҡ еҫ аңҡып тора бит! – тип Ишморат Таһирҙың ҡолағын ярғандай итеп әрләргә кереште
– Теге, минекен әйтәм, Ғәҙел мәрхүмде, йәшәйем тигән сағында үтте бит! Шешәнең төбөн күрмәйенсә туҡтаманы. Шул эске арҡаһында булды бит күрше ауылға барып һуғышыуы. Сәнсеп үлтереп ҡуйҙылар! Еңгәң менән беҙгә рәхәт тип уйлайһыңмы? "Үҙеңдән тыуған керәшен яман", тиҙәр. Бармаҡтың ҡайһыныһын тешләһәң дә ауырта, һин дә минең улым кеүекһең. Атайың үлер алдынан мине саҡыртып алды ла: “Балаларыма күҙ-ҡолаҡ булырһың”, –тине. Ул да шул һеҙҙең өсөн тырышты бит: яҙғы һыуыҡ һыуға ҡотороп төшөп бармаған бит! Колхоздың бесәнен алып ҡайтып килгәндә, ошо йылғала боҙ уйылып китеп, трактор һыу төбөнә китте. Ул йөҙөп сығып өлгөрә, тик ныҡ һыуыҡ тейҙерҙе бит, бахыр ғына! Шунан һуң мандый алманы!
Атаһы тураһында һөйләй башлағас, Таһир башын күтәреп Ишморат ағаһына текләп ҡараны ла:
– Ағай, ғәфү ит! Мин барыһын да аңланым! –тип аяғүрә баҫты.
Бер нимә лә булмағандай машинаһына барып ултырҙы ла бер аҙ рулгә башын һалындырып ултырғандан һуң моторҙы ҡабыҙҙы. Тағы берҙе әйләнеп ҡараны ул Ишморат ағаһына:
– Ишморат ағай, рәхмәт барыһы өсөн дә! – тип ҡуҙғалып китте.
Машинаның тәгәрмәсе тәгәрәгән һайын, ирҙең башы тәгәрмәс кеүек әйләнә ине. Уның башынан әллә нисә төрлө уйҙар үтеп өлгөрҙө: "Был осрашыу осраҡлы түгел бит! Хәҙер Тамара Булатовнаның күҙенә нисек ҡарарға икән?" тигән уйҙар Таһирҙың башынан тәгәрмәс тиҙлегендәй тәгәрәп уҙҙы. Зәлифәгә ниндәй йөҙөм менән күренермен икән? Башы ҡайнаған килеш ҡулына баяғы йөктө урап бәйләгән бау килеп эләкте. Ул бауҙы ултырғысҡа ырғытҡан ине. Бер ҡулы – рулдә, икенсеһе бауҙа ине. Ауылдан йырағыраҡ ҡайҙа барырға?..
Күпер аша сығып бер аҙ барғас, машина ҡаршыһына ҡыҙы йүгереп килгәнен күреп ҡалып, Таһир тормозға бар көсөнә баҫты. Машина кәйелә биреп барып туҡтаны.
– Атай, мин һинең машинаңды танып, ҡаршыңа йүгереп килдем! Мине өйгә тиклем алып бар, йәме! – тип тәтелдәне Ләйсәне.
– Атай! Ә иртәгә һин нимә эшләйһең? – тип төпсөндө бәләкәсе.
– Иртәгә, ҡыҙым, Алла бирһә, икәүләп мәсеткә барырбыҙ! Был беҙҙең секрет булһын әлегә, йәме? – тип Таһир Ләйсәнен ҡосағына алып, сәстәрен еҫкәй-еҫкәй күҙҙәренән тамған йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышып, ҡыҙының башына битен һалды.
...Йома мәсет манараһынан аҙан тауышы бар ауылға яңғыраны. Олораҡ ағай-энеләр йыйылған, бер нисә йәш кеше лә күренә. Таһир мәсеткә ингәс тә үҙ өйөнә ингән төҫлө тойҙо үҙен: бер ниндәй тартыныу ҙа һиҙмәне, киреһенсә, ләззәт тапты ул.
Йома вәғәзендә имам-хатип эске һәм эскелектең зыяны тураһында һөйләне. Фарыз намаҙынан һуң имам үҙе доға ҡылғас та ишара менән белгән доғаңды уҡы, тип өндәне. Тик Таһир бер аҙ иҫе китеп ултыра биргәс кенә “Фәтиха” сүрәһен уҡый башланы.
Таһир шундай еңеллек тойҙо тәнендә, ниндәйҙер сихри көс уны күтәреп төшөрҙө кире ергә. Доғаны уҡымай ине, ә йырлай! Тауышы йыһан киңлегенә хәтлем оса ине!
Йома намаҙы тамамланып, кешеләр таралыша башлағас, Таһирҙың ҡулын кескәй генә ҡул ҡыҫты. Был ысынында фәрештә ине, үҙенең фәрештәһе – Ләйсән исемле фәрештә ине!
– Атай, беҙ һәр ваҡыт Аллаһ йортона йөрөрбөҙмө? – тип һораны кескәй ҡыҙы Таһирға ҡарап.
– Эйе, ҡыҙым! Эйе! – тип Таһир ҡыҙын һыға ҡосаҡлап алды ла зәңгәр күккә ҡараны...
Марсель ХАММАТОВ.
Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/human-hands-open-palm-up-worship_3952275