

Рухын яҡтыртып...
Мәрхүмдең баҡыйлыҡҡа күскәненә 51 көн тулыуҙы үткәрергә кәрәкме? Был мәсьәләгә ҡарата диндарҙар ниндәй фекерҙә?
“Ундай йола башҡа диндәрҙә бар, – ти улар. – Исламға зарар килтермәй икән, мәрхүмдәрҙе һәр саҡ иҫкә алып тороу мөһимлеген алға ҡуйғанда, 51-се көндө билдәләүҙең дә хилафлығы юҡ – теләгән кеше үткәрһен”.
Мәғлүм ки, динебеҙҙә әҙәм балаһын ахирәткә оҙатыуға, артабан да иҫкә алып тороуға ҙур урын бирелгән. Беҙҙә был изге ғәмәл, әл-хәмдү лил-ләһ, күркәм килеш һаҡлана. Ҡөрьән ҡушыуынса, шулай уҡ мәрхүмдең ғаиләһен яңғыҙ ҡалдырмау, уға ярҙам итеү зарур.
Динебеҙҙә кешенең баҡыйлыҡҡа күсеүенең өс, ете, ҡырҡ көнөн, йыллығын билдәләү йолаһы бар. Уларҙа аят уҡытыла, мәрхүм хөрмәтләп иҫкә алына, туғандарына сабырлыҡ, түҙемлек теләнә, күңелдәргә артабан йәшәүгә өмөт-ышаныс һалына, баҡыйлыҡҡа күскән әҙәм балаһының барлыҡ күркәм сифаттары йылылыҡ менән иҫкә алына.
Иртәнге аяттарҙы фәрештәләр тыңлай
Күбебеҙ иртәнге намаҙҙы иң ауыры тип һанай. Ә йоҡонан ваҡытында уяныу өсөн физик, рухи йүнәлештә лә, аҡыл менән дә эш итергә кәрәк. Иң мөһиме — иртәнге ғәмәлдең биш намаҙ араһында айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген оноторға ярамай.
“Намаҙҙы көндөҙҙән ҡараңғы төнгә ҡәҙәр (өйлә, икенде, аҡшам, йәстү) ҡыл, ә “Ҡөрьән”де таңда, шаһиттар (фәрештәләр) янында уҡы”, — тиелгән изге китапта. Тимәк, иртәнсәк әҙәм балаһы яңғыҙы булмай, уның доғаларын тыңлаусылар бар. “Ике йөҙлөләр иртәнге һәм төнгө намаҙҙарҙы уҡыуҙан ситләшергә тырышалыр, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. — Әгәр бының арҡылы нимә юғалтҡанын белһәләр, ғәмәл ҡылырға тубыҡланып булһа ла килерҙәр ине”. Ғөмүмән, иртәнге намаҙҙы уҡымау Аллаһ Тәғәләнең ярҙамынан мәхрүм ҡалыуға килтерә. Ошолай булмаһын өсөн бер нисә кәңәш тыңлағыҙ. Физик әҙерлек. Йоҡлар алдынан бүлмәне елләтергә һәм йәстүҙән һуң ваҡытында йоҡларға ятырға кәрәк. Сәғәттең уятҡысын ҡуйырға онотмағыҙ.
Аҡыл әҙерлеге. Иртәнге намаҙҙың ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлеген, уны ҡалдырырға ярамағанлығын аңығыҙға һеңдереп йоҡларға ятығыҙ. “Тағы ла бер-ике минут ҡына ятам да...” тигән уйҙың алдатҡыс икәнлеге тураһында тағы ла бер хәтергә төшөрөгөҙ.
Күҙ алдына килтерегеҙ: иртәнсәк самолетҡа өлгөрөргә йә эш буйынса ҡайҙалыр барырға тура килһә, берәү ҙә ләззәтләнеп йоҡлап ятмаясаҡ, мотлаҡ уянасаҡ. Был, әлбиттә, ҙур теләккә бәйле. Ошоға бәйле әҙәм балаһының иртәнге намаҙҙы ҡалдырыуын аҡлап булмай: әгәр ул таңдан тормай икән, тимәк, әҙерлеге лә шул саҡлы. Үҙ-үҙеңде тәрбиәләргә, хаталарыңды төҙәтергә өйрәнергә кәрәк.
Кемгә күберәк сауап яҙыла?
“Йома эшләргә ярамай” тигән һүҙҙәрҙе дөрөҫ аңлау мөһим. Был көндә аҙан әйтелгәндә, бар мәшәҡәттәрҙе ҡалдырып, йәһәтләп иман йортона юлланырға кәрәк. “Намаҙ ваҡыты етһә – ғибәҙәт ҡылырға, яңылышҡанда – тәүбә итергә, шулай уҡ йәше еткәндәрҙе өйләндерергә ашығығыҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Мәсеткә тәүҙәрәк барып, алдараҡ сафта урын алып, хөтбә башланыуын көтөп ултырыу зарур. Кем йома иман йортона иртәрәк килә, шуға күберәк сауап яҙыла. Йәмәғәт намаҙына һуңлаған кеше бындай бәрәкәттән мәхрүм ҡала. Шуға ла мосолман был көндә эштәрен башҡа төрлө планлаштырырға бурыслы. Ниәтләгәнен кесаҙна тамамларға, йәки йәмәғәт намаҙынан һуңға, йә шәмбегә тиклем кисектереп торорға тейеш.
Ләкин “йома шуны, тегене эшләһәң, гонаһ була” тигән һүҙ дөрөҫ түгел. Мосолман ир-егетенә йәмәғәт намаҙына бармау – гонаһ. Ҡатын-ҡыҙға иһә, мәғлүм ки, өйҙә уҡыу рөхсәт ителә.
Дилбәр ИШМОРАТОВА.