Шоңҡар
+17 °С
Ясно
Иман нуры
16 Сентября , 10:19

Японияла мәсет һалдырған башҡорт

Мөхәмәт Ҡорбанғәлиев ғәжәйеп бай ҙа, ҡатмарлы ла тормош юлы үткән кеше була. 1938 йылда Токиола мәсет һалдырған башҡорт уҙаманын “Япон мулла” тип йөрөтәләр. 

Японияла мәсет һалдырған башҡортЯпонияла мәсет һалдырған башҡорт
Японияла мәсет һалдырған башҡорт

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Гөлнур Ишбулатова “Башҡорттар” тапшырыуының бер сығарылышында күренекле дин әһеле, дәүләт эшмәкәре Мөхәмәт Ҡорбанғәлиевкә арналыуы тураһында хәбәр итте. “Тағы бер милләттәшебеҙ Японияла ислам диненә нигеҙ һалған, мәсеттәр асыуға булышлыҡ иткән”, – тип яҙҙы тележурналист.
Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев 1889 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Мөхәмәт-Ҡолой улусының (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районының) Миҙиәк ауылында имам-хатип ғаиләһендә донъяға килгән. Мөхәмәтғәбделхәй сығышы менән дин әһелдәре Ҡорбанғәлиевтәр нәҫеленән була.
Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев революциянан һуң Башҡорт милли хәрәкәтенә әүҙем ҡушылып китә. Башҡортостан автономияһының Арғаяш кантонын ойоштороуҙа ҡатнаша. Артабан яҙмыш ҡушыуы буйынса Маньчжурияла, Японияла оҙаҡ ҡына йылдар йәшәй. Токиола мосолман мәхәлләһен туплай һәм 1923-1938 йылдарҙа Токио ҡалаһы имамы була. 1927 йылда ошо ҡалала мосолман мәҙрәсәһе, ә инде 1938 йылда “Исламиә” мәсетен асыуға өлгәшә.
Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтең артабанғы яҙмышы һынауҙар менән тулы була. 1945 йылда Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, уны совет ғәскәрҙәре ҡулға ала һәм Мәскәүгә алып килеп, 10 йылға төрмәгә ябыу тураһында ҡарар сығарыла. Ул тиҫтә йыл Владимир төрмәһендә ултырырға мәжбүр. Артабан, 1956 йылда, тыуған яғына ҡайтып, 1972 йылға тиклем Силәбе өлкәһендә мулла вазифаһын башҡара. Уны был төбәк халҡы “Япон мулла” тип йөрөтә.
Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтең тормош юлын яҙыусы Рәшит Хәкимов өйрәнеп, уның тураһында “Япон мулла” тигән нәфис-документаль роман ижад итә. Ул “Ватандаш” журналында ла баҫылып сыға.
“Халҡыбыҙҙың күренекле шәхесе, ғәжәйеп бай ҙа, ҡатмарлы ла тормош юлы үткән Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтең шәхесен тулыһынса өйрәнәһе бар әле”, – ти журналистар һәм тарихсылар.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Фото: https://ru.wikipedia.org/wiki/Курбангалиев,_Мухаммед-Габдулхай#/media/Файл:Tokyo_Camii_2009.jpg

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас