Балалар һәм йәштәр өсөн ижад иткән яҙыусы, Башҡортостан республикаһының яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәшит Әхтәри һәм Мәхмүт Ҡашғари исемдәрендәге премиялар лауреаты Тәскирә Даянова әҫәрҙәрендә күберәген йәштәр проблемаларын күтәрә, геройҙары менән бергә унан сығыу юлдарын эҙләй, йәштәргә был ҡатмарлы тормошта әҙме-күпме үҙҙәрен табырға, аңларға ярҙам итергә ынтыла. Яҙыусының оҫталығы ябай ғына сюжеттарҙы ла уйландырырлыҡ, көйөндөрөрлөк, шулай уҡ һөйөндөрөрлөк, яҡшылыҡҡа ынтылырлыҡ итеп бирә белеүендә. Ә бына уның үҙенең тормош юлы ниндәй икән? Тәскирә Даянова тигән исем артында ниндәйерәк кеше йәшеренгән? Был, моғайын, барыһын да ҡыҙыҡһындыра торғандыр.
Йәнтөйәгем – алтын бишегем
“Тапҡан әсәй түгел, баҡҡан әсәй”, тигән кеүек, тыуған ергә ҡарағанда үҫкән ер ҡәҙерле була. Мин дә әле Мәсетле районының Тимерәк ауылында йәшәп ятһам да, Асҡын районында тыуғанмын. Ул былай була: атайым һуғышҡа барып ҡайтҡанда (ул Башҡортостандан атлы ғәскәрҙәргә аттар алып бара), ғаиләһе үлем сигендә көн күрә. Һөйләүҙәре буйынса, түрәләрҙең артыҡ шашынып, халыҡты интектереп алған мәле була был. Бәхеттәренә, Асҡын районында йәшәгән туғандарыбыҙ саҡырып ала әсәйемдәрҙе. Урыҫ ауылына урынлаштырып, эш, фатир менән ярҙам итәләр. Улар аяҡҡа баҫыуға, мин тыуғанмын. Ул ваҡытта атай-әсәйем ҡарт була инде. Бәлки, ул хәтлем ҡарт та булмағандарҙыр, дини кеше булып, әсәйем гел яулыҡ ябынып йөрөгәнгә, миңә шулай тойолған ғыналыр. Бик иманлы, шул хәтлем изге кеше ине улар. Бер ваҡытта ла ғәйбәт һөйләмәне, кешенән көнләшмәне, бер кемгә лә насарлыҡ теләмәне, яман уйҙа булманылар. Биш намаҙҙарын бер көн дә ҡалдырманылар. Быға аптырарға түгел, сөнки әсәйем уҡымышлы муллалар ғаиләһенән. Ваҡытында уларҙы Иркутскиға һөргөнгә ҡыуалар. Унда ла юғалып ҡалмаған туғандарым, донъя ҡороп, әлеге көндә лә йәшәп яталар. Әсәйем инде ябай крәҫтиәнгә кейәүгә сығып, бында тороп ҡала.
Тыуған яҡ, туған тел үҙенекен итә, әсәйемдең урыҫтар араһында йәшәгеһе килмәй, атайымды тыуған яҡтарға алып ҡайтып китә. Элек беҙҙең яҡта ла башҡорт мәктәбе ике генә ауылда: Ләмәҙтамаҡта һәм Дыуан-Мәсетлелә булды. Башҡорт-татарҙар алыҫ ауылдарҙан да килеп уҡый торғайнылар. Мин Ләмәҙтамаҡта унынсыны тамамланым. Үҙ телеңдә уҡыу, һүҙ ҙә юҡ, рәхәт, әммә уҡырға ингәндә ҡыйынлығын һиҙҙермәй ҡалмай ине. Русса изложение яҙғанда һөйләмдәрҙе дөрөҫ кенә итеп төҙөй алмай аптырағаным хәтерҙә. Шулай беренсе йылда уҡырға инә алманым. Тәүҙә быға һис кенә лә көймәнем, сөнки ауылдан сығып китеүҙе шул тиклем ауыр кисерҙем. Фермаға эшкә урынлаштым. Ул ваҡытта сибек кенә, 40 килограмлыҡ ҡына бер ҡыҙ бала инем. Силос аҡтара алмайым, бесән сығарып булмай - беләктәрем бау һымаҡ өҙөлөп кенә килә. Физик эш анһат түгел шул. Шул мәлдә уҡырға ныҡлап ҡарар иттем дә инде. Теләк, маҡсат булғанда барыһына ла өлгәшергә мөмкин, был юлы училище студенты булып киттем, уны уңышлы ғына тамамланым.
Ижадҡа 40 йәштәрҙә генә килдем. Бала саҡта ниндәйҙер бер талпыныу булды ул, бер дәфтәр шиғырҙар яҙғайным, ләкин уларҙы бер кемгә лә күрһәтмәнем дә, уҡытманым да. Иншаларҙы ла рус теленән дә, башҡорт теленән дә яҡшы ғына яҙа инем, хатта уҡытыусы йыш ҡына бөтә класҡа уҡып ишеттерә торғайны. Әммә, һин ижад юлы буйлап кит, һәләтең бар, тип береһе лә кәңәш бирмәгән. Ул ваҡытта үҙемдең нимәгә һәләтле икәнемде лә аңламағанмын. Үҙемә ышанысым булмағандыр, күрәһең. Атай-әсәйем дә оло, уларҙың маҡсаттары – намаҙ уҡыу, мине лә шул юҫыҡта күрергә теләгәндәрҙер...
Шулай ҙа рус теле уҡытыусыһына үпкәмде белдерҙем бер тапҡыр. “Һин бигерәк өндәшмәҫ бала булдың. Дәрестәрҙә бик ҡатнашып та барманың, үҙ донъяңда ғына йәшәнең”, - тине ул. Асылып бармағас, миңә үҙемде табышырға ярҙам да итә алмағандарҙыр инде.
Ни эшләптер гел эсем бошто. Түҙеп торғоһоҙ булып китә ине. Ул ваҡытта хатта йәшәге килмәй, тормошом мәғәнәһеҙ, бушҡа ғына уҙған кеүек. Төшөнкөлөккә бирелеүемдең сәбәбен һуңлап ҡына төшөндөм, баҡһаң, ул үҙемде таба алмауҙан булған икән. Тормошта тотҡан урыным ул ғына түгеллеген аңлап та, ни эшләргә кәрәклеген белмәүҙән. Шулай аңҡы-тиңке йөрөгәндә йәш кенә бер уҡытыусы класс сәғәтенә әкиәт уҡырға саҡырғайны. Быға тиклем дә класымдағы балаларға үҙем уйлап сығарған әкиәттәрҙе һөйләй торғайным, уҡыусыларым йотлоғоп тыңлай ине. Был юлы ла балалар бик оҡшатты яңы әкиәтемде. Етмәһә, уҡытыусы ҡыҙ “ул әкиәттәр яҙа” тип таныштырғас, күңел үҫеп китте. Аҙаҡ уны журналға ебәрҙем һәм ул баҫылып та сыҡты. Унда эшләгән Венер Йәнбәковҡа рәхмәт, һеҙ бит өлгөргән яҙыусы, тип шунда уҡ күтәреп алды, иңемә ҡанат ҡуйҙы, үҙ-үҙемә ышанысымды арттырҙы. Яҙыша башлағас, күңел төшөнкөлөгө ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Йәшәүемдең мәғәнәһен таптым шулай итеп.
Мин 2-3 йыл рәсемдән дә уҡытып алдым. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә яраттым, шуға күрә рәсемгә лә яҙышыуға ҡараған кеүек етди ҡараным. Рәссамлыҡ донъяһы тураһында хәбәрҙар булырға тырыштым, уҡыным, өйрәндем. Ошо осорҙа тыуҙы ла инде “Джоконда” хикәйәһе. Донъя рәссамдарын былай ҙа яратам мин. Бигерәк тә Рафаэль Санти ныҡ оҡшай, бик изге кеше булған ул. Ана шундайҙар үҙҙәренең донъяға булған ҡарашы аша кешегә йәшәү һулышы өрә. Шулай уҡ кешенең һутын һурып торған рәссам-вампирҙар ҙа була. Франсиско Гойяны алайыҡ, уның яратып портреттарын эшләгән кешеләре үлеп торған. Ул үҙе һаңғырау булған, күҙенә тик шайтандар күренгән. Шул шайтандарҙы төшөрә башлағас, күҙенә күренеүҙән туҡтағандар. Шайтандар ысынлап та бар тиҙәр бит, уларҙы был донъянан бер пәрҙә генә айырып тора. Эскеселәр, психик ауырыуҙарҙың уларҙы күреүе, һөйләшеүе лә ғәжәп түгел, сөнки улар ошо кәртә булып торған сикте үткән. Сәнғәт кешеләренең, яҙыусыларҙың бар Алланан тыуғаны, бар шайтандан килгәне, тигәндәрен дә ишеткәнем бар. Был, бәлки, геройҙарҙың холҡонда сағылалыр.
Һуңғы яҙған әйберҙәрем үҙенән-үҙе яҙылды, геройҙарым үҙ аллы эш итте. Әхирәтем Гөлсирә бер сюжет тәҡдим иткәйне. Борон, ата-бабалар бар ваҡытта, ауыл осонда бер йорт ултырған, берҙән-бер көндө шул ер аҫтына емерелеп төшкән дә киткән. Өй башы, мөрйәһе генә күренеп ултырған. Кешеләр ҡаҙып алырға уйлаған, ләкин мулла рөхсәт бирмәгән. Тимәк, Хоҙай шулай ҡушҡан, уны ер йотто, тигән ул...
Бармаҡтан һурып сығарылған әҫәр уңышлы килеп сығалыр тип уйламайым мин. Ғәҙәттә, ерлектән алынған ниндәйҙер бер фекерҙе, хатта бәләкәй генә фактты ҡуйыртаһың, үҫтерәһең. Әллә нисә яҙмышты ҡушып, дөйөмләштереү ҙә яҙған әйбереңде көслө итә. Һуңынан төрлө деталдәр менән байытылһа ла, төп сюжет алдан уйланылған була. Башыңда булмаған фекер менән нимәлер ижад итәм, тип ултырып булмайҙыр ул...
Яҙғандарымдың барыһы ла ысынбарлыҡ. “Мөғжизәгә ышанам” тигән хикәйәм тулыһынса тормоштан алынған. Бер ҡатын, балаһы үлгәс ни эшләргә белмәй ҡаңғырып йөрөгәндә, хажға бара. Ғибәҙәт ҡылған мәлдә күктән: “Нимә юғалтҡанһың, шуны табып алырһың” тигән тауыш ишетеп шул тиклем ҡурҡа ул. Йөрәге ярылыр сиккә етә. Әлбиттә, яҙыусы булараҡ, һин уларҙы үҙеңсә күрһәтәһең. Уҡыусыға ҡайһылай еткереү ижади һәләтеңдән тора.
Яҙышыр өсөн билдәле ваҡытым юҡ. Бигерәк тә таң мәлен яратам. Әҙерәк йорт эштәре менән булышаһың да, бер аҙ әҫәрҙәрең өҫтөндә эшләп алаһың. Тышта, саф һауала йөрөп инәһең дә, йәнә ултыраһың. Беренсе тапҡыр эшләгәндә рәхәт: ул мәлдә мин сюжет артынан сабам, ваҡ деталдәргә иғтибар итеп тормайым. Икенсегә күсереп яҙғанда инде ҡыйыныраҡ. Күсереп тә ултыраһың, стил өҫтөндә лә эшләйһең, етмәгән деталдәре тураһында ла уйлайһың. Ваҡытты ла ала, башты ла ҡайната. Редакторҙар ҡушһа, аҙаҡ тағы бер мәртәбә ҡарап сығаһың…
Йәшлек иң бәхетле ваҡыт тиһәләр ҙә, бик ауыр осор ул. Эҙләнеүҙәр мәле. Йәшлек һоҡланғыс, әммә шул уҡ ваҡытта бының ҡәҙерен дә белмәйһең, алтындай ғүмереңде бушҡа сарыф итәһең. Шуға күрә йәштәргә яҙғанда әсәй күҙлегенән дә сығып ҡарарға тырышам, яҙыусы күҙлегенән дә. Уларҙың әрәмгә киткән ғүмерҙәре әсендерә. Әҙ-мәҙ булһа ла уҡымаҫтармы, фәһем алмаҫтармы икән тигән уй менән тотонам мин ҡәләмгә. Яҙмыштарының яңылышлыҡтарынан ҡурсалау теләге этәрә улар тураһында яҙырға. Мәктәп яны интернатында эшләгәндә йәштәргә ныҡ яҡынланым. Ул ваҡытта үҙем дә йәш инем әле. Серҙәш, иптәш була торғайныҡ. Йәштәр тыштан ни тиклем генә ҡырыҫ күренһәләр ҙә, эске яҡтан эскерһеҙҙәр, ярҙамһыҙҙар.
“Ҡуш өйәңке” повесында телгә алған ағас беҙҙең ауыл эргәһендә ысынлап та бар. Ҙур, йыуан булып әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Шул ағастың ҡеүәтенә шул тиклем һоҡланып ҡарап йөрөй торғайным гел. Энергетикаһы һәйбәт, барһаң, янынан китке лә килмәй. Повестың яҙылыуына шул ағас сәбәпсе булды ла инде. Колхоздарҙың тар-мар ителеү осоро һүрәтләнә әҫәрҙә. Ә ундағы колхоз председателе - хыял. Һәм ундай кешеләр һирәкләп булһа ла ысынбарлыҡта барҙыр тип уйлайым. Унан, ҡайҙа мөхәббәт, шунда хыянат. Повестағы һалдат образына бәйле күп факттар улымдың һөйләгәндәренән алынды. Үҙең армияға бармағас, ундағы тормошто еңел генә һүрәтләп тә булмай шул. Инде ҡайтам тигәндә гранатомет шартлап, машина эсендә иптәштәре һәләк булыу, бутҡаға әйләнгән кәүҙәләрен илай-илай ташыу улыма ла рәхәт булмаған, шуға күрә был күренештәрҙе һөйләгәндә барыһын да яңынан кисергәндәй булды. Армия бер нәмә лә эшләмәй, төшкә саҡлы йоҡлап үҫкәндәргә генә ҡот осҡос күренә. Иңдәрендә яуаплылыҡ тойоп үҫкәндәр иһә ниндәй ауырлыҡтар алдында ла бирешмәй, ныҡ була.
Кис етһә, балаларым әкиәт һөйлә тип иҫте китәрә ине. Башта белгәндәремде һөйләнем. Унан рус халыҡ әкиәттәренә күстек. Алтын әкиәттәр, көмөш, бронза... Улары ла бөттө бер заман. Унан инде үҙем уйлап сығара башланым. Хәҙер уларҙы ҡағыҙға ғына төшөрмәйем ниңәлер. Ҡамасауламаҫ ине лә бит...
Күп кенә ваҡ хикәйәләр ҙә уйлай торғайным. Улары ла тормошта булған хәл-ваҡиғаларға таянып тыуа. Бер көн ейәнем Шамил: “Ҡартнәй, кишер ниңә ҡаты икән, еләк йомшаҡ ҡына ла инде?” – тип һорап ҡуйҙы. Мин әйтәм: “Кишер ер аҫтында үҫә, ҡаты ерҙе этеп-төртөп сыға. Йомшаҡ ҡына булһа, нисек көсө етер ине һуң? Ә еләк һауала ғына ултыра, уға бер ҡаршылыҡ та юҡ, шуға ул ауыҙҙа иреп кенә тора”. Бына бит, ваҡ-төйәк кеүек кенә күренһә лә, балаларға бик ҡыҙыҡлы үҙе бер әҙер тема.
Үләнлектә бер ҡурсаҡ ята ине. Уның тураһында ла әкиәт уйланым. “Башта ул магазинда торған. Уны бай ғына бер ҡыҙыҡай һатып алған. Аҙаҡ уны ташлап китә. Ҡурсаҡты ябай ғына ауыл ҡыҙыҡайы табып ала. Әсәһе менән уға күлдәк тегәләр. Элекке хужабикәһенә үпкәләп илап ятҡан ҡурсаҡ “мин яңғыҙ түгел, минең әсәйем бар” тип шул тиклем шатлана. Ҡыҙ ҙа бәхетле, ҡурсаҡ та”. Уйланым да, тағы яҙа алманым…
Ижадташ дуҫым минең берәү генә - күрше Йонос ауылында йәшәгән Гөлсирә Шафиҡова. Ураған һайын Өфөгә йөрөп, яҙыусылар менән аралашып булмай шул. Онотҡанда бер барып ҡайтыуҙы ижади мөхиттә йәшәүгә һанамайһың бит инде. Гөлсирә күберәген балалар өсөн шиғырҙар яҙа. Шулай ҙа мин уға әҫәрҙәремде уҡыйым, ул - миңә. Бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, үҙ фекерен әйткән кеше кәрәк бит ул барыбер. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау менән эш сығарып булмай.
Йәштәрҙең маҡсатлы булыуҙарын, был тормошта үҙҙәрен тиҙерәк табыуҙарын теләйем. Маҡсатыңа ынтылғанда ғына тормош йәмле, мәғәнәле. Барыһына ла өлгәшер өсөн уйлы-фекерле булырға кәрәк, көн үтһенгә генә йөрөргә түгел. Юҡһа үҙҙәренә шул тиклем еңел ҡарағандары бар. Бигерәк тә уҡыу йортон һайлағанда. Ул бит һинең киләсәк тормошоңдо билдәләй. Тәғәйенләнешеңде тапһаң, ижади ҡомар, дәрт менән эшләйһең эшеңде. Һәр нәмәне ижади итеп башҡарыу ул әҙәбиәт йә сәнғәткә генә ҡайтып ҡалмай бит ул. Хатта мал ҡарауҙа ла сағыла был. Мәҫәлән, мин уларға ла йән эйәһе, хоҙайҙың бер мәхлүктәре итеп ҡарайым, улар менән һөйләшәм, хөрмәт итәм үҙҙәрен. Шуға ҡартым: :”Беҙҙең малдар ҙа ҡыҙыҡ инде, бүтәндәрҙекенә оҡшамаған”, - тип көлә. Ысынлап та, улар барыһын да аңлап тора, аҡыллылар. Бесәйенә, тауығына хәтлем шундай. Һарыҡтарҙы ғына ипкә килтерә алмайым. Иң аңра, миңрәү, ҡәҙереңде аңламай торған хайуан инде улар…
Йәнә ғаиләлә именлек һаҡларға ынтылырға кәрәк. Өйҙә тыныслыҡ булмаһа, хатта икмәк тә уңмай бит ул, аштың да тәме юғала. Кейемең дә, прическаң да матур булырға мөмкин, әммә күҙҙәреңдән нур китә. Бына шуны аңлаһын ине ҡыҙҙар-егеттәр. Татыу, бер-береңде ҡәҙер итеп йәшәүгә ни етә! Ир менән ҡатын һөйөшөү өсөн генә ҡауышмай бит ул, улар бергә тормош көтөү, балалар үҫтереү өсөн өйләнешә. Ә яҡшы ғүмер кисереү өсөн бер-береңде аңлау, хөрмәт итеү мөһим.