Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
20 Декабрь 2018, 13:23

“Һәр йәндең үҙенә генә хас еҫе була...” (Йәғни күңел торошон, йәнде һынландырыусы рәссам хаҡында)

Ни өсөн мин кешенең энергетик портретын төшөрәм? Ул үҙенең ни тиклем ҙур һәм көслө икәнлеген аңлаһын. Атай-әсәйең, тәрбиәселәрең, дуҫтарың, уҡытыусыларың һеңдергән төшөнсәләрҙән, кисерештәрҙән ситләшеп, үҙенең ысын көсөн күрә алыуын теләйем. Ул үҙ-үҙенә авторитет булһын. Кемгәлер өмөтләнмәһен, үҙ көсөнә ышанһын. Ә инде енескә килгәндә, ҡайһы берҙә ир-атҡа – ҡатын-ҡыҙға, ә ҡатын-ҡыҙға ир-атҡа хас һүрәт пәйҙә була. Миңә юғарынан нимә күрһәтелә, шуны төшөрәм. Әммә һәр осраҡта ла мәғәнәһен аңлатып бөтөрә алмайым. Яуапты күп осраҡта бергәләп эҙләйбеҙ.

“Һәр йәндең үҙенә генә хас еҫе була...”

(Йәғни күңел торошон, йәнде һынландырыусы рәссам хаҡында)

Был донъяның серҙәре күп... Кешеләрҙең дә төрлөһө бар... Һәр кемдең үҙ һәләте, үҙ матурлығы, үҙ зауығы, үҙ фәлсәфәһе... Хоҙай Тәғәлә әҙәм балаһына төпһөҙ ижад даръяларын гиҙеп, уның ғазаптарын һәм ләззәтен татып, йыуаныс табып, ерҙә үҙ эҙен ҡалдырыу мөмкинлеге биргән. Донъяны үҙенсә күреп, һәр күҙәнәге менән тойоп, кисерештәрен ижады аша сағылдыра алыусылар тормошто йәмлерәк тә, йәнлерәк тә итә. Ә ижад һәр кем өсөн үҙенсә асыла. Уның иге лә, сиге лә, осо ла, ҡырыйы ла юҡ. Шуға ла ирекле, азат рухлы булыуҙы талап итә ул. Шул осраҡта ижадсы ысын мәғәнәһендә үҙ асылын, тәғәйенләнешен, көсөн тойоп, ошо ерҙең үҙенсәлекле бер биҙәге булып йәшәй ала...
Бөгөнгө геройыбыҙ иһә һирәктәрҙең генә өлөшөнә төшкән шундай бәхетле ижадсыларҙың береһе – рәссам Зинфира Ғабдуллина. Шулай ҙа ғәҙәти ҡылҡәләм оҫтаһы түгел ул, башлыса энергиялар менән эш итә. Бала сағынан уҡ төрлө еҫтәрҙе, моңдо үҙенсә тоя һәм ҡағыҙға төшөрә. Хәҙер иһә шундай оҫталыҡҡа өлгәшкән: йәнле булһынмы ул, әллә йәнһеҙме – һәр нәмәнең энергияһын, тирбәлешен тоя, күңеле аша үткәрә һәм иң мөһиме, уны һынландыра ала.
Зинфира Ғабдуллина Нуриман районының хозур тәбиғәтле Сәрүә ауылында донъяға килгән. Һөнәре буйынса – рәсем уҡытыусыһы. Бөгөн ул Өфө ҡалаһында ғүмер кисерә. Тормош иптәше Рөстәм менән өс ул үҫтерәләр.
Бөгөнгө геройым менән осраҡлы рәүештә уның шәхси күргәҙмәһендә танышҡайныҡ. Әйткәндәй, Зинфираның ижади псевдонимы – ЛучЭзара – яҡтылыҡ һәм нур өләшеүсе. Аңлап торам, әңгәмәлә ғәҙәти булмаған был ижад төрөнөң бөтә нескәлектәрен дә асып бөтөрөп булмаҫ. Шулай ҙа тәүәккәлләп ҡарайыҡ...
– Зинфира һеҙҙе рәссам тип атау дөрөҫмө, йәиһә һәләтегеҙҙе билдәләй торған айырым берәй төшөнсә бармы?
– Минән йыш ҡына һөнәрең буйынса рәссаммы һин, әллә психолог йә астрологмы, тип тә һорайҙар. Күрәҙәсеһеңме, тиеүселәр ҙә осрай. Эшмәкәрлегем беҙ ҡабул итергә өйрәнгән һынлы сәнғәттән айырылып торһа ла, үҙемде рәссам тип иҫәпләйем. Һүрәт төшөрөү – эшем дә, йәшәүгә көс биреүсе илһам сығанағым да. Композицияларымда психология йә астрология менән бәйле элементтар бар икән, улар интуитив рәүештә килеп инә. Мин образдар аша дөйөм энергетик киңлектән алған мәғлүмәтте һынландырам. Һәм ниндәйҙер махсус теорияға, белемгә таянмайым, ҡағыҙға йә киндергә үҙ тойомлауҙарымды күсерәм...
– Ә күрәҙәгә килгәндә?
– Күрәҙәсе түгемлен, күрәҙәгә ышанып та бөтмәйем һәм күрәҙә итеүҙең мәғәнәһен дә күрмәйем. Кешене йыш ҡына тормошо нисегерәк буласағы, уны ни көтәсәге ҡыҙыҡһындыра. Эйе, варианттарҙың күп булыуы ихтимал. Әммә һин үҙ тормош программаң буйынса нимә билдәләнгән, шуны һайлаясаҡһың. Образлы рәүештә әйткәндә, һүрәт төшөрөү оҡшай икән, һүрәт төшөрәсәкһең, оҙон итәктәр күңелеңә хуш килә икән, оҙон итәктәр кейәсәкһең. Моғайын, бөтәһе лә алдан уҡ билдәләнәлер. Әммә ул тормошто нисек йәшәп үткәреүҙең яҡшы һәм алама варианты барҙыр. Беҙгә ана шул яҡшы вариантҡа ынтылырға кәрәктер ҙә...
– Ә һүрәттәрегеҙҙә һеҙ кешенең күңел халәтен һынландыраһығыҙ булып сығамы?..
– Эйе, минең һүрәттәрҙә кешенең әлеге мәлдәге күңел торошо ла, ынтылыштры ла, рухи донъяһы ла сағылыш таба. Һынлы сәнғәт өлгөләрендә беҙ, ғәҙәттә, үҙебеҙ танып белгән мөхитте күрһәк, бында тулыһынса минең тойомлауҙарым аша кешенең күңел халәтен асып һалыу маҡсаты ҡуйыла. Уның төрлө символдар аша бирелеүе лә ихтимал. Бындай картина аша кеше үҙен борсоған һорауҙарға яуап таба ала. Был картинала ул үҙенең тирә-йүндәгеләр менән ни тиклем гармонияла йәшәүен, үҙенең рухи донъяһын, күңел кисерештәрен күрә ала. Тирә-йүндәгеләргә яҡтылыҡ, мөхәббәт өләшеү, кешегә ниндәй ҙә булһа хәҡиҡәтте асып һалыу, уларға үҙҙәрен аңларға ярҙам итеү – ижадымдың төп маҡсаты шул. Кеше үҙенең тәне генә түгел, йәне лә барлығын аңлаһын...
– Тимәк, ниндәйҙер кимәлдә кешенең йәнен дә һынландыраһығыҙ тигән һүҙме был?
– Шулай тиергә лә мөмкиндер...
– Ә ниндәйерәк ул йән тигәндәре? Ҙурмы, бәләкәйме? Енесе бармы?
– Йән ул бер төрлө генә түгел. Һәр нәмәне образлы рәүештә күрһәтергә мөмкин. Кеше үҙен нисек ҡабул итә? Башҡалар уны нисек күрә? Әгәр ҙә кешенең йәшәү энергияһы әҙ икән, ул үҙен көсһөҙ һәм бик бәләкәй итеп тоя. Ә йән, ғәҙәттә, иҫ китмәле ҙур, икһеҙ-сикһеҙ була ала. Һәм ни өсөн мин кешенең энергетик портретын төшөрәм? Ул үҙенең ни тиклем ҙур һәм көслө икәнлеген аңлаһын. Атай-әсәйең, тәрбиәселәрең, дуҫтарың, уҡытыусыларың һеңдергән төшөнсәләрҙән, кисерештәрҙән ситләшеп, үҙенең ысын көсөн күрә алыуын теләйем. Ул үҙ-үҙенә авторитет булһын. Кемгәлер өмөтләнмәһен, үҙ көсөнә ышанһын. Ә инде енескә килгәндә, ҡайһы берҙә ир-атҡа – ҡатын-ҡыҙға, ә ҡатын-ҡыҙға ир-атҡа хас һүрәт пәйҙә була. Миңә юғарынан нимә күрһәтелә, шуны төшөрәм. Әммә һәр осраҡта ла мәғәнәһен аңлатып бөтөрә алмайым. Яуапты күп осраҡта бергәләп эҙләйбеҙ.
– Һеҙ кешегә ҡарайһығыҙ ҙа нимә күрәһегеҙ?
– Башҡалар нимә күрә, мин дә шуны күрәм. Әммә мин күңел күҙем менән бағам. Ә был осраҡта башҡа картина пәйҙә була. Бер үк кешене төрлө халәттә төрлөсә төшөрөргә мөмкин. Төҫтәр, фактура, һыҙымдарҙың йүнәлеше, хәрәкәте үҙгәрәсәк. Ҡыҫҡаһы, был эш шул тиклем мауыҡтырғыс һәм, әйтеп үтеүемсә, уның иге лә, сиге лә юҡ.
– Һәм һеҙ ижад иткән кртиналар кешене, уның тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртә ала?
– Эйе, ниндәйҙер мәсьәләләрҙе хәл итеүгә импульс бирә. Эш тәжрибәмдә кешеләрҙең һаулығына, яҙмышына, тормошона бәйле төрлө тарихтар булды. Барыһы ла минән генә тора тип әйтә алмайым. Мин ысынлап та, ниндәйҙер импульс бирә алам. Ә кеше үҙе һайлай. Әммә ҡайһы бер осраҡта кеше ниндәйҙер мөғжизә көтә. Имеш, уға ниндәйҙер тылсымлы дарыу йотторасаҡтар ҙа, барыһы ла шунда уҡ хәл ителергә тейеш. Әммә улай булмай шул. Ҡайһы бер осраҡта кешенән аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү, үҙ тормошоң өсөн яуаплылыҡ алыу талап ителә.
– Картиналарығыҙҙы кеше тормошон программалау тип тә әйтергә мөмкинме?
– Мөмкиндер, моғайын. Әммә барыбер уның йәненең потенциалы менән. Мин, моағйын, уның булмышына Хоҙай һалған уй-ниәттәрҙе күҙ уңында тотоп эш итәмдер. Тап ошо мәлдә уны ниндәй кимәлдә үҙ асылына яҡынайтырға мөмкин? Һәм мин бары тик юлды тоя һәм ниндәйҙер кимәлдә юл күрһәтә генә алам. Уны нисек бойомға ашырыу һәр кемдең үҙ мәсьәләһе.
– Күргәҙмә мәлендә һеҙҙең хаҡта аураны төшөрә тиеүселәр ҙә булды...
– Аураны күрәм. Әммә уны төшөрөү менән генә сикләнмәйем. Ул тәндән әллә ни алыҫ урынлашмаған. Ә минең картиналарға кешенең йәне лә, уның булмышы ла, уйҙары ла, тормош рәүеше лә сағылыш таба. Минең ижад ул – сикһеҙлек...
– Энергетик портретын төшөргәндә кешенең үҙен күреү мотлаҡмы?
– Юҡ, мотлаҡ түгел. Уның менән телефон аша аралашып алыу ҙа етә. Ҡайһы берҙә кемгәлер бүләк яһамаҡ булып та заказ бирәләр. Ул осраҡта портрер геройы хаҡында мәғлүмәт, фотоһын бирәләр. Кешене бөтөнләй белмәгән осраҡта күберәк энергия сарыф ителә. Шуға ла мәғлүмәт күберәк булыуы яҡшыраҡ.
– Ниндәйҙер сәбәптәр буйынса кемделер төшөрә алмаған осраҡтар буламы?
– Әгәр ҙә кеше ниндәйҙер мәғлүмәтте ҡабул тергә әҙер түгел икән картинаны тейешле кимәлдә ижад итеп булмауы ла ихтимал. Һәм ҡайһы берҙә был эштән баш тартырға кәрәк булған икән тип уйлап ҡуяһың. Теге йәки был сәбәптәр буйынса кемдеңдер картинаһы килеп сыҡмаһа, улар күпмелер ваҡыт үткәндән һуң яңынан мөрәжәғәт итә.
– Һеҙ артсеминарҙар, оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштораһығыҙ. Башҡаларҙы ла ошо йүнәлештә эшләргә өйрәтәһегеҙме?
– Эйе. Төрлө ҡалаларға сыҡҡаным булды. Үҙемдең студиямда ла дәрестәр үтеп тора.
– Ундай семинарҙарға ғәҙәти кешеләр йөрөмәйҙер?
– (Ихлас йылмая). Беҙ барыбыҙ ҙа ғәҙәти кешеләр. Һәр ҡайһыбыҙҙа ниндәйҙер кимәлдә тойоу һәләте бар. Кемдер тормошона үҙгәрештәр индерергә уйлай. Һәм был алымды шул маҡсатта ҡуллана. Беҙ бит өйҙө йәмләр өсөн стенаға барыбер нимәлер эләбеҙ. Ошо маҡсатта күңелгә тәьҫир итеү көсөнә эйә булған картиналарҙы файҙаланыу отошлораҡ, минеңсә. Хикмәт шунда – һүрәтте һин ниндәй хләттә төшөрәһең, һөҙөмтә лә шундай буласаҡ. Шуға ла минән кешене мөхәббәт, шатлыҡ, һаулыҡ, муллыҡ энергияһына сорнау талап ителә. Ғәҙәттә, улар үҙҙәре үк шундай халәттә килә. Үҙҙәрен ишетергә, тыңларға, тойорға өйрәнә; йәндәре нимә теләй, шул һүрәтте төшөрә. Был осраҡта кешенең ниндәйҙер ҡурҡыуҙары, хафалары эреп юҡҡа сығыуы ла ихтимал. Һәм бындай һүрәттәр дауалау көсөнә эйә. Артсеминарҙарҙа кешеләр йыш ҡына ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ тойғолар кисерә, бәхеттән илап сыға. Балалар өсөн дә артсеминарҙар ойоштороуҙы һорайҙар.
– Мөхәббәт энергияһына бәйле картиналарығыҙ бихисап. Мөхәббәтте нисек тояһығыҙ?
– Мөхәббәт энергияһын һиҙмәү, тоймау мөмкин түгел. Ул һәр нәмәнең нигеҙен тәшкил итеүсе илаһи бер көс. Тормоштағы һәр нәмә лә – йорттар ҙа, ғаилә лә, балалар ҙа, ижад та – бары тик мөхәббәттән яралырға тейеш... Мөхәббәт – ул үҙ-үҙеңде, тәбиғи булмышыңды ҡабул итеүҙән башлана. Әммә был еңел генә бирелмәй. Үҙеңә тормош менән кинәнергә рөхсәт ит! Үҙеңдең дә сикһеҙ, йыһанға тиң мөхәббәтт икәнеңде таны!
– Һөйөү тойғоһон нисек үҫтерергә, тергеҙергә?
– Ул нимәнелер йырып сығыу аша киләлер. Ҡасандыр нимәлер эшләргә теләп тә эшләмәгәнһең, шуны тамамлап ҡуйырға кәрәк. Шунда рәхмәтле булыу тойғоһо ла, һөйөү тойғоһо ла үҫәсәк.
– Тормошто күҙаллауығыҙҙа дингә урын бармы?
– Элегерәк Аллаһы Тәғәлә берәү, шулай булғас, ниндәй дингә ҡарауың мөһим түгел тигән уйҙар менән йәшәнем. Әммә йылдар үткәс, дингә ҡарашым үҙгәрҙе. Атай-олатайҙарыма ихтирам, рәхмәтле булыу йөҙөнәндер, бәлки, хәҙер үҙемде мосолман ҡыҙы тип иҫәпләйем.
– Ә ожмах менән тамуҡ барлығына ышанаһығыҙмы?
– Ожмахты ла, тамуҡты ла әҙәм балаһы үҙендә йөрөтәлер, тип уйлайым. Кеше үҙен нимәгәлер язалай икән, ул тамуҡта йәшәй. Был тормошта ҡыуанып йәшәй алғандар – ожмахта. Бары шул ғына...
– Ә шулай ҙа тормоштоң мәғәнәһе ниҙә?
– Ҡыуанып йәшәүҙә, үҙең өсөн позитив хис-тойғолар таба белеүҙә. Нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, күңелдә рәхәтлек, кинәнес тойғоһо хөкөм һөрһөн. Һәм ошо халәтте мөмкин тиклем оҙағыраҡ һуҙырға тырышыу яҡшы. Әгәр ҙә ваҡиғалар һин теләгәнсә бармай, хис-тойғолар уйнай бшлай икән, уларҙы әллә ни етди ҡабул итмәҫкә, тормоштоң бары уйын икәнлеген аңларға һәм үҙ-үҙеңде ситтән күҙәтә белергә кәрәк. Үҙеңдә негатив эмоциялар тупламаҫҡа, кисерештәреңде, ни менәндер риза түгеллегеңде түкмәй-сәсмәй әйтеп бирергә, әммә кешенең күңелен яраламаҫҡа, һөйөү аша еткерергә, нәфрәткә урын ҡалдырмаҫҡа, яңы энергияға урын әҙерләргә. Ә һис сәбәпһеҙ күңел төшөнкөлөгө биләй икән, был йыш осраҡта ниндәйҙер яңы рухи кимәлгә күтәрелеү билгеһе.
– Картиналарығыҙ ҡиммәт торамы?
– Төрлөсә. Әммә күпме генә түләнмәһен, энергетик йәһәттән күберәк бирергә, күберәк һалырға тырышаһың. Шунһыҙ картина тыумай.
– Картиналарҙан тыш тағы ла нимәләрҙер ижад итәһегеҙме?
– Уй-ниәттәр ифрат күп. Әлегә һатыуҙа төрлө матур-матур афирмациялар, тылсымлы һүҙҙәр яҙылған шоколадтар бар. Уны бер көндә ашап бөтөрөргә кәңәш ителмәй. Ул ҡырҡ көнгә тәғәйенләнгән. Кеше ошо ҡырҡ көн эсендә көн дә үҙендә ниндәй ҙә булһа сифатты үҫтерә ала... Киләсәктә биҙәүестәр, кейем-һалым, сумкалар эшләү теләге лә юҡ түгел.
– Уларҙы һатыу нөктәһе буласаҡмы?
– Ҡала үҙәгендә зиһенде тынысландырып, күңелде ял иттереү мөмкинлеге биргән берәй махсус релаксация бүлмәһе асыу теләге менән янам. Оҫтаханам да алыҫ урынлашмаһын. Галереяға килеүселәр минең картиналарым аша күңелдәренә ял, сихәт алһын. Тәмле сәй эсеп камин алдында ял итһен, туйғансы аралашһын... Кеше унда эстетик ҡәнәғәтлек кенә кисермәһен, эске гармонияға ла өлгәшһен. Бына шулайыраҡ күҙ алдына килтерәм мин уны. Һәм йәнә бер хыялым – хушбуйҙар уйлап табыу. Әйткәндәй, һәр йәндең үҙенә генә хас еҫе була. Ул еҫте тойорға ла насип булды миңә.
– Сер булмаһа, ниндәйерәк еҫ ине ул?
– Яҙғы саф һауала ел ыңғайына килгән яңы ғына бөрөнө тиртеп сыҡҡан йәш ҡайын япрағы еҫен хәтерләтә ине ул...
Ниңәлер әңгәмәне нәҡ ошо урында тамамлағым килде. Әйтеп торам бит, был тормошта беҙ белмәгән күренештәр, беҙ тоймаған кисерештәр етәһе. Серле булып ҡалыуы менән дә мауыҡтырғыс шул был тормош тигәндәре. Шулай ҙа сираттағы әңгәмәнән һуң йәнә бер тапҡыр шуны аңланым: тормошта сиктәр юҡ. Һәр кем үҙенә ни тиклем кимәлдә рөхсәт итә, шул тиклем кимәлдә үҫешә ала. Ҡыйыуыраҡ булған һайын, кеше үҙе лә, уның йәне лә сағыуыраҡ балҡый бара. Һәммәбеҙгә лә үҙ асылын тойоп, ошо донъяларҙан кинәнес алып йәшәргә яҙһын!

Гөлшат Ҡаһарманова әңгәмәләште.



Читайте нас: