Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
4 Март 2019, 17:31

Ижад шаран-яранлыҡты иш итмәй

Хәҙерге заманда кешегә мәғлүмәт телевизор, радио, китап-гәзиттәр аша төрлө ташҡын булып инә. Уларҙың күпселеге ҡарала, ташланыла ла бик тиҙ онотола. Ә бына ташҡа баҫылған, китап ителгән әҙәбиәт тыныста иркенләберәк һәм иғтибарлыраҡ уҡылыуы менән нығыраҡ хәтерҙә ҡала, әҙәби-эстетик йоғонтоһо көслөрәк була.

1. Һеҙҙең фекерегеҙсә, әҙәбиәттең төп миссияһы ниҙә?


Хәҙерге заманда кешегә мәғлүмәт телевизор, радио, китап-гәзиттәр аша төрлө ташҡын булып инә. Уларҙың күпселеге ҡарала, ташланыла ла бик тиҙ онотола. Ә бына ташҡа баҫылған, китап ителгән әҙәбиәт тыныста иркенләберәк һәм иғтибарлыраҡ уҡылыуы менән нығыраҡ хәтерҙә ҡала, әҙәби-эстетик йоғонтоһо көслөрәк була. Мәктәптә лә беҙ башлыса китап ғилемен алабыҙ, юғары уҡыу йорттарында уҡығандарға профессияға бәйле лекцияларҙа, махсус китаптарҙа алдағы тормошоңа, шөғөлөңә бағлы белемде төплө үҙләштерәһең. Нәфис әҙәбиәттең төп миссияһы кешене рухи, идея-эстетик тәрбиәләү йәһәтенән роле ғәйәт ҙур. Нәфис әҙәбиәтте, шиғриәтте яратҡан кешенең рухи донъяһы һәм эстетик багажы байыраҡ һәм күркәмерәк булыусан.
2. Илһам ҡошо тәүлектең ҡайһы мәлендә ҡуныусан?
Илһам өсөн ниндәйҙер бер импульс, күңел саҡырыуы, йөрәк ҡушыуы кәрәктер ул. Күп яҙыусылар илһамды ана шул күңел саҡырыуы буйынса ижадсының рухланып эшкә тотоноуы, үҙен яҙышыуға көйләү мәле кеүегерәк хис итә. Уның ижадсыны үҙенә тамам йәлеп итер тылсымлы, хикмәтле яҡтары ла юҡ түгел, әлбиттә. Илһам ул болоттар араһынан ялтырап килеп сыҡҡан ҡояш кеүек йәки иртәнге таң нурҙары төҫлө кәйефте күтәреп, эшкә көйләп ебәрешә. Һөйгәнеңде өҙөлөп көтөп алған, ҡауышҡан минуттарҙы хәтерләтә. Күңелеңдең нескә ҡылдары тылсымлы өндәр сығарып сыңлай башлай кеүек шул саҡ.
3. Лев Толстой: “Анна Каренина – ул мин”, – тигән. Геройҙарығыҙҙың нисә проценты һеҙҙең булмышты сағылдыра?
Мин үҙем башлыса ғилем эйәһе кешеһемен. Төп шөғөлөм – нәфис әҙәбиәт белеме, әҙәбиәттәр тарихы. Фәндең үҙ илһамы, үҙ мауығыуҙары бар. Әҙәби, тарихи китаптар яҙырға тотонһам, шул тарихи донъя эсенә сумам, уларҙы күҙ алдыма баҫтырғандай, шул заманаларҙа йөрөгәндәй итеп ҡарайым. Мәҫәлән, “Ҡанлы илле биш” романын яҙғансы һәм яҙыу барышында XVIII быуаттың яулы, ҡанлы ваҡиғалары эсендә йәшәгәндәй тойҙом үҙемде.
Әхмәтзәки Вәлиди, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов хаҡындағы китаптарымды яҙғанда үҙемде улар донъяһы эсендә йөрөгәндәй күрҙем. Шундай кешеләр тормошон һәм эшмәкәрлеген яҙыу миңә, ғалим затҡа, еңелерәк тә тойолдо.
4. Бер жанрҙан икенсеһенә күсеүе ауыр түгелме?
Миңә, әҙәбиәт һәм ғилем өлкәһендә күпмелер ҡушарлап эшләгән кешегә, икеһендә лә яҙышыу бер тиң ауырлыҡта һәм еңеллектә ине. Әммә бер жанрҙан икенсе жанрға күсеүҙең үҙ ауырлығы бар, бында жанр тәбиғәтенә йәһәтерәк инеп китеү мөһим.
5. Ниндәй ҙә булһа әҫәр тыуҙырғанда ундағы геройҙар тормошо менән йәшәйһегеҙме, уларҙың кисерештәрен күңелегеҙ аша үткәрәһегеҙме?
Бындай әҫәрҙәрҙе, тәғәйен монографияларҙы яҙғанда геройҙарҙың донъяһына ғына түгел, уларҙың ғилемдәре даирәһенә инеү һәм тәрән белеү иң кәттәһе. Улар донъяһын, ғилем даирәһен тәрәнерәк белмәй тороп яҡшы монографик китап яҙыу мөмкин түгел.
6. Яңы әҫәргә тотонғанда күңелегеҙҙә әҙер, камил идея буламы, әллә ул эш барышында үҙгәрәме?
Һәр ҙур әҫәрҙе, романды йә монографик китаптарҙы яҙырға тотонорҙан алда дәүләт архивтарын, китаптарҙан мәғлүмәттәрҙе берәмтекләп йыйырға тура килә. Үрнәк булыр тарихи шәхестәребеҙ тураһында бар аҡылыңды һәм күңелеңде һалып яҙыу иң яҡшыһы.
7. Ниндәй әҫәрегеҙ еңел яҙылды, ҡайһыһы күп көс талап итте? Ни өсөн шулай килеп сыҡты тип иҫәпләйһегеҙ?
Ҙур күләмле әҫәрҙәр – монографиялар, романдар береһе лә еңел яҙылмай. Улар өсөн ярты ғүмер йылыңды, һәләтеңде, тырышлығыңды һалырға тура килә.
8. Башҡа яҙыусылар менән осрашҡанда ижад серҙәрегеҙ менән уртаҡлашаһығыҙмы?
Атаҡлы Австрия яҙыусыһы Стефан Цвейг, донъялағы һанап сыҡҡыһыҙ төрлө күренештәр, һөнәрҙәр араһында иң йомаҡлыһы – ижад сере, ти.
Яҙыусылар менән осрашыу, китап уҡыусылар конференцияһы, әҙәбиәт көндәре, ижад хаҡындағы лекциялар, әңгәмәләр ваҡытында, былай һөйләшкән саҡтарҙа ла: “Һеҙ нисек яҙыусы һәм ғалим булып киттегеҙ, фәлән-фәлән әҫәрҙәрегеҙҙе, китаптарығыҙҙы нисегерәк яҙҙығыҙ, ижад серҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине”, - кеүек һорауҙарҙы йыш ишетергә тура килә. Ләкин ҡыҫҡа осрашыуҙар ваҡытында ғына ҡәнәғәтләндерерлек яуаптар биреп бөтөү һис мөмкин түгел. Бының өсөн әҙиптәрҙең үҙ ижад тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан мәҡәләләре, интервьюлары, яҙыусылыҡ эше, әҙәби ижад психологияһы тураһында махсус хеҙмәттәр, китаптар кәрәк.
Әҙәби ижад эше оҙон-оҙаҡ һәм ҡатмарлы күренеш ул, үҙе әллә нисәмә ижади этапты тәшкил итә. Шуның өҫтәүенә, тағы ла иғтибарға алыныр яҡ шул – ижад эше һәр әҙип өсөн ҡабатланмаҫ индивидуаль нәмә, ул үтә шәхси, хатта интим процесс. Һөйөшөү шикелле, яҙышыу ҙа аулаҡты ярата. Һәр кешенең үҙ ижад манераһы бар, ул һаҡһыҙ ҡағылыуҙы, анализ-тикшеренеү тип ботарлап барыуҙы, шаран-яранлыҡты бик иш итмәй.
Яҙыусылар шуға үҙҙәре лә ижад серҙәре менән бүлешергә, үҙҙәренә мәғлүм яҡын уй-тойғоларын, рухи халәттәрен асып барырға бик ашыҡмай. Бүтәндәрҙең дә уға һаҡһыҙ һәм әрһеҙ ороноуын теләмәй.

Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.

Китаптар кешеләр кеүек. Беҙ күптәр менән танышабыҙ, һөйләшәбеҙ, әммә уларҙың бик аҙҙарын ғына яҡын дуҫ, серҙәш итеп һайлайбыҙ.

Л. Фейербах.

Китаптар беҙҙе үҙгәртә, ләкин был оҙаҡ һәм һиҙелмәгән күренеш.

И. Эренбург.

Читайте нас: