Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
18 Март 2019, 17:35

Әҙип артист һымаҡ төрлө амплуала уйнай белергә тейеш

Ижад – мәңге китеп барыусы поезд ул. Һин һәр ваҡыт юлда. Уйлайһың, яҙаһың, теге йәки был станцияла туҡтайһың, күпмелер ваҡыт көс-хәл йыяһың да ҡабат ҡуҙғалаһың. Башҡа яңы фекер, идея килә, материал туплана, икеләнеүҙәр, шикләнеүҙәр йонсота, унан йәнә станция. Туҡталыштарҙа оҙаҡ торамы, әҙме, юғары тиҙлектә барамы, яймы – уныһы инде икенсе мәсьәлә.

Талантлы прозаик Әмир Мөхәммәт улы Әминев үҙенең ижад серҙәре менән уртаҡлаша.

1. Илһам ҡошо тәүлектең ниндәй мәлендә ҡуныусан?
Илһам ҡошо, миңә ҡалһа, күберәк шағирҙар яурынына ҡуныусан. Проза яҙғандар уны үҙҙәре саҡырып килтерергә тейеш, сөнки сәсмә әҫәр эшләнә, төҙөлә, яһала, әүәләнә. Шиғыр – бер мәл, проза – миҙгел. Илһам ҡошо миҙгел буйы яурында ултыра алмай. Һорауға яуап рәүешендә шуны әйтә алам: ана шул уй-идея миҙгел (көн, аҙна, ай буйы…) йөрөй ҙә бер мәл ҡағыҙға төшөп ҡуя. Төшкән сағы – ғәҙәттә төн. Ул – тормошомдоң иң татлы, иң ғазаплы мәле, осош, йәшәү мәғәнәһе, ерҙә көн итеүеңдең асылы.
2. Лев Толстой: “Анна Каренина – ул мин” тигән. Геройҙарығыҙҙың нисә проценты һеҙҙең булмышты сағылдыра?
Флоберҙың “Мадам Бовари – мин ул!”- тигәне лә бар. Француз яҙыусыһы граф Толстойҙан элегерәк әйткәндер, тип фаразлайым. Ябай һәм бөйөк һүҙҙәр. Ләкин ҙур яңылыҡ түгел был фекер. Сөнки һәр яҙыусы үҙен персонажының атаһы, йәғни тыуҙырыусыһы итеп тоя һәм ниндәйҙер кимәлдә шәхси кисерештәрен яҙа. Әҙип артист һымаҡ төрлө амплуала уйнай белергә тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙы тасуирлағанда – ҡытын-ҡыҙ, бүренең уй кисерештәрен биргәндә – бүре, батшаны ҡылыҡһырлағанда – батша. Үҙенең аҡылы менән ул йәнһеҙ предмет та була ала, һәм шулай итергә бурыслы ла. Ниндәй сүрәткә инһә лә уҡыусыны ышандыра ғына алһын. Төп мәсьәлә бына ҡайҙа.
Хикәйә, повестарымда үҙемдең булмыш нисә процент икәнен әйтә алмайым, сөнки уны иҫәпләүе мөмкин түгел, әммә төп геройҙарҙың теге йәки был ҡылығына шәхси ҡараш, позиция, мөнәсәбәт һалынған тип ныҡлы әйтә алам. Персонаж абстракт була алмай, ул һәр саҡ конкрет, йәғни баррикаданың бер яғында, тимәк, уның үҙ йөҙө, һүҙе фекере бар. Унан ошо һүҙҙе, фекерҙе әйттереүсе мин бит, автор. Әйтәйек, “Яҙылмаған хикәйә”лә, “Триптих”та, ”Йәтәс”тә, “Инша”ла минең булмыш көслө, “Ике ҡыш, ике яҙ” тип аталған йәш һалдат яҙмаларында ла шул уҡ хәл. Ҡыҫҡаһы, һәр хикәйә, повеста үҙем бар.
3. Яңы әҫәргә тотонор алдынан күңелегеҙҙә әҙер, камил идея буламы, әллә ул эш барышында үҙгәрәме?
Ижад – мәңге китеп барыусы поезд ул. Һин һәр ваҡыт юлда. Уйлайһың, яҙаһың, теге йәки был станцияла туҡтайһың, күпмелер ваҡыт көс-хәл йыяһың да ҡабат ҡуҙғалаһың. Башҡа яңы фекер, идея килә, материал туплана, икеләнеүҙәр, шикләнеүҙәр йонсота, унан йәнә станция. Туҡталыштарҙа оҙаҡ торамы, әҙме, юғары тиҙлектә барамы, яймы – уныһы инде икенсе мәсьәлә.
Эйе, йыш ҡына тәүҙә идея тыуа, һәм уның (фекер, фәлсәфә) эсенә материал тултыра башлайһың. Ваҡиғалар ойоша, геройҙар ярала, конфликт, бәрелеш һәм башҡаһы. Һәм һин ҡурсаҡ театрындағы һымаҡ персонаждарыңды “уйната” башлайһың. Әлбиттә, “уйын” барышында тәүҙә төҙөгән планыңдың үҙгәреүе лә бар, ҡай саҡ бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа ла төшөп китәһең – геройҙарҙың характер логикаһы, әҫәрҙәге ваҡиғалар логикаһы үҙ эшен эшләй.
4. Башҡа яҙыусылар менән осрашҡанда ижад серҙәрегеҙҙе асып һалаһығыҙмы?
Тәбиғәтем менән ярайһы ябыҡ кешемен. Шуға ла бик һөйләп бармайым. Шулай ҙа ныҡ ышанған, ижадтарын ҡабул иткән әҙиптәргә һынар, нисек ҡабул итерҙәрен белер өсөн ҡай саҡ асылып та ҡуям. Уларҙың әҫәр яралғыһын ҡарынымда уҡ үлтермәйәсәктәрен белгәнгә һөйләйем. Хуплау ишетһәм, тимәк, дөрөҫ юлда икәнмен, тим, бәләкәй генә шик белдерелһә, нимәнелер уйлап, эшләп еткермәгәнмен, тигән һығымта яһайым да, һүтеп ташлап яңынан теҙергә керешәм. Һәр ижадсының эшләү алымдары төрлөсә, туранан-тура бер кемде лә ҡабатлап булмай. Ул хәлдә ижад итеү юҡҡа сыға. Ә инде кемдең нисек яҙышыуын белеү зыян итмәй.
5. Һеҙҙеңсә, нәфис әҙәбиәттең һәм яҙыусының төп миссияһы ниҙә? Бөгөн ул үҙ талаптарына һәм бурыстарына яуап бирәме?
Нәфис әҙәбиәттең, тимәк яҙыусының төп миссияһы – йәмғиәттәге социаль-ижтимағи, сәйәси проблемаларҙы күтәреү. Кеше күңелендәге, йәшәйештәге позитив күренештәр менән бер ҡатарҙан негатив тенденцияларҙы ла күрһәтеү тип уйлайым. Әҙип ул проблемаларҙы хәл итә алмай, был уның бурысы ла түгел, башҡаларҙың эше, әммә шундай мәсьәләләрҙе йәмғиәткә, власть әһелдәренә күрһәтеү мөһим. Бөгөн яҙыусылар әлеге талаптарҙы тейешле кимәлдә ҡуймай, ҡуя ла алмай, ә власть уларҙы хәл итмәй, сөнки йәмғиәт үҫеше әҙәбиәтте генә түгел, ғөмүмән, гуманитар ҡатламды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онтоп китеп бара. Шуға ла тулыһынса яуап бирерлек кимәлдә тип әйтә алмайым. “Ағиҙел”гә килеүсе әҫәрҙәр буйынса ғына фекер йөрөткәндә лә күренә был…
Читайте нас: