Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
9 Декабрь 2019, 21:45

Мин ирекле, сөнки холҡом атайымдыҡы

Ирекле булыуға ынтылыу һәм иркемде сикләүҙе күтәрә алмау минең ҡанымда ул. Атайымдың холҡо. Яҙышҡанда, ысынлап та, уҡыусыны күҙ уңында тотоп яҙмайым. Үҙем теләгәнде, үҙемә еңеллек килһен өсөн эшләйем. “Шул тема актуаль” тип түгел, ә нимә йәнде сиртә, күңелдә нимә өлгөрөп етә – шул сыға. Мине, ысынлап, заман да, уның проблемалары ла артыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Проблемалар – ул массалар ауырыуы. Массалар менән иһә аҡыллы йәки ауырыу кешеләр идара итә. Мәңге зарлана, һәр ваҡыт ғәйеплене эҙләй, фекере булмаған йәки уны белдерергә ҡурҡҡан, артыҡ буйһонған, донъя малына үтә бәйле булған һәм ялҡау әҙәмдәрҙән торған массаға мин үҙем дә ылыҡмайым.“Шул ваҡытта шунса әҫәр яҙырға, шул баҫмала баҫылырға” тигән планым да, маҡсатым да юҡ. Ҡайҙалыр “Мине баҫығыҙ әле”, - тип бармаясағымды ла, “китабымды сығармайҙар” тип илап йөрөмәҫемде лә, иғтибарға, маҡтауға, ниндәйҙер наградаларға, исемдәргә мохтаж булып ултырмаҫыма ла иманым камил. Ирекле булыуым бына ошоларҙан ғибәрәт.

Ижад кухняһы
Мин ирекле, сөнки холҡом атайымдыҡы”
Миләүшә әҙәбиәткә һуҙылып, дөрөҫөрәге, ике тапҡыр килде. Үткән быуат аҙаҡтарында шиғырҙары менән күңелдәрҙе иркәләп-иркәләп торҙо ла, юғалды ла ҡуйҙы. Оҙайлы тынлыҡтан һуң, ул яңынан, атылған вулкан кеүек, минең барлыҡты онотманығыҙмы әле, тип тос һүҙен әйтте. Ул саҡта уның тәүге проза әҫәрҙәренән “Йәшәү көсө” хикәйәһен ҡульяҙма килеш уҡығас та шаҡ ҡаттым: иҫ киткес шәп ине әҫәр . Һәм үтә үҙенсәлекле, йәғни бер кемдекенә лә оҡшамаған. Әҫәр башында ике кескәй ҡыҙсыҡ берәүһенең әсәһе мәрхүмә булғас, “теләктәшлек” ниәтенән үлергә йыйына. Әҫәр былай башлана:
Әсәй иҫкә төшөүгә, эсемдәге бар йыйған батырлығым «йәлп» итеп юҡҡа сыға ла, мин Зәлиәгә боролоп ялбарам:
Әйҙә ҡайтайыҡ. Иртәгә үлербеҙ. Һиңә әсәйең булмағас рәхәт, мин туҡмалам атыу.
Шуны ғына көтөп ултырһа ла, әхирәтем инәлткән була:
Әллә… Үҙе «үләйек тә үләйек» тине лә, үҙе «ҡайтайыҡ», - ти.
Уның ысынлап ҡарышып алып китеүенән ҡурҡҡан мин, йәһәтләп әүрәтә һалам:
Бөгөнгә ҡайтып торайыҡ та, иртәгә тощны үлербеҙ, йәме?
Ярай атыу. Иртәгә иртә менән киләбеҙ.
Ыһы. Әйҙә йүгерҙек.”
Йәнәһе, әсәне юғалтыу ҡайғыһынан шоколад ашап ултырырға түгел, ҡайғынан үлергә кәрәк: ауырып былай ғына ятып, һуңынан һыуға батып... Тәү ҡарашҡа шул тиклем сәйер һәм мәғәнәһеҙ яңғырай. Тик! Балаларҙың үлемде уйын ғына күреп, һыуға батырға йыйыныуҙары, сабыйҙарса еңелсә уй йөрөтөүҙәре, уйнауҙары, үсегеүҙәре шул тиклем тәбиғи бирелә, әҫәрҙе уҡығандан һуң уҡыусы киреһенсә йәшәү, татлы, мәғәнәле йәшәү хаҡында уйланырға мәжбүр була. Нескә психолог та, нескә философ та булып күренде Миләүшә Ҡаһарманова ул саҡта. Хәҙер ул тағы ла оҫтарҙы, тағы ла тәүәккәл аҙымдар яһай. Повестары, хикәйәләре, сыҡҡан китабы шул турала һөйләй. Әңгәмәбеҙҙә талантлы прозаик Миләүшә Ҡаһарманова менән ижадтың та, тормоштоң да ни тиклем татлы ғазап икәнен аңларға тырыштыҡ. Буғай...
Был бит хикәйә. Шәп хикәйә!”
Һүҙҙе шунан башлағым килә, кемде яратып уҡыйһың? Һәм кемдең ижадына әленән-әле әйләнеп ҡайта алаһың?
– Билдәле башҡорт, рус, татар һәм сит ил классик әҫәрҙәренең оҡшағандарының барыһын да уҡыным һәм уҡып барам. Үҙебеҙҙең өлкән быуын яҙыусылары китаптарында үҫкәнмен. Бөгөнгө башҡорт яҙыусыларының һәм яҙышыусыларының әҫәрҙәрен, оҡшамаһа ла, уҡырға тырышам. Ләззәт алмағанда ла, авторҙың һулышын тойоу, көсөн самалау өсөн.
Тарихи әҫәрҙәр яратам, шундайҙы ижад итә алыусыларға һоҡланам. Һәм был эште мотлаҡ ағайҙар, һәр хәлдә ир кешеләр, башҡарырға тейештер, тип иҫәпләйем.
Ренарт Шәрипов тигән рус телле яҙыусының “Мечь Урала”, “Песня старого гунна” тигән әҫәрҙәрен яратып уҡыным. Ҡат-ҡат уҡып, теленә һоҡланып бөтә алманым. Гөлсирә Ғиззәтуллинаның, Таңсулпан Ғарипованың, һинең, йәғни Мөнир Ҡунафиндың, шиғриәттә Тамара Ғәниеваның, Салауат Әбүзәрҙең, Гөлнара Хәлфетдинованың, Гөлназ Ҡотоеваның, Зөлфиә Ханнанованың, Фәнил Бүләковтың яҙғандарын ҡалдырмайым. Был исемлекте тағы ла һуҙырға була.
Яратҡан яҙыусыңдың һиңә йоғонтоһо ҙурмы? Кемдәрҙе уҡырға тәҡдим итер инең?
– Яратҡан яҙыусым юҡ, яратҡан әҫәрҙәрем бар. Улар бик күп. Уҡырға ла берәүгә лә, бер нәмә лә тәҡдим итмәҫ инем. Сөнки үҙем тәҡдим ителгәнде уҡымайым, күңел талабыма ҡарап ҡына һайлайым. Ул талап та кәйефемә ҡарап үҙгәреп тора. Ҡайһы ваҡыт тарихиға, ҡайһы мәл еңел генә романтик китапҡа, ҡайһы мәл фантастикаға һонолоп ҡуя ҡулым.
Прозала ең һыҙғанып эшкә тотоноп киттең. Вулкан атылдымы ни?! Һәм шуныһы ҡыуаныслы, халыҡ яратып ҡабул итә үҙеңде. Нимә этәрҙе был әҙәби төргә тотоноуға? Заманында шиғырҙарың тикшерелгәнен иҫләйем.
– Эйе, шиғырҙарымды әҙәби тупланмаларҙа сығарып өлгөргәйнем. Бик күптән инде... Шунан һуң ун һигеҙ йыл бер куплет та яҙманым, яҙа алманым. Тырышып ҡараған саҡтарым да аҙ булманы. Рифмаһын беләм, ритмын тоям, темаһы бар, сюжеты һыҙылып китеп бара – тик йәне юҡ. Сөнки эске донъямдың йәме юҡ! Үҙемде һоҡландырырлыҡ, илһамландырырлыҡ, хисләндерерлек бер нәмә лә таба алмайым. Шул саҡ, ҡуй, ҡағыҙҙы ыҙалатҡансы тип, был шөғөлдө бөтөнләй ҡуйҙым. Әммә, йылдар үтеү менән күңелемдә нимәнеңдер үҫеп ҙурая барғанын да аңлай инем. Шулай йөрөнөм-йөрөнөм дә, 2012 йылдың бер йәйге көнөндә, бик эс бошҡан мәлдә, ултырҙым да бер нәмә яҙып ташланым. Ике сәғәттә яҙып һалдым. Шул хәтлем тулышҡан булғанмындыр инде, түгелеп китеп яҙҙым да, бының ни икәнлеген дә аңламайым хәҙер. Унан, “Ҡайтыу” тип исемләп, “Был нимә ул?” тигән записка менән, уңайһыҙланып ҡына Хәйҙәр ағай Тапаҡовтың өҫтәленә һалып киттем. Ул уҡыған да, шылтырата: “Был бит хикәйә. Шәп хикәйә!” – ти. Әйткәндәй, ул «Шоңҡар»ҙа баҫылды.
Шул йылдары мине Хәйҙәр ағай үҫтерҙе, тиһәм дә арттырыу булмаҫ. Ике йылда егерменән ашыу хикәйә яҙып уҡыттым уға. Ул минең эске халәтемде лә тойҙо шул саҡ, күрә белде. Тормошомдоң артыҡ ябай түгеллеген дә... Әгәр ул шул саҡта минең был ғүмерҙәге, батырлыҡ йыйып, икенсе тапҡыр талпынып маташыуымда башҡа төрлөрәк итеп әйтһә йәки иғтибар итергә ваҡыт тапмаһа, моғайын, ҡәләмгә ҡабаттан бер ҡасан да тотонмаҫ та инем. Ысын ижадҡа, тигәнем инде.
Унан бер көн эшемә Сибай институты уҡытыусыһы, ғалимә Ғәҙилә апай Бүләкова килеп инде. Беҙ әле таныш түгел инек. “Хикәйәңде уҡып эҙләп килдем әле”, – тине һәм, әҙәбиәт белгесе булараҡ, бик төплө итеп ышандырырлыҡ һүҙҙәр әйтте. Унан ары ла ижадыма һәр ваҡыт йоғонтоһо булды. Мин ошо кешеләрҙең әйткәненә ҡолаҡ һалдым, тәнҡиттәрен, кәңәштәрен ҡабул итергә өйрәндем. Сөнки уларҙың арттырып та, кәметеп тә әйтмәҫен белә инем.
Прозаға мин ярайһы тормош юлы үтеп, донъяуи йәшәйеште аңларлыҡ булып, өлгөрөп килдем. Уҡыусыға һөйләр, уның менән бүлешер бәйәндәрем йыйылған. Яратам яҙырға. Онотолоп, илап-көлөп, бөтөн хистәремде аҡтарып һалып асылып яҙыу мәлемде донъялыҡтың бер ләззәте итеп ҡабул итәм. Был минең өсөн эш түгел. Бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Мейемде лә, йөрәгемде лә, хатта күҙ ҡарашымды ла көсәндермәйем кеүек. Киреһенсә, дәртләнеп, ҡыуанып, бушҡа көлөп алып тик йөрөйөм. Бына шулай.
– “Ағиҙел”дә сыҡҡан "Атаҡайың" тигән хикәйәңде уҡыным да, шәп әҫәр, тинем. Дыуамал, йүнһеҙ заттан үҙ холҡо, үҙ булмышы менән генә йәшәгән көслө ир, хәстәрлекле атайҙы килтереп сығарғанһың. Ваҡиғаларҙы, психологик кисерештәрҙе, үҙгәрештәрҙе – барыһын да талғын ғына процеста күрһәтә алыу ҙур талант ул. Шул етмәй хәҙер башҡорт әҙәбиәтенә. Хатта бындай әҫәрҙәргә сюжет та кәрәкмәй, кәмендә, ул мөһим дә түгел кеүек. Йүнһеҙ атайға тәүҙә нәфрәт булһа, һуңында йәлләү, аңлау, һөйөү уянып ҡуя. Геройға ҡушылып илағы килеп китә. Йәшәгән, ти, бер атай донъяла, тип әйтке килә, теште ҡыҫып. Талха Ғиниәтуллинды иҫкә төшөрҙө. Яҙыу формаһын алдан уйлайһыңмы? Был хикәйәнең яҙылыу тарихы нисек булды?
– Был хикәйәнең тарихы минең атайымдың йәшәйеше ул – шул ғына. Ул тап шул әҫәрҙәге кеше булды, бер тамсы ла арттырыу юҡ. Ҡасандыр бер, йәш саҡта, аптыраптыр инде, әсәйемдән: “Нисек уның менән йәшәйһең ул?” – тип һораным. Әсәйем шунда: “Ул шундай тоғро кеше, алдай белмәй, бер ваҡытта ла берәүгә лә ярамһаҡланмай, урлашмай, һатмай, ҡурҡмай... Һеҙ белмәгән күп яҡшы яҡтары бар”, – тигәйне. Ул саҡта мин был төшөнсәләрҙе баһалай белмәй инем әле.
Үҙемдең ҡарамаҡҡа шундай холоҡһоҙ атайға үтә лә бәйле булыуымды аңларға тырыштым ғүмер буйы. Әсәйем кеүек үк, мин дә уның бөтөн ҡыланыштарын да ғәфү иттем, күңелемдә әле лә бер тамсы ла үпкә юҡ. Хәҙер аңлайым, тап ана шул өҫтә һаналған сифаттарын аңламаһам да һиҙгәнмен, йәшәйештә тойоп йәшәгәнмен икән. Һәм, парадокс – ир-егеттә шундай һыҙаттарҙы хөрмәт итәм.
Тыуған яғыңа йыш ҡайтаһыңмы, һағынаһыңмы? Был әҫәреңде туғандарың нисек ҡабул итте?
– Йыш уҡ булмаһа ла, ҡайтып торам. Бала саҡта, Бөрйәндән килеп Сибай интернатында уҡығанда, бик һирәк ҡайтыла ине. Ул саҡта транспорт юҡ, автобус йөрөмәй, телефондар үтмәгән ине әле. Шул саҡ һағынып бешектем мин. Ысынлап, ныҡ һағынып янып бөтә бит әле эстәге тойғолар, шуның кеүек. Бәлки, ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте менән шулай яратылғандыр ҙа, тыуған ергә артыҡ бәйләнмәҫкә... Һәр хәлдә, хәҙер әсәйем дә булмағас, юлдар өҙөлә төштө...
Әҫәрҙе туғандарҙың төрлөһө төрлөсә ҡабул итте. Өлкән ағайым, төплө кеше булараҡ, фәлсәфәүи ҡараны. Бер ҡустым: “Нишләп атайҙы улайтып тороп яҙҙың?” – тине. Һеңлем: “Вис яҙған бит әле, ҡалай тас үҙе!” – тип һыны ҡатып көлдө. Бер йыйылғанда шунда булған хәлдәрҙе ҡабаттан хәтерләп, һөйләшеп ултырҙыҡ.
Ҡулымдан һыулы сепрәк төшмәне,
ә күңелемдә ижадсы инем...”
- Бер һөйләшкәндә, ”Минең яҙышыуым бер тәртипкә лә ҡоролмаған, бер ниндәй әҙәби кәртәгә лә инмәй кеүек. Мине бөтөнләй уҡыусы фекере борсомай, килеп сыға икән – яҙам, юҡ икән – юҡ. Заман да, проблемалар ҙа ҡыҙыҡтырмай, үҙем ни теләйем, шулай эшләйем. Шулай ямаҡай кеше мин”, - тип көлгәйнең. Ысынлап та, ижадта артыҡ ирекле булырға кәрәктер ҙә. Нисек уйлайһың?
– Ирекле булыуға ынтылыу һәм иркемде сикләүҙе күтәрә алмау минең ҡанымда ул. Атайымдың холҡо. Яҙышҡанда, ысынлап та, уҡыусыны күҙ уңында тотоп яҙмайым. Үҙем теләгәнде, үҙемә еңеллек килһен өсөн эшләйем. “Шул тема актуаль” тип түгел, ә нимә йәнде сиртә, күңелдә нимә өлгөрөп етә – шул сыға. Мине, ысынлап, заман да, уның проблемалары ла артыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Проблемалар – ул массалар ауырыуы. Массалар менән иһә аҡыллы йәки ауырыу кешеләр идара итә. Мәңге зарлана, һәр ваҡыт ғәйеплене эҙләй, фекере булмаған йәки уны белдерергә ҡурҡҡан, артыҡ буйһонған, донъя малына үтә бәйле булған һәм ялҡау әҙәмдәрҙән торған массаға мин үҙем дә ылыҡмайым.
“Шул ваҡытта шунса әҫәр яҙырға, шул баҫмала баҫылырға” тигән планым да, маҡсатым да юҡ. Ҡайҙалыр “Мине баҫығыҙ әле”, - тип бармаясағымды ла, “китабымды сығармайҙар” тип илап йөрөмәҫемде лә, иғтибарға, маҡтауға, ниндәйҙер наградаларға, исемдәргә мохтаж булып ултырмаҫыма ла иманым камил. Ирекле булыуым бына ошоларҙан ғибәрәт.
Алдағы һорауҙы ни өсөн бирҙем, сөнки әҙәбиәттә үҙен яратыусылар күбәйҙе, әҙәбиәтте үҙ итеүселәр былай ҙа кәмей бара. Шуға, бәлки, үҙ аудиторияңды булдырып, шулар өсөн генә эшләргәлер?
– Аудиторияны уны... нисек булдыраһың инде? Кемдеңдер ижадын үҙ итеү – ул яратыу тойғоһо кеүек тә, кемделер йәки яратаһың, йәки юҡ. Мәҫәлән, бына мин моңһоҙ йырсыларҙы тыңламайым, фәлсәфәһеҙ әҫәрҙе уҡымайым, мәғәнәһеҙ киноны ҡарамайым, көсләмәйем үҙемде. Шуның кеүек, минең яҙғандарым да оҡшатҡандар өсөн генә. Өс кешеме ул, утыҙмы – мөһим түгел.
“Әҙәбиәттә үҙен яратыусылар” тигәндә инде, бындайҙар бөтә өлкәлә лә етерлектер. Үҙен яратыусы түгел, ә үҙен ярттырырға теләүсе, тип дөрөҫләр инем. Кешенең үҙ мөһимлеген, башҡаларҙан нимәһе менәндер өҫтөнөрәк, сағыуыраҡ булыуын тойорға теләү теләге әҙәми затта барлыҡҡа килгән иң беренсе яман ғәҙәттәрҙең береһе икән ул. Был үҙе бер психология, күңел ауырыуын өйрәнеүсе фән.
Ғөмүмән, ижад, тик ижад тип йәшәйем, тип әйтә алаһыңмы үҙеңде?
– Бығаса бер ваҡытта ла ижад тип йәшәмәнем. Оҙаҡ йылдар ир ҡатыны, килен булдым, балаларыма – әсәй, туғандарыма – апай, атай-әсәйемә ҡыҙ булдым. Йорт төҙөнөм, донъя көттөм, баҡса үҫтерҙем һәм һәр ваҡыт икешәр урында эшләнем. Әсәйем әйтмешләй, “ҡулымдан һыулы сепрәк төшмәне”. Шулай йәшәнем, тик яҙышманым. Сөнки минең яҙышыуым эргә-тирәмдәге берәүгә лә кәрәк түгел ине. Мин ул мөхиткә шағирә лә, яҙыусы ла булып түгел, ә көнкүреш кимәлен яҡшы ҡайғырта белгән эшбикә сүрәтендә генә кәрәк булдым. Ә күңелемдә ижадсы инем...
Йәшерәк саҡта шул ҡанундарға ярарға, һыйырға тырыштым. Эске донъямды бөтөнләй ябып, бикләп ҡуйып. Ер тормошо менән бәйле донъясыл, егәрле, талапсан кешеләр араһында үҙемдең күктә йөрөгән хисле шағирә түгел, ә шул кимәлде ҡабул итә һәм аңлай икәнлегемде иҫбатлап маташтым. Тик бушҡа... Ҡабул ителмәнем мин, ят булдым барыбер.
Бығаса, һинең ошо һорауыңаса, тормошомда үҙгәрештәр булып китеүенең сәбәптәренә тап ана шул ижадсы булырға теләүем дә ҡушылалыр, тип уйламай инем. Әле килеп үҙемә асыш яһап ултырам. Ижадсы булыу юлын һайлағанмын икән. Һәр хәлдә, артабанғы тормошта мин ижад тип йәшәргә теләр, бик теләр инем.
Яуаптарыңды тыңлайым да, тормош мәшәҡәтенә батҡан бәхетһеҙ ҡатын-ҡыҙ, тормошто төптән аңлаған бәхетле ижадсы зат тип әйткем килде һиңә нишләптер. Тәбиғәтең гүзәл заттан булһа ла, холҡоң “егеттәрский”, фекерҙәрең тос күренә. Бәлки, үҙең әйтмешләй, тормош күрмәйсә һәм шул йәшәйешкә төплө анализ-ҡараш ҡормайынса, ҡәләмгә тотоноп та булмайҙыр? Әллә теге йәйҙә Хоҙай ижадҡа ныҡлап тотонор сәғәтте үҙе күрһәттеме икән? Сөнки донъяла бер нәмә лә бушҡа булмай торған.
– Ижадсының заты булмайҙыр ул. Үҙ сиратымда, ижадсы ир-егеттең дә ҡатын-ҡыҙ психологиялы икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем. Ә инде ижадты артыҡ, минең тормошом тип тә әйтә алмайым. Шулай уҡ уны ғына бәхет тә тигем килмәй. Тағы ла ҡатын-ҡыҙ бәхетен ниндәйҙер айырым ҡалыптарҙа ғына күрергә лә ярамай. Йәғни, яңғыҙ икән – бәхетһеҙ, тип. Бәхет бит ул дөйөм төшөнсә йәки тойғо түгел. Ул һинең эске атмосфераң. Мәҫәлән, мин ошо халәтемдә үҙемде үтә лә тыныс, тулы, урыҫса әйткәндә, комфортно тоям. Был да бәхет. Унан бигерәк, минең сәскә кеүек ике ҡыҙым бар – шулай уҡ бәхет.
Бөгөнгө көндә иң ҙур теләгең? Изге Рамаҙан айында ниәтеңдең тормошҡа ашыуы ла бар.
– Ундай ҙур теләгем юҡ. Барыһын да аҙ-аҙлап ҡына һорайым. Ураҙа тотам, тик теләктәрҙе ҡабул иттереү маҡсатында түгел, ә рухымды сыныҡтырыу һәм таҙартыу ниәтендә.
Йәмғиәттә һине нимәләр борсой? Күңелеңде нимә шомға һала?
– Негатив булған бөтөн күренештәр ҙә борсой. Бигерәк тә ул күренештәр ололар, балалар, йәнлектәр кеүек үҙҙәрен яҡлай алмаған категорияға ҡағылһа. Ата-әсәһе эскән, йәберләгән, ҡарамаған балаларҙы, ташландыҡ ололарҙы, урамға атылған эт-бесәйҙәрҙе йәлләйем.
Ниндәйҙер глобаль проблемаларҙы уйлап шөбһәләнмәйем, була торғаны барыбер булыр, булмаҫы – булмаҫ. Әҙәмгә, шул әҙәмдең ҡатын-ҡыҙына тейешле булғанды үтәп йәшәргә тырышам. Мәҫәлән, балаларымды тәрбиәләйем. Йәмғиәт ул беҙҙән һәм, киләсәктә, беҙҙең балаларҙан тора. Үҙ булмышың һәм башҡаларға булған мөнәсәбәтең асыҡлай күп нәмәне. Минең эргә-тирәмдәге йәмғиәт насар түгел. Ул – сәләмәт, аңлы, әүҙем.
Һуңғы йылдарҙағы повестарың шулай бик тә үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Мин уларҙың күп ҡатлам уҡыусыларға барып етеүен теләр инем. Уҡыусылар уны ҡайҙан табып уҡый ала? Ғөмүмән, уҡыусы фекере борсомай тиһәң дә, уның йәмғиәттә ниндәйҙер уйҙар-бәхәстәр тыуҙырыуын теләйһеңме? Әллә шул баяғы “кәмәм минеке, ағыҙҙым ебәрҙем” тип кенә ҡарайһыңмы?
– Кешене, ғәҙәттә, үҙе эсендә нимә бар, шул борсой. Әҫәрҙә ул үҙ кисерештәренә ауаздаш ноталар таба икән – борсола, тапмаһа, артыҡ иҫе лә китмәй. Нимә менәндер борсолған кеше бәхәскә лә инә. Тик мин быларҙы уҡыусының үҙ иркенә ҡалдырыр инем. Ысынын әйткәндә, ана шул “кәмәм минеке...” тирәһендәрәкмендер барыбер...
Һораған редакцияларға әҫәрҙәремде бирәм – баҫалар. Алла бирһә, ошо араларҙа китабым да донъя күрер – теләгәндәр алып уҡыр. Уҡыусыға әҫәрҙәремдән башҡа бер нәмә лә тәҡдим итмәйем, талабым да юҡ, көтмәйем дә. Мин хатта күҙгә ҡарап маҡтағандарын да оҡшатып етмәйем, үҙемде уңайһыҙ тоям. Үҙемә ирек кәрәк булған кеүек, уларҙың да минең ижадыма ҡарата ирекле фекерҙә, ҡарашта булыуҙарын теләйем.
Тағы бер һорау: беҙҙә, башҡорт әҙәбиәтендә, проза көслөрәкме, әллә поэзиямы? Ҡайһы ҡанат менән Рәсәй кимәленә сығып була?
– Шиғыр яратҡас һәм ҡайҙа күргәндә лә шуларҙы һыу кеүек эскәс: “Поэзия көслөрәктер”, – тип әйтергә уйланым да башта, унан, ҡайһындай тарихи романдар, онотолмаҫ лирик әҫәрҙәр уҡығанымды иҫләп, икеләнеп ҡалдым. Яуап: беҙҙә тәржемә көсһөҙ. Яҡшы һәм әүҙем тәржемәләр булғанда, беҙҙең әҙәбиәткә Рәсәй кимәле артыҡ моң түгел.
Мин дә килешәм. Тик шулай ҙа үҙебеҙҙең генә ҡаҙанда ҡайнарға ярамай. Хәҙер төрлө кимәлдә төрлө бәйгеләр үтеп тора. Шунда үҙеңде һынап була. Еңеүсе икәнһең, исемең менән бергә республикаң атамаһы ла яңғырай, иғтибар арта. Шул йәһәттән йәштәргә һоҡланам мин. Бигерәк тә Мәскәү, Санкт-Петербургта уҡығын йәштәр үҙҙәрен дә, милләтен дә дан итеп күрһәтә белә. Шулай бит?
– Эйе, килешәм. Йәштәрҙең аңлы, белемле булыуы, ҡыйыулығы һоҡландыра мине лә.
Һүҙҙе тамамлап, шулай ҙа ҡәләм ҡөҙрәте, ҡәләм көсө нимәлә, тип һорайым. Яҙыусыламы ул, уның яҙғандарында, халыҡҡа әйтер һүҙендәме, әллә бары уны аңлаған уҡыусыһындамы?
– Ҡәләм көсө яҙыусының үҙендә түгел, һәләтендә. Үҙе ул идеаль булмаҫҡа ла мөмкин. Бер һәләтле яҙыусы ҡәләме менән әллә күпме уҡыусыны арбай ала. Халыҡҡа әйткән һүҙ ҙә һәләтһеҙ яҙыусы тарафынан ун китап формаһында ебәрелер, әммә барып етмәҫ. Ә һәләтленең әйткәнен шундуҡ тояһың. Сөнки үҙем шулай итәм, уҡыйым һәм тулыһынса кисереп барам.
Мөнир ҠУНАФИН әңгәмәләште.
Читайте нас: