8 Март байрамы уңайынан мәктәптә табын ойошторорға булдылар.
- Иртәгә сәй эсәбеҙ. Һәр кемегеҙ тәм-том алып килһен, – тине класс етәксеһе. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, беҙ – детдом балалары аптырашта ҡалдыҡ.
- Ә беҙ ҡоро ауыҙ күтәреп килә алмайбыҙ бит, - тип һөйләнде Әмилә. – Кем беҙгә кәнфит тоттороп ҡуйһын?
- Детдом директорына шылтыратып һөйләшермен. Моғайын, берәй әмәлен табыр, – тип тынысландырҙы уҡытыусыбыҙ.
Ысынлап та, уның әйткән һүҙҙәре раҫҡа сыҡты. Келәт мөдире беҙҙе саҡырып, бер кило кәнфит, бер кило печенье бирҙе. Бүтәндәр алдында үҙебеҙҙе кәм тоймаясаҡбыҙ хәҙер. Шуға шатланып бөтә алманыҡ.
Әмилә, Фәрит, мин – мәктәптәге был табын артында үҙебеҙҙе бик иркен тоттоҡ. Шулай булмайса ни: буш ҡул менән килмәнек бит! Эй, рәхәтләнеп һыйландыҡ шунда. Кемдеңдер әсәһе бөйөрөктәр бешергән, икенсеһенеке сәк-сәк һалған, йәнә бауырһаҡтар, төрлө бәлештәр, бәрәмәстәр... телеңде йоторлоҡ! Ашап өлгөр генә! Күңел булып, туйынып ҡайттыҡ мәктәптән. Үәт, көн дә байрам булһа ине лә ул.
Был көндән һуң бер аҙна ваҡыт үтте. Ә өҫтәлдәге тәм-томдар һаман иҫтән сыҡмай. Бигерәк тә, ҡайһыныһын ашамай ҡалғанһың, шуныһы үкендерә. Гел шулай була бит. “Ниңә анау мәлдә шул тәмлекәсте ашай бирмәнем икән, иҫәр” – тип үкенәһең шунан.
Мәктәптән ҡайтып барышлай тағы ашау хаҡында һүҙ сыҡты:
- Анау көндә ҡалай шәп байрам булды, - тип яраға тоҙ һалды Әмилә. – Өҫтәл һыйҙан һығылып торҙо. М-м-м...
- Ҡуй, эсте ҡыҙҙырып иҫкә төшөрмә әле, - тинем асыу килеп.
- Инде киләһе байрам мәктәптә ҡасан булыр икән? – был һорау Фәритте ныҡ борсой, күрәһең.
- Уй, әле генә түгел. – Әмилә ҡулын һелтәп ҡуйҙы. – 1 Май ғына. Уныһында ла бөтәһе ял итә. Мәктәптә сәй эсеү ҡайғыһы булмай унда.
Шым ғына күпмелер бара бирҙек.
- Башҡа бик шәп идея килде, - Әмилә шатланып усын-усҡа һуҡты.
- Берәй байрам көнөн билдәләү тураһында закон сығараһыңмы әллә, - Фәрит мыҫҡыллы ғына көлөп ҡуйҙы.
- Байрам иртәгә буласаҡ, - тип ҡәтғи әйтте Әмилә.
- Нисек инде улай? – аптырауымды йәшерә алманым.
- Ә бына шулай! – класташыбыҙ туҡтаны ла, бүтәндәр ишетеп ҡалмаһын типме, тауышын кәметте. Үҙенә беҙҙе яҡыныраҡ саҡырып алды. – Хәҙер детдомға ҡайтҡас, иртәгә мәктәптә сәй эсеү буласаҡ тип әйтәбеҙ. Ә тәрбиәсебеҙ шуның өсөн келәттән тәм-том алып бирәсәк.
- Иртәгә мәктәптә бер ниндәй ҙә табын ойошторолмай бит. – тигән булдым.
- Булмаһа ни! Ә һеҙ мин әйткәнде ҡеүәтләп торорһоғоҙ! Уҡытыусыбыҙға шылтыратып кем белешеп торһон инде?!
- Тотолмаһаҡ ярар ҙа ул. Ә ниндәй байрам уңайынан сәй эсәбеҙ һуң?
Әмилә яуапты оҙаҡ уйламаны:
- Класыбыҙ республика конкурсында беренсе урын алған. Шуның хөрмәтенә!
Күпме беләм ошо Әмиләне, ләкин уның отҡорлоғона, сослоғона һоҡланып бөтә алмайым. Ысынлап та, барыһы ла ул әйткәнсә килеп сыҡты. Тәрбиәсебеҙгә лә йомош менән ул өндәште. Шунан беҙҙе
эйәртеп келәт мөдиренә алып барҙылар. Өсөбөҙҙөң исеменән ғариза яҙырға ҡушты мөдир. Әмилә яҙмала иртәгә мәктәптә байрам табыны ойошторола, шуға кәнфит, печенье биреүҙәрен һораны. Булды! Үтенесебеҙҙе кире ҡаҡманылар!
Иртәгәһе көнөнә рәхтләндек кенә! Төштән һуң мәктәпкә байрам табынына тип сығып киттек тә – юҡ булдыҡ. Ауыл урамдары буйлап тәмле-татлыны ашап тик йөрөнөк. Эс ташҡансы ашаныҡ. Ә тәрбиәсебеҙ, беҙ мәктәптә ултыралыр тип уйлағандыр әле. Шулай тегеләрҙе төп башына ултырта алғаныбыҙға туҡтай алмай, шарҡылдап көлөштөк.
- Ана шулай ҡыйыу булыр кәрәк! – тип аҡыл өйрәтә Әмилә. – Әгәр оялып ҡына ситтә йөрөһәгеҙ – ас ҡалырһығыҙ. Мин бына бер ҙә тартынып тормайым. Ашауҙың бер ҙә ояты юҡ...
Йәнә арыу ғына ваҡыт үтте. Теге хәйләбеҙ хаҡында берәү ҙә белмәне. Ә нәфсе һаман үҙенекен итә.
- Әллә тағы байрам ойошторайыҡмы? – ти мәктәптән ҡайтышлай Әмилә.
- Тик алдан уҡ әйтеп ҡуям: был юлы Фәриттең сираты. Ғаризаны ул яҙа.
- Ә ниндәй байрам тиербеҙ?
- Класыбыҙҙа “Шаяндар һәм отҡорҙар” конкурсы үтәсәк. Шунан һуң сәй эсәбеҙ. Был класс етәксеһенең тәҡдиме тиербеҙ.
Теге хәл йәнә ҡабатланды. Был юлы тәрбиәсебеҙгә Фәрит өндәште. Ул тәртипле, тыйнаҡ малай, уҡыуы ла яҡшы. Шундай самими бала нисек
алдашып йөрөһөн ти?! Шуға ла уға шундуҡ ышандылар, әллә ниндәй шик булманы.
Келәт мөдиренә барҙыҡ. Ғариза яҙҙыҡ. Тәмлекәстәр ятҡан ике тоҡсайҙы ҡулыбыҙға эләктереп тә алдыҡ. Иртәгәһе көнөнә теге “байрамыбыҙ” йәнә ҡабатланды. Быныһында инде ауыл китапханаһына барҙыҡ. Китап та уҡыныҡ, һыйландыҡ та. Тик печеньены ҡоро көйөнә ашау ҡыйыныраҡ шул.
- Киләһе тапҡыр байрам була ҡалһа – һут һорап алыр кәрәк. Әтеү былай тамаҡ кибә, - тип көлөштөк.
Тағы ике аҙна ваҡыт үтте. Ә Әмиләнең теге шәп тәҡдиме һаман баштан сыҡмай. Хәйләбеҙ хаҡында бүтәндәрҙең ете ятып – бер төшөнә кермәйҙер әле. Йөрөйҙәр инде шунда ҡасан сәйгә бер-ике печенье бирерҙәр тип. Ярай, бер аҙ хәрәмләшеп алдыҡ та – еткән. Көн дә байрам, көн дә туй булмай бит. Шундай уйҙар менән үҙемде тынысландырғайным. Фәрит кенә ҡотортоп ебәрҙе:
- Ильяс, кәнфит ашағың киләме? – Һүҙҙең нимә хаҡында икәнен шундуҡ төшөндөм. Тик сама кәрәк тәһә. Тотолоуыбыҙ бар.
- Килә лә ул. Әлегә етеп торор инде, - тигән булдым.
- Ҡалай еңел генә ҡотолорға уйлайһың! – һүҙгә Әмилә ҡушылды. – Мин дә, Фәрит тә һораны, инде һинең сират.
- Һорар инем дә ул, - тинем уңайһыҙланым. – тик әле бер ниндәй ҙә байрам юҡ...
Әмилә әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне:
- Мәктәптә һуғыш ветераны менән осрашыу буласаҡ. Аҡһаҡал менән һөйләшеү табын артында барасаҡ.
Нисек кенә киреләнеп маташһам да, барыбер тегеләрҙең һүҙен йығып булманы. Хәҙер инде минең сират...
Келәт мөдиренә аяҡ нисектер тартманы. Ләкин ҡалайтаһың – класташтар алдында бурыслы ҡалырға тейеш түгелмен. Элек улар һыйланы – хәҙер минең сират. Инде тәрбиәсебеҙҙе лә борсоп торманыҡ – тура келәткә киттек.
- Һут һорарға онотма әле! Әтеү ҡоро көйөнә ашаһаң, тамаҡ кибә. – тип аҡыл өйрәтте тегеләр.
Ишек төбөнә килеп баҫҡас, нимәлер шутлап ултырған мөдир өсөбөҙгә лә һынсыл ҡарап алды:
- Тағы һеҙ килдегеҙме? Нимә кәрәк?
Уның ҡатыраҡ өндәшеүенән быуындар ебеп төштө. Нимә әйтергә лә белмәй шымып ҡалдым. Ауыҙыңды асып тик торма, тигәндәй, Әмилә еңемдән тартты.
- Апай, мәктәптә класыбыҙҙа сәй эсеү була... – тинем көскә-көскә.
Был һүҙҙәрҙе ишетеп мөдирҙең ҡобараһы осто. Урынынан ырғып килеп торҙо ла, әрләшергә тотондо:
- Ниндәй бөтмәҫ табын ул?
- Әллә. Мәктәптә шулай хәл иткәндәр бит, - тип Әмилә яҡлашырға тотондо.
- Ҡара һин уларҙы! – мөдир йомшарырға теләмәне. – Былай булһа хөкүмәтте таҡырына таяндырағыҙ бит!
Башҡа әйтер һүҙем ҡалманы. Юҡҡа ғына килгән көнгә ҡалдым тип эстән генә үҙемде әрләнем. Мөдирҙең беҙгә тәм-том бирмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Тик эште ҙурға ебәрмәҫкә ине. Нисек кенә булһа ла ошо хәлдән ҡотолоу яғын уйлар кәрәк. “Шаярттыҡ” тип кенә әйтеп сығып кит китеп булмай бит.
Хәйерсегә ел ҡаршы тип бушҡа әйтмәгәндәр икән. Нәҡ шул ваҡытта келәткә детдом директоры Мәүлиҙә Нурғәлиевна килеп инде. Юрамал теләһәң дә шулай килеп сыҡмаҫ.
- Бәй, һеҙ бында нимәшләп торағыҙ? – тип ҡыҙыҡһынды ул.
Шуны ғына көткәндәй, мөдир асыуын ярып һалды:
- Мәүлиҙә Нурғәлиевна, ошо балалар менән нимәшләргә икән? Киләләр ҙә кәнфит һорайҙар. Кластарында әллә аҙна һайын байрам ойошторалар. Һуңғы арала ғына дүртенсе тапҡыр килделәр.
- Был дөрөҫмө? – тип һораны директор.
- Эйе, - тинек бер тауыштан. Башҡа нимә тип әйтәһең инде?!
Директорыбыҙҙың йөҙө үҙгәрҙе. Нимәлер уйлап, бер аҙ ситкә ҡарап торҙо ла, беҙгә өндәште:
- Уҡытыусылары әллә аҡылдан яҙғанмы? Хәҙер мәктәпкә шылтыратып әрләйем әле. Беҙҙең балаларҙы шаштырып ятмаһын!..
Директор тыҡылдата баҫып сығып китте. Ә беҙ, кәйеф ҡырылып, кире төркөмөбөҙгә киттек. Бына һиңә “мә”! Хәҙер нимә булыр икән? Исмаһам, уҡытыусыға бәйләнешкә инә алмаһа ярар ине, тип эстән теләнем.
Ун минут үттеме-юҡмы төркөмөбөҙгә директор атылып килеп инде:
- Ас ҡарғалар! Туймаҫ тамаҡтар! Икмәк сереткестәр!..
Тәүҙә залда телевизор ҡарап ултырған Әмиләнең сәсен матҡып тотоп алды:
- Ҡара һин уларҙы! Алдап маташалар! Тағы нимә етмәй һеҙгә? – Класташыбыҙ бары ауыртыуҙан ҡысҡырҙы ғына. Директорға бер яуап та ҡайтарманы.
Шунан ҙур балдаҡлы бармағы менән Фәрит менән минең сикәне төйөп алды. Башҡалар аптырап ҡарап киткән.
- Нимә булды һуң, апай? – тип ҡыҙыҡһынды берәү.
- Ошо әснәкәттәр һеҙҙең айлыҡ өлөшөгөҙҙө ашаған! Хәҙер берегеҙгә лә тәмле-татлы тәтемәйәсәк, – тине ярһып Мәүлиҙә Нурғәлиевна. – Инде үҙегеҙ уйлағыҙ нимә эшләтергә уларҙы...
Шул саҡ йөрәгемде нимәлер семетеп алғандай булды: емгә алданып ҡармаҡҡа эләккән балыҡ һымаҡ тойҙом үҙемде. Тәмле әйберҙең дә йөрәк болғандырғыс тәмһеҙлеге була икән...
8 Март байрамы уңайынан мәктәптә табын ойошторорға булдылар.