Шоңҡар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
14 Август 2020, 13:25

Бер доға (Бер таныштың хикәйәһе)

Нисек кенә ауыр булмаһын, дөрөҫөн әйтеп һөйләшәйек — балағыҙҙың бөйөрҙәре үҙ функцияларын үтәй алмай. Ошо ауыр хәлдә малайығыҙҙың иҫән ҡалыуы мөғжизә ул! Хоҙай тәғәлә ғүмер бирҙе сабыйға!

Әлфиә Хәкимовна кәрәк икән. Әлфиә Хәкимовнаһыҙ булмай икән. Баланы әжәл ҡосағынан тартып алһа, Әлфиә Хәкимовна ғына тартып аласаҡ икән!
Ә ул әле ҡайҙалыр симпозиумда, ти. Бөгөн-иртәгә, бәлки, ҡайтып етәсәк, ти.
Инде ҡулдарынан килгәндең барын эшләп тә ауырыу балаға ярҙам итә алмаған реанимация бүлеге врачтары, һуңғы өмөттәрен бүлек мөдиренә бағлап, уның ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтәләр.
Ә ауырыу балаға бер ни, бер кем кәрәкмәй, инде нисәнсе көн, күҙҙәрен йомоп, йән әҫәре лә һиҙҙермәй ята ул. Ята инде. Һулыш алыуы ла, йөрәгенең эшләүе лә — бары ла аппараттар ярҙамында. Ул аҡыллы аппараттар, сабыйға йән өрөп, тигеҙ ритм менән гөжләп, пипелдәп ултыралар. Реанимация бүлегендәге шомло тынлыҡта бары тик уларҙың тауышы ғына тибрәлә, донъяла бары тик шул йәнле аппараттар ғына бар — ел дә иҫмәй, япраҡтар ҙа һелкенмәй, булған йән эйәләре лә, хәрәкәттәренән туҡтап, ҡатып ҡалғандар. Бөткән йәшәү.
Йәшәүҙең йәме, тәме, мәғәнәһе реанимация тигән урында шашып иларлыҡ дәрәжәлә бигерәк асыҡ һиҙелә икән. Берәүҙәр дан, шөһрәт ярата, байлыҡҡа табынған бәндәләр бар — былар бары ла сүп, мәғәнәһеҙ төшөнсәләр икән, кеше ғүмере, һис уйламағанда, бына ошондай тынлыҡта сыңлап өҙөлөргә мөмкин икән: бары ла ҡала, бары ла тигеҙләнә, бары ла, булмағандай, юҡҡа ғына — кеше ғүмере был фани донъяла өргәнгә лә осорға торған туҙан бөртөгө.
Инде нисәнсе кән реанимация ишеге төбөндә иҫәңгерәгән Фәнүр бына ошондай фекергә килде. Ул да инде һуңғы өмөтө — Әлфиә Хәкимовнаның тиҙерәк ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Бик тә таныш исем — Хәким ҡыҙы Әлфиә?! Фәнүр Әлфиә исемле ҡыҙҙы белә ине, белеү генә түгел, ул уны һаман онота алмай, киләсәген бары тик уның менән генә бәйләп күҙ ҡаршына килтерер ине йәш сағында. Ул инде үҙен текә маңлайын ҡайынлыҡ ҡаплаған тау итәгенә һыйынған Әлфиәләр ауылы, Ҡомло Ярҙың кейәүе итеп һанай, хыяллана ине.
Инде. Бары ла һин уйлағанса булмай икән. Фәнүрҙең Стәрлетамаҡта эшләгән сағы ине, Әлфиәнән хат килде. Ҡаҙ тешеләй тигеҙ, матур хәрефтәр менән ҡыҙ былай тип яҙған: “...Минән ҡолаҡ ҡағырға теләмәһәң — тиҙ генә кил! Әйткән инем бит, миңә күҙ атып йөрөгән бер курсант егет бар тип — шул офицер погоны тағып ҡайтты. Ҡайтты ла: “Миңә кейәүгә сыҡ! Сит илгә китәбеҙ!” — тип мине һайт-двайга баҫтыра. Әсәй ҙә: “Ҡартаяһың бит, алыусы булғанда сығып ҡал!” — ти. Һин мине яратмайһыңдыр кеүек, Фәнүр. Яратһаң айына бер генә булһа ла хат яҙыр инең, үҙең күренеп китер инең. Мин бит һинең арттан йөрөй алмайым, килешмәй, мин бит ҡыҙ бала. Ышанмай башланым мин һиңә. Килеп кит әле һин ул ялтыр офицер мине ҡулға алғансы! Ә ул килеш-килбәте менән хас та һин инде — башығыҙҙы артҡа сөйөбөрәк көлөүҙәрегеҙгә ҡәҙәр оҡшағанһығыҙ. Тик һин тупаҫыраҡ, ҡаты ҡуллы, ә офицер бик нәзәкәтле, культурный, һөйләүе лә “мерси мадам да, пожалыста...”
Мындай хәтәр хатты уҡыған бер егет тә түҙеп, сыҙап тора алмаҫ — кокардаһын ялтыратҡан, шпораларын шалтыратҡан ниндәйҙер бер солдафон һөйгәнеңде яулап алмаҡсы булһын әле! Имеш, сит илгә алып китә — йүнле әҙәм үҙ иленә, үҙ халҡына һыйынып йәшәй ул! Быға тиҙ генә өйләнеү кәрәк инде, буйҙаҡ офицерҙы сит илгә ебәрмәнеләр, күрәһең. Яулап алһын башҡа ҡыҙҙы — Ҡомло Ярҙа бөткәнмени егет ҡуйынына керә алмай һарғайыусылар. Бар унда һатыусы Гөлшат, кәртинкә кеүек ҡыҙ — алһын шуны. Бар унда уҡытыусы Илһөйәр — ҡойоп ҡуйған офицер ҡатыны булырҙай ҡыҙ ул. Ана, һис юғы, ике тапҡыр кейәүгә сығып та уңмаған Дүринә һылыуға өйләнһен, өйләнһәме — ул мут ҡатын ҡулына лейтенант эләкһәме — күҙ асып йомғансы генерал итәсәк ул уны. Ә эшҡыуар Мәүли ҡыҙы, Ҡомло ярҙың йөҙөк ҡашы Былбыл — алып китһен уны сит илгә, үкенмәҫ. Мәүлиҙең сауҙаһына ла файҙа — ебәреп торорҙар тегенән осһоҙло ғына, беҙҙә үтешле тауар.
Ә Әлфиәгә ҡағылаһы булма!
...Ғинуар айының сатнап торған зәңгәр көнө ине, Фәнүр Стәрлебашҡа килеп төшкәндә. Ләкин уны бында күңелһеҙ хәбәр көткән — автобустар бер ауылға ла йөрөмәй икән. Имеш, көн үтә һыуыҡ! Ә Ҡомло Ярға ҡәҙәр әле тағы утыҙ саҡрымлап барырға кәрәк — бөтөн өмөт уҙғынсы машиналарҙа.
...Һәр тимере, шөрөбе менән һыҡранған-шығырҙаған сепрәк түбәле “УАЗ”ға ултырғанда көн инде кискә ауышҡан ине — машина, Әлфиәләр ауылын уҙып, Бурзатҡа бара икән.
— Әгәр барып етә алһаҡ, — тип мығырҙанды рулдәге кеше. — Ана бит, буран сыға, идриямайт. Беҙҙәге, бурандарҙан да әшәке буран башҡа ерҙә юҡ ул. Ну, был ҡатын, ә, яппишмәт, иҫкесә Яңы йылды ҡаршыларға әсәйҙе алып кил, тип йәнгә тейҙе бит. Сыҙар әмәл ҡалмағас ҡына ҡуҙғалдым. Юлға сыға торған көнме ни был, уныһын ҡорт саҡҡыр! Ултыр йылы өйөңдә шампан эсеп, самай уртлап. Ауна диванда. Һин дә тапҡанһың йөрөр көн, бөткәнме ни берәр йылы ҡосаҡ...
Күҙ асып йомған арала буран көсәйҙе лә китте: әсе ел Ырымбур далаларындағы ҡарҙы осороп-өйөрөп күктәрҙә уйната ла, Стәрлебаш урмандарына, яландарына, юл ҡырындағы ағас араларына, юлдың үҙен ишеп-ишеп килтереп ташлай, тауҙар өйә. Инде ул буран буран да түгел, ә тотош аҡ стена — машина фараларының яҡтыһы шул стенаға терәлә лә ары үтә алмай. Юл да юҡ, сурт та юҡ, бар донъяла зилзилә, ғәрәсәт — бер ни күренмәй: шунан файҙаланып Әлфиә тарафтарына теге ҡәһәр офицер пластуннарса шыуыша, борғалана-сырғалана кеше-ҡара күрмәгәндә генә ҡыҙҙы яулап алмаҡсы һымаҡ тойола Фәнүргә.
...Инде күпме ваҡыт үткәндер, инде көрт һырынтыларын бәреп туҙҙыра-осора күпме юл үтелгәндер — үҙ уйҙарына сумып барған Фәнүр саманы юғалтты, ғүмер баҡый ошо ғәрәсәт эсендә тибрәләлер һымаҡ тойолдо уға...
Бер мәлде машина, йөрөшөн аҡрынайтҡандан аҡрынайтты ла, туҡталып уҡ ҡалды — ни алға бара алмай, ни артҡа.
— Килеп еттек, идрийәмәт, — тине әбейен ҡунаҡҡа алырға барыусы ир. — Йүнле урын булһа уға “Әжәл тауы” тимәҫтәр ине! Кем инде юлһыҙ яҡтан ҡатын ала, мин дурактан башҡа! Шул дыуамал бисә менән хитланыу ғына етмәгән, инде килеп юлында ҡатып ят! Көрәк тә гараж мөйөшөндә һөйәлеп ҡалды. Ала инем, шул Бурзат бурзайы, “Тиҙ бул, тиҙ!” — тип йәнде ҡыйып онотторҙо бит, уныһын...
Шундай итеп һүгенде ул, ҡатлап-ҡатлап, руссаһын, татарсаһын ҡатыштырып, ҡәбәхәт һүҙҙәре бер-береһенә үҙенсә килешле, ятыш итеп теҙеп һүгенде.
Машина дүрт тәгәрмәсе менән дә тырмашып, юл һалмаҡсы булып бер алға, бер артҡа бәргеләнде-бәргеләнде лә, ҡорһағына ултырҙы, тәгәрмәстәр, бушлыҡҡа эләккәндәй, зырылдап әйләнделәр, ә машина урынынан бер һаплап еп буйы ла китә алманы.
— Әжәл тауы — юлдың яртыһы. Йәйәүләһәк — ни тегеләй, ни былай барып етә алмайбыҙ, кәкрәйеп ҡатабыҙ. Хәҙер беҙҙең кеүек берәр ахмаҡ килеп сыҡҡанын көтөп ултырабыҙ инде, ҡорт саҡҡыры...
Киске сәғәт етеләр тирәһе булғандыр.
...Елгә алды менән туҡтаған сепрәк түбәле машинанан йылы бик тиҙ осоп бөттө. Һыуыҡ елеккә үтә. Күҙгә күренмәгән ағас ябалдаштарының шомло геүләүе һәм бурандың зәһәрләнеп ыжғырыуы тәнде генә түгел, йәнде лә өшөтә. Әжәл тауын, ҡатынын, әбейен һәм үҙен бер епкә теҙгән шофер ҙа әллә арыны, әллә инде күңеле бушап, тынып ҡалды: бөршәйгән дә, башын рулгә һалып, еңелсә генә дерелдәп ултыра.
Тәмәке ҡабыҙмаҡсы булдылар, тик шырпы тотоп һыҙырға икеһенең дә бармаҡтары ойошманы...
Ә буран һис тынырға оҡшамаған, киреһенсә, ҡоторғандан ҡотора. Ул инде, әллә ҡайҙан тишек-ярыҡтар табып, машина эсенә һырый, һырый...
Бер заман көн кинәт һындырҙы — машина эсе түҙеп торғоһоҙ эҫеләнеп китте. Әйтерһең дә мунса, ҡоро ҡайын утыны яғып ҡына уҙҙырылған мунса. Фәнүр пальто иҙеүҙәрен асып ебәрҙе, бүрек, перчаткаларын һалып ырғытты. Һаман да эҫе — эстә, бар ағзаһын өтөп, ҡыҙҙырып ут йөрөй, шул уттың эҫелеге хатта иҫертә, иҙерәтә, үтерептәр йоҡоно килтерә... Йоҡо... Фәнүрҙең был ҡәҙәр ҙә тәмле итеп, рәхәт бер еңеллек менән йоҡоға талғаны юҡ ине әле. Тик ҡайҙа йоҡлай һуң әле ул? Үҙҙәрендәме, Ҡомло Ярҙамы? Ҡомло Ярҙалыр. Ана, Әлфиә, ап-аҡ халатын иңбашына ғына һалып, уның янына әллә осоп, әллә йүгереп килә. Аҡ халат нисек килешә үҙенә, шул аҡ халат, һоҡланып, берсә ғәжәпләнеп ҡараған ҡара күҙҙәрен тағы ла ҡарайтып күрһәтә. Аҡ халат елдә елберҙәй, ләкин Әлфиә һис кенә лә Фәнүр янына, бурандарҙы йырып, һаман килеп етә алмай...
Аҡ ғәрәсәт эсенән ниндәйҙер тауыш бер көсәйеп, бер кәмеп, һарҡылып сыҡты: двигатель тауышы был, юлындағы һәр ҡаршылыҡты емерә, һыта торған көслө двигатель тауышы! Ул бер яҡыная, бер йырағая, ул тауыш әллә күктән, әллә ерҙән килә, әллә инде ҡолаҡҡа ғына ишетләме? Ялтыр погон самолетҡамы, танккамы ултырып инде ни ғүмер буран ҡуйынында талпынған Әлфиәне эҙләп йөрөмәйҙер ҙә инде. Ә Әлфиә, ысынлап та, ҡайҙа булды?..
Ҡара күҙҙәр буранда эреп юғалды. Теге тауыш та ишетелмә булды. Рәхәт йылылыҡ... Тынлыҡ...
Урмандан ағас һөйрәп ҡайтыусы тракторҙыҡы ине Фәнүр ишеткән тауыш. Урмансылар инде яртылаш көрт күмгән “УАЗ” ды күреп туҡталдылар һәм, эштең ниҙәлеген аңлағас, ағастарҙы йәһәт кенә ысҡындырып, машинаны тракторға таҡтылар.
Иртәнге сәғәт биш ине.
Стәрлебаш, Стәрлебаштан самолет менән тура Өфөгә. Өфө дауаханаһынан Фәнүр, аҙмы-күпме рәткә килеп, яҙ башында, йылы яҡтан ҡоштар килә башлаған мәлдә генә, сыҡты.
Ҡоштар килде, ә Әлфиә, тәтәй офицерға эйәреп, ҡайҙалыр ситкән осҡан ине, Вәссәләм!
***
Инде хыялый йәшлек һағышлы бер хәтирә булып ҡына ҡалғас, реанимация ишеге төбөндә улар яңынан осрашты. Фәнүр яңлышмаған — Әлфиә Хәкимовна тигәндәре, ысынлап та, уның Әлфиәһе икән! Үҙгәргән дә, үҙгәрмәгән дә — шул уҡ ҙур ҡара күҙҙәре, уларға бар донъя һыя, шул уҡ оҙонса зифа кәүҙә, ләкин килешле генә ҡалыная төшкән; һул аяҡ саҡ ҡына ситкә ҡаратып, ситек кенә осоноп баҫып тороуҙары ла элеккесә, һөйләшкәндә бит остарының уймаҡланыуына ҡәҙәр шул!
— Ауырыуҙың тарихын уҡығас, һинең малайҙыр әле, тип уйлаған инем. Иҫәнме Фәнүр!
Әлфиә әле кисә генә айырылышҡан кеүек, оҙон, нәфис бармаҡлы ҡулын һуҙҙы.
— Янында йәмәғәтеңдер инде, эйеме? Әйтегеҙ әле — берегеҙ бөйөр менән яфаланмаймы?
— Һеҙҙең Әжәл тауында туңғандан һуң минең бөйөрҙәрҙең рәте китте китеүен, — тине Фәнүр.
Әлфиә аптырап ҡалды.
— Нишләп... Ҡасан барып сыҡтың унда?
— Етмеш икенсе йылда, ун өсөнсө ғинуарҙа. Ҡомло Яр ауылына бармаҡсы инем. Буранда ҡалдыҡ. Кемдәрҙер табып, Стәрлебашҡа ҡайтарып ҡташлағандар.
Әлфиә һиҫкәнеп китте.
— “УАЗ” машинаһында инеңме? Ишеттем мин. Тик һин икәнен белмәнем. Һеҙҙ бит минең еҙнәй тракторына тағып алып ҡайтҡан. Һөйләгән ине... Бөткәндәр, бахырҙар, тигән ине. Һин булғанһың икән у-ул.
Әлфиә Хәкимовнаның йөҙө күҙгә күренеп ағарҙы, кәүҙәһе нисектер бөрөшөп, кесерәйеп ҡалды. Ләкин ул үҙен тиҙ ҡулюға алды.
— Ярай, былары һуңынан. Нисек кенә ауыр булмаһын, дөрөҫөн әйтеп һөйләшәйек — балағыҙҙың бөйөрҙәре үҙ функцияларын үтәй алмай. Ошо ауыр хәлдә малайығыҙҙың иҫән ҡалыуы мөғжизә ул! Хоҙай тәғәлә ғүмер бирҙе сабыйға! Әйтер һүҙе шул — бөгөндән малайығыҙҙы яһалма бөйөр аппаратына урынлаштыра башлайбыҙ. Больницанан тиҙ генә сыға алмаҫ әле Әнүр. Күпме ятыр — Хоҙай ҡулында! Ныҡ булығыҙ! Һеҙҙең ныҡлыҡ киләсәктә бик кәрәк буласаҡ!
“Дауахана әйләнеп илап йөрөгән кешенән барыбер балаға файҙа юҡ”, — тип Фәнүр ҡатынын (ул инде ныҡ йонсоғн, иҙелгән дә инде) ҡайтарып ебәрҙе, үҙе ҡалды. Шул көндө Әнүрҙе — әллә кем булған — каталкаға һалып ҡына бер төркөм табиб, шәфҡәт туташтары оҙатыуында, нефрология бүлегенә төшөрҙөләр. Әлфиә Хәкимовна Фәнүргә:
— Күреп тораһың, малайыңдың хәлдәре еңелдән түгел. Янында яҡындарынынан береһе булһа, уға еңелерәк тә булыр. Әллә һин дә ятаһыңмы? — тине.
Балаң йәшәү менән үлем араһында тартышҡанда донъяның бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре мәнәғәһеҙгә әйләнә, артҡы планға күсә, әһәмиәтен юғалта икән. Һәр хәлдә, фәнүр өсөн улай ине.
...Әнүр, инде мендәргә арҡаһын терәп ултырып тора ала башлағас, былай тип һөйләне:
— Атай, беләһеңме, мин өҫтә саҡта (эйәге менән генәэ алтынсы ҡатҡа, реанимация бүлегенә ымланы) әллә ниндәй ҙу-ур, яп-яҡты торба эсенән осоп киттем. И рәхәт булды. Әллә ҡайҙан йомшаҡ, иҙрәткес моң яңғырай — шунда осаһы килә. Ләкин ниҙер йыраҡ ебәрмәй, тотоп тора. Шунан, өҫтән, мин үҙемде лә күрҙем. Үҙемдең кәүҙәмде. Башта таныманым әле. Ятам палата уртаһында. Өҫкә лә япмағандар, исмаһам, шәп-шәрә. Системалар ҡуйып бөтөргәндәр, әллә ниндәй трубкалар. Һин дә, атай, әсәй менән гел шул тирәлә булдығыҙ. Яҡында. Һеҙҙең һөйләшеүегеҙҙе лә ишеттем, Юҡ, ишетмәнем, ә нисектер тойоп, үҙем дә белмәйем, аңлап торҙом. Һин күңелеңдән генә, мин аңламаған телдә, әллә ниҙәр уҡының. Бер аҙын мин дә ятлап алдым. Әллә ышанмайһыңмы; Әр-рәхмәниррәхим. Мәлики йәүмиддин. Ийкә нәғъбүдү үә ийкә нәстәгый. Иһдинәс-сыйратәл-мүстәкыйм. Сыйратәлләзинә әнгамтә ғаләйһим гайрил-мәғъдүби ғаләйһим үә ләддалийн. Амин”. Дөрөҫ һөйләнемме? Тағы ла беләм.
Мине кәүҙәне ҡапшамаған табип ҡалманы, ахры. Әллә нишләтеп бөтөрҙөләр. Миңә барыбер ине, сит кеүек күренә ине миңә ул йәнһеҙ кәүҙә. Ышанмайһың инде һин! Ишек төбөнә йөрәгеңде тотоп сүгәләгәс, табибә Флүзә апай һиңә укол ҡаҙаны, унан һуң һин коридорҙағы каталкаға ятып торҙоң. Дөрөҫмө? Коридорҙа апай ҙа күренеп ҡалды, ағай ҙа килде.
Төн уртаһында мин ятҡан палатаға сибәр бер табибә апай килеп керҙе. Өс көн китмәөне ул минең кәүҙә янымдан. Мин, аҡрынлап, тәнемдең ауыртыуын һиҙә башланым. Күҙ ҡамаштырғыс нур һүнә төштө. Әллә ҡайҙан кемдеңдер аң менән генә тойомлан аторған һүҙе-фекере ишетелә: “Иртә әле һиңә, иртә...”
Ҡапыл дөм-ҡараңғы булды. Иҫерткес моң бөттө. Нимәлер “пип-пип” илә, кемдәрҙер пыш-пыш һөйләшәләр. Минең ауыртмаған, һыҙлағаман ерем юҡ. Шул ауыртыуҙарға түҙә алмай күҙҙе астым. Теге матур апай:
— Ҡарағыҙ әле, күрегеҙсе, — миңә күҙ ҡыҫҡылап ята бит егетебеҙ, — тине йылмайып. Минең инде теткеләнеп бөткән, йәшәр өсөн инде рәте ҡалмаған кәүҙәмә һис кенә лә кире ҡайтаһым килмәгән ине, миңә тегендә рәхәт ине, унда һыҙланыу юҡ ине. Шул ҡәҙәр асыуым килде табибә апайҙың ауыҙ йырыуына: “Пошел тыш...” — тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әжми ағай, асыуы килгәндә, гел шулай ти бит...
Әйттем дә — үкендем. Ә табибә апай рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе. “Тағы бер ҡабатла әле, үҫкәнем”, — ти. Күҙҙәремдән йәштәр сыҡҡансы, инде лә ысынлап илай башлағансы көлдө ул...
***
Ул йылды яҙ һуң, бик һалҡын килде. Инде бүртенгән бөрөләр, бөрөшөп, асыла алмай интектеләр. Шытып сыға башлаған үлән-үҫтенте, иртәнге ҡырауҙарҙа ҡыуырылып, аяҡ аҫтында шытырҙап иҙелделәр, һытылдылар. Ер йөҙө инде май башы булыуға ҡарамаҫтан, һаман да ҡарайып, ҡыуырылып ятты. Төньяҡтан аҙашып килеп сыҡҡан талғын, һалҡын ел көнө-төнө иҫте лә иҫте. Ул ел кешеләрҙең күңелдәрен өшөттө, күшектерҙе, күңелдәрен төшөрҙө.
Ә Фәнүр тәбиғәттең көйһөҙлөгөн күрмәне, һиҙмәне лә: һәр ҡайғының бер яҡты яғы була — ул бәхетле ине, сөнки уның улы иҫән, нисек кенә булһа ла — йәшәй бит ул!
Читайте нас в