Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
15 Август 2020, 00:50

Берҙән-берем, бер генәм

– Атайың килер ул… Бына мин дә ҡыҙымды эҙләйем … – Уйламағаныраҡ хәбәр ысҡындырҙым.

Хикәйә

Был икәүҙе мин йыш күрәм. Эшкә китешләй ҙә, ҡайтышлай ҙа осрайҙар. Гел бер­­гә­­­­­­ләр, ҡултыҡлашып, йә етәкләшеп баралар. Ҡырҡ йәштәр самаһындағы ошо пар­ҙың йәш егет менән ҡыҙҙай һыйынып атлауҙары ирмәк тойола ине башта, то­­ра-ба­­ра кү­­нек­тем. Тәүҙәрәк тап булышҡанда өндәшешмәй уҙҙыҡ, аҙаҡ­тан баш ҡа­ғ­ып иҫ­ән­­лә­шә баш­ланыҡ, һуңға табан йылмая биреп йылы сәләмләшеүҙе ғәҙәт иттек. Иғ­­­ти­барға алмау мө­м­­кин дә түгел шул, миңә ҡалһа, улар ҡайһы яғы ме­нәндер баш­ҡа­­­лар­­ҙан ай­ы­­р­ы­лып кү­ренә төҫлө. Ир ке­ше урта буйлынан саҡ ҡына ҡал­ҡыу­ы­раҡ, мыҡ­ты кәү­­ҙәле: ҡа­ра­­ғусҡыл, ялтас биттәре, йәмшек, итләс танауы, текә маң­ла­­йы, шеш­­мәк­лән­еп ҡап­­сайған ҡабаҡлы һорғолт күҙ­ҙәре уны тәү ҡарашҡа тәкәббер һәм ҡыр­ыҫ итәләр. Шул төйөрөм кәүҙәлә тышҡа бәрелеп бармаған көс-ғәйрәт һиҙелә. Ундайҙар, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ күҙенә эләгә һалып бармай. Бөҙрә­, ап­а­р­­уҡ сал ҡун­ған сәстәренән ай­ырмалы, тура, яҫы, бер-береһенә то­та­ш­ып тиерлек үҫкән ҡаш­та­ры­ сөм-ҡара, айырым-асыҡ һыҙат­ла­н­ып ирҙе күпкә йә­ш­әртә, күр­кәм ит­ә­. Ул ныҡ, ыша­ныс­лы баҫып атларға тырышһа ла, һи­ҙ­елер-һи­­ҙ­­ел­­мәҫ һу­л ая­ғы­­на аҡ­һай, шу­ға­лырмы, ҡул­да­рын йәйә биреп хәрәкәтләнеүе тай­шан­лап-төм­рән­лә­гән айыуҙы хәт­ер­лә­тә. Ошо кәмселекте сит-ят, ҡыҙыҡһыныусан текәлеү­ҙәрҙән йәшерергә теләгән бисәкәйе гел шул яҡ­тан һомғол буйын иренә ҡуштан те­р­әп бара. Бөтә йәһәттән дә ур­та саманан ары китмә­гән ир­ҙең йәмәғәте уға ҡара­ған­да күп­­кә йәш тә, сибәрерәк тә, ундайҙар ха­ҡ­ын­да беҙҙең яҡ­та һөй­көм­лө һөйәкле ти­ҙ­әр: ҡа­л­ын, ҡабарып таралған һары сәс­­тә­ре, уң яғ­ын­да уй­­ма­­ғы бе­­л­­ен­гән тумалаҡ бит ал­ма­лары, ыҡ­сым танауы, ҡыйғас ҡаш­та­ры, аяҙ күк йөҙ­өн хәтерләткән зәңгәр күҙ­­ҙә­ре тотош фи­ғ­ел­де тағы ла йәмләйҙәр, нурлы итәләр. Ағас йәме – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тигәндәй, килешле, көйәҙ кейенеүҙәре был ик­әүҙе тағы ла ылыҡтырғыс итә. Йә­нә атлаған ыңғайы ҡатын иренә зерә яр­­а­тып, һоҡ­­ла­нып һирпелә һалып ала, тегеһе лә шул ҡа­­­р­ашты һиҙеп, туң, ҡырыҫ сы­рай­лы йөҙ­өн ирәмһетә. Күнә­ге­нә ҡап­ҡасы тап ки­л­ең­керәмәһә лә, уларҙың шулайтып бергә йөрөү­ҙә­ре һоҡ­лан­ғыс, ҡу­ш­ар­лап бар­ыу­ҙа­ры йәмле.
Эшкә китергә ҡабаланғанда машинам тоҡанмай йорт янындағы майҙансыҡта мәшәҡәтләнә инеем, та­н­ышым үҙе эргәмә килде:
– Сәләм! – Майға буялған ҡулымды һәрмәп алып ҡуш усына йомарланы, ти­м­ер-томорға яҡын кеше генә шулай мазут-маҙарҙы бар тип тә белмәй. – Таны­ша­й­ыҡ әле яҡ­ын­­­дан, Тайфур Ҡунаҡбаев, тиҙәр мине. Һеҙгә нисегерәк өндәшергә, ҡус­­­­­ты­, тип­ме, әл­лә ағ­ай, типме? – Йәшемде әйттем. – Сырайығыҙ һиҙҙертмәһә лә, ми­н­ән күпкә ол-о­­­һо­ғоҙ икән, шуға ағай, ти ҙә ҡуяйым. Әле бына Йыһаниә магазиндан ҡай­­тышлай ма­ши­на­ янында булышыуығыҙҙы кү­р­еп ҡалған да, барып ярҙамлаш әле, шоф­ер­­һың бит, ти. – Һораулы ҡарашымды һүҙһеҙ ҙә аңлап өҫтәне. – Күптәр уны мәр­­йә тип ҡаб­ул итеп яңылышалар, юҡ, үҙебеҙҙең милләттән. Ул тағы, ниш­ләп ҡара ас­ман­ды һай­ла­ған икән, тип бер уйламаһағыҙ бер уйлағанһығыҙҙыр. Үҙем дә ғәжәп­лә­­нәм ҡай­­ саҡ, ҡа­тын-ҡыҙҙың эске донъяһын, кисерештәрен, сиселмәҫ йом­аҡ ише булмыш­тарын аңларға маташ – файҙаһыҙ. Кәр­­­тин­кә­ләй егеттәр ғашиҡ, ә улар өр­­көткөстәрҙе һай­лай­, үҙ итә бит, үәт бәлә нимәлә! – Ул шул­ай оҙон-оҙаҡ һөйләнеп, һәлмәк юрғалап, белекле ҡиәфәттә машинамды әйләнеп сыҡты ла, теш араһынан күңелле көй һыҙ­ғы­рып, сит­­кәрәк баҫты.
Беҙҙең биш ҡатлы йорт ҡала ситендә, ары, асфальт юл аша, баҡсаларға күмелгән ҡәҙимге ауыл өйҙәре башлана. Ҡасабаның исеме лә бар – Ҡа­м­ыш­­лы. Ниңә улай­ ата­ған­­­­дарҙыр, бер Хоҙай белә, өйҙәр тигеҙлектә урынлашҡан, урам­да­ры киң, ҡа­м­ыш-фәлән үҫкән ер ҙә күҙгә салынмай. Бында көнитмеш ысын ау­ылда­ғы­са: яҙҙан ҡара көҙ­гә­­­сә урам буйлатып, Төйәләҫ йылғаһы яғ­ы­на ҡарай һәр көн ир­тән­ кө­т­өү ҡы­у­а­л­ар, бесән осоронда арбаларға тейәп алып ҡайтып, лапаҫ башында кип­те­реп ҡыш­­лыҡ бесән әҙерләйҙәр, торлаҡтары газ менән йылытылһа ла, мунсаға яғыр утын хәс­тәр­ләй­ҙәр, ко­лонканан көйәнтәләп һыу ташыйҙар, таң һарыһын­да ҡасабаны ғына тү­гел, беҙ­­ҙе лә тамаҡ ярып әт­әс һөрәнләүе уята, көн оҙоно тауыҡ ҡыт­ҡылдауы, һирәк-һа­яҡ эт өр­өүе иш­­­е­­т­­елеп ҡуя Ҡамышлынан, танһыҡ ауыл йәме, ауыл тәме, ауыл еҫе ки­лә әлеге тарафтан. Миңә шул ябай шө­ғ­өл-тәртиптәр, ҡаҡшамаҫ ҡанундар оҡ­шай би­ге­рәк, кү­­­н­е­гелгән йәнле шау-шыу йәнемә майҙай яғыла, тыуған төйәгем көс-дарман би­­р­ер­ өс­өн эргәмә күсеп кил­гән­дәй хис итәм ҡайһы саҡ. Танышым әле, үҙенең Ҡа­м­ыш­­лы­нан икәнлеген бел­­гер­теп, баш ҡағып һораны:
– Был йорттоң юғары ҡатынан беҙҙең ауыл ус төбөндәгеләй ап-асыҡ күренәлер инде.
– Ыҙмабыҙ бейек бейеклеген, тик үҙһенеп бөтмәйем таш диуарҙы, ауыл өйө һа­ғын­дыра.
– Һеҙ ҡайҙан?
– Урман Йылайырынан. Һеҙсе?
– Ырымбурҙан. Сал ҡылған елберләгән икһеҙ-сикһеҙ даланы күргәнегеҙ бармы? Шул иркенлектә тыуғанмын! – Ғорурланып әйтте.
– Бына таныштыҡ та, юғиһә иҫәнләшеп кенә кемдең кемлеген ҡайҙан беләһең?
– Әйтмә лә. – Йәнләнеп китте. – Тимер айғырҙың ҡайһы тирәһен соҡой­һоң?
– Кәзәләнгәс, арғымаҡтар тоҡомонан түгелдер был нәмә! Аптыратты ла баһа. Тәҙрә быялаларын да һөртөп ҡарайым, тә­г­әр­­­­мәстәрҙе лә типкеләйем. Тоҡанмай. – Үҙемдең техникала оңҡотлоғома иш­­а­ралап, шу­­­л­ай мәрәкәләнем.
Тайфур ихлас һаһылдап көлөп ебәрҙе лә, асыҡ машина ишегенә терһәкләнеп, ҡәт­ғи күрһәт­мә­һен бирҙе:
– Капотты асығыҙ әле! Ҡуй, улайтып эткеләмә-төрткөләмәгеҙ, машина тигәнең ҡатын-ҡыҙ менән бер, көйләгәнде-яйлағанды ярата. Үҙем ғүмерем буйы баранка бор­­­ғос­­­ла­ғас, быны яҡшы беләм. – Шулай тине лә отвертка, кәрәкле ас­ҡыс­тар­­ алып, ас­ыҡ капотҡа ярты кәүҙәһен тығып, тикшеренергә керешеп китте, шунан ҡайта-ҡай­та руль ар­ты­на ултырып, стартерға баҫҡылап та аҙапланды. Бер аҙ­ҙан сөскөрөү-быш­­ҡы­­р­ыу­­ҙан ары китмәгән машинаға диагноз ҡуйылды. – Тиҙ генә тоҡанырлыҡ рә­те юҡ бы­­н­ың­дың, корбюратор бензин үткәрмәй. Хәҙер ысҡындырып алайыҡ. Алып ҡай­­тып ҡар­аш­ты­рып бирермен, төштән һуң кил. – Урам исемен, йәшәгән өйө­нөң һанын әйт­­те.
– Хәҙер үк һуғылаһы, ҡабалан үтәйһе мәшәҡәттәр бар ине бит әле. Еңел авто­мо­бил­дәрҙе хеҙ­мәт­лән­дереүсе пункттар аҙым һайын, һеҙҙе борсоғансы, бәлки, шунда ба­рырғалыр?
– Ҡабаланһағыҙ, эшегеҙгә йәйәүләп йүгерегеҙ, ғүмерегеҙ буйы машинаға ҡырын ятып ел­дереп көн итмәгәнһегеҙҙер бит! – Тайфур туранан бәреп ярайһы уҡ тупаҫ ҡырт киҫ­те. – Ре­монт­ла­­тыуға килгән­дә, аҡсаңды һуйып ал­а­саҡ­тар, өҫтәүенә, эштең рәт-сүрәтен бел­мә­гән ундағы малай-шалайға ышаныс та самалы.
Ҡаты бәрелеүгә ҡылъяймаһам да, зарурат буйһондорҙо, ризалашыуҙан башҡа са­ра ҡалманы.
Кисҡорон, эштән ҡайтышлай, аҙыҡ-түлек магазинына һуғылып, ҡултығыма күстәнәсемде ҡыҫтырҙым да, Тай­фурҙарҙы эҙләп киттем.
Алыҫ йәшәмәйҙәр икән дә баһа, йортобоҙ, хатта фатирыбыҙҙың тәҙрәләре был тап­­ҡырҙан бермә-бер асыҡ күренә. Түбәһе көрән тимер черепица менән ябылған, бүрәнә­лә­ре­нән бөрсөк-бөрсөк ыҫмала тамсылары һарҡып беленгән алты мөйөшлө ҡарағай йорт әл­­лә ҡайҙан үҙенә са­ҡ­ы­­рып мөһабәт ҡалҡҡан. Урамға ҡар­а­ған ҙур тәҙрәләр ҡар­­­шы­­­һында иркен итеп кәртәләп алынған алма баҡсаһы. Тупрағы йомшар­ты­лып, ол­он төптәре аҡбал­сыҡ­ланған ағастар, әле шау сәскәгә кү­м­е­­леп, иҫ­ерт­кес хуш еҫ бөркә­. Ма­мыҡтай ҡа­барған сәскә суҡтарынан һеркә йыйыусы бал ҡортта­ры­ның тигеҙ геүләүе ти­рә-йүнгә үҙенсәлекле, ирәүән моң та­р­а­та. Иртәнге томан­дай ҡуйы, һөт күбе­ге­ләй еңел алмағастар йылымыс яҙғы елгә эйәреп, төп­һөҙ зәңгәр сат­ыр­ҙа йөҙгән болоттарға ба­р­ып ҡушылырҙар ҙа, эргәлә генә күгәреп ҡалҡ­­­ҡан Ирәндек тау­ын арты­лып, ҡайҙа­лыр осоп китерҙәр һымаҡ. Бер­ке­тел­гән ба­ға­на­лары әрселгән имән­дән бө­тө­р­өлгән, ситтәре ялтыр ҡалай менән нағыш­ланған, йө­ҙө­нә бер-береһенә ын­тылып тал­пы­­­ныусы күгәрсендәр һүрәте төш­өр­өл­гән, өҫкө өл­ө­шө ти­мер сымдарҙы бө­гөп сем­әр­­лән­гән ағас ҡапҡа асыҡ йәшел төҫ­кә бу­­ялған. Ар­ы­­р­­аҡ иш­еге урам яҡҡа ҡараған, ин­­ер-сығыр майҙансығына ас­фальт йәй­ел­гән ши­ф­ер ҡы­йыҡлы кирбес гараж күренә. Бә­лә­кәй ҡап­­­ҡа бағанаһына бер­ке­тел­гән ҡул­ай­ла­ма төй­мә­һенә баҫҡайным, эс яҡта ҡың­ғы­рау сың­лап еб­әр­ҙе.
– Кем унда, бикләмәгәнбеҙ! – Яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде.
Индем дә уңайһыҙлана биреп туҡтап ҡалдым. Бында ла таҙалыҡ һәм бөх­тә­лек. Ҡар­шы­ла төп өйҙө усаҡлыҡ менән тоташтырған ҡыйыҡлы күтәрмә күренә. Бил тәң-гә­­ленән һыр­лы кәртә менән сикләнгән, таҡталары, ҡыйыҡ терәүҙәре төҫһөҙ лак ме­нән ҡа­тырылған был ҡоролма тотош их­­а­таға кү­тәренкелек, тантана өҫтәй. Усаҡлыҡ­­тан ары йәшелсә баҡсаһына терәлгән ыҡсым мунса күренә. Баҡ­са­ла ҡа­р­а­й­ып тү­т­әл­­­дәр те­ҙ­ел­гән, бер нисәһендә әле генә сығарылған помидор, борос һәр­пен­­де­ләре күҙгә таш­лана, бот­аҡ­­тарының яртыһын рә­шәт­кәнән ишек алдына һалындырған өйкөм сирен ҡыуа­ғы ла күкрәп сәскәгә ту­маланған. Былар барыһы ла, һис һүҙһеҙ, ир оҫ­та­лы­ғы, ҡа­тын-ҡыҙ ег­әрлег­­е­нән яр­алған.
– Мөмкинме?..
– Ә-ә-ә, һаумыһығыҙ, әйҙә, тартынмай үтегеҙ! – Күтәрмә иҙәненә керҙәр өйөп һалып, шу­ларҙы йыуыу машинаһына тығып мәшәҡәтләнгән хужабикә, алъяпҡысына еү­еш­­лән­гән ҡул­дарын һөртә-һөртә, миңә ҡаршы атланы ла, ҡабырға ишеге асыҡ гар-аж яғ­ы­на ҡа­р­­ап ҡысҡырҙы. – Тайфур, һиңә килгәндәр, өлгөрттөңмө? – Шунан алсаҡ һирпелеп күрешергә үрелде. – Йыһаниә. Һеҙгә кем тип өндәшергә? – Бәләкәй, йомшаҡ ҡулды тотоп исемемде әйттем. – Яуабым элә һалып алынды. – Бер туған мыртый­ымдың* да исеме Айҙар ине. – Йөҙөнән бер мәлгә генә моңһоулыҡ күләгәһе йүгереп үткән хужабикә, тиҙ арала үҙен ҡулға алып, ҡай­та­нан ирен киҫ­әт­еү­­ҙе кәрәк тапты. – Эш­ем­де ҡуйып, өҫтәл тирәһен ҡараштырып, өйҙә булырмын, оҙаҡ­ла­маҫ­­һығыҙ.
– Килдеңдәме? – Мығырҙап һөйләнеү ишетелде. – Инегеҙ. – Эстә тоҡан­ды­р­ыл­ған ут яҡтыһында ҡара ҡыҙыл төҫтәге еңел машина күренә. Стенаға ҡа­ғ­ыл­­­ған, асыҡ кәш­­тә­лә­р­е­нә эреле-ваҡлы запас частар тулған шкаф эргәһенә мазут һеңгән ағас өҫтәл ҡуйылған. Тайфур шун­­да шө­ғ­өл­ләнә. Мине абайлағас, эргәһенән урын күрһәтте:
– Ултыр мынауында, хәҙер бөтәм.
Ун-ун биш минуттан карбюраторҙы ҡулыма тотторҙо:
– Тикшермәйенсә лә ҡуя алаһың. Еренә еткерҙем, шикелле.
– Рәхмәт. Ни хаҡ?
– Нимә ни хаҡ?
– Күпме түләйем, тим.
– Ошоноң өсөнмө? Ваҡланмайыҡ. Хәҙер сәй эсеп алырбыҙ. Шунан эшкә ба­ра­һы. Карьерҙан руда ташыйбыҙ.
– Күпме мәшәҡәтләндегеҙ, әле ҡатынығыҙ эшен ҡуйып сәй әҙерләй. Көнө бу­й­ы­на бәләмде һалдым, инеп тормам. – Китергә йыйындым.
– Бер ҙә һалманығыҙ. Тәүгә ингән кешене, ғәҙәттә, ҡоро сығар­май­ҙар, әгәр шул ки­­леш китһәгеҙ, киреһенсә, беҙгә уңайһыҙ буласаҡ. Әйҙәгеҙ, Йыһаниә ҡараштырған­дыр та­бы­н­ын. – Ул, майлы ҡулдарын сепрәк менән ҡоротто ла, күтәрмә ба­ға­на­һына ҡа­­ғ­­ыл­­ған йыуынғыс яғына ыңғайланы. Саҡырыу кире ҡаҡҡыһыҙ ҡәтғи әйтелһә лә, хужаның өндәшеүе был юлы һәүетемсә, үҙен тотошо ла ябай, абруйлы. Тайфурҙың ар­т­ы­нан күндәм эй­әрҙем.
Өй эсен күҙҙән үткәрҙем. Һулаҡайҙа аш бүлмәһе. Әле унан танауҙы ҡытыҡлап тәмле ризыҡ еҫе килә. Ҡаршыла иркен зал, уң ҡулда ишек, унда моға­й­ын йо­ҡо бүл­­мә­­­һелер. Залда йәйелеп һүрәтләр ҡаралты-йыһаз күренмәй: сит­тә­­рәк ма­х­­сус шкафҡа урынлаштырылған йоҡа, яҫы экранлы сит ил телевизоры, ары бәр­хәт буҫтау ябылған йом­шаҡ (мөйөш», өс секциялы стенка, уң яҡ стенаға китап кәш­тәһе те­р­әл­­гән. То­тош ҡаралтыға яҡты, йомғаҡлау нөктәһе ҡуйғандай түшәмде затлы люстра би­ҙ­әй. Бар мөл­­­кәт шунан ғи­бә­рәт. Бер нәмә артыҡ та, кәм дә түгел. Әгәр әле урын­лаш­ты­р­ыл­­ғандарҙы ур­ы­ны­нан алһаң йә ситкә шылдырһаң – бөтөнлөк хасил иткән за­у­ыҡ бо­­ҙо­­­лор, юҡ­ҡа сығыр ине.
Яңы таныштарым менән табын артында ултырған арала улар тураһында өҙә-йырта булһа ла белергә өлгөрҙөм. Бая Йыһаниә мыр­тый­ҙан һалдырғас уҡ уның Ейән­сура яҡтарынан ик­әнлеген тоҫмаллап өлгөргәйнем, яң­ылы­ш­ма­ған­мын, дала кешеһе булараҡ, ҡыуан ел ҡаҡ­ла­ған, йөҙөндә ҡоңғорт тут беленгән Тайфурҙың то­ҡо­мона ҡа­ҙ­аҡ шауҡымы ҡағылыуы ла ихтимал, килеш-килбәте шул хаҡта һөйләй. Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар, тигәндәй, ирәбе хужаларҙы һын­ам­сыл күҙләйем, түңәрәк йәшә­йеш­те теүәлләйем. Тик ниш­ләп­тер күңелде аң­­лаш­ылып бөт­­мә­гән һағыш тыр­­­най. Бын­да нимәлер ҡыйыҡ, ки­т­ек бит. Донъя­ларының нигеҙе ныҡ, иркен йәшәй­ҙәр, бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәре лә йы­лы. Барыбер ниҙер етмәй. Нимә? Хәлбү­ки ҡарар күҙгә күрен­мә­гән етеш­һеҙ­лек­те төртөп әйтеү мөм­кин тү­гел…

Ошонан һуң был икәү менән осрашҡанда йылы иҫәнләшеп, аҙға ғына булһа ла туҡталып, хәл-әхүәлләшә башланым. Ләкин ар­ала­шы­уыбыҙ иҫәнләшеүҙән ары уҙма­ны, тегеләр ҡатыным менән ҡушып ҡат-ҡат са­ҡыр­һалар ҙа, барып әйләнергә форсат сыҡманы, тағы, ни ти­һәң дә, ауылда көн итмәй­беҙ, бында икенсе йола, икенсе тәртип, саҡырған ергә лә һайлап ҡуҙғалалар, их­лас­лыҡ, хуш ­­күңел­лелек, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡу­наҡ­сыл­лыҡ, бер ҡатлылыҡ төҫ түгел ҡалаға. Үҙе­беҙ ҙә күнә барабыҙ замана ҡалы­бы­на, шулай тейеш, тип, сәйерһенмәй ҡабул итәбеҙ. Кил­геләп йөрөгөҙ, тип ҡыҫ­тай­быҙ ҙа бит, көнөн-сәғәтен әйтеп өндәшеү юҡ. Ҡа­сан барыр­ға, ҡайһы мәл ҡулай булыр? Хужалар көтмәгәндә баҫып инеп, уңайһыҙ хәлдә ҡа­л­ыу­ың бар. Тимәк, ан­ыҡ әйтмәй әй­ҙүк­ләү – әҙәп һаҡлап өн­дә­шеү генә, зыя­лылыҡ бил­дә­һе, үҙенә күрә этикет. Шунан ары түгел.
Бер мәл таныштарым зым-зыя юғалды. Даими осрап торғастары ғәҙәткә инеп китә бит ул, хәҙер йорт янына яҡынлаһам, тегеләрҙе эҙләп ян-яғыма ҡа­р­ап алам. Күр­ен­мәйҙәр. Юҡ, былай бармай, мотлаҡ хәлдәрен белергә кәрәк, тигән ҡа­рар­ға кил­дем.
Эшемдән, гәзит редакцияһынан сыҡтым да машинама йүнәлгәйнем, таныш тау­ыш­­ты ишетеп туҡтаным:
– Корбюратор көйлө эшләйме, башҡаса сөскөрмәй-бышҡырмаймы?
Ҡараһам, минән биш-алты аҙым ситтәрәк Тайфур баҫҡан.
– Иҫәнме, әйҙә ултыр, ҡайтышлай юл ыңғайы һөйләшербеҙ, әйткәндәй, бөгөн һеҙгә инеп сыҡмаҡсы инем әле. Юғалдығыҙ ҙа. Тап килеп арыу иттең әле. – Ҡы­уанып шу­л­ай һөйләндем.
Тайфур ҡымшанманы. Тора бирҙе. Мин дә, асҡысты ҡулымда уйнатып, көтәм. Ни­­һа­йәт, та­­н­ышым битарафыраҡ ҡиәфәттә беҙҙән алыҫ түгел скверҙа күренгән ултыр­ғыс­ҡа ым­­­ла­ны:
– Ҡабаланмаһағыҙ…
– Сыуаҡлап алайыҡ, тимәксеһегеҙме? Әйҙә һуң. – Танышыма әйтеп бөтөргә лә бирмәй шулай тинем дә, кабина ишеген шартлата ябып, елтәнләп алдан төштөм. Әйтереңде ҡыҫҡа тот, йәнәһе, ҡабаланам. Ултырғысҡа барып ялпаштыҡ. Тайфур куртка кеҫәләрен һуҡҡы­лап тәмәке ҡабын килтереп сығарҙы ла сигарет тәҡдим итте.
– Рәхмәт. Ауыҙыма алған нәмәм түгел.
– Молодец! – Ул ирендәренә ҡыҫҡанын тоҡандырып тәрән һурҙы ла, төтөнөн мул итеп ситкә өргәс, өйрәнсектәй сирылып сәсәп алды. – Таш­ла­ғай­ным ошо нәмәне, кире тартам хәҙер. Дурак, тимәксеһегеҙме? – Ул асы йылмайҙы. – Дө­р­өҫ уй­лайһығыҙ. Хәлдәрегеҙ нисек?
– Арыу. – Тарҡау яуапланым. Әле эш бит миндә түгел, Тайфурҙың үҙен то­то­шо аптырауға һала, шуға ары ни әйтерен көтәм.
– Улайһа, яраған! – Ул уйҙарына бирелеп мөштәйә бирҙе лә эске ғазап сағылған ҡарашын тирә-яҡҡа йүнәлтте. – Әбейҙәр сы­­уағын әйтәм, ялтлап балҡый, әммә һыуыҡ шул ял­ты­­ра­у­ыҡҡа төрөнгән. Бынау ҡояшы ла теге көндәге ямғырҙан һуң йылынып китә алмай. – Муйынына һалған йоҡа шарфын төҙәтештерҙе, курткаһының яртылаш тартылған за­мо­гын өҫкәрәк күтә­рҙе.
Теге саҡ яуап таба алмаған һорауымдың асылын ас­тым, шикелле – Тай­фурҙың ҡарашы төбөнә моңһоулыҡ һәм кәмһенеү йәше­рен­гән дәһә, Йыһаниәнең йылмайып ҡараған күҙҙәрендә лә шул эҙҙәр төҫмөрләнә ине…
– Бөтә ялтыраған баҙлауыҡ йылытмай инде ул. – Әңгәмәсем ары ни әйтерен көтөп, һүҙ осон ялғағайным да, ул ары өндәшмәне, ирендәрен ҡымтып шымтайҙы. Мин дә уны ҡаба­лан­дырмай-ҡыҫтамай ян-тирәмде тамаша ҡылам.
Көҙ миҙгеленең үтә күренмәле сыуаҡ та, сағыу ҙа көндәре. Бына ул тағы ла бера­у­ыҡ һуңғы ма­тур­лығында яныр ҙа, ҡабаланып төҫ ташлар, ут ҡапҡандай ян­ған ағас­тар ял­анғасланыр, мәле еткәс ямғыр быҫ­ҡаҡ­ларға тотонор, ер, йәнә, бар­­ тирә-яҡ, ан­ау йорттар шул һалҡын там­сыларға ҡойоноп өшөр, күшегер, ҡош­тар тубы ла шул өшәндергес тыныуҙан ҡас­ҡан­дай, һағышлы иңрәп көньяҡҡа ҡа­р­ай тартылыр. Элекке көн ҡапыл һалҡынайтып алғайны, әле эргәләге ҡырау һуҡҡан түт­әлдәр ҡар­а­йып ҡыуарған. Тик башын аҫҡа эйгән бер сәскә генә бирешмәй ҡалып йәм-матурлыҡ сә­с­ә.

Ул шулай тине лә ҡабаланып китеп барҙы.
Хәл иттем икебеҙҙең яҙмышты. Ике аҙна тигәндә ҡайтып килендәрен атай-әсәйгә күрһәттем. Минекеләр, бигерәк тә әсәйем, ҡыуанды, Йыһаниә менән һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Аңлашыла, бер һөнәр кешеләре. Атай-ҡарт та ҡәнәғәт күренә, яйын тап килтереп: «Һин ауһарҙы* тынысландырыр, дөрөҫ йүнәлешкә борор ке­шегә оҡша­ған, киленде һаҡла, беҙҙән фатиха» - тине. Ейәнсура яҡтарына барып әйләнгәс, ау­ыл­са итеп ике яҡта ла туй, килен төшөрөү йолаһын атҡарҙыҡ та, ят­аҡта йәшәй баш­ла­ныҡ. Етәкселәргә лә рәхмәт, айырым бүлмә таптылар. Тиҙҙән ҡала си­­тенән ер алып, ҡайным аша ҡарағай яҙҙырып алып, ауылда бура бөтөргәйнек, шуны алып килеп, өй күтәреп ҡуйҙым. Эштән ҡайтам да, шун­да йүгерәм: бөтә хужалыҡты үҙ ҡулдарым менән башҡарҙым, һуңға ҡалһам, ут яҡты­­һында төн уртаһы ауғансы шунда мөш­төр­ләйем. Арыу-талыу тигән нәмә лә иҫкә инеп сыҡмай, яратып, теләп, дәртләнеп баш­ҡар­ған шөғөл ял­ҡыт­май, ек­һен­дер­мәй бит ул… Яңыраҡ һеҙ күргән донъя, беҙҙең ике­беҙҙең ты­рышлыҡ… Тик ул уй­ла­мағанда-көтмәгәндә емерелде, селпә­рәмә килде. Үҙем ғәйепле. Өйҙө бөтөрөп кү­се­неп сыҡтыҡ, йы­һ­аз һатып алдыҡ, әҙәмсә йәшәй баш­ла­ныҡ, әммә көткән, өмөт иткән ҡә­нәғәт­ләнеү тойғоһо юҡ бит әй. Төҙөлөштө ос­ла­һам, рәхәтләнеп ял итәсәкмен, тип көтөп йөрөп онот­ол­ған­мын ғына икән бары. Баш осонда ҡыйығыбыҙ бар, мөлкәт йыйҙыҡ, ма­ши­на һатып алдыҡ. Ары нимә? Теге саҡ кә­л­әшем хаҡлы булған... Икәүләп зарығып көн итәбеҙ, өйҙә йәм юҡ. Урам, бигерәк тә беҙҙең тирә, бала-саға тауышынан яңғырап тора, кис етһә, йәм, йәнде елкендереүсе моң таратҡан шул шат көлөүҙәр башҡа өйҙәргә китеп юғала. Өлөшөнән мәхрүм торлағыбыҙ етемһерәп ҡала шул саҡ. Был ҡатынымдан һыуыныу, биҙрәү түгел, бары бала көҫәүем, ир кеше бу­лараҡ тоҡом ҡал­дырырға те­лә­үем булғандыр, бәлки. Бер көн те­ле­визорҙан ғәжәп тапшырыу күр­һәт­те­ләр, ҡай­һы­лыр төр балыҡ, хәтеремдә ҡалмаған, ҡырҡ михнәттәр күреп, ҡаза-юғ­ал­тыу­ҙар аша тоҡом ҡалдырыу өсөн ағын һыулы тау йылғаһынан үрләй. Хәтәр сәфәр барышында үлем сигенә етеп хәл­һеҙ­лән­гән, һирәгәй­гән ба­л­ыҡтар йылға тамағына ба­р­ып етәләр ҙә ыуыл­дырыҡ­тарын сәсәләр һәм һә­ләк булалар. Шу­ның өсөн йән­дәрен аямай ба­л­ыҡ­тар, уларҙың ынтылыш­тары, йәшәү мәғәнәһе шул… Тартайым әле. – Ул яңы­нан тәмәке сығарып тоҡан­дыр­ҙы. Мин дә уның яҙмыш ебен һүтеүен өн­дәшмәй, сабыр ғына кө­тәм. Бындай саҡта урын­һыҙ һүҙ ысҡындырып әңгә­мә­сеңде өркөтөүең бар.

– Быйыл йәй эштән «янып» барған, Ҡырым тарафтарына тәғәйенләнгән пут­ев­ка бирҙеләр. Әммә ул бер кешелек ке­нә, ял итеү ваҡытын ҡыҫҡартып, икегә бүлеп тә булмай. Профкомда, әгәр ал­ыр­ға теләмәһәң, көсләшмәйбеҙ, барырға теләү­се­ләр муйындан, тинеләр. Тоттом да алып ҡайт­­тым. Һүрелгән хистәргә дәрт өр­өү өсөн, аҙыраҡ бер-береңдән ял итеп алыу кәрәклеген дә ишеткәнем бар ине, үҙ­ем­дең дә ау­лаҡ­та ҡалғым килде. Өҫ­тәүенә, тиҙҙән ҡатындың тыуған көнө, әйҙә, шәп бүләк менән ҡыуан­ды­ра­й­ым, исма­һам шул дауахана, сырхауҙар мөхи­тенән айы­ры­лып ял итеп ҡайтһын, йәнәһе, бәлки, ул да екһен­гән­дер, арығандыр минән. Баш­та тиҫ­кә­ре­ләнһә лә, күндерҙем ҡатынды шифаханаға барырға. Ебәрмәҫкә кәрәк булған да бит, йы­ғылыр уры­ным­ды алдан белһәм, һал­ам түшәп ҡуйыр инем, тигән ти бит борон бер­әү.

Йыһаниәне оҙатыуға өс көн тигәндә, теге саҡ бүлмәләш йәшәгән Ро­б­ерт исемле ег­ет шылтырата.

– Ни хәл буйҙаҡ, – ти был. Яңғыҙ көн иткәнлегемде әллә ҡайҙан белеп тә өл­гөр­­­гән.

– Кемдән ишетәм бит әле, ата буйҙаҡтан түгелме икән, – тип шаярттым.

– Нисә йыл бер бүлмәлә йәшәп, бер һауыттан ашаған дуҫыңды оноттоң түгел­ме? Нехорошо, брат!

– Онотманым, өйлән башта, шунан икенсе яртың менән бергәләп ки­лер­һегеҙ.

– Донъя үҙгәртһә үҙгәртә икән кешене! Миңә тигән ярты тыуған микән әле? Йә­нә ғаилә арбаһының тәртәһенә ниңә ҡабаланып тығылырға? Күҙ һал, күпме сибәр телкалар урат­ҡан беҙҙе, береһенән-береһе шәберәк, ауыҙ һыуың ҡорорлоҡ! Уларҙың һәр береһе иғтибар һәм яғымлы мөнәсәбәт талап итә. Әгәр гүзәл заттар­ға ваҡы­тында ир йылы­һын бүлмәһәң, дөмөккәс ҡаты итеп Аллаһы Тәғәлә хөкөм ит­ер, ти.

– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, шылтыратыуыңдың сәбәбен әйт. – Бының теле телгә йоҡмай бытылдауы йәнемә тейә башланы.

– Өйләнәсәк кәләшемде һиңә күр­һәтергә ине иҫәп.

– Башта уны ата-әсәйгә алып ҡайталар түгелме?

– Это потом… Ни тиһәң дә, һин старше меня, күҙең дә осло. Ана бит бисәнең ниндәйен эләктерҙең!

– Нимә эшләргә ҡушаһың? – Ҡыйынһынып ҡалдым.

– Ә һиңә ничего делать и не надо, барыһын да үҙем менән килтерәм. Өҫтәлде бер­­гә­ләп накроем.

– Ярар, улайһа… – тип әйтеп тә өлгөрмәнем, теге оста, шул һүҙҙе генә көткәндәй, телефондың ҡыҫҡа гудоктары ишетелде.

Ярты сәғәт үттеме-юҡмы өй эргәһенә өр-яңы иномарка килеп тә туҡтаны. Ҡар­шы алырға сыҡтым. Килеүселәр өсәү ҙә баһа. Иптәшемде ҡултыҡлағаны зин­нәт­тә­рен тышҡа бытлыҡтырған тар, үтә лә асыҡ иҙеүле блузка, бот төптәрен һа­р­ан ҡаплаған ҡыҫҡа юбка кейеп алған, бит-йөҙө лә буяҡтарҙан ғына әүәләнгән. Эргәһенә баҫҡан ҡыҙ­ҙың кейгәне тыйнаҡ та, килешле лә, үҙе лә был икәүҙән айырылырға те­лә­гән­дәй сит­­кә тартыла биреп баҫҡан. Уға ҡараным да… бер мәлгә генә баҙа­н­ым да ҡал­дым, йө­­рәк сабырһыҙ тулап ҡуйҙы, тәнемде ҡайнар ҡан ипкене беш­ер­ҙе, ҡар­аш­­та­ры­быҙ ос­­­рашҡас, теге ҡыҙ ҙа тоҡанып китеп керпек остарын ергә ҡаҙаны. Бындай хәлдә тәү тап­ҡыр ҡалыуым ине. Ысынлап әйтәм. Кү­ре­шеп, танышҡандан һуң, ҡунаҡтарымды өйгә саҡырҙым. Иптәшем үҙ өйөндәгеләй иркен йөрөй, баг­аж­ник­ты ас­ып, кил­тер­гән күстәнәстәрен аш бүлмәһенә ташый ҙа башланы, хужалай ҡыла­н­ып ың­ға­йы-бер ҡыҙҙарға йомоштарын ҡуша, эш араһында бы­ш­ыл­дап һор­ай һал­ып та ҡуй­ҙы: «Йә, ни­­с­­ек?..». Ситлә­теп яуаплайым: «Үҙең ҡара, йәне тел­ә­гән йылан ит­ен аш­аған» «Шул­ай ҙа?» «Ата-әсәйең ҡаршы бу­ла­саҡ, быны­һын аныҡ әйтә алам. Ниндәй мил­ләт­тән ик­ән­леген дә айырыу ҡыйын бит» «Таш быу­ат осорон­дағы мамонттай артта ҡалған­һың, старик, һине совре­мен­но тәр­биә­ләү – невозможно!» «Ни­ңә Асияны эйәрт­тең?» «Опять облом с вашей сто­ро­ны! Бер яҡ осо тупарған мөхәббәт өсмөйөшө яһап, өсәү­ләп ултыра алмайбыҙ ҙа инде. Һиңә лә бит һәрмәр өсөн объект кәрәк, брат­ан! Әйт­кәндәй Аська ла заман ағышына эйәрә ал­маған йән, яҡындан танышҡас төшөнөрһөң әле… Вообще-то, бая һиҙ­ҙем, ул һиңә оҡшаны, шик­ел­ле, вкусыңды белеп алып кил­гән­мен, заметь! » Был тел биҫтәһе менән һүҙ кө­рәш­тер­еү файҙаһыҙ икәнлеген аң­лап, башҡаса һүҙ ҡуйыртманым. Йәнә, килгән­дәр икән, ҡыуып сығарып та булмай.

Тағы ла бер аҙҙан ҡыҙҙар хәстәрләгән өҫтәл артына ултырып, ҡапҡылап алдыҡ. Роберт ашарын да, эсерен дә, иркенләп һыйланырға иҫәпләп, мул тейәп килгән. Музыка ҡабыҙып ебәрҙем. Парлашып бейеп алдыҡ. Күптән ауыҙға алмағанға әллә, эсемлек тән­­де еңеләйтеп ебәрҙе, кәйеф күтәрелде, сәбәпһеҙ эс бошоу онотолдо. Офоҡтағы болот итәгенә һағып, байыу яғына ығышҡан ҡояш, ниһайәт, ысҡынып китеп тау киртләстәренә бәрелеп сәсрәне лә, ҡандай ҡыҙыл эҙ ҡалдырып, билдә­һеҙлеккә ҡоланы, бер ыңғайы тышта эңер ҡараңғылығы ҡуйырҙы. Тәмәке тарт­­ҡан арала Роберт уйлаған уйын нығытып та ҡуйҙы: «Һуңға ҡалдыҡ, тағы эстек тә, ма­ш­и­­наны йөрөтөр кеше юҡ, беҙ бында ҡалырбыҙ инде. Рената менән взаимо­отно­ше­ниеларыбыҙ әллә ҡасан ир менән ҡатындыҡы кеүек, шуға ҡунып сығыр мөйөш­өңдө йәлләмәҫһең бит?» «», Асия?» «Аська залдағы диванда ҡуныр, ә һин… Тайфур Ма­м­онт­ович, төшөнмәһәң, төшөндөрәм, аш бүл­мәһенә раскладушка ҡуйып, шунда…»

Табын барышында Роберт менән Рената асыҡтан-асыҡ ҡосаҡлашып үбешә торғас, ҡыҙышып киттеләр, шикелле, йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнделәр, Асия ҡаш­аяҡ­ты йыуырға ке­р­еште, мин дә, үҙ сиратымда, өҫтәлдәге һауыт-һабаны уның эргә­һенә ташый торҙом. Тамам. Ары ни ҡылырға белмәйенсә икебеҙ ике ултырғыста суҡа­йыш­тыҡ. Уңайһыҙ тынлыҡты Асия башлап боҙҙо:

– Һеҙ беҙҙе ғәйеп итмәгеҙ инде, саҡырылмаған ҡунаҡтай һөмһөҙләшеп баҫып индек.

– Зарар юҡ. Таныштыҡ та. Әгәр килмәһәгеҙ, ҡалала Асия исемле ҡыҙ­ҙың йә­шә­гә­нен белмәҫ тә инем әле.

– Белеү кәрәкмәйҙер ҙә. Бына иртән беҙ ҡайтып китербеҙ, ә һеҙ бар­ы­бер минең хаҡта насар уйҙа ҡаласаҡһығыҙ. Мажара, ҡыҙыҡ эҙләүсе бы­нан да юғарыраҡ баһаға лайыҡ түгелдер.

– Ундай уй башыма ла инеп сыҡманы. Ихластан әйтәм, һеҙ миңә оҡша­ны­ғыҙ, бына әле тыныс ҡына һөйләшеп ултырабыҙ.

– Бәлки, тыныстыр ҙа… Тик күңелдә бушлыҡ, ул ҡоторған диңгеҙҙә барыр йүнәлешен белмәй унда-бында ташланып бәргеләнгән юнысҡылай ярын эҙләй… Асылғаным өсөн ки­се­регеҙ, кемгә лә булһа быларҙы һөйләргә кәрәктер бит.– Асия киҫелгән сәстәрен рәткә кил­терҙе, башындағы ауыр уйҙарын алып ташларға йыйынғандай нәфис бармаҡтары ме­нән маңлайын ыуҙы. – Мин үҙем ошо ҡаланан, ош­онда тыуҙым, ошонда үҫтем. Мәк­­­тәпте алтын миҙалға бөтөрҙөм дә финанс ин­сти­ту­тына ауырлыҡһыҙ инеп уны уңышлы тамамланым. Бөгөн коммерция бан­кыһында бүлек етәксе вазифаһында эшлә­йем. Ике бүлмәле йы­һазландырылған фа­тир­ым, машинам бар. Юҡ, бында килгән машина ми­не­ке түгел, Рена­та­ныҡы. Әйткәндәй, уның менән бергә эшләйбеҙ. Бөгөн табын ҡороп алырға ла ул димләне, яң­ғыҙлыҡтан ҡасып бына һеҙгә килдем. Бер нёмәгә лә мохтажлыҡ кисермәйем, тик ошо яңғыҙлыҡ йәнемде ашай, кимерә… Ошоғаса ни­ өсөн тырыштым икән, нимәгә өлгәштем? Бере­һен табаһың, икенсеһен юғалтаһың. Әле миңә һ5 йәш. Ғаилә ҡорор­ға ла, бала та­б­ып әсә ҡы­уа­­нысын татырға ла һуңланым. Яңғыҙ кеше өсөн иң ҡур­ҡы­нысы нимә, бе­лә­һегеҙме? Киске­һен, коллегаларыңдан айырылып, һалҡын өйгә ҡайтыуы. Ял көн­дә­ре та­ғы ла хәтә­рерәк. Ҡайһы ваҡыт онотолорға теләп өй йыйыштырып ташлайым, тырышып-тырышып рецепт буйынса тәм-том бешерәм, көҙгө ҡаршы­һында биҙәнеп алам, тик ул нимә өс­өн һәм кем өсөнҠ Яңғыҙың ашағың да килмәй, кәрәк һәм тейеш булғанға ғына таштай ризыҡты көсләп йотаһың да эшеңә йүгерәһең. Ә унда рәхәт, шау-шыу. Эшкә ир­тә киләм, һуң ғына ҡайтам. Хә­лемде аңламаған начальник, мине өлгөгә ҡуйып, башҡалар алдында маҡтаған була. Тағы ла тиҫтә йыл үтер, шунан тағы ла. Уның ар­тында нимә? Ҡурҡыныс, фажиғәле бил­дәһеҙ­лек, сикһеҙлек… Минең һымаҡ йылы мөйөшөн эҙләп ҡаң­ғыр­ған­дар менән донъя тулған. Рената кеүектәр ҙә етерлек, артығын уйла­май, бошон­май йәшәй бирәләр. Бәлки, улар ҙа үҙҙәр­енсә хаҡ­лы­лыр, һәр кемдең үҙ хәҡи­ҡә­те. – Асия, ар­тыҡ һөйләп ташлауҙан ҡурҡ­ҡан­дай, һиҫкәнеп китте. – Тай­фур ағай, такси са­ҡыр­т­ығыҙ әле. Бөгөнгө визитым өсөн, артыҡ асылып китеүем өсөн кисе­регеҙ, ғәфү итегеҙ…

– Һуң бит инде, Асия, йәйге таң оҙаҡламай һыҙылыр ҙа, бар залға сығып ди­ван­ға башығыҙҙы терәп тороғоҙ. Мин бында, раскладушка ҡуям да. – Күтәрмәгә сыҡтым. Төнгө еләҫтә һыуынырға теләп күтәрмәлә оҙаҡ тапандым. Зиһенемде үҙем дә аҙағынаса аңлап бөт­мәгән теләк ҡалсылдатты. Боҙоҡлоҡ көҫәүгә, ҡырағай һыуһын­ды, кәрҙе ҡандырыуға оҡшамаған ят та, танһыҡ та теләк. Асияны осратҡас йөрәк юҡҡа ғына тертләмәне, аҙ­аш­ҡа­н­ымды, көткәнемде осраттым, шикелле. Күк ҡа­ба­ғы­ның ас­ыл­ып ябылған мәле, уйлағанымды әйтеп, ҡылырымды ҡылып өлгөр­мә­һәм, мәңгегә һуңлаясаҡмын. Шунан үкенә­сәк­мен, ай, нисегерәк үкенәсәкмен әле. Тәңренән бу­тал­сыҡ уйҙарымды аң­ла­уын үтенгәндәй күккә төбәлдем. Унда туҙғаҡ болоттарҙы йыр­тып балдаҡҡа ҡайылған ай йөҙә. Бына ул һанһыҙ йондоҙҙар бейешкән асыҡ­лыҡҡа сыҡты ла ер өҫ­төн һыуҙай аҡ, үтә күренмәле нурҙарға ҡойон­до­рорға тотондо. Оҙаҡҡа бармаҫ көмөш ямғыр, көн боҙолор моғайын. Ынтылып ҡараным, залда баҙ­ла­ған ут һүнде. Икеләнеүемде еңә алмай бәүелеп тора бир­гәс, тәүәккәл ынтылып, инеү яғына йүнәлдем. Зал ме­нән аш бүлмә араһында оҙаҡ тор­ҙом һерәйеп, һәм… тыйып торғоһоҙ көс мине залға эт­әр­ҙе. Әйт әле, Айҙар ағай, план­лаш­тырылған бәхет була­мы, яратыу гөнаһмы?

– Иртәгәһе көндөң беҙгә ни килтерен әйтә алмайбыҙ шул. Әгәр бөтәһен дә алдан белһәк, йәшәүҙең ҡыҙығы ла мәғәнәһе лә ҡалмаҫ ине, минеңсә. Ә яратыуға килгәндә, ул – изге төшөнсә. Изге нәмә гөнаһҡа инмәй.

– Мин дә шулай уйлайым… Асия ла сыпранламаны, сәбәләнмәне, көтөп ят­ҡан­дыр, япманы асып үҙенә тартты, һалҡынса, йомшаҡ шыр яланғас ҡуйы­ны­на ҡыҫты. Тик һуң­ғы мәлдә генә ҡалтыранған ҡулдары менән мине өҫтөнән алып ырғытырға те­л­ә­­гән­дәй этәрҙе лә, бер аҙҙан ула­ры ла хәлһеҙләнеп һалындылар. Ҡыҙ сафлығынан ҡат­ын­­лыҡ­ҡа күсеү пәрҙә­һенә осрауым ми­не ғәжәпләндерҙе лә һиҫ­кәндерҙе лә. Ирҙәр өс­өн бер тапҡыр ғына ишетелер иңрәүле ыңғырашыу ҡараңғылыҡты телде. Ҡолаҡ­ты түгел йәнде сыңла­тҡан ошо илаһи моң булмы­шым­ды биләне, кәүҙәмде асманға аштырҙы, шунан фанилыҡҡа ҡайтарып, берсә боҙло һыу­ға быраҡтыр­ҙы, берсә ҡай-нар­лығында бешерҙе. Тәндең түгел ярты йәндәрҙең ҡушылып берегеүе булды, шик­ел­ле, ул мәл. Ҡара тиргә төшөп сал­ҡан әй­лә­неп яттым. Ҡорған ситенән гөнаһ­ыбыҙ­ҙы күҙәтеүсе ай яҡтыһында Асияның йө­ҙөн асыҡ күрәм. Ул йыл­ма­йыу аша түгелеп илай ине…

Иртән таң һарыһы беленер-беленмәҫтән Асияның эргәмдә һорау билдәһеләй һе­рә­­йеп ултырыуын күреп, мин дә ҡалҡтым.

– Тайфур ағай…Тайфур… Миңә хәҙер үк китергә кәрәк… Бер кемде лә ғәйеп­лә­мә­йем, мине лә ғәйеп­лә­мәгеҙ, хөкөм дә итмәгеҙ… Уйламағанда һеҙҙе осратырмын, тормо­шо­ғоҙға килеп инермен, тип башыма ла килтермәгәйнем. Һеҙ алдараҡ тыуған­һы­ғыҙ, мин, киреһенсә, һуңлап, шуға яҙмыш һуҡмаҡтары икебеҙҙе ике яҡта алып йөрө­гән. Барыбер осраштыҡ бит. Ғаиләгеҙҙе емер­ергә йыйынмайым, теләмәйем дә… Әгәр ошо яҡын­лы­ғы­быҙҙың емеше булып бала донъяға килһә, ҡыуанасаҡмын ғына… Уны бәхетле итеү өсөн ба­ры­­һын да эшләйәсәкмен… Осрашыу эҙләмәгеҙ башҡаса, бер ни ҙә килеп сыҡмаҫ. Әг­әр ошо хата­ны ары ла дауам итһәк, гөнаһыбыҙ боҙоҡлоҡ һәм хыянатҡа әүереләсәк… Ху­ш­ығыҙ мәңгегә, һир­әк­ләп булһа ла мине хәтерегеҙгә төшө­рө­гөҙ. Хә­йер, ҡыҫҡа йәйге төндәге төштөң нимәһен хәтерләйһең? Онотолор…

Ул ҡабаланып кейенде лә асыҡ ишектән тышҡа уҡталды, мин дә уның артынан ташландым. Аҡ төҫтәге күлдәк, аҡҡош елпенеүендәй талпынып, һыҙылып килгән таң ойотҡоһона ин­еп юғалды… Өнөм булдымы был, әллә һаташыулы төшөммө, аҙашҡан яҙмыштар ҡа­уы­шыуымы, белмәйем. Тышта көн боҙолоп киткән, шым-шырыҡлап ям­ғыр һибәләй. Төйәләҫ йылғаһы яғында аҙашҡан, күшеккән яңғыҙ ҡоштоң өҙәләнеп ҡыс­ҡырыуы ишетелде. Тиҙ арала өҫтөм еүешләнде, сәстәремде башыма һылаған һалҡын тамсылар биттәрем, сикәләрем буйлап түбән һарҡтылар.

Тайфур шулай тине лә тынып ҡалды, мин дә һөйләнелгәнде нисек ҡабул итергә лә белмәй аптырап ултырам. Шулай ҙа был сәйер тарихтың аҙағын белергә теләп һо­рар­ға йөрьәт иттем:

– Асия башҡаса осраманымы?

– Осраттым яңыраҡ. Поликлиниканан сығып килә ине. Сырайы шат, яҡты, ҡорһағы ла бүлтәйә төшкәйне. Күңелемә тыйып торғоһоҙ шатлыҡ урғылды бит әй! Тимәк, мин атай бу­­ла­саҡмын, тимәк, ҡаным киләсәктә ҡаласаҡ. Һәр ир шуны теләй, шуға ынтыла. Был уның йәненә тәбиғәттән һалынған халәт. Әле шатландым, тинем, шатлыҡ хыянат аша түгел, сафлыҡ аша килергә тейеш, шул саҡта ғына ул күңелде елкендерә. Һа­ғ­ыш­ҡа, моңһоулыҡҡа, билдәһеҙлеккә сорналған ҡыуаныс кешене ысын мәғәнә­һен­дә бәхетле итә алмай.

– Ә Йыһаниә?

– Ул ғорур зат. Шифахананан ҡайтыу менән үк уға ошо ваҡиға хаҡында ет­кер­ҙеләр. Кем быны күргәндер. Бер һүҙ менән әйткәндә, энәһенән-ебенә ҡәҙәр тәфсил­лә­­гәндәр. Күршенең арҡырыны буйға һалырға эшкинмәгән йобалҡы* ҡатыны беҙҙең тарафҡа ҡолаҡ һалырға, тормошобоҙҙо ҡойма егенән күҙләргә бигерәк хирес* шул. Йы­­һаниә ғауғалашманы, ундай холҡо юҡ уның, бөтә нәмәне тын­ыс, һәүетемсә хәл итә.

Эштән ҡайтыуыма ҡатыным әйберҙәрен йыйып төйнәгән дә, зал уртаһына ултырғыс ҡуйып, шунда ултыра. Күңелгә шөбһә төштө, шулай ҙа сер бирмәй һин дә мин ҡыла­нам, сикәһенән әп итеп алырға үрелгәйнем, ситкә тайшанды. Гел һыйын әҙерләп көтә торғайны, был юлы өйҙән аш еҫе лә килмәй. Сисенеп үтеүемде сабыр ғына көттө лә, тоноҡ тауыш менән һораны:

– Был, дөрөҫмө, Тайфур?

Нимә тип кенә әйтәйем, башым эйелде, ауыҙыма һыу уртланым

– Тимәк, дөрөҫ… Мин һинән китәм, Тайфур…

– Нимә, аҡылдан яҙҙыңмы әллә? Булған да бөткән, башҡаса ҡабат­лан­маҫ, вал­-ла­һи, ант итәм бына!

– Нимә тинең? – Ул әйткәнемде аңламағандай ҡабатлап һораны. – Уйламай эшләгән кеүек үк, ҡайһылай еңел ант итәһең, Тайфур, уйынсығын яңылыш ватҡан ба-

ла һымаҡ ҡыланаһың…Ә мин һиңә ышанғайным…

Сығырға ынтылған ҡатынымдың юлын быуып, ишеккә арҡыры баҫтым:

– Ҡабаланма әле… Теге, ни, уйлашайыҡ…

– Уйлағанһың бит инде, мин дә үҙемсә хәл итәм.

– Йүләрләнмә, ҡайҙа бараһың, ҡалала яҡын туғаның да юҡ та баһа… Урамда көн итмәксеһенме?
– Уныһы минең хәсрәт.

– Былай итәйек, улайһа, һин бында йәшәп тор, мин усаҡлыҡта, шунан тыныс­лан­­ғас…

– Китәм, Тайфур, тотма!

– Китмәйһең! Кем тауыҡтарға ем һибер, кем баҡсаны ҡарар, кем мине эштән

ҡаршы алыр, билем, радикулитым тотһа, кем аяҡҡа баҫтырыр, ә? – Ҡыҙып китеп Йыһаниәнең ҡулындағы юл сумкаһын һелкетә тартып алдым, үҙен ҡәнәфигә елте­рә­теп алып барып ултырттым да, ҡаршыһына тубыҡландым. – Йыһаниә, әйҙә, дуҫла­ша­йыҡ, килешәйек, ә, әйтәм бит бөттө, башҡаса ҡабатланмаҫ! Минең һинән башҡа бер кемем юҡ, һиңә лә минһеҙ ауыр буласаҡ. Бер-беребеҙгә өйрәнгәнбеҙ бит инде, берегеп бөткәнбеҙ.

– Мин дә шулай уйлай инем.

– Уйлағас һуң?

– Китәм, башҡаса ҡабатлатма!

– Юҡ, һин китмәйһең, икәүләп китәбеҙ, туҙҙырайыҡ донъяны, әйҙә ҡалһын шау­ҙыр­лап! – Енләнеп йөрөп икенсе сумкаға әйберҙәремде тыңҡыслап тултырҙым да ишек төбөнә килгәс, янаулы ҡысҡырҙым. – Яндырайландырма, Йыһаниә, әгәр йортто ташлаһаң минең ни эшләрҙе беләһең! – Ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып киттем.

Бетенә үсегеп, тунын яҡҡан кеше­ләй, янаным инде шунда, ысынын әйткәндә нимә генә ҡыла алам?! Уйым менән Йыһаниәне нисек тә өйҙә ҡалдырыу инде теләк. Тура таныш ятаҡҡа киттем, комендантты таптым. Ип­ле мөғәмәләле, изге йәнле ҡатын ул.

– Гөлсара апай, йорттоң эсен һалҡындар төшкәнсе ныҡлап ремонтларға ине иҫәп, шуға һеҙҙә йәшәп торайымсы, ҡатынды ауылға ял итергә ебәрәм.

– Ремонт, тиһеңме, йортоңдо иртә һипләмәксеһең, һалҡын ел үткәрәме шу­лай? – Күпте күргән ҡатын һүҙҙең айышын төшөнөп кинәйәләп һораны. – Бәлки, килен менән йәшәрһегеҙ бергәләп, бер бүлмә буш әлегә, теге шахтала эшләүсе Рәшит тә йорт бөт­ө­рөп күсенде яңыраҡ.

– Киленең, күптән ауылда булғаным юҡ, шунда барам, ти. Өй ел үткәрмәй үткәреүгә, евроремонт яһамаҡсыбыҙ.

– Хәҙер европаса йәшәргә күстек шул, европаса йорттар, европаса ҡылыҡ-фиғел…

Бөтәһен дә аңлай, хәйләкәр ҡатын, уратып һуҡтырып семетә генә. Кире борманы шулай ҙа, йәшәр бүлмәмде күрһәтте. Ваҡытлы торлаҡ мәсьәләһен еңел хәл иттем.

Кискеһен, ҡараңғы төшөү менән, йортобоҙ янына килдем. Тәҙрәләрҙә ут бар­лы­ғын күреп тынысланып кире боролдом. Китмәгән Йыһаниә, тимәк яйлап барыһы ла үҙ яй­ына ҡайтыр, тип өмөтләнеп кире боролдом. Тик өмөтөм аҡланманы, әллә нисә тап­ҡыр өйөбөҙ янына килдем, мәгәр ҡапҡаны асып инергә батырсылыҡ итмәнем. Сығып китеүе генә еңел икән ул, ә ҡайтып инеүҙәре… Тик ниндәй хәлдә булһа ла, кеше яңғыҙ йәшәй алмай, уға һәр ваҡыт иш-иптәш, күңел йыуанысы кәрәк. Эштән ҡайтып, ка­р­а­уат­та аунап, китап уҡыу ялҡытты, бер көн маҡсатһыҙ ҡала ҡыҙырырға сығып кит­тем. Приют янынан үтеп барһам, ишек алдында балалар уйнап йөрөй. Өс-дүрт йәш­тәр самаһындағы ҡыҙ тәгәрәгән тубы артынан йүгереп, минең эргәгә килде. Сәс­тә­ре етен ише һап-һары, бөҙрәләнеп һибелгән, күҙҙәре зәп-зәңгәр. Торғаны бер ҡурсаҡ инде, юҡ, ҡурсаҡ ҡына түгел, Йыһаниәгә оҡшаған да баһа, сәстәре лә, күҙҙәре лә.

– Доченька, мячик в сторону улицы больше не кидай, ладно? – Тупты алып уға һон­дом.

– Белгегеҙ килһә, мин башҡорт ҡыҙы. Исемем – Фәйрүзә! – ти был ҡыйыу итеп.

– Оҡшағанһың шул. Ә исемеңә килгәндә, ундай ҙа матур исем­де тәүләп ише­т­еүем.

– Ысынмы?

– Ысын. Ант!

Ҡыҙ селтерәтеп көлөп ебәрҙе лә, йөҙөн етдиләндерҙе:

– Ағай, һеҙ, кем, минең атайым түгелме? Бындағы апайҙар атайың килеп алыр әле бер көн, тип йыуаталар, ә ул юҡ та юҡ… – Ҡыҙыйҙың ҡарашы моңһоуланды.

– Атайың килер ул… Бына мин дә ҡыҙымды эҙләйем … – Уйламағаныраҡ хәбәр ысҡындырҙым.

– Әгәр мин һеҙҙең ҡыҙығыҙ булып ҡуйһам?

– Бик ҡыуаныр инем.

– Иртәгә бында килерһеңме? – ти ҡыҙ алсаҡланып.

– Иртәгә эшкә, иртәнән һуңға килермен, йәме.

– Килегеҙ, көтөрмөн. – Ҡыҙ йомшаҡ биттәрен минең ҡырылмаған сикәгә тейҙереп алды ла йүгереп китеп барҙы. Тәнемә бала ҡағылғаны булмағас, тетрәнеп киттем, тағы танауыма иҫерткес хуш еҫле бала еҫе бәрелде. Сүгәләгән килеш иҫемде йыя алмай ултырып ҡалдым.

Барҙым теге йорт янына, шунан тағы, тағы… Күстәнәстәремде, уйынсыҡтар то­топ вахтанан һуң унда йүгереүем ғәҙәткә әүерелде. Фәйрүзә менән аралашыуым йәнемә да­уа күңелемә йыуаныс ине. Бер көн беҙҙең янға тәрбиәсе ҡыҙ килде:

– Һеҙҙе приюттың мөдире саҡырта.

Ҡырыҫ йөҙлө йәш ҡатын сәләмемде алғандан һуң күҙлеге өҫтөнән асыулы ҡа­ра­ны:

– Миңә һеҙҙең хаҡта әйттеләр. Һеҙ кем?

Исем-фамилиямды, эшләгән урынымды әйттем.

– Документтарығыҙ?

– Ял иткәндә нимәгә ул документ? Миңә ышанмайһығыҙмы?

– Ышанмайым. Бөгөнгө заманда иң тәүҙә ҡағыҙ, шунан башҡаһы. Пас­порт­ы­ғыҙ­ҙы күрһәтһәгеҙ һөйләшергә булыр ине, хәҙер урынһыҙ һәм файҙаһыҙ. Ки­ҫә­тәм, бын­да, беҙҙең балаларға, яттарҙың яҡынлауы ҡәтғи тыйыла.

Тоҡанып киттем:

– Ҡағыҙ йәндәр! Кешегә түгел хәҙер, ҡағыҙға ышаналар! Әгәр ҡала буйлап йө­р­ө­йөм, кем менәндер аралашам икән, ул минең шәхси эшем!

– Рәхим итегеҙ, аралашығыҙ, һеҙҙе бер кем дә тыймай, тик бынан һуң беҙҙең ба­ла­ларға яҡынлайһы булмағыҙ!

– Насар уйҙан түгел дә, күстәнәстәр, уйынсыҡтар алып киләм.

– Уларға бөтә нәмә лә етә.

– Балаларға өлкәндәр йылыһы етмәй, – тип ҡырт киҫтем.

– Бына быныһын дөрөҫ әйттегеҙ. – Мөдир йомшағандай итте. – Фәйрүзәнең әсәһе юҡ, атаһы тере, тик ҡайҙалығы билдәһеҙ. Ошонан аҙаҡ ир-аттарға ышан инде. Ул уны көтә.

– Әгәр килеп йөрөргә рөхсәт итһәгеҙ икән, бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күр­мә­йем.

– Ярамай, баланы ниңә ерле-юҡҡа ымһындырырға.

– Һеҙ хаҡлы, тик Фәйрүзә килеремде ҡапҡа ауыҙына килеп көтөп кенә тора бит.

– Ул хисле бала, һеҙгә эҫенмәҫ элек килеүегеҙҙе туҡтатығыҙ, мыжыр-мыжыр ҙа онотор. – Мөдир һөйләшеүҙең бөткәнен белдереп сәғәтенә ҡараны. – Аңлаштыҡ, килештек тип иҫәпләйек.

– Килмәҫмен башҡаса… Шулай ҙа телефон номе­рымды ҡалдырам. – Һүрелеп, өмөт­һөҙләнеп әйттем.

– Кәрәгерме икән?.. Хушығыҙ.

Аҙна самаһы таныш тарафҡа һуғылманым. Эс яна, әммә түҙергә кәрәк, ысынлап та нимәгә тормошҡа ашмаҫ хыялға ымһынырға.

Бер көн телефон шылтыраны. Теге мөдирҙең тауышы:

– Килегеҙ, Фәйрүзәнең йоҡоһо йоҡо түгел, ашауҙан яҙҙы, сирләп китмәһен, тип борсолабыҙ.

Эштән сығыу менән киттем приютҡа. Барһам, ҡапҡаға һөйәлеп Фәйрүзә тора. Мине кү­р­еү менән иламһырап муйыныма килеп һарылды:

– Атай, нишләп килмәйһең ул, ә мин һине көтәм, көтәм…

– Эш күп булды, ҡыҙым, инде көн һайын килермен, йәме…

Дәртләнеп Фәйрүзәне ҡыҙлыҡҡа алыу өсөн документтар юлларға тотондом. Би­реү­ҙәре икеле, беҙҙең айырым йәшәүебеҙҙе белһәләр, баш тарта­саҡ­тар.

Икәүләп тынып ҡалдыҡ. Берауыҡтан ул телгә кил­де:

– Ярай, һеҙҙе, эш кешеһен тотҡарланым, ғәфү итегеҙ. – Тайфур тороп китергә йый­ын­ды ла һораулы төбәлде. – Айҙар ағай, һиңә үтенесем бар ине…

– Әйтегеҙ.

– Көн аша булһа ла Йыһаниәнең хәлен белә алмаҫһығыҙ микән? Инеп тороу кәрәкмәй, өйҙә ут яныуын күрәһегеҙ ҙә миңә шылтыратаһығыҙ. Ике көн аша де­жур­ствоға йөрөй, шуны ла иҫәпкә алһағыҙ… Йыһаниәнең йөрәге шәп­тән түгел, ауырып китеүе бар, уны мин ҡайғыртмаһам, кем ҡайғырта. Үҙ­ем дә бара алам да ул, йә күрше-күлән күреп ҡалыр, өйһөҙ, берәҙәк эт ише ҡапҡа төбөн һаҡ­­лауы оят. Былай ҙа тан­ыш-белештәргә бер нисә тапҡыр тап бул­дым…

– Ярай һуң…

Минең өсөн мәшәҡәт эш түгел ине ул, эңер төшһә, тәҙрә янына барам да Тай­фур­ҙың йортонда ут күрһәм, телефондан шылтыратам. Ошондай сәйер бәйләнеш тағы күпме дауам итер ине икән, белмәйем, бер көн кис теге таныш уттың ҡабыныуын көтөп ала ал­мағас, кейенеп шул яҡҡа йүнәлдем. Тәҙрәләр ҡараңғы. Ары ни ҡылырға бел­мәй ул­­тыр­ғысҡа сүгеп көтә башланым, бөгөн бит Йыһаниәнең дежурствоһы түг­ел, ҡай­ҙа йөрөй икән бығаса? Әллә өйҙә булып та ауырып киттеме? Яттарҙың яҙмы­шына ҡыҫылып, хәҙер килеп кеше ҡатынын хәстәрләп йөрө инде, бисә белһә ни тейер? Апаруҡ ваҡыт үтте. Тайфурға хәбәр итергә кәрәк, башҡа­са сара ҡалманы.

– Кем унда? – Яҡынлаусы шөбһәләнеп һораны.

Йыһаниәне таныным.

– Иҫәнмеһегеҙ, был мин, Тайфурҙың танышы, хәтерләйһегеҙҙер, гел осраш­ҡан­да сәләмләшәбеҙ.

– Ә-ә-ә, һаумыһығыҙ… Һеҙ нишләп бында?

– Саф һауа һулап йөрөнөм дә инеп,хәлегеҙҙе белмәк иттем, тороп тор, мәйтәм, Тай­фур­ҙар нисек йәшәп яталар икән!

– Ул өйҙә юҡ шул, командировкала…

– Ярай улайһа, хушығыҙ. – Китергә йыйынып ҡалҡҡайным ғына, кеҫә теле­фо­ным шылтыраны.

– Айҙар ағай, һеҙ ҡайҙа, нишләп бығаса шылтыратмайһығыҙ? – Тайфурҙың тауышы киске тынлыҡта ап-асыҡ ишетелә.

– Мин… урамда, артыҡ шаулама әле, тауышың таш яра!

– Ниңә тыяһығыҙ?! – Тайфур ғәҙәтенсә этеп алып бара. – Беҙҙең өйҙә ут яна­мы?

– Әлегә юҡ, хәҙер яныр…

– Нисек яныр? Янамы-юҡмы? Йыһаниә нисек?

– Һәйбәт, ярай, хуш, һуңғараҡ шылтыратырмын. – Телефонды кеҫәмә йәшер­ҙем.

– Аңлашылды… – Йыһаниә ҡапҡаны асты. – Үтегеҙ!

Утты ҡабыҙғас, залға саҡырҙы:

– Хәҙер сәй ҡуям.

– Рәхмәт, яңыраҡ ҡына өҫтәл артынан торҙом.

Хужабикә ныҡышманы, йәнәшәмә, ҡәнәфигә һеңеп ултырҙы ла, яҡтарын өҫкә тартып ҡул­дары менән яурынбаштарын ҡосаҡланы:

– Һыуыҡ, өшөтә…

– Ҡара көҙгә өйрәнә һалып булмай шул, ни тиһәң дә, ҡыш яҡынлаша, көндөҙ беленмәһә лә, кистәрен һал­ҡын.

– Йәшермәйем, Тайфур киткәс өйҙән ҡот ҡасты. Ә һеҙ уның йомошсоһомо?

– Шулайыраҡ.

– Күпме дауам итер икән был уйын?

– Йыһаниә, мин барыһын да беләм. Бәлки…

– Ғәфү итергәме? Хыянат ғәфү ителәме?

– Тормош тигәнең ҡатмарлы, быны, өлкән булараҡ, һеҙгә ҡара­ған­да яҡшыраҡ бе­ләм, аңлайым.

– Тимәк, кисерергә?

– Уныһын үҙегеҙ ҡарағыҙ, мин һеҙгә хөкөмдар түгел. Тайфур ятаҡта йә­ш­әй, һеҙ бында яңғыҙығыҙ ҡаңғыраһығыҙ, ары былай дауам итмәҫе билдәле.

Был юлы Йыһаниә яуап ҡайтарманы, һынағастай ҡатып ултыра бирҙе. Уның күҙ­ҙә­ре киң асылып киткән, ағартҡансы аҫҡы иренен тешләгән. Ул көслө, икеләнеүле тойғо кисерә инее, шикелле, һаҡһыҙ һүҙ ысҡындырһам, һытылырға әҙер.

Аҙыраҡтан сығырға йыйынып урынымдан ҡалҡтым:

– Донъя йәме – иң әүәл бала ул, Йыһаниә… Әгәр Тайфур ҡайтһа, яңғыҙы ғына ҡа­йт­маҫ, приюттан бәләкәс бер ҡыҙ баланы эйәртер, әгәр һеҙ ҡаршы бул­ма­һағыҙ, ҡа­бул итһәгеҙ, әлбиттә.

Ишек төбөнә килгәс, Йыһаниәнең өҙәләнеп, сабырлығын юйып ҡысҡырыуы ише­т­ел­­де:

– Айҙар… ағай, Тайфур ҡыҙ бала алып ҡайта, тинегеҙме? Беҙҙең өйөбөҙгә бала инә­сәкме? Йә, Хоҙай, беҙҙең дә берҙән-беребеҙ буласаҡмы?.. Нимә тип кенә яуап бир­ә­йем икән?.. Белмәйем, быуыным бу­ш­а­ны, зиһенем таралып бара. – Ул ике сикәһен ҡуш услап йәш аралаш ҡараны. – Әл­лә нишләп йылмайғым килеп киттесе. Иртәрәк икәнен дә беләм, барыбер ҡы­у­анғым, көл­­гөм, йылмайғым килә, минең… беҙҙең дә ос-мот ҡына бәхеткә хаҡыбыҙ барҙыр!..

Ҡыш башы. Миҙгелдең моңһоу бөләңгертлектән арынып, ныҡҡа таянып саф­лыҡ­­ҡа сумған мәле. Күпмәһенең тышына аҡ юрғанын бөркәнгән бар тәбиғәт, тирә-яҡ рәхәтләнеп йылы, ҡалын түшәгендә иҙрәй. Офоҡ уратаһын шыйыҡ, үтә күр­ен­­мә­ле шекәрә болот ҡап­лаған. Күк көмбәҙенең ҡап уртаһындағы түңәрәк асыҡ­лыҡ­тан, ти­р­­­­мән мөкө­һө­нән* һирпелгән он кеүек, ер өҫтөнә ҡар һибәләй. Подъезд ишегенән сы­ҡ­­­тым да һал­ҡын­са һауаны күкрәк тултырып һулап, аҙға ғына ян-яғыма ҡараш ташла­ным. Ил­а­­һи гү­зәл­лектән күҙҙәрем ҡамашты, күңелемде ошо ҡабатланмаҫ бал­ҡыш гөлтләтеп ҡа­­­б­ыҙ­ып ебәрҙе. Туҡ­та, анау етәкләшеп барған өсәүҙең һыны бик тә та­ныш та баһа. Сырамыттым. Ҡунаҡбаевтар. Ҡыҙ бала тәтелдәп ниҙер һөйләй, эй­е­леп, йом­шаҡ ҡарҙы услап алып һауаға һи­бә лә бит­тәренә бөркөлгән һалҡындан ҡытығы ки­л­еп шарҡылдап көлә, уға бала ҡыуанысынан ирәмһегән ата-әсә ҡу­ш­ы­ла. Шат та­уыш­тар шырпы ҡабылай тигеҙ рәттәргә те­ҙ­ел­гән таш йорт­тар­ға бәрелә лә пак­­лыҡ­ҡа сорна­лып, сихри биҙәктәргә әүерелеп, юл ҡырлатып ойо­ған ағ­ас­тар иңенә ҡуна, ҡу­н­ып ҡына ҡалмай уларға һанһыҙ йы­м­ыл­даҡ ос­ҡон­дар өҫ­тәй. Бына уларға ауырлы ҡа­­т­ын осраны. Уның башындағы шәш­ке кә­пә­се, ҡа­барын­ҡы яға­һы ла һан­һыҙ ынйы­лар­ҙан емелдәй, йәш, һылыу, бер аҙ тут­ла­на төш­кән йөҙө ҡы­ҙ­ар­ған. Ҡат­ын яҙа баҫып абы­ныу­ҙан ҡурҡып, һаҡ, ипле аҙым­лай, әле тыумаған са­бы­йын ҡур­сы­уы­лыр. Тай­фур бер аҙға ғына туҡ­талып, моңһоу төбәлеп уның яғына ҡайы­р­ыл­ды. Ҡа­тын уны аб­ай­ла­маны, әллә күрһә лә күр­мә­неме, белмәйем, ба­­шын ғорур сөйөп, бер кемгә иғтибар ит­­­мәй ат­лауын бе­лде. Йөклө ҡатын асылырға тумаланған сәскә менән бер шул, уның күңеле ерҙә түгел, йондоҙло күктә. Атаһының аңшая биреп тороуы ҡыҙый­ға оҡша­маны, йүгереп килеп етәкләп алды ла, ирендәрен турһайтып, үпкәләп һөйлә­неп уны ал­ға тартты: «Атай, беҙ­гә генә ҡара, беҙҙе яратмайһыңмы әллә?»
Яра­там, яра­там ҡы­­ҙ­ым…»

– Ни тиклем матурҙар, бәхетлеләр… – Йәнәшәмә баҫҡан ҡарсыҡ шулай тине.

– Ә? Нимә тинегеҙ? – Был һүҙҙәрҙең кемгә тәғәйенләнгәнен айыра алмай ҡаб­ат­лап һораным.

– Көн матур тим, балам. Ана бит, ҡышты әйтәм, ҡарын да көрәп яуып ҡуйҙы, хәҙер холҡон күрһәтергә самалап, бу­ран­ын ҡуҙғыта.

Тәбиғәттең кәйефе күҙ асып йомғансы үҙгәрә шул. Бейектән, бик бейектән яб­а­лаҡ­лап елгәрелгән ҡар, талғын өйрөлөп, «әйлән-бәйлән» көйөнә бейей ҙә баш­ла­ған. Теге өсәү йә­йәү­ле буранға эйәреп китте, ауырлы ҡатын йөҙөн елгә ҡуйып уға ҡаршы ат­ланы.



* мыртый (диал) – ҡусты мәғәнәһендә

* әпәләнеү – ҡабаланыу, өтәләнеү.

* ауһар (диал) – тинтәк, елғыуар.

* йобалҡы – йыбытҡы

* хирес* – әүәҫ.

* мөкө – ҡул тирмәненең он ҡойола торған тишеге.
Хәйҙәр Тапаҡов
Читайте нас: