Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
26 Декабрь 2020, 22:40

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

– Абау, шайлы кеше ни, ҡәбәхәт! – Ярһыған ҡатын күҙ алдынан юғалғансы ирен йыуан беләктәре менән болғай-болғай әрләп кинәнде. Унан, ни өсөн мин генә ҡайғырырға тейеш әле, тип уйлап, ҡәйнәһенә, туғандарына шылтырата башланы.

Кисә генә күршеләренә инеп:
– Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй бит, тәтәй! Теләһә кем улай булдыра алмай, – тип һыу тейҙермәй маҡтаған ирен Мәмдүҙә бөгөн өҙгөсләп ташларҙай хәлдә ине.
– Кит, ғибрәт, тағы аҡса һорайһыңмы ул? – ҡатын иренә осҡон сәсеп торған күҙҙәренең ағы менән зәһәр сәнсеп ҡараны. Тегеһе нимәлер аңлатырға тип ауыҙын асҡайны ғына, йәнә шул килеш өнө тығылды. – Нимә аҡшайҙың? Ниндәй бөткөһөҙ теләнселәү, ти, ә? Ана аша­рыңа һалдым, аҡса бөтөрөп әбиткә йөрөйһө түгел. Һаҫыҡ-һоҫоҡ ысталауай ашын ашамаһын тип торам үҙеңде. Бензинға кәрәк тиһеңме? Ай, Аллам, әллә шул нәмәне үҙең эсәһеңме? Запчасть тиһеңме? Йә, Хоҙай! Былтыр ғына әллә күпме запчасть алып бирҙем. Таҡырға таяндыраһың бит, ә!
Ҡатын урынында түҙмәй, еңмешлеген күрһәтеп, аяҡтары менән тыпырсынып-тыпырсынып алды. Бер аҙ тын ҡалып, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй итте лә, йәнә төкөрөктәрен сәсә-сәсә иренә ташланды:
– Шул машинаң берәй ҡасан туя беләме, бер аҙна элек заправить иттем бит, әллә үҙең эсәһеңме? Былай булһа, донъя көтөрһөң һинең менән. Бына минең өҫкә алмаш күлдәгем юҡ. Ә һин көн дә, шунса-шунса аҡса кәрәк, тип муйындан быуып алып бараһың! Нимә-нимә, кисә генә 30 мең аҡса апҡайттым тиһеңме?! Ай, Алла, берәү эшләй, ыуаҡай. Башҡа ирҙәр кеүек йөҙәр меңләп алһаң, бер хәл. Вис үҙеңә китеп тора бит. Шул өс бөртөк аҡса эсеңде көтөрҙәтеп тик торҙо инде. Ни хәл таң аттырҙың әле?! Шул аҡса тип көн дә талайһың бит. Тамам наҙайыл, түҙерлек әмәл ҡалма­ны. Ана, кеше ирҙәре әллә нисә эштә эшләй. Ә һин ҡайтаһың да һуҙылып ятаһың. Ялҡау! Өй һалам тиһеңме? Нимә-нимә, эшләмәйһең тиһеңме?! Әллә минең ер һөрөүемде теләр инең­ме? Ана, егәрлене алаһы ине. Мин һиңә йәбешеп сыҡманым.
Ир машинаһының асҡысын күтәреп бәрҙе лә йәйәү атланы – эшенә барыуын-барып етер ҙә ул, ҡайтҡанда бензины бөтөп ултырһа, “тимер ат”ын ҡала урамында ҡалдырып китһенме ни!
– Абау, шайлы кеше ни, ҡәбәхәт! – Ярһыған ҡатын күҙ алдынан юғалғансы ирен йыуан беләктәре менән болғай-болғай әрләп кинәнде. Унан, ни өсөн мин генә ҡайғырырға тейеш әле, тип уйлап, ҡәйнәһенә, туғандарына шылтырата башланы:
– Тамам биҙрәтте һеҙҙең шул нәмә­геҙ. Аҡса тиһәң, йәнен бирергә әҙер. Шул оңҡот ҡайҙан ғына юлыма осраған, кәпичник. Таңдан бар кәйефемде боҙоп сығып китте. Кәрәкмәй миңә һеҙҙең туҡал һыйырығыҙ, килеп апҡайтығыҙ. Бутта унһыҙ йәшәй алмайым. Хәстрүш, берәү инженер, имеш. Аҡсаһын муйынына баулап йөрөтһөн. Ҡәбәхәт!

Бите ҡыҙарып бүрткән ҡатын ярһый-ярһый күршеләренә юлланды.
– Анауҙы әйтәм, асҡысын бәреп сығып киткән булды. Ҡайтһын әле, күрһәтермен әле үҙенә. Асыуымды килтерһә, өйгә керетмәҫ тә ҡуйырмын. Шашып киттең! Бынан һуң ашатырмын әле мин һиңә. Әтеү кеше танымай башланың....
Бер нисә сәғәттән ул баҙарҙа шәшке тундарының әле береһен кейә, әле икенсеһен сисә ине.
Читайте нас: