Уның портреттарында, төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙың төп булмышы — әсәлек, быуындар бәйләнеше, башҡорт халҡының тарихи боронғолоғо һәм милли йолаларының, ғөрөф-ғәҙәттәренең матур үҙенсәлеген асыусы темалар ярылып ята. Үҙенең сағыу хис-тойғолары аша ҡабул иткән донъяның матурлығын, матдилығын төрлөлөккә бай, ҡеүәтле, ҡуйы төҫтәр менән сағылдыра ул. Йәш автор, үҙенең һөнәри оҫталығын ышаныслы файҙаланып, күп фигуралы композицияларҙы ла, портреттарҙы ла, натюрморттарҙы ла берҙәй ҡыйыу яҙа. Тормоштоң күп яҡлылығын аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм шуларҙы һүрәтләү- уның һөнәри булмышы. Вера Фролованың ижады күп милләтле Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, юғарыраҡ кимәлдәрҙә толерантлылыҡҡа, милләт-ара татыулыҡҡа, халыҡ-ара мәҙәни аралашыуға — сағыу миҫал. Уның әҫәрҙәре Өфөлә
М. В. Нестеров һәм
Чечен Республикаһының А. Ҡадыров исемендәге музейҙарҙа, Белорет, Ишембай һәм Салауат ҡалаларының картина галереяларында, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙә йәшәүселәрҙең шәхси коллекцияларында һаҡлана.