Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
15 Март 2021, 13:45

Изге әсә лә ул

Шағирә Минира Бикәнәсова ошо көндәрҙә матур ғүмер байрамын билдәләй. Журналыбыҙҙың тоғро дуҫы Минира Венер ҡыҙын күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, ижади уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар" редакцияһы коллективы.

Минира Бикәнәсова-Үтәгәнованың үҙнәшер юлы менән “Күңел моңо” тигән шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Ошо айҡанлы Ауырғазы районының Талбазы ауылындағы Ғ. Ибраһимов исемендәге үҙәк китапханала әҙәби осрашыу үтте.
Минира менән Ғафури районының Сәйетбаба урта мәктәбендә бер осорҙа уҡыныҡ. Уның “Башҡортостан пионеры” гәзитендә донъя күргән хикәйәләрен, шиғырҙарын, мәҡәләләрен айырыуса ҡыҙыҡһынып уҡый һәм шундай хәбәр­сенең үҙебеҙҙән булыуына ғорурлана инек. Тиҙҙән уға “Йәш хәбәрсе” тигән танытма ла бирелде. Мәктәптә сығып килгән стена гәзитенең дә мөхәррире ул булды. Ә инде бер мәл Минираның әүҙем яҙышҡаны өсөн Бөтә Союз пионер лагеры “Артек”ка юллама менән бүләк­ләнеүе мәктәбебеҙ өсөн оло ваҡиғаға әүерелде.
Гәзиткә яҙышҡандар башлыса филология факультетын һайлай. Был осорҙа химия һәм биология уҡытыусы­лары етешмәгәнлектән, мәктәп директоры вазифаһын башҡарған атаһы Венер Исмәғил улы, ҡыҙына ҙур өмөт бағлап, ошо һөнәр буйынса уҡырға кә­ңәш бирә. “Үҙебеҙҙең мәктәпкә ҡайтыр­һың”, – ти.
Әммә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы башҡа­сараҡ яҙыла шул – Минира студент саҡта Башҡорт ауыл хужалығы институтында белем алған Урал исемле егет менән яҙмышын бәйләй. Ул ошо райондың Усман ауылынан була. Йәштәр бер нисә йыл Төрөмбәттә йәшәй. Бер аҙҙан Усман башланғыс мәктәбен туғыҙ йыллыҡ итеп үҙгәртеү хаҡында ҡарар ҡабул ителә. Был яуаплы мәшәҡәт әле утыҙ йәше лә тулмаған Минира Венер ҡыҙына йөкмәтелә.
Дәртләнеп эшкә тотона ул. Белем усағының яңы бинаһын төҙөтөүҙе хәстәрләп, әллә күпме көс, ваҡыт талап иткән мәшәҡәтте йырып сыға, уҡытыу­сылар коллективы туплай. Үкенес: бына тигән заманса бина бөгөн йәнә башланғыс мәктәпкә ҡалдырылған. Уның буш бүлмәләре йүнләп йылытылмай, яғыулыҡ әрәм була бит. Йылылыҡ етмәгәнлектән, дым тыртып торған стеналарҙың бер заман емерелеп төшә башлауы ла хәүефләндерә уҡытыусыны.
Өс балаға ғүмер бүләк итә Минира: улы Айгиз Пенза ҡалаһында контракт буйынса хеҙмәт итһә, Айгүзәл Ломоносов исемендәге Мәскәү технология университетын тамамлап, Мәскәүҙә эшләп йөрөй. Булат – Бшҡорт дәүләт университеты студенты.
Һуңғы йылдарҙа Минира Венер ҡыҙы ижадҡа ныҡлап тотондо, Уның ауылдағы тормош, уңғандар хаҡындағы мәҡәләләре, фәһемле хикәйәләре гәзиттең йөкмәткеһен байытыуға тос өлөш индерә. Тормоштоң үҙәгендә ҡайнап йәшәгәс, илдәге үҙгәрештәр, кире күренештәр йөрәк һыҙланыуҙары булып аҡ ҡағыҙ биттәренә күсә. Ауылдағы мәктәп ябылғас, ғүмерен өс тиҫтә йыл самаһы балаларға белем биреүгә арнаған тәжрибәле уҡытыусы бер нисә йыл эшһеҙ ята. Бөгөн Минира Венер ҡыҙы Төрөмбәт мәктәбенә етәкселек итә.
Минира Венер ҡыҙын бергә эшләгән дуҫтары талапсан, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусы булараҡ баһалай.
– Минираның китабын бер тынала яратып уҡып сыҡтым, – тине, уны ҡотлап, Талбазы үҙәкләштерелгән китапханаһы етәксеһе Замера Хөсәйенова. – Был йыйынтыҡтан моң һирпелеп тора. Автор ауылда, халыҡ араһында, уларҙың ысын тормошон, тын алышын тойоп йәшәй. Тап шуға ла уның шиғырҙарында барыбыҙҙы борсоған мәсьәләләр һүрәтләнә.
Читайте нас: