Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
15 Март 2021, 21:55

“Көҙ миҙгеле танһыҡ миңә”

Бөгөн яратҡан йырсыбыҙ Нурия Абдуллинаның тыуған көнө. Үкенескә күрә, Нурия апай байрамын Өфөнән ситтә - Санкт-Петербургта ҡаршылай. Йырсыны тыуған көнө менән ҡотлап, тиҙерәк һауығып ҡайтыуын теләйбеҙ.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле йырсы, тиҫтәләгән йырҙар авторы Нурия Абдуллинаны белмәгәндәр һирәктер. Ул яғымлы, ихлас, алсаҡ, моңло тауышы менән халыҡ күңелендә күптән инде урын алған. Бигерәк тә “Ҡунаҡ өй” тапшырыуы аша ул меңәрләгән радио тыңлаусының дуҫына, кәңәшсеһенә, тәрбиәсеһенә әүерелде. Уның төрлө яҡлы ижады ҙур баһаға лайыҡ.
Талантлы моң эйәһе Нурия Нәсибулла ҡыҙы Әлшәй районының Баязит ауылында алты балалы йыр-моң яратҡан ғаиләлә тыуып үҫә. Ата-әсәһенең колхозда ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ҡайҙандыр аҡса йүнләп, балаларына гармун һатып алып биреүе моң иленә нигеҙ һалған тиергә була. Эйе, күп балалы колхозсы ғаиләһе былай ҙа осон-осҡа ялғап йәшәй. Бына ошо музыка ҡоралында башҡарылған көйҙәрҙе тыңлап үҫеү, шул осорҙағы йырҙарҙы ғүмерлеккә күңеленә һеңдереү Нурияға ла йыр сәнғәтенән атлауға этәргес көс була.
— Люциә апайым менән Юлай ағайым гармунда уйнарға тиҙ өйрәнде, улар кистәрен клубта йәштәрҙе бейетеп, йырлатты. Ә мин, бала ғына булһам да, уларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә торғайным. Тик туғандарым музыка ҡоралында уйнаһа ла, сәнғәт юлын һайламаны. Шулай ҙа бергә йыйылған саҡта табыныбыҙ бер ваҡытта ла йыр-моңдан өҙөлмәй. Йыр бит кешегә ҡанат ҡуя, йәшәүгә дәрт, көс бирә, ҡайғылы ваҡытта ҡайғыны баҫа, һағышлының һағыштарын тарата, шатлыҡтарҙы, уй-тойғоларҙы йөрәктәрҙән-йөрәккә еткерә, — ти йырсы.
Шулай бәләкәй Нурия атаһының тырышлығы менән гармунда үҙе белгән көйҙәрҙе һыҙҙырта башлай. Мәктәптә уҡыу йылдарында айырыуса йыр дәрестәрен көтөп ала. Һәр ваҡыт тиерлек концерттарҙа йырлап, гармунда уйнап йөрөй.
— Баязитта мәктәп булмағас, беренсе кластан уҡ күрше ауылға йөрөп уҡыныҡ. Унда ла башланғыс кластар ғына, шуға аҙаҡ Ташлы һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, ә урта белем алыу өсөн район үҙәге Раевкала уҡырға тура килә ине. Атай-әсәйем туғандарымдың яфаланыуын күрепме, мине Өфөгә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына урынлаштырҙы. Бында иһә сәнғәткә тура юл асылды: йыр, бейеү, хор түңәрәктәренә йөрөнөм. Тәрбиәселәрем, уҡытыусыларым да мәктәп сәхнәләрендә сығыш яһауымды күреп, теләгемде хупланы. Әммә йыр-моң яратҡан атайым ғына сәнғәт юлын һайлауыма ҡаршы төштө. Уның теләге уҡытыусы итеп күреү ине. Шулай ҙа үҙ һүҙлелегем, тырышлығым арҡаһында Өфөләге музыка педагогия училищеһына индем. Йыр кешегә дуҫ һәм юлдаш, хатта ул, ауырлыҡтарға ҡаршы тороп, сабыр, түҙемле булырға өйрәтә. Уҡыуҙа төп ҡорал баян ине. Атайымдың Яңы йыл алдынан аҡса йыйып, баян һатып алып биреүе миңә тағы ла көс, дәрт, сәм өҫтәне. Етмәһә, махсус музыкаль белемем булмағас, уҡыу ҙа еңел бирелмәне. Училище ҙур тормош мәктәбе лә булды. Ошо осорҙа ҡала, район буйынса уҙғарылған мәҙәни сараларҙа сығыш яһарға өйрәндек. Бында уҡыған саҡта уҡытыусыбыҙ, күренекле ҡумыҙсы Роберт ағай Заһретдинов беҙҙе сәнғәткә тағы ла яҡынайтты тип әйтһәм, бер ҙә генә хата булмаҫ, — ти Нурия Нәсибулла ҡыҙы.
Ул Өфөләге музыка педагогия училищеһын тамамлағас, кейәүгә сығып, Ейәнсура районында йүнәлтмә буйынса эш башлай. Тәбиғәтенең хозурлығы, халҡының ихласлығы, тырышлығы, ябайлығы, эскерһеҙлеге Нурия апайға илһам, ижад ҡанаты бирә. Ошо һоҡланыу һәм тыуған яғын һағыныу хисе бергә ҡушылып, йыр-моңға әүерелә. Шуға ла йыр ижад итеүе нәҡ ошо төбәктә башлана. “Ейәнсура — һин бит гүзәл ер” тигән тәүге йырҙарының береһен (көйө лә, һүҙҙәре лә үҙенеке) халыҡ йылы ҡабул итә. Шулай уҡ “Икәү бергә бит әле” йырын радио аша һорап йырлаталар. У. Кинйәбулатов һүҙҙәренә яҙылған “Ромашкалар”, “Һаумы, яҙ”, И. Аҡъюлов һүҙҙәренә “Сәфәрҙәргә сыҡһаң, яңғыҙ сыҡма”, “Ҡыр ҡаҙҙары” тап ошо осорҙа ижад ителә. Йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнашып, мәктәп, ауыл клубтары сәхнәләрендә сығыш яһап, Ейәнсурала үҙ кеше булып, дәртләнеп ижад итә ул.
“Кешеләргә еткерергә теләгән тойғо иң тәүҙә йырҙың һүҙҙәрендә булырға тейеш”, — ти йырға шиғыр һайлауға үтә талапсан Нурия апай. Ысынлап та, көй ҙә бит күбеһенсә йырға ҡарап яҙыла. Мәҫәлән, Флорида Исмәғилева менән Хәниә Фәрхи башҡарыуындағы “Ултыр әле, әсәй, яндарыма” тиҙ арала халыҡ араһына таралып, күңелдәргә үтеп инде. Уның бихисап йырҙарына клип төшөрөлгән. “Тыуған йортом тупһаһы”н Харис Шәрипов үҙ репертуарына индергән. “Ризыҡтарым өҙөлмәгән әле”, “Тыуған көн”, “Нәфсе даръяларын буйламайыҡ”, “Ни хәлдә һеҙ, туғандар?”, “Әсә фатихаһы”, “Рәхмәт һеҙгә, атай-әсәй”, “Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр” кеүек йырҙары йыш ҡына радио тулҡындарында яңғырап тора. Ижадын яратҡан тамашасыларынан рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетеү, Нурия Абдуллинаға тағы ла илһам, яңы көс, яңы һулыш бирә. Ижад кешеһе өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән?
Бер аҙ Ейәнсурала эшләгәндән һуң, уны ижад һуҡмағы Өфөгә алып килә.
— Мин Өфөнө ижадсылар ҡалаһы тип ҡабул итәм. Сөнки йыр яҙған кешегә яңы йырҙарын халыҡҡа еткерер өсөн радио-телевидение бар, кәңәш бирер, ярҙам итер тәжрибәле, талантлы сәнғәт әһелдәре йәшәй. Икенсе яҡтан, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, юғары белем биреү өсөн дә баш ҡалала йәшәү отошло. Шулай төрлө яҡлап уйлағас, фатирыбыҙҙы алмаштырып, Өфөгә күсеп килдек. Тәүҙә бер аҙ Башҡортостан уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу институтында эшләнем, аҙаҡ “Юлдаш” каналына күстем. Бында йыр сәнғәте менән бәйләнеш нығынғандан-нығынды, йыр-моң иленә сумып, рәхәтләнеп ижад иттем. Йырҙарым да радио тулҡындары аша йыш яңғырай башланы. Дүшәмбенән йомаға тиклем тура эфирҙа “Ҡунаҡ өй” тапшырыуын алып барам. Радио тыңлаусыларым менән әңгәмәләр төрлө темаға бағышлана, улар тормошсан, йәшәйештең барлыҡ өлкәләренә үтеп инеп, көнүҙәк проблемаларҙы күтәреп, заман менән бергә атлай, — ти әңгәмәсем.
Радио тыңлаусыларҙың күңелен күтәрерлек һүҙҙәр таба белгән популяр алып барыусы һәр ваҡыт эҙләнеү, белемен камиллаштырыу юлында. Әйткәндәй, Нурия Абдуллина Ислам университетының III курсында киске бүлектә уҡып йөрөй. “Йома көндө алып барған дини йүнәлештәге һөйләшеүҙәремә дәрестәремдең ныҡ файҙаһы тейә. Үҙең белмәй тороп, халыҡ менән әңгәмә алып барып булмай шул. Инәйем һәр ваҡыт: “Балаҡайым, һинең тормошоңа дин юлы сыға”, — тип әйтә торғайны, әммә уҡырға ингән ваҡытта, әҙерлегем булмаһа ла, мине алғандарына әле лә ҡыуанып бөтә алмайым”, — ти. Ысынлап та, дини китаптарҙа тормош фәлсәфәһе ята, уның нескәлеге асыла, ауырлыҡтарҙан арындырып, күңелдәрҙе сафландыра ул. Һәр ваҡыт белемен арттырыу, фекер ҡеүәһен үҫтереү буйынса ныҡышмалы эшләгән Нурия апайға һоҡланмау мөмкин түгел. “Мин яҙ айында донъяға килһәм дә, ниңәлер күңелемә көҙ миҙгеле яҡын. Әйтерһең дә, көҙ минең өсөн яңы башланғыс, яңы һулыш, яңы йыл ул”, — ти “Ҡунаҡ өй” хужабикәһе.
Ысынлап та, Нурия апайҙың ижад юлы ла көҙ миҙгеле кеүек төрлө төҫкә мансылған. Ул алып барыусы, йырсы, композитор ғына түгел, күптәр өсөн тәрбиәсе, кәңәшсе лә, балаларына һөйөклө әсә, тормош иптәшенә яратҡан ҡатын, ейән-ейәнсәрҙәренә наҙлы өләсәй ҙә. Үҙенең тормош йәмен дә тап ошонда күрә.
Сәриә РАМАЗАНОВА.
Читайте нас: