Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
21 Март 2021, 21:50

“Ярай әле аппараттары боҙолдо"

“Ҙур концерттарҙа ҡатнашыу өсөн кемдең кемеһе булырға кәрәк шул”, тинем аптырағас.

Һәр йырсының репетуарында төп урынды алып торған йыр була. Минең дә яратып йырлаған йырҙарымдың береһе – башҡорт халыҡ йыры “Был донъяның ҡәҙерен беләйек”. Ҡайҙа ғына булһам да концерттарҙа ошо йырҙы йырлауымды һорайҙар тамашасылар.
Уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағында “Совет Башҡортостаны” (хәҙер “Башҡортостан”) гәзитендә “Йырҙарыбыҙ-көйҙәребеҙ” рубрикаһында бирелгән йырға иғтибар иттем. Ноталары менән бирелгән йыр шунда уҡ миңә оҡшаны. “Был йырҙы Миңнулла Дәүләтбаев Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында яҙып алған”, тигән белешмә лә бар. Йырҙы өйрәнеп, концерттарҙа йырлай башланым. Ҡурайсы Таһир Хәмитов һәм баянсы Фирдус Шәрәфуллин менән Башҡортостан радиоһына яҙҙырҙыҡ. Телевидениенан да күрһәтелде. Миңнулла Дәүләтбаев бабайҙы бәләкәй саҡтан уҡ хәтерләйем. Ул беҙҙең күрше Томансы ауылынан. Йәйҙәрен, ауыл һайын йөрөп, кешеләрҙе фотоға төшөрөп, иҫке фотокарточкаларҙы яңыртып бирә ине. Бик кәрәкле эш менән шөғөлләнгән, тип уйлайым. Ғаилә менән фотоға төшәм тип Мәләүезгә, фотосалонға йөрөй алмай бар кеше лә. Шул йөрөүендә халыҡтан ишетелмәгән йыр-көйҙәрҙе лә йыйып йөрөгәндер. Һәр йәйҙең тәүге йәкшәмбеһендә Томансы ауылы янындағы Көнгәк тауында үткән халыҡ байрамында ла Дәүләтбаевтар ғаиләһе милли кейем кейеп бик матур сығыш яһай торғайны. Миңнулла бабай баянда уйнай, ҡатыны Мәхрүзә инәй ҡумыҙ сиртә, таҡмаҡ әйтә, йырлай, бейей. Уларҙың сығышына байрамға йыйылған бар халыҡ хайран ҡалыр ине. Миңнулла Лотфулла улы Дәүләтбаев бик күп йылдар Салауат педагогия учидищеһында буласаҡ уҡытыусыларға музыкаль белем биргән. Беҙ уҡыған Аптыраҡ урта мәктәбендә йыр дәресен алып барған. Әхәт Хәсәнов та уның шәкерте. Ғөмүмән, уҡыусылары бик күп Дәүләтбаевтың. Был йырҙы интернет селтәренә ҡуйғас, халыҡ шағиры Тамара Ғәниева апай “Миңнулла ағай мине лә педучилищела музыканан уҡытты”, тип яҙҙы. “Эйе, Миңнулла ағай Дәүләтбаевтан беренсе тапҡыр 1984 йылда ишеттем был йырҙы. Салауат пелучилищеһында музыканан уҡытты, ҡумыҙ буйынса түңәрәк тә алып барҙы, бик дәртле ағай ине”, – тип яҙған Екатеринбург ҡалаһында йәшәүсе Санъяр Дәүләтбаев. Әйткәндәй, Миңнулла бабайҙың бер туған ҡустыһы Мөнир ҙә ҡумыҙҙар яһау оҫтаһы булып танылған. Миңнулла Дәүләтбаев һәүәҫкәр композитор булараҡ та билдәле. Уның Кәүсәриә Шафиҡова һүҙҙәренә яҙған “Китмә” йырын Башҡортостандың һәм Татарстандың күп йырсылары башҡара. Миңә иһә Ғәлиә Солтанованың халыҡсан итеп башҡарыуы оҡшаны.
Оҙайлы гастролдәрҙән ҡайтҡас, Өфө буйлап йөрөп килә торғайным. Октябрь проспектындағы бер кафеға индем. Яныма бер ҡорҙаш килде лә: “Бер алманы бишкә бүләйек, тип һин йырлайһың бит. Бына шул йырың өсөн”, – тине лә алдыма бер ярты ултыртты. “Ғәфү ит, минең үҙемә поезға”, – тине лә сығып та китте. Рәхмәт тә әйтергә өлгөрмәй ултырып ҡалдым. Ошо йырға бәйле тағы ла бер хәтирә иҫкә төштө. Ҡасандыр мин Әлфиә Юлсурина, Фәниҙә Сәфәрғәлиева, һүҙ оҫтаһы Гөлзәмиә Ситдиҡова, Татарстандың танылған артистары менән берлектә, туғандаш республика буйлып гастролдә йөрөгәйнек. Әлмәт ҡалаһындағы концертта тәүге йырымды йырлап бөттөм. Икенсеһен иғлан иттем. Ни эшләптер аппаратура фонограмманы уйнатманы ла ҡуйҙы. Мин күп уйлап торманым, үҙебеҙҙең яҡта сыҡҡан халыҡ йыры “Был донъяның ҡәҙерен беләйек”, тинем дә музыкаһыҙ йырланым да ебәрҙем. Йыр тамамланғас, шығырым тулы зал аяғүрә баҫып тиерлек алҡышланы. “Афарин!”, “Браво!” ҡысҡыралар. “Ярай әле аппараттары боҙолдо. Ысын башҡорт йырын ишеттек”, тиҙәр тамашасылар. Шул хәлдән һуң, был йырҙы ҡайһы ғына төбәктә булһам да йырлар булдым. Бар ерҙә лә алҡышлайҙар ине, сөнки йырҙа барыһы өсөн дә ҡәҙерле булған һүҙҙәр бар: “Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ. Был донъяның ҡәҙерен беләйек!”
Был йырҙы йырлаусылар күбәйҙе хәҙер. Сәнғәт оҫталары концертын телевизорҙан күргән дә, Дамир Шәрәфетдинов: “Харис! Ни эшләп һинең йырыңды Алсу Сафина йырлап тора ул? Унда һин булырға тейеш инең бит!” – ти. “Ҙур концерттарҙа ҡатнашыу өсөн кемдең кемеһе булырға кәрәк шул”, тинем аптырағас. Шөкөр, Мәскәү тамашасыһы ла алҡышлай әле миңә һаман да. Был йыр менән төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашалар. Тик күңелде ҡырғаны шул – көйҙө күрәләтә боҙалар, куплеттарын алмаштырып бөтәләр. Халыҡ йырына һаҡсыл ҡараһындар ине, сөнки ул рухи хазинабыҙ.
Харис ШӘРИПОВ.
Читайте нас: