Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
30 Март 2021, 07:50

“Шоңҡар” журналының март һаны донья күрҙе

"Шоңҡар" журналы Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә йәш әҙиптәр араһында "Йондоҙҙарҙай күреп, Мин күҙҙәргә ҡарап барамын..." республика конкурсын иғлан итә.

Тормош ауыр, ҡайҙа барма – эшһеҙлек, тип зарланырға ярата күбебеҙ. Бәләкәй генә эш хаҡы алып йөрөгәнсе, өйҙә ятам мин, тип тә ебәрә ҡайһы берәүҙәр. Ә бәғзеләр күп уйлап тормай, зарланып та ултырмай, тота ла башлай. Уңһа – артабан дауам итәсәк, уңмаһа – икенсе юлды һайлаясаҡ. Һаулығың бар икән, аяҡ-ҡулың йөрөй икән, тимәк, тормош юлында үҙеңә-үҙең юл һалырға, алға барырға кәрәк, тик ятһаң, һиңә берәү ҙә "мә" тип килтереп тоттормаҫ.
Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында тыуып үҫкән Илүзә Алсынбаева ла ҡасандыр эш таба алмай хитланаһа, бөгөн ул үҙ аяғында ныҡлы торған эшҡыуар. Илүзә быға нисек өлгәшкән? Журналда “Тырыштар йүнен таба...” тигән мәҡәләлә уның уңыш серҙәре хаҡында белә алаһығыҙ.
Журналдың был һаны ла фәһемле яҙмаларға, уҡымлы хикәйәләргә бай.
Читайте нас: