Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
2 Апрель 2021, 08:45

Бөгөн – Балалар китабы көнө!

2 апрель – Балалар китабы көнө. Нәҡ ошо көндә күренекле әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен тыуған. Әҙиптең исемен мәңгеләштереү һәм балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан булдырылған байрам бөтә донъяла уҙғарыла. Ул 1967 йылдың 2 апреленән билдәләнә


ҠАПҠАН
Азаттың әсәһе бутҡа бешерер өсөн, дөгө ярмаһы алырға тип, соланға сығып китте. Бер аҙҙан ул һуҡранып, кемдеҙер әрләй-әрләй өйгә инде. Уның ҡулында дөгө ярмаһы һалынған тоҡсай, бер нисә урындан тишелгән. Ул тоҡсайҙың тишелгән урынын өҫкә ҡаратып өҫтәлгә һалды ла, мейес эргәһендә йоҡлап ятҡан бесәйгә ҡарап, асыуланып әйтеп ҡуйҙы:
- Бесәйлегеңде ташҡа үлсәйем! Сысҡан да тотмаған бесәй нимәгә кәрәк инде! Ошо сысҡандар күбәйгән өсөн генә алып ҡайтҡан инем һине! – тип, бесәйҙе ятҡан урынынан ҡыуып төшөрҙө лә: «Бар, сысҡандар тот!» – тип соланға сығарып ебәрҙе.
- Һуң был дөгөнө өсөнсө көн генә магазиндан һатып алып ҡайтып, ҡуйған инем, тишкеләп бөтөргәндәр, аяуһыҙҙар! Исмаһам берәй сараһын күрер инең атаһы! – тип, диванда нимәлер эшләп ултырған иренә зарланды.
Икенсе көндө Азаттың атаһы ҡапҡан алып ҡайтты ла, сысҡандар эләкһен өсөн, ҡапҡандың теленә ит киҫәге беркетеп, соланға ҡапсыҡтар янына ҡороп ҡуйҙы. Ишек алдында уйнап йөрөгән Азат менән ҡустыһына:
- Берүк, ҡапҡан янына яҡын барып, теленә бармағығыҙ менән төртөп ҡуймағыҙ!– тип иҫкәртте лә, ашығып ҡайҙалыр сығып китте.
Атаһы китеп, күҙҙән юғалыу менән, Азат ҡустыһына:
- Әйҙә барып ҡарайбыҙ, сысҡан эләкмәнеме икән? – тип, ҡустыһын эйәртеп соланға инеп китте.
Соланда иген тултырып ҡуйылған ҡапсыҡтарҙы ла сысҡандар тишкеләгән, тишелгән урындарынан иҙәнгә бойҙай ҡойолған. Ошо ҡапсыҡтар эргәһендә ҡапҡан ҡороп ҡуйылған. Сысҡан һаман эләкмәгән, урталағы теленә беркетеп ҡуйған ит киҫәге лә урынында. Азат атаһының:
- Ҡапҡандың теленә бармағығыҙ менән төртөп ҡуймағыҙ! – тигән һүҙен иҫенә төшөрөп, ҡыҙыҡ булып китте.
- Ә нимә булыр икән, әллә төртөп ҡарағамы? – тип, бер аҙ икеләнеп торғандан һуң, ҡыҙыҡһыныуы еңде. Ул бармағы менән ҡапҡандың теленә саҡ ҡына төртөп ҡарағаны. Ҡапҡан «шап» итеп ябылды ла, Азаттың бармағын өҙә яҙып, ҡыҫып алды. Ҡурҡыуынан, ауыртыуынан бер мәл шаҡ ҡатып торҙо ла, ҡысҡырап илап ебәрҙе. Ҡустыһы менән ҡапҡанды ҡайырып, ҡайырып ҡаранылар, аса алманылар.Ҡустыһы уның тирәһендә нимә эшләргә лә белмәй, ағаһын йәлләп иларҙай булып йөрөнө. Таяҡ алып ҡапҡанға тығып та ҡараны, булманы. Исмаһам әсәһе лә өйҙә юҡ бит, нисек асырға белмәй, ҡысҡырып илай-илай, Азат ҡапҡанын күтәреп урамға сығып югерҙе. Ҡустыһы ла илап унан ҡалманы.
Бәхеткә ҡаршы күршеләре Марат ағай, эштән ҡайтып, атын ҡапҡа бағанаһына бәйләп тора ине. Азаттың асырғанып илауына ул йүгереп килеп етте, бер ҡарауҙан эштең нимәлә икәнен аңлап, тиҙ генә ҡапҡанды айырып, Азаттың бармағын ысҡындырҙы.
- Һынғанға оҡшамаған, аҙыраҡ һыуыҡ һыуға тығып тороғоҙ, төҙәлер! – тине лә, йылмайыуын саҡ-саҡ йәшереп, өйөнә юнәлде.
Азаттың бармағы күгәреп, шешеп китте.
Ололарҙың әйткәндәрен тыңламаһаң, бына шулай ҙа була икән шул.
КҮСТӘНӘС
Әмир икенсе класста уҡый. Уларҙың класында бөтәһе туғыҙ бала. Кисә уға туғыҙ йәш тулды. Уның тыуған көнө айҡанлы әсәһе тәмле итеп бауырһаҡ бешерҙе, магазиндан төрлө кәнфиттәр, печеньелар алып ҡайтты. Әмиргә өр-яңы куртка ла һатып алған, ә һеңелеһе уйынсыҡ бүләк итте. Тәмле итеп, күмәкләп сәй эстеләр. Әсәһе:
- Иртәгә мәктәпкә барғас, иптәштәреңде һыйларһың! – тип, бауырһағын, печенье-кәнфиттәрен тоҡсайға тултырып улына бирҙе. Әмир уларҙы, онотмаҫҡа тип, үҙенең китаптары янына һалды ла, сумкаһын мейес буйына ултыртып, йоҡларға ятты. Иртән күтәренке кәйеф менән, мәктәпкә барып, иптәштәрен шатландыраһын уйланы. Арлы-бирле ҡапкалап, тиҙ генә кейенде лә, мәктәпкә сығып югерҙе.
Ул килгәндә бөтә иптәштәре лә класста, уҡытыусыһы ла яңы ғына килеп өҫ кейемдәрен һалып тора ине. Әмирҙең ауыҙы ҡолағына еткән, яңы курткаһын тиҙ генә һалып элде лә, уға ҡарап торған иптәштәренә:
- Беләһегеҙме? Мин һеҙгә нимә алып килдем? – тип, сумкаһын «шап» итеп партаһына ултыртты ла, асып ебәрҙе. Асып ебәреүе булды, унан бер бер артлы ике сысҡан һикереп сыҡты ла, уҡ кеүек атылып, иҙән ярығына төшөп юғалды. Әмир курҡышынан, аптырауынан саҡ артына йығылап китмәне. Барыһы ла һораулы ҡараш менән, Әмиргә ҡаранылар. Ул тиҙ генә иҫенә килеп, иптәштәренә тип, килтергән күстәнәсте һөйрәп сығарҙы ла, тағы ла аптырап ҡалды. Тоҡсай тишкеләнеп бөткән, тишелгән урындарынан, парта өҫтөнә, унда ҡалған күстәнәстәр ҡойолдо. Барыһы ла эштең нимәлә икәнен аңлап, дәррәү көлөп ебәрҙеләр:
Баҡтиһәң, тәмлекәстәрҙең еҫен һиҙеп, мейес янына ултыртып ҡуйған сумкаға кистән үк сысҡандар кереп оялаған да, төнө буйы һыйланғандар икән.
РАКЕТА
Миҙхәтте әсәһе өй башына мендереп ебәрҙе лә:
- Ҡара уны, шым ғына ят! –тип киҫәтте. Кәрниздәге ярыҡтан шым ғына ҡарап ята торғас, йоҡлап киткән. Уны өй алдына килеп туҡтаған машина тауышы уятты. Ярыҡтан ҡараны, ағаһы ҡайтҡанын күреп, йөрәге “дөп – дөп” тибә башланы. Уның йөрәк тибешен ағаһы ла ишетәлер төҫлө, ҡурҡышынан тын да алмай,өй ҡыйығына нығыраҡ һыйынды. Ҡурҡырға урыны бар шул Миҙхәттең. Бына ағаһы уны эҙләп табыр ҙа «кәрәген» бирер.
Ағаһы Фаил ракета войскаһында хеҙмәт итеп, матур һалдат формаһында быйыл армиянан ҡайтты. Уның формаһы үҙенә килешеп тора, кәүҙәһен туп-тура тотоп, һалдаттарса төҙ баҫып бер урамдан үтһә, һоҡланмаған кеше ҡалмай. Миҙхәт ағаһының ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алды, уға һоҡланып туйманы. Тиҫтерҙәре алдында уның менән ғорурланды, уныңса ҡыланырға, уға оҡшарға тырышты. Ағаһы үҙе менән серле ҡумта алып ҡайтҡан ине, бер кемгә лә күрһәтмәй, алып ҡуйҙы.
Армиянан ҡайтып оҙаҡ та торманы, эшкә саҡырып алдылар, әле колхозда шофер булып эшләй. Миҙхәт бишенсе синыфты тамамланы, алтынсыға күсте. Әле каникул ваҡыты, йәйҙең иң ҡыҙыу мәле, бөтә кеше эштә,бесән әҙерләй. Ул да бесән әҙерләшә, салғы тотоп бесән сапмаһа ла тырмалап йөрөй, күтәрем яһап, күбәгә һалыша. Уларға бергәләшергә, тип ҡаланан апаһы ҡайтты. Бөгөн уның кире китергә ваҡыты еткәс, бесән әҙерләп оҙаҡ йөрөмәнеләр, пакуйҙағы кипкән бесәнде күбәләп бөттөрҙөләр ҙә, ҡайтырға йыйындылар. Әсәһе, апаһын автобус туҡталышына оҙата китте. Миҙхәт өйҙә бер үҙе генә ҡалды. Көн салт аяҙ, томора эҫе. Тәҙрәнән ҡараны, кеше-ҡара күренмәй, урам буйы буп-буш, көнө буйы уйнап йөрөгән балалар ҙа ҡайҙалыр киткән, моғайын йылға буйында һыу инәләрҙер. Был эҫелә иң рәхәте шунда инде, саптыр-соптор шаярышып, уйнап, малайҙар ашауҙы ла оноталар. Миҙхәт ҡайҙа барырға, нимә менән шөғөлләнергә белмәйенсә йөрөнө лә, ҡабат өйгә керҙе, йылға буйына китергә тип, йыйына башланы. Шкафты асып ебәргәс, уның күҙе өҫтә ятҡан ҡумтаға төштө. Ул ишекте элде лә, ҡумтаны алып ҡарарға уйланы, сөнки күптән ҡыҙыҡһынып йөрөй ине.
- Бөгөн самай уңайлы ваҡыт, өйҙә бер үҙем генә, - тип уйланы. Нимә булыр икән унда? Ул ағаһынан шөрләһә лә, ҡыҙыҡһыныуы еңде, шкафты асып, серле ҡумтаны ҡулына алды, өҫтәлгә һалды, аса башланы. Ҡумтаһы тиҙ генә асылды, уның эсенән оҙонса тартма килеп сыҡты. Был минутта Миҙхәт үҙен разведчик Штирлиц һымаҡ хис итә ине.
-Ох, ракета!- тип ҡысҡырып ебәрҙе. Күҙҙәре осҡонланып яна, йөрәге дөпөлдәп тибә башланы, әйтерһең дә ул һалдат-ракетчик, дошманға ҡаршы ут аса. Ҡабаланып ракета һауытының ҡапҡасын асты, унда тағы тартып асыр өсөн ҡуйылған, туңәрәк әйбер күренде, уны тегеләй ҙә, былай ҙа тартып ҡараны, тартып ала алманы. Уның ҡыҙыҡһыныуы шул саҡлы көслө, бер ни ҙә туҡтата алмаясаҡ. Аптырағас ҙур ғына осло беҙ табып, шуның менән соҡой башланы. Соҡона торғас… саҡ артына ауып китмәне. Тартма эсенән ут килеп сыҡты ла, йәшен утылай, шажылдап түбәнән, иҙәнгә, бер стенанан икенсе стенаға бәрелеп өй тултырып оса башланы. Ут тейгән урындар янып ҡарайып ҡалды, өй эсе яман еҫ менән тулды. Әйтерһең дә һуғыш яланының уртаһында ҡалды. Ракета тегендә – бында осоп йөрөнө - йөрөнө лә, көсө бөткәс карауатҡа барып төштө, матрас яна башланы. Миҙхәт ҡурҡышынан өҫтәл аҫтына кереп киткән ине, ут туҡтағас тышҡа сығып йүгерҙе лә:
Пожар! Пожар! – тип ҡысҡырырға тотондо. Уның тауышын бер кем дә ишетмәне, күршеләре лә өйҙә юҡ, сөнки уттай ҡыҙыу эш ваҡыты, бөтә кеше ҡырҙа бесән әҙерләй. Ул кире өйгә йүгерҙе, соланда ике биҙрә яңы ғына килтерелгән таҙа һыу ултыра ине, «әсәйем асыуланыр» – тип, уға ла теймәне. Матрас быҫҡып яна башлаған, өй эсе төтөн менән тулған. Миҙхәт ни эшләргә белмәйенсә тағы сығып йүгерҙе, урамда ла бер кеше лә күренмәне.
- Өйөбөҙ янып китһә, ҡайҙа йәшәрбеҙ? Уттың нисек сыҡҡанын барыбер беләсәктәр, ни эшләргә? Ракета янына яҡын барһа, ул шартлап китһә, Миҙхәт үҙе лә янып үлерме икән? Ҡарап тороп өйөн яндырһа бер кем дә уның башынан һыйпамаҫ, үлһә лә, батырлыҡ эшләп үлер. Уның күҙ алдынан Бөйөк Ватан һуғышында ут эсенә инеп, батырлыҡ күрһәткән Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәҙуллиндар үтте. Ул дәртләнеп, ҡыйыуланып китте. Янып үлһә лә батырлыҡ эшләп үләсәк ул. Был уйҙарҙан уға батырлыҡ өҫтәлде, ҡурҡыуын еңеп, өйгә йүгереп инде, тиҙ генә матрасты төрөп, ишек алдына сығарып һалды ла, тиҙерәк ул тирәнән ситкә ҡасты. Тик ул үҙен герой итеп хис итә алманы, ғәйепле итеп тойҙо.
Оҙаҡламай әсәһе ҡайтты, өйҙәге хәлде күреп, ҡото осто. Башта Миҙхәтте әрләп алһа ла, «әл дә улымдың үҙенә теймәгән», – тип шатланды. Тиҙҙән ағаһының эштән ҡайтыр ваҡыты етә, ул ҡайтһа эштәр харап. Фаил улы ҡайтып, ҡыҙыулығы менән Миҙхәткә һуғып, имгәтеп ҡуймаһын, самай көслө сағы, - тип, әсәһе уны өй башына йәшерҙе. Бына ул өй башында, тын да алмайынса артабан ни булыр, - тип, уларҙы тыңлап ята.
Баҡтиһәң, ағаһы ракетаны хеҙмәт иткән еренән, «үҙемдең туйымда атып, ауылдаштарҙы шаҡ ҡатырырмын», - тип алып ҡайтҡан икән. Уның был хыялы тормошҡа ашманы, шунлыҡтан ул ныҡ асыуланды. Ул ваҡыттарҙа ауылда ғына түгел, ҡалала йәшәүселәр ҙә ракетанан атыуҙы бик һирәк, еңеү көндәрендә генә күрәләр ине. Фаил ағаһы ауылдаштары өсөн сюрприз әҙерләгән булған да бит, үҙенә лә мәртәбә өҫтәлер, бәҫе артыр, - тип уйлағандыр, сөнки атаһы менән әсәһе яҡлашһа ла, асыуына түҙә алмайынса, өҙгәләнеп ишек алдынан, урамдан йүгереп йөрөп ҡустыһын эҙләне. Ағаһының үҙен эҙләгәнен Миҙхәт өй башындағы ярыҡтан, ҡото осоп, күҙәтеп ятты.
Ағаһына өйләнеп туй яһарға насип булмағандыр ахырыһы, себер яғына эшкә сығып киткән ине, ни сәбәптәндер вафат булып ҡуйҙы. Нисә йылдар үтһә лә, Фаил ағаһын иҫләгәндә һәр ваҡыт ошо ваҡиға иҫенә төшөп, Миҙхәттең йөрәген семетеп-семетеп ҡуя, сөнки ул һаман да үҙен ағаһы алдында ғәйепле тоя.
Читайте нас: