Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
11 Май 2021, 23:10

Ҡуй инде, килендән уңманыҡ

- Ҡуй инде, ҡуй, әхирәт. Уларын да килен һыйҙырманы, ғазраил. - Бая ғына йөҙө айҙай балҡып торған ханымдың хатта күҙ йәштәре килеп сыҡты. Унан ике-өс урында түңәрәктәр алып барыуы, үҙе аш бүлмәһендә йоҡлап йөрөүе хаҡында һөйләне ул.

Май айының һоҡланғыс бер көнө. Театрҙы ябыу миҙгеленә килеүселәрҙең кәйефе ифрат шәп. Ошонда эшләп хаҡлы ялға киткән сәнғәт әһелдәренекен әйтеп тораһы ла юҡ. Ҡыуаныстары йөҙөнә яғылған сәхнә ветерандарының һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Хәс тә балалар кеүек сыр-сыр килешәләр, юҡҡа ла ҡыҙыҡ табып көлөшәләр, ғаилә хәлдәре менән ҡыҙыҡһыналар.
Ана, сибәрлеге менән генә түгел, ихлас йылмайыуы менән барса халыҡты үҙенә йәлеп иткән шөһрәтле актриса Мәйсәрә Әхмәтовна тора. Әхирәте уныһын һораша, быныһын.
- Балалар нисек, ҡайҙа?
- Былай һәйбәттәр.
- Улың ҡайтып-китеп йөрөйҙөр?
- Бергә йәшәйбеҙ бит.
- Нисек инде бергә? Ырымбурҙа ине түгелме ни?
- Килен менән айырылыштылар бит.
- Бәй, нимә булды, бик матур йәшәп ятҡандары һымаҡ ине лә.
- Ҡуй инде, килендән уңманыҡ, Эй. Шул килен эшләмәй тип барҙы инде. Хәҙер күп ирҙәр эшләмәй инде ул, бер ул ғына эшләмәйҙер шул. Хәҙер эшләргә йүнле эше бармы ни
- Хәҙер ейәнең дә үҫкәндер инде…
- Үҫте генә тиһеңме, өйләнде, кисә генә никах уҡыттыҡ.
- Ҡалай шәп булған! Егеттәрҙең үҙ ваҡытында башлы-күҙле булғаны арыу, –әхирәте ҡыуанысын белдерергә ашыҡты.
- Ә улар ҡайҙа йәшәй?
– Миндә… - Мәйсәрә Әхтәмовна күңелһеҙ генә яуапланы ла ҡулын һелтәне.
- Ҡуй инде, ҡуй, әхирәт. Уларын да килен һыйҙырманы, ғазраил. - Бая ғына йөҙө айҙай балҡып торған ханымдың хатта күҙ йәштәре килеп сыҡты. Унан ике-өс урында түңәрәктәр алып барыуы, үҙе аш бүлмәһендә йоҡлап йөрөүе хаҡында һөйләне ул.
- Шуға ла йәнем көйөп, әлегә бәпес тип ҡабаланмағыҙ, тәүҙә эш табығыҙ, – тинем әле.
Октябрь башы. Тәбиғәттең алтын кеүек мәле. Халыҡ театрҙы асыу миҙгеленә йыйылған. Тамашаны алып барыусы ҡыҙ йәйге осорҙағы яңылыҡтар менән таныштырҙы: кем ниндәй исем алған, кем ишен тапҡан. Унан залдағыларға ҡарап:
- Ҡәҙерле дуҫтар, бөгөн беҙҙең арала сәнғәт алиһәһе Мәйсәрә Әхтәмовнан да бәхетле кеше юҡтыр, - тине. – Ул күптән түгел генә ҡарт өләсәй булды. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, Мәйсәрә Әхтәмовна! -Шөһрәтле актрисаға баҙрап торған гөлләмә килтереп тотторҙолар.
Шуны ғына көткән ихлас тамашасылар гөрләтеп ҡул сапты. Иң алғы рәттә ултырған актриса урынынан ҡалҡынды ла, балҡып-йылмайып, ынйы кеүек тештәрен күрһәтеп, залдағыларға баш эйҙе. Был мәлдә уның күңелендә ниндәй уй-тойғолар сыуалғанын бер кем дә белмәй ине. Актриса ҡулындағы сәскәләрҙең иҙәнгә төшөп киткәнен дә һиҙмәне.
Читайте нас: