Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
7 Ноябрь 2021, 18:40

"Изге күңелле ханым"

– Тәмәке тартаһыңдыр, һыра менән мауығаһыңдыр, шуға бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙарҙыр. Йүнһеҙ кеше кемгә хәжәт! – Бындай ҙа тупаҫлыҡты көтмәгән ҡыҙ баҙап ҡалды.

"Изге күңелле ханым"
"Изге күңелле ханым"

Уҡыу йортон тамамлаған Гөлниса эш таба алмай эт булды. Ҡайҙа ғына бармаһын, бер үк нәмәне туғыйҙар.

– Үҙебеҙҙә ҡыҫҡартыу бара.

– Беҙгә тәжрибәле эшселәр генә кәрәк.

– Үҙең хаҡында мәғлүмәт ҡалдыр.

Әмәлгә ҡалғандай көндәрҙең береһендә  ауылға  Өфөнән яуаплы вазифа биләгән яҡташ апай килде. Осрашыу клубта үтте. Апай матур итеп сығыш яһаны. Әүҙем, халҡыбыҙ өсөн файҙалы, бер-беребеҙгә иғтибарлы, ярҙамсыл булырға өндәне, үҙебеҙҙең гәзит-журналдарға яҙылырға өндәне.

Һуңынан ханым залдағыларға ҡарап:

– Һорауҙарығыҙ бармы? – тигәс, Гөлниса  форсаттан файҙаланып, үҙ йомошон әйтте.  Яҡташ апай ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе, визиткаһын тотторҙо.

Өфөгә барғас, ҡыҙыҡай теге апайҙы эҙләп китте. Инде мотлаҡ эшкә урынлашасағын уйлап ҡыуанды, изгелекле апайға эстән рәхмәт уҡыны.

Секретарь ҡыҙ уның ни йомош менән килеүен һораны ла эске телефондан етәксеһенә шылтыратты. Унан:

– Әҙерәк көтөп торорға ҡушты, –  тине.

Әҙерәк тигәне бер сәғәткә яҡын һуҙылды. Бүлмәгә ингәс, Гөлниса йәнә ни халәттән килеп сығыуын әйтте. Етәксе апай уға уҫал итеп ҡараны.

– Тәмәке тартаһыңдыр, һыра менән мауығаһыңдыр, шуға бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙарҙыр. Йүнһеҙ кеше кемгә хәжәт! – Бындай ҙа тупаҫлыҡты көтмәгән ҡыҙ баҙап ҡалды, ғәйепле төҫ менән:

– Юҡ, – тип саҡ әйтә алды.  – Унан апай бер аҙ йомшарғандай булды.  – Әлегә бер нисек тә ярҙам итә алмайым. Үҙебеҙҙә бер урын да юҡ. Шулай ҙа шылтыратып тор.

Ник килгәненә үкенеп, кәйефе ҡырылып  сығып китте ҡыҙ. Шулай ҙа көндәрҙең береһендә йәнә теге апайға шылтыратты. Телефондың теге осонан:

– Һаман эшкә урынлашманыңмы ни? – тигән уҫал тауыш ишетелде.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: