Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
2 Апрель 2022, 07:35

Мөғжизәле һәр миҙгеле

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдина 50 йәшен билдәләй. Яратҡан йырсыбыҙҙы юбилейы менән ысын күңелдән тәбрикләп, сәләмәтлек, матур көндәр,  уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Мөғжизәле һәр миҙгеле
Мөғжизәле һәр миҙгеле

“Ни өсөн мин артист булып киттем? Беренсенән, әсәйем бик матур йырланы, унан күскән һәләт. Икенсенән, башҡа һөнәр эйәһе булһам да, барыбер ҡунаҡта, төрлө түңәрәктә, бәйгеләрҙә сығыш яһап йөрөр инем. Күңелеңә һалынған икән, унан ҡасып булмай”, – тип серҙәре менән уртаҡлашты Башҡортостандың халыҡ артисы Римма АМАНГИЛДИНА. 

– Тамашасы һеҙҙе үтә тыныс, хисле, күңелендә тәрән уйҙар йөрөткән ханым тип белә. Был ысынбарлыҡҡа тап киләме?
– Тәбиғәтем менән тынысмындыр, тип уйлайым. Бер-бер хәл осрай ҡалһа, эргә-тирәләгеләр: “Эй, ты­нысһың бит үҙең”, – тиҙәр. Төрлө ваҡыт була инде. Көйҙөргән берәй кешем йә хәл-ваҡиға булһа, оҙаҡ өндәш­мәй йөрөйөм-йөрөйөм дә, шунан бер мәл төплө генә итеп әйтеп ҡуям. Атайымдан күскән һыҙатым – ке­ше­гә үс тотмайым. Үпкәләтерлек ауыр һүҙ ишетһәм йә күңелде ҡы­рырлыҡ берәй нәмә булһа, шунда уҡ көйөп, ҡайғырып китәм, әммә бы­ны тиҙ генә онотам. Эсемдә ҡал­дырып, үсегеп, аҙаҡтан һөй­ләшмәй йөрөгәнем юҡ. Бығаса нисек булған, шулай аралашыуҙы дауам итәм.
– Башҡалар әйткән тәнҡит йә кәңәште ауыр ҡабул иткән хәлдә лә, уға ҡолаҡ һалмай ҡал­дыраһығыҙмы?
– Кеше юҡҡа әйтмәй, дөрөҫлөк тә барҙыр. Һәр һүҙгә иғтибар итмәһәң дә, ҡайһылыр фекерҙәргә ҡолаҡ һалып, уйлап эш итергә тура килә. Маҡтаған­дарында ла бит кимәлеңде үҙең беләһең, тағы ла яҡшыраҡ эшләй алыр инем, тип уйлайһың. Сәхнәлә сығыш яһаған мәлде әйтәм. Үҙ-үҙемде тәнҡитләп хәл генә бөтә инде...
– Башҡаларға ла ҡаты тәнҡит менән ҡарайһығыҙмы?
– Гел генә шелтәләп тороу һине уҫал итеп күрһәтә кеүек. Әлбиттә, малайҙы тәрбиәләгән ваҡытта кәрәк нәмәне лә әйтәһең, маҡтап та, әрләп тә ебәрәһең, төрлөһө була. Коллегаларыма бер ҡасан да күңел ҡырырлыҡ һүҙҙәр әйтмәйем. Әгәр ҙә кеше минең һүҙҙәремә ҡолаҡ һала торған булһа, яратып, ипләп кенә кәңәш бирәм, ихлас һөйләшәм.
– Һеҙҙеңсә, ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Тәрбиәселер, тип уйлайым. Бала баҡҡан зат.
– Милләтебеҙ һылыуҙары ғорур, ҡырыҫыраҡ булмышы менән дә билдәле...
– Быныһы инде тәбиғәттәндер. Һәр мил­ләттең дә бит уҫалдары, йыуаштары була. Тик башҡорт хал­ҡына ҡарата әйтел­гән һүҙ түгелдер. Кемгәлер быуындан быуынға, олатай-өләсәйҙәренән күсеп килеп еткән һыҙаттыр ҙа. Шундай ғаилә­ләрҙе лә беләм: мәҫәлән, өйҙәге ҡатын-ҡыҙҙың һәммәһе лә ифрат әүҙем, уҫал да һымаҡ, әммә шулар­ҙың ара­һында тыныс, ипле генә балалар ҙа тыуып ҡуя. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы бар яҡлап та ғилемле, ғаилә усағын һаҡлаусы булараҡ күҙ алдыма баҫа. “Ир – баш, ҡа­тын – муйын” тиһәләр ҙә, гүзәл зат һәр нәмәне матур дауам итеп, йомғаҡлап, урынлаштырып ҡуя ул.
– Мөмкин булһа, үҙегеҙҙәге ниндәй сифаттан йә ғәҙәттән ҡотолор инегеҙ?
– Әйтеп үтеүемсә, үҙемә ҡаты тәнҡит менән ҡарайым. Бер ҙә генә ҡә­нәғәт түгелмен. Һәр нәмәне үлсәп, төп­лө уйлап эшләргә күнеккәнмен. Шулайтһам, нисек булыр, былайтһам, ҡайһылай килеп сығыр ине икән, тип баш ватам. Йыш ҡына апайым менән кәңәш­ләшәм. Тота килеп ҡырҡа аҙым яһай алмайым. Сәхнәлә сығыш яһап төшкәс тә, байтаҡ ваҡыт уйланып, үҙемде тикшереп йөрөйөм әле.
– Апайығыҙҙы телгә алдығыҙ, ә ғаиләлә нисә бала үҫтегеҙ?
– Алты бала, мин – бишенсеһе. Һеңлем – Стәрлетамаҡ филар­монияһы бейеүсеһе. Беҙ икәү сәнғәт юлын һайланыҡ. Әсәйем бик матур йырлай ине, уны иҫебеҙ китеп тыңлай торғайныҡ. Сығышы менән Баймаҡ районының Һәмән ауылынан ул. Барлыҡ туғандары иманлы, дин юлында ине.
– Заман ҡатын-ҡыҙына биҙә­неү, төҙәнеү, ҡиәфәтте күркәм­лән­дереү йә­һәтенән бик күп мөмкинлектәр асыл­ған. Ямғыр­ҙан һуң сыҡҡан бәш­мәк шикелле яңынан-яңы барлыҡҡа килеп торған косметик проце­дура­ларға ниндәй ҡараштаһығыҙ?
– Ыңғай мөнәсәбәттәмен. Яҡшы таныш, өйрәнгән косметологым бар, шуға йөрөйөм. Ғөмүмән, гүзәл заттың үҙен ма­турлауы тәү сиратта күңеле өсөн бит. Күңел донъяһын, нескә тәбиғәтен тәр­биәләп, күтәренке кәйефтә йөрөгән ханымдар тыштан да ихлас, мөләйем күренә. Косметологка, мунсаға даими барам, бассейнда йөҙәм, массаж процедураларын алам. Үҙ һаулығыңа, ҡиә­фәтеңә иғтибар ҙа, матди сығым да бүлергә кәрәк, һис шикһеҙ. Сиктән тыш түгел, алтын урталыҡта ҡулланырға кәрәк заманса мөмкинлектәрҙе.
– Ҡайһы миҙгелде нығыраҡ яра­таһығыҙ? Ни өсөн?
– Һәр миҙгел үҙенсә матур, айырып ҡына яратҡан мәлем юҡ. Ҡыш оҡшай, йәйҙе яратмайым, тигәнерәк тойғо менән йәшәү психологик стресс кеүек тәьҫир итеүе ихтимал, минеңсә. Һәр миҙгелдә күңелемә ятышлы шөғөл табам, ғүмер тәгәрмәсенең һәр көнөн һөйөп, шөкөр ҡылып оҙатам.
– Йырҙан тыш ниндәйҙер шө­ғөлдәрегеҙ бармы? Ҡул эштәре йә сәйәхәт итеү ҡыҙыҡ­һындырамы?
– Буш ваҡытымды өйгә, ғаиләмә бағышлайым. Концерт, гастролдәрҙә күп йөрөлдө, баламды ихлас һыйлап алайым әле, тип аш-һыу, тәрбиә менән булашам. Сәләмәтлекте хәстәрләүгә лә ваҡыт бүләм.
– Улығыҙҙың киләсәк тормошон сәнғәт менән бәйләргә иҫәбе бармы?
– Ул башҡа өлкә буйынса белем ала. Артист тормошо ябай түгел, шуға ла улымды сәнғәткә өгөт­ләмәнем.
– Ижад һеҙҙең өсөн нимә ул?
– Эш, тынғыһыҙ эш. Башҡа һө­нәр­ҙәрҙән бер яғы менән дә айырылмай, тырышлыҡ, ғилем талап итә. “Артист” тиҙәр, бәлки, был образ ғыналыр. Башҡа өлкә белгестәре үҙ эшенә нисек етди ҡараһа, мин дә үҙем һайлаған һөнәргә тоғромон. Ихласлыҡ менән хеҙмәт итәм хал­ҡыма. Тамашасыма, коллегаларыма ихтирам, иғтибар күрһәтеп, изге ниәттә, һәйбәт мөнәсәбәттә йәшәргә, эшләргә тырышам. Заманында филармонияла халҡыбыҙҙың мәшһүр йырсылары, сәхнә йондоҙҙары Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Миңлеғәле Ханов, Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙән­баева, Илгизәр Ғәниев һәм баш­ҡалар менән бергә эшләү, гастролдәргә йөрөү, уларҙан ғилем алыу мөмкинлеге өсөн сикһеҙ шатмын, рәхмәтлемен.
– Репертуарығыҙҙы ниндәй талап­тарға ярашлы һайлайһығыҙ?
– Элекке танылған башҡорт компози­тор­ҙарының әҫәрҙәренә өҫтөнлөк би­рергә тырышам. Ни тиклем ҡатмарлы, ауыр йыр баш­ҡа­раһың, шул тиклем үҫәһең, диа­пазоның киңәйә, үҙеңә ҡарата мөнәсәбәтең дә үҙгәрә. Ул ижад өлгө­ләренең һүҙҙәрен өйрәнеп ултыраһы ла түгел, үҙенән-үҙе ятланалар, йыр менән бәйләнеп киләләр. Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Абрар Ғабдрахманов, Таһир Кәримов, Рәүеф Мортазин, Роза Сәхәүетдинова, Рөстәм Яхин һәм башҡа мәшһүр сәнғәт оҫталарының ижадына оло хөрмәт менән ҡарайым.
Халыҡ йыры ла үҫтерә. Артист, ғөмү­мән, үҙ өҫтөндә даими эшләргә, эҙлә­нер­гә тейеш. Йыр – ул бөтмәҫ фән. Өй­рәнгән һайын күп нәмәне белмәүемде, аңламауымды асыҡ­лайым. Республикала үткән саммиттар өсөн ҡытай те­лендә йыр өйрәндем. Ҡырғыҙса, ҡаҙаҡса ла башҡарам.
– Ҡатын-ҡыҙҙың тормош мәғәнәһе нимәлә?
– Нескә заттың бәхете – ирҙә, тиҙәр. Иң мөһиме ошолор. Бер-береңде ҡәҙер­ләп, хөрмәт итеп, аңлап йәшәргә кәрәк. Һөйгән йәрҙәр табышты, ҡауышты икән, бер-береһен үҙгәртергә тырышмай, нисек бар шулай ҡабул итеп ғүмер кисерһендәр.

 

Автор:
Читайте нас: