Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад кухняһы
25 Февраль 2023, 11:20

Көткәндәргә көндәр йыл һымаҡ... Ә эҙһеҙ юғалыусылар йылдан-йыл арта бара

– Беҙ бер ҡасан да әсәйҙе эҙләүҙән туҡтаманыҡ. Уны уйламаған, иламаған бер генә көнөбөҙ ҙә юҡ. Даими рәүештә интернетҡа фотоһын һалып, ярҙам һорап торабыҙ. Быйыл Учалы ҡалаһында уға оҡшаған ҡатынды күрҙек, тип хәбәр иттеләр.

Көткәндәргә көндәр йыл һымаҡ... Ә эҙһеҙ юғалыусылар йылдан-йыл арта бара
Көткәндәргә көндәр йыл һымаҡ... Ә эҙһеҙ юғалыусылар йылдан-йыл арта бара

Төрлө сығанаҡтарҙан хәбәр ителеүенсә, Рәсәйҙә йыл һайын яҡынса 50 мең кеше хәбәрһеҙ юғала. Һәм был статистика йылдан йыл 12 – 15 процентҡа үҫә бара. Быйылғы һандарға күҙ һалһаҡ, 1 октябргә 32 меңдән артыҡ кеше юғалыуына ғариза яҙылған. Ә барлыҡ Ер шарында хәлдәр тағы ла ҡурҡынысыраҡ: эксперттар билдәләүенсә, йыл да миллион кеше юғала.

 

Был хәҙерге йәмғиәттең киҫкен проблемаһы. Юғалған кешеләр менән донъяуи кимәлдә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Халыҡ-ара комиссияһы шөғөлләнә. Интерпол, полиция хеҙмәткәрҙәре, журналистар, ирекмәндәр, битараф булмаған кешеләр – йәғни, эҙләү эшендә рәсми органдарҙан алып, ябай кешеләргә тиклем ҡатнаша. Рәсәй Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың дүрттән бер өлөшө – балалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалыуҙарҙың ахыры насар тамамланыу осраҡтары ла үҫә: үле килеш табылыусылар һаны 2018 йылға ҡарата 1018-гә артҡан. Бөтөнләй юҡҡа сығыусылар ( кеше үҙе лә мәйете лә, табылмай) исемлеге лә күбәйә бара. Эҙләү эштәре ни тиклем иртәрәк башланһа, шул тиклем кешенең иҫән булыуына ышаныс ҙур. Эргә-тирәбеҙҙә шундай бәләгә тарыусылар ҙа юҡ түгел бит.

Өмөт өҙмәйбеҙ...

Сентябрь айында “Бәйләнештә” селтәренең яңылыҡтар таҫмаһында бер ҡыҙ баланың өмөт һәм әсенеү тулы яҙмаһына тап булдым. “Өмөт иң һуңынан үлә. Беҙ, мин һәм апай-ағайҙарым, ошо фекер менән бына инде 15 йыл буйы ғүмер итәбеҙ. 2005 йылдың 16 июнендә әсәйебеҙ Миңһылыу Ирғәлина юғалды. Был көндө ул таңғы сәғәт 6-ла Белорет ҡалаһының универмагы янында Өфөгә юлланыусы автобусҡа ултырыр өсөн килеүе билдәле. Шунан бирле үҙенән дә, уны күреүселәрҙән дә хәбәр юҡ. Мин мөғжизәгә ышанам! Бөгөнгө заман технологияларының мөмкинлектәре ҙур. Бәлки әсәйемде күреүселәр, белеүселәр барҙыр. Зинһар, беҙгә хәбәр итегеҙ!” Яҙма аҫтына беркетелгән фотонан йәш, сибәр, ихлас йылмайған алсаҡ ҡатын баға. Аҙаҡ билдәле булыуынса, ул Миңһылыу апайҙың һуңғы фотоһы була. Оло ҡыҙы Зилә ҡатнашлығындағы мәктәп байрамында, шатлыҡтарға, өмөттәргә тулы мәлдә төшкән...
Миңһылыу һәм Даян Ирғәлиндар 1993 йылда, байтаҡ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, өйләнешә. Улар икеһе лә Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуып үҫкән, ғаилә ҡорғас та тыуған ерҙәрендә төпләнергә ҡарар итәләр. Ғаилә башлығы – электрик, ҡатыны хисапсы булып эшләй. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, бер-бер артлы алты бала тыуа (әсә кеше үҙе лә һигеҙ балалы татыу, матур ғаиләлә тыуып үҫкән). Ауылдаштары Миңһылыу апайҙы тик яҡшы яҡтан ғына иҫләй. Уңған хужабикә, балалары өсөн өҙөлөп торған әсәй. Йортта һәр ваҡыт тәртип булған, аш-һыу тәрбиәле, күмәк булһа ла, сабыйҙары ҡараулы. Ҙурҙары уны яҡшы хәтерләй: дәрес әҙерләп, йорттағы эштәрҙе теүәлләгәс, әсәйҙәре уларға бейергә, пианинола уйнарға өйрәтә, шиғырҙар ятлата, бергәләшеп китап уҡыйҙар. Өй йылыһы улар хәтерендә тап шулай булып уйылып ҡалған.
Ҡатын кешеләргә ҡарата ла ярҙамсыл була. Хисапсы булараҡ та үҙ эшенең оҫтаһы: ауылдаштарына документ тултырырға, пособиелар юлларға ярҙам итә, пенсияға сығыусылар ҙа уға мөрәжәғәт итә. Ирғәлиндар ғаиләһенә ҡайғы килтергән 16 июнь көнө Миңһылыу апай менән Даян ағай Өфөгә барып ҡайтырға була. Белореттан сыҡҡан машинала урын да белешәләр. Тик юлға сыҡҡас, унда бер кешелек кенә урын барлығы асыҡлана. Ғаилә башлығы –машина, ә ҡатын автобус менән барырға була һәм юлдары айырыла. Бына шул мәлдән алып ул хәбәрһеҙ юғала ла инде: күреүсе-белеүсе лә юҡ, ҡош телендәй ҙә хәбәр килмәй. Ҡайҙа киткән, кем менән осрашҡан – бер кем белмәй.
Өфөнән урап ҡайтҡан Даян ағай, ҡатыны өйҙә булмағас,аптырап ҡала. Бер көн юҡ, ике көн юҡ. Насар уй башына инеп тә сыҡмай. Шулай ҙа ҡатындың бер туған апаһы Асия эҙләү эштәренә тотона. Тәү сиратта, полиция бүлексәһенә барып, ғариза яҙырға була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре уның борсолоуына битараф ҡала:
– Йорт, бала мәшәҡәттәренән арығандыр. Йөрөп туйыр ҙа ҡайтыр! Ниңә ғаризы яҙырға ире килмәне? – тиҙәр. Ярай Асия апай ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, ғаризаһын теркәтә. Бәлки шул саҡта эҙләү эше “эҫе мәлдә” башланған булһа, юғалған ҡатындың яҙмышы бөтөнләй икенсе булыр ине. Тик эҙләү эштәре һуң ға башлана. Кинологтар ҙа ике аҙна ваҡыт үткәс кенә килә. Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө көнгә тиклем асыҡлыҡ юҡ. Асия апай үҙ аллы эҙләп тә ҡарай: Өфө, Белорет, Учалы, Магнитогорск ҡалаларының дауаханаларына, моргтарына, полицияларына үҙе барып етешә. Килгән һәр хәбәрҙе тикшерә, телевидение, радио, гәзиттәргә сыға. Һөҙөмтә генә булмай...
Әсәләре юғалғанда сабый булған балалар буй еткереп, ҡайһылары үҙҙәре донъяһын ҡороп, ҡайһылары белем алып, матур ғына йәшәп ята. Оло ҡыҙҙары Зилә төп йортта йәшәй, туғандарын туплаусы ла, ҡараусы ла. Башҡорт дәүләр аграр университетын тамамлаған, һөнәре буйынса зоотехник. Әле декрет ялында, ире менән 2 йәшлек ҡыҙ үҫтерә. Руслан 2014 йылдан хәрби хеҙмәттә, Һамар ҡалаһында йәшәй. Контракт ысулы менән хеҙмәтен оҙайтҡан. Ошо арала һөйгән ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләргә ниәтләй. Зиниә лә кейәүгә сығып, ике балаға ғүмер бүләк иткән. Зилиәгә әле 19 йәш, Белорет педагогия колледжының һуңғы курсында белем ала. Арыҫлан иһә Таштимер ауылында, ашнаҡсыға уҡып йөрөй. Әсәләре ғәйеп булғанда йәш тә бер айлыҡ булып ҡалған Данияға хәҙер 16 йәш тулған. Ауыл мәктәбендә, 10 класта белем ала. Киләсәктә хоҡуҡ белгесе булырға хыяллана. Әсәһен бөтөнләй хәтерләмәй: фотолар һәм туғандарының, ауылдаштарының һөйләүе буйынса ғына белә. Тәүге йылдарҙа балаларҙы опека органдары балалар йортона тапшырырға тырыша. Шул саҡта улар берҙәмлек күрһәтеп, тыуған йорттарынан китмәйҙәр. “Беҙ етем түгел! Әсәйебеҙ иҫән!” – тип ҡаршы сыға улар.
Һәр телефон шылтырауына ла тертләп ҡарау, ҡапҡанан ингән кешеләргә хәбәр килтерҙеме икән тип өмөтләнеү. Һәм әлбиттә, бына бөгөн ҡайтып инер, тип көтөү. Әсә наҙына тилмергән балаларҙың өмөтө, һеңлекәштәренең яҙмышына борсолған туғандарҙың күҙ йәше, ҡатыны хаҡында уйланып төндәрен йоҡламай үткәргән ир әрнеүе... Был ғазаптарҙы үлсәр самалар ҙа, бизмәндәр ҙә юҡ. Бары тик кисергән кешеләр генә аңлай. Полиция юлын тапауҙан тыш төрлө күрәҙәселәргә, бағымсыларға йөрөү, үҙәк каналдың “Жди меня” тапшырыуына мөрәжәғәт итеү – эҙләү эшен бар яҡлап алып баралар. Тик файҙаһы ғына булмай. Даян ағай балалары хаҡына, уларға лайыҡлы тәрбиә бирергә тырышып йәшәй. Тик, көслө булырға тырышһа ла, яҙмыш һынауына бирешә ҡайғы үҙенекен итә: йыл ярым элек, 51 генә йәшендә йөрәк ауырыуынан вафат була. Ҡайғы-һағыштар көслө заттарҙы ла һындыра икән, күрәһең...
– Беҙ бер ҡасан да әсәйҙе эҙләүҙән туҡтаманыҡ. Уны уйламаған, иламаған бер генә көнөбөҙ ҙә юҡ. Даими рәүештә интернетҡа фотоһын һалып, ярҙам һорап торабыҙ. Быйыл Учалы ҡалаһында уға оҡшаған ҡатынды күрҙек, тип хәбәр иттеләр. Тәфтишсегә барғайным, “Буш менән булаһығыҙ. Һеҙ уға кәрәк булһағыҙ күптән ҡайтыр ине”, – тип асыҡтан-асыҡ әйтте. Әсәй беҙҙе яратты, ташлап сығып китеүе һис мөмкин түгел. Быға ышанмайбыҙ! Ундай хәл булған осраҡта ла, 15 йыл буйы бер булмаһа бер ҡайтып китер ине! – тип күҙ йәштәре аша һөйләй оло ҡыҙы Зилә. – Моғайын хәтерен юғалтып, ҡайҙа барырға белмәй, берәҙәк хәлендә йөрөйҙөр. Үлгән булһа ла мәйете табылырға тейеш.
Ысынлап та, юғалған саҡта әсә кешегә 35 йәш булған. Уға тиклем һис кенә лә психик тайпылышы булмаған, аҙып-туҙып йөрөмәгән ҡатынды аҙғынлыҡта ғәйепләү дөрөҫмө? Хәйер, был эштә хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарына, ысынлап та, намыҫ менән ҡарамай. Бер генә миҫал: Миңһылыу апайҙың юғалыуына өс йыл үткәс, Ирғәлиндар ғаиләһенә хат килә. Унда хәбәр ителеүенсә, 2008 йылда кемдер уның паспорты менән Хоум Кредит банк аша телевизор алған була. Был хәлдең дә осона сыға алмайҙар. Хәҙер инде дөрөҫлөк даулап йөрөүҙән дә файҙа юҡ: ул саҡтағы хеҙмәткәрҙәрҙең кемеһе хаҡлы ялға киткән, кемеһелер һөнәрен, кемеһелер эш урынын алыштырған. Булған мөмкинлектәр ҡулдан ысҡынған, шаһиттарҙы ла табыу мөмкин түгел, шуныһы үкенес. Ә хәҙер...
Закон буйынса юғалған кеше 15 йыл дауамында табылмаһа, ул рәсми рәүештә үлгән тип һанала һәм эҙләү эштәре туҡтатыла. Миңһылыу Ирғәлина ла быға тиклем юғалыусыларҙың Бөтә Рәсәй исемлегендә торҙо. Быйыл йәй хәбәрһеҙ юға­лыуына 15 йыл үтте. Тик туғандары һәм балалары ғына һаман көтә лә көтә. Өмөт өҙмәй көтөү, иң ҡәҙерле кешеләренең иҫән булыуына ышаныс – ауыр саҡта уларҙы ошо ике тойғо ҡотҡара ла инде.

Кеше юғалһа, нимә эшләргә?

Кеше йомош менән өйөнән сығып, кире ҡайтманы; эштән ғәҙәти ваҡытта ҡайтып етмәне; дәресенән (байрамдан, концерттан) һуң тотҡарланды; билдәләнгән урынға барманы – борсолорға мәжбүр иткән был хәлдәрҙең һәр береһе эске эштәр органдарына мөрәжәғәт итергә сәбәп була ала. Айыҡ аҡыл үҙе үк яҡын кешең өсөн борсолоу һиҙҙереп, нимәлер эшләргә кәрәклеген әйтәсәк.
Кеше юғалыуына нимә сәбәпсе һуң? Статистика мәғлүмәттәренә ҡараһаң, ҡот осҡос: юғалыусылар араһында байҙар ҙа, ярлылар ҙа, инвалидтар ҙа, сәләмәт кешеләр ҙә, балалар ҙа, ҡарттар ҙа, ҡатындар ҙа, ҡыҙҙар ҙа, чиновниктар ҙа бар. Тикшереү эштәре барышында уларҙың һәр береһенең үҙ сәбәптәре барлығы асыҡланған.
1. Ғаилә конфликттары. Бала өйҙән ҡаса, ир йәки ҡатын икенсе кешегә китә. Психологтар әйтеүенсә, был осраҡта “юғалыусы” яҡындарын бер аҙ борсолоуға һалғыһы, ҡурҡытып алғыһы килә. Тик бындай конфликттар йышайһа, күңел йылыһы эҙләп, өйҙән бөтөнләйгә китеүҙәре лә бар.
2. Психик ауырыуҙар. Хәтер юғалтыу, аҙашыу, тормошҡа адекват ҡараш булмау арҡаһында ололар ғына түгел, урта йәштәге кешеләр ҙә йыш юғала. Бындай осраҡтар айырыуса яҙлы-көҙлө, психик ауырыуҙар ҡуҙғыған саҡта күҙәтелә.
3. Ҡоллоҡ. Илдә йыл һайын ауыр эшкә һәм фәшихәлеккә кешеләр һатыу менән шөғөлләнгән енәйәти төркөмдәр асыҡланып, юҡҡа сығарыла. Тик улар урынына яңылары ҡалҡып сыға. Енәйәтселәр йәш, сибәр ҡыҙҙарҙы, сәләмәт һәм физик яҡтан көслө ир-ҡатындарҙы “аулай”.
Әйткәндәй, ҡайһы бер кешеләр оҙон аҡса артынан сит тарафтарға сығып китә лә, маҡсаттарына ирешә алмаһа, үҙҙәре теләп юҡҡа сыға. Йәғни, яҡындарына үҙенең ҡайҙалығын хәбәр итмәй. Был ҡылыҡтарын аҙаҡ оялыу, ғәрләнеү менән аңлаталар.
4. Бурыстан ҡасыу. Банкка, енәйәтселәр төркөмөнә, хатта яҡын дуҫына ҙур сумма бирәсәге булған “байҙар” ҙа бурысын ҡайтармаҫ өсөн юҡҡа сыға.
5. Бурҙар ҡорбаны. Эскелек һаҙлығына батыусыларҙың, йәки яңғыҙ йәшәгән ҡарт-ҡороларҙың, ауырыуҙарҙың фатиры, йыйған аҡсаһы булһа, уларҙы үҙләштерергә теләүселәр табылып тора. Шулай уҡ байҙарҙы аманатҡа алып, туғандарынан аҡса талап итеү осраҡтары ла бар.
6. Медицина енәйәттәре. Сәләмәт кешеләрҙе донорлыҡ өсөн урлау осраҡтары ла йышайҙы. Айырыуса балалар был сәбәпле күп юғала.
7. Инвалидтар бизнесы. Ауырыуҙарҙы иһә ейәнәт төркөмдәре хәйер һорау өсөн махсус рәүештә урлай. Хатта сәләмәт кешеләрҙе лә имгәтеп, ғүмерлеккә ғәрип яһап, ултыртып ҡуйыуҙары бар. Һуңғы йылдарҙа мәрхәмәтлек фондынан милионлап аҡса алыусылар ҙа булған.
9. Хәрби бәрелештәр, стихиялы бәлә-ҡаза булған саҡта ла кешеләр күпләп юғала.
10. Секталарға китеү. Кешеләрҙе аң кимәлендә эшкәртеп, уларҙы яҡындарынан айырып, “үҙ йорттарына, “ауылдарына” йәшәргә алып китеүсе шикле төркөмдәр тураһында ла йыш ишетергә була.
Кешеләрҙең юғалыу сәбәптәре күп, алда һанап үткәндәр киң таралғандары ғына. Сәбәптәре төрлө булыуға ҡарамаҫтан, юғалған кеше тураһындағы башланғыс мәғлүмәттең күләме эҙләүҙең һөҙөмтәләренә йоғонто яһай. Түбәндәге кәңәштәр хәүефле минуттарҙа буталмаҫҡа, дөрөҫ һәм тиҙ эҙләй башларға ярҙам итәсәк.
Ғәҙәттә, ҡайҙалығын белеү өсөн юғалған кешенең үҙенә, таныштарына (кинәт ҡунаҡҡа саҡырғандар), бик булмаһа медицина ойошмаларына (ауырып китеүе бар), айнытҡыстарға (артыҡ эсһә), полиция бүлексәләренә (көтөлмәгән хәлгә тарыуы бар) шылтыратыу ҙа етә. Йорт тирәһен ҡарап сыҡҡанда ла була, бәлки танышын осратып, аралашып тораларҙыр. Әммә был эштәргә артыҡ ваҡыт сарыф итмәгеҙ! Юғалыу сәбәптәренә ҡарамаҫтан, үҙ аллы эҙләү менән бер рәттән, эшкә белгестәр тотонһа тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ. Бының өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә ғариза тапшырырға кәрәк. Нәфис фильм, сериал яратыусылар араһында, кеше юғалғандан һуң, өс тәүлек үткәс кенә мөрәжәғәт ҡабул ителә, тигән хата фекер йәшәй. Ғаризаны йәшәү һәм теркәү урынына ҡарамаҫтан, теләһә ҡайһы полиция бүлексәһенә тапшырырға була, туғаны йәки ғаилә ағзаһы булыу ҙа мөһим шарт түгел. Бары тик бер нисә формаль процедура үтергә кәрәк.
Онотмағыҙ: ни тиклем иртәрәк эҙләй башлайһың, кешене имен-аман килеш табырға мөмкинлектәр ҙә күберәк буласаҡ! Дежур хеҙмәткәргә ғаризаны ҡабул итеүҙән баш тартыу тыйылған. Ул ваҡытҡа, кем биреүенә ҡарамаҫтан уны теркәргә тейеш. Полиция бүлегендә граждандарҙы эҙләү менән махсус шөғөлләнгән хеҙмәткәрҙәр була. Ҡағиҙә булараҡ, эҙләү эше тапшырылған тәштифсе һеҙҙең менән ентекләп һөйләшәсәк. Әйткәндәй, уның телефон номерын һорап алығыҙ, сөнки ниндәйҙер мәғлүмәт иҫегеҙгә төшһә, юғалған кеше ҡайтып инһә, уға кисекмәҫтән хәбәр итергә кәрәк буласаҡ. Беренсе этапта юғалған кеше тураһындағы бар мәғлүмәттәр ҙә мөһим роль уйнай: телефон номеры, таныштарының адресы, эш урыны, аралашыу даирәһе, ҡыҙыҡһыныуҙары, ғәҙәттәре, дошмандары, ҡурҡыныс янауҙары, юҡҡа сығыу шарттары һәм башҡалар. Яҡындарығыҙҙың аҡса эштәрен белһәгеҙ тағы ла һәйбәтерәк. Ҡиммәтле биҙәүестәрен хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Өйөгөҙҙә йәки телефонығыҙҙа уларҙың яҡындан төшкән сифатлы фотоларын һаҡлағыҙ.
Әйткәндәй, дуҫ-туғандарығыҙ, ғаилә ағзаларығыҙ, бигерәк тә бәлиғ булмаған балалар йәки оло кешеләр өйҙән сыҡҡанда кейеменә һәр саҡ иғтибар итегеҙ; ҡайҙа, кем һәм ниндәй маршрут менән бара, ниндәй эштәре бар; документтарын алғанмы – һорау бирергә ҡурҡмағыҙ. Уларҙың дуҫтары, таныштары тураһында белешегеҙ, адрестарын, телефон номерҙарын алығыҙ. Балаларҙы ғәҙәти булмаған шарттарҙа үҙҙәрен дөрөҫ тоторға өйрәтегеҙ: таныш булмаған кеше менән аралашмаһын, улар ҡулынан ризыҡ, әйбер алмаһын, ҡайҙалыр саҡырһа баш тартһын, көсләшә башлаһалар оялмаһын – ҡысҡыра, үткенселәрҙән ярҙам һорай башлаһын.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа кешенең шәхси блокноттары, көндәлеге лә кәрәкле мәғлүмәт биреп, эҙләү эштәрендә ярҙам итә. 1999 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһында бармаҡ эҙҙәрен теркәү тураһындағы Федераль закон нигеҙендә, һеҙ йәшәгән урында эске эштәр органының паспорт-виза хеҙмәтенә яҙма ғариза менән мөрәжәғәт итеп, дактилоскоп иҫәпкә тора алаһығыҙ. Бәлиғ булмаған балаларҙы ата-әсәләрҙең ризалығы менән теркәйҙәр. Дактокартаның күсермәһе ғаилә яҙмаларында һаҡланырға мөмкин. Әгәр ҙә туғандарығыҙ араһында хәтер йәки ориентация юғалтыуына килтерә торған ауырыу менән интегеүселәр булһа, уның исем-шәрифе, йәшәү урыны яҙылған ҡағыҙҙы кеҫәһенә һалығыҙ йәки кейеменә беркетегеҙ.
Кеше юғалғанда түбәндәгеләр кәңәш ителә:
– эҙләү өсөн ғаризаны яҡындағы эске эштәр бүлегенә ебәрегеҙ. Ә инде бала юғалһа, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итегеҙ;
– үҙегеҙ менән шәхесегеҙҙе раҫлаусы документтар һәм юғалған кеше тураһында мәғлүмәт бирерлек документ булһын;
– юғалған кешенең билдәләрен иҫегеҙҙә тотоғоҙ (буйы, физик төҙөлөшө, йөҙ үҙенсәлектәре, сәсенең, күҙенең төҫө). Айырым билдәләр (миң, йөй, яра эҙҙәре, физик кәмселектәре, татуировка), теш аппараты (алынмалы протез, ҡуйылған тештәр йәки уларҙың булмауы), ҡайһы бер хроник сирҙәр тураһында мәғлүмәт тә артыҡ булмай. Уның ҡайһы поликлиникала һәм теш табибында дауаланыуын да хәбәр итегеҙ;
– уның ниндәй кейемдә (төҫө, төрө) булыуын, үҙе менән алған әйберҙәрҙе (сумка, телефон, биҙәүес һәм башҡалар) белһәгеҙ ҙә мәғлүмәт бирегеҙ;
– полиция бүлегенә юғалған кешенең фотоһүрәтен (һуңғы арала, сифатлы һәм яҡындан төшкәне һәйбәтерәк), көндәлеген, шәхесен раҫлаусы документын, блокнотын алып килегеҙ;
– кеҫә телефонының номерын һәм маркаһын хәбәр итегеҙ;
– юғалған кешенең аралашыу даирәһе, юғалыу шарттары, тормошо, эше, туғандары, дуҫтары тураһында полиция хеҙмәткәренә йәшермәй бәйән итегеҙ. Айырыуса конфликтлы ситуациялар, бурысын түләй алмауы, аҡсаға, күсемһеҙ милеккә бәйле бәхәстәр, мираҫ буйынса талаштар мөһим роль уйнарға мөмкин.
Кеше тураһында мәғлүмәт ни тиклем күберәк, эҙләү эштәре шул тиклем уңышлыраҡ буласаҡ. Ҡайһы бер һылтауҙар менән кеше юғалыуы тураһындағы ғаризағыҙҙы алыуҙан баш тартһалар, һеҙ республиканың Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Әгәр юғалған кеше оҙайлы ваҡытта табылмаһа, уның тураһындағы мәғлүмәт менән фотоһын үҙәк каналдың “Жди меня” тапшырыуына ебәрергә мөмкин.
Юғалған кешенең яҡындары ҡайғы һәм өмөтһөҙлөккә бирелеп, йыш ҡына яңылыш аҙымдарға бара. Улар иһә эҙләүҙә ярҙам итмәй, киреһенсә, ҡамасаулай ғына. Төп хаталар:
1. Полиция хеҙмәткәрҙәренән дөрөҫлөктө йәшереү. Мәҫәлән, ата-әсәнең бала менән конфликты булырға мөмкин. Насар күренеүҙән ҡурҡмайынса, 2-ле билдәһе йәки насар тәртип өсөн һүҙгә килешеүегеҙҙе әйтегеҙ. Балағыҙҙың насар компанияға эләгеүен, мәктәптәге проблемаларын йәшермәгеҙ. Икенсе миҫал: ирҙең йәки ҡатындың ситтә һөйәркәһе барлығын белһәгеҙ, был турала ла мәғлүмәт бирегеҙ. Һөйгәне ҡосағында ваҡыт самаһын юғалтҡандар ҙа юҡ түгел.
2. Үҙ көсөңә ышаныс. Үрҙә әйтелгәнсә, хәүеф һиҙәһегеҙ икән, ә телефондан эҙләү ярҙам итмәһә, белгестәргә, йәғни полицияға мөрәжәғәт итеү кәрәк. Айырыуса балалар юғалһа ваҡыт мөһим роль уйнай. Шаһиттар табылған хәлдә лә, улар 2 –3 тәүлек эсендә мөһим хәлдәрҙе онотоуы бар.
3. Күрәҙәселәргә, шәхси детективтарға мөрәжәғәт итеү. Белгестәр әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш һәләтле кешеләр биргән мәғлүмәттәр күп осраҡта файҙаһыҙ була. Икенсе хәүеф: уларҙың күбеһе еңел аҡса эшләүсе шарлатан булыуы бар.
4. Полиция рөхсәтенән тыш кеше юғалыуы тураһында иғландар ҡуйыу. Әлбиттә, уның яҡындары күберәк кеше белгән һайын күберәк мәғлүмәт булыр тип уйлай. Ләкин бының бер нисә кире яғы ла бар. Мәҫәлән, бала кеше урамда үҙенең фотоһы менән иғландарҙы күреп, райондан йәки ҡаланан уҡ ҡасып китеүе мөмкин. Шулай уҡ иғланға үҙегеҙҙең телефон номерығыҙҙы һәм хәбәр өсөн аҡса (бүләк) биреүегеҙҙе яҙырға ярамай. Бөтәһе лә изге уй менән шылтыратмаҫ. Алдатыусылар, аҡсаға ҡыҙығыусылар күп. Улар биргән мәғлүмәтте тәү сиратта, полиция хеҙмәткәрҙәре тикшерергә тейеш.
Онотмағыҙ, юғалыу осраҡтарының күбеһе тормош хәүефһеҙлеге шарттарын һанға һуҡмауҙан һәм эргә-тирәләге кешеләрҙең битараф мөнәсәбәтенән килеп сыға. Бер-берегеҙгә иғтибарлы булығыҙ, шулай уҡ үҙ-үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Тормошта юғалтыуҙар булмаһын...


Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:
Читайте нас: