Илназды күптән беләм. Уның ҡыҙыҡ сюжетлы фильмдарын да ҡарағаным бар. Үҙенсәлекле фекер йөрөтөүе уның ижадында ла сағыла. Ике йыл элек беренсе апрель, дуҫлашып йөрөгән ҡыҙының ҡулын һәм йөрәген һораған фотоһын һалды. Был көндө һөйгәненә тәҡдим яһау — Илназдың ғына башына килә торған идеялыр, тип уйлап ҡуйҙым. Яңыраҡ инде берҙән-бере Нурания менән дә таныштым.
Шаярып-көлөп, бер-береһенә ҡарап туймаған пар менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Өфөлә йәшәүсе Нурания һәм Илназ МОСТАФИНдар менән һеҙҙе лә таныштырабыҙ.
Илназ
Бәләкәй сағы Илназдың хәтерендә фильм һымаҡ уйылып ҡалған. Бер нисә йыл элек йәйге эҫе көндә атаһы Ирғәле Мөхтәр улы усаҡлыҡтан сыға ла ишек алдында эш менән булышҡан малайҙарын — Иҙел менән Илназды саҡырып, машинаһына ултырырға ҡуша. Аталары усаҡлыҡтан элекке кассетаны табып алған икән. Уны ҡуйып ебәргәс, машина эсендәгеләр алыҫ-алыҫта ҡалған, хатта хәтерҙән юйыла башлаған йылдарға барып эләгә. Кассетала малайҙарҙың дүрт-биш йәшендәге тауыштары ишетелә. Өйҙә шаярып-уйнап йөрөгәндәре яҙҙырылған. Ярты сәғәт тирәһе тыңлап, ҡайтарылмаҫ мәлдәрҙе иҫләп, бер ни тиклем машинала ултыралар. Ата-әсәһенең йәшлеге, үҙҙәренең ғәмһеҙ, вайымһыҙ, яланаяҡлы бәләкәй саҡтары, шулай көтөлмәгәндә килеп, үҙе тураһында хәтерләтә...
Илназ Баймаҡ районының Ҡыуат ауылында тыуған. Үҙенән ике йәшкә өлкән ағаһы Иҙел менән улар бик татыу үҫәләр. Ғәҙәти ағалы-ҡустылар һымаҡ ирешеп-бәхәсләшеп, үсегешеп ултырғандары булмай. Ул үҫкән йорттоң үҙенсә бер ҡото булғандыр инде — ишек алдарынан ауыл малайҙары өҙөлмәгән.
— Әсәйем менән атайым, бер яҡтан, бер-береһенә ныҡ оҡшағандар. Икенсе яҡтан, бөтөнләй ҡапма-ҡаршы кешеләр һымаҡ тойолалар, — ти Илназ яҡындары тураһында. — Әсәй күктә осоп йөрөгәндәрҙән түгел. Ул, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар, тип әйтеп үҫтерҙе: йәш саҡта белем алырға, аҙаҡ өй һалырға, шунан инде ғаилә тураһында уйланырға кәрәк, ти торғайны. Үҙ фекерен дә туп-тура әйтә белә. Әсәй — ул мин Оскар алам тип хыялдарға бирелеп, бар ғаләмде онотҡанымда ергә төшөрөүсе. Атай, киреһенсә, минең менән бергә хыялланырға ярата, ижадымды хуплаусы. Ир бала менән атай, бәлки, әсә менән ҡыҙ кеүек бөтә серҙәрен һөйләшеп тә ултырмайҙыр, әммә атай менән беҙ ярты һүҙҙән аңлашабыҙ, бер ҡараштан күңелебеҙҙә ниҙәр барғанын төшөнәбеҙ, — тип һөйләп үтте Илназ.
Әсәһе Маһира Ғабдулла ҡыҙы ғүмер буйы магазинда эшләһә, атаһы Ирғәле Мөхтәр улы ауылдағы барлыҡ эшкә тотона. Ағаһы Баймаҡта лицейҙа уҡығанда, ата-әсәһе өйҙә булмаған саҡта Илназ күбеһенсә яңғыҙы ваҡыт үткәрә. Йышыраҡ ул ваҡытын телевизор янында уҙғара. Шунан да фильмдарға, киноларға ҡыҙыҡһыныу тыуғандыр, бәлки.
Илназ башланғыс кластарҙы тыуған ауылында уҡый ҙа Әбделкәримдә дауам итә. Һигеҙенсегә Баймаҡтың лицей-интернатына бара.
— Мәктәп йылдарында мин башҡаларҙан айырылманым. Ябай уҡыусы малай инем. Бәлки, күңелем нимәгә тартылғанын аңлап етмәүемдән шулай булғанмындыр. Хәтеремдә — аҙна һайын үткән линейкала ярыштарҙа еңгән, олимпиадала урын алған әүҙем уҡыусыларҙы бүләкләй торғайнылар. Мин бер ҙә сыҡҡаным булманы, — тип көлә ул.
Уҡыуға килгәндә лә, Илназ, кем әйтмешләй, “малайҙарса” уҡый: “өслө”ләре күберәк була. Теүәл фәндәр ауырыраҡ бирелһә, география, тарих, әҙәбиәт кеүек дәрестәрҙе үҙ итә.
— Был фәндәр еңел булғанға оҡшанымы? — тип һорайым унан.
— Мин һөйләргә яратам, телгә шәпмен. Етмәһә, текст яҙыу ҙа еңел бирелде, оҡшай торғайны, — ти ул, мәктәп йылдарын иҫләп.
Унынсы класҡа еткәс, Илназдың ижади һәләттәре асыла башлай. Үҫмер сағында шиғырҙар ҙа яҙып ҡарай, хатта гәзиттә лә баҫтыра, КВН-да уйнай, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына башлай. Әммә киләсәктә ниндәй һөнәр һайлауын аныҡ итеп әйтә алмай. Һөҙөмтәлә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетына инә.
— Төп маҡсатым Өфөгә барыу ине. Ағайым артынан эйәрҙем, тиһәм дә була. Тик уны ҡыуып етеп булмай ҙа ҡуя. Әбделкәримгә барғанымда, ул Баймаҡҡа күсте, лицейға барғанымда, ул уны тамамланы. Өфөлә саҡ ҡына икебеҙ ҙә студент булып өлгөрҙөк, — ти Илназ.
Һөнәр һайлағанында егет аҙ булһа ла ижад менән бәйле йүнәлеш алырға теләй. Шуға ла социаль-мәҙәни эшмәкәрлек факультетын һайлай.
Артабан уҡыуын магистратурала дауам итә. Был юлы ул дәүләт-муниципаль идаралыҡ факультетына инә. Киләсәктә депутат булып, йәмғиәттең етешһеҙлеге менән көрәшергә хыяллана.
Шуға ҡарамаҫтан, уҡыуға башкөллө инеп китә алмай, күңеле ижадҡа тартыла. Беренсе курста Булат Йосоповтың кино мәктәбенә бара. Ниҙер төшөрөргә теләге ҙур була, әммә тәжрибә етешмәй. Киномәктәпкә барғас та нисек төшөрөргә, нимәнән башларға кәрәк икәнен күрергә өмөт итә. Әммә ышанысы аҡланмай: уға уҡырға дәреслек бирәләр. Башта аптырап ҡалһа, аҙаҡ ҡына белем ни тиклем кәрәк икәненә төшөнә. Киләсәктә ныҡ ярҙам итәсәк нигеҙ ала ул. Тап ошонда Илназ “Тәгәрмәс” исемле ҡыҫҡа метражлы тәүге фильмын төшөрә. Әммә беренсе эшенән тулыһынса ҡәнәғәт булмай. Унда күберәк уҡытыусыларының ҡараштары, фекере һалынған һымаҡ тойола, үҙе күргәненсә, хыялланғанынса килеп сыҡмай. Шуға ла егет тәжрибә туплауын дауам итә. Мәҫәлән, Таңсулпан Бураҡаева төшөргәнендә ҡуша йөрөп, режиссер, оператор ярҙамсыһы булып эшләй.
Илназдың икенсе ҡыҫҡа метражлы фильмы — “Ҡәһүә һәм танышыу” — уға тәүге наградаларын килтерә. “Осҡон” башҡорт видеолары конкурсында беренсе урын ала, Санкт-Петербургта үткән “Галактика 35 мм” кинофестивалендә “Иң яҡшы автор музыкаһы” номинацияһында еңә, жюри ағзаларының махсус призын яулай. Был фильмда ул һығымта яһарға ашығыусыларға төрттөрә тиһәң дә була. “Йом минең күҙҙәремде” тип аталған өсөнсө ҡыҫҡа фильмын ул “Осҡон” фестивале сиктәрендә өс көн эсендә төшөрөп, еңеүсе тип табыла.
— Миңә ҡыҫҡа ғына, йылы ғына тарихтар оҡшай. Абсурд ваҡиғалар яратам. Персонаждар был хәлдән нисек сыҡҡанын күҙәтеүе ҡыҙыҡ. Хәҙерге заманда визуалға ныҡ иғтибар итәләр, ә йөкмәткеһе икенсе планға ҡала. Шул хатанан ҡасырға тырышам, — ти егет.
Илназ фильмдарына сценарийҙы үҙе яҙа. Уның өсөн был бик мөһим, хатта берәй заман башҡалар менән эшләүен күҙ алдына ла килтермәй. Уның фекеренсә, режиссер бер ваҡытта ла сценарист әҫәрен нисек күҙ алдына килтергәнен, нисек күргәнен яҡшы аңлай алмаясаҡ, геройҙарын тулы кимәлдә асып етмәйәсәк. Үҙең яҙып, үҙең төшөргән хәлдә генә картина етеш, бай, ҡыҙыҡлы буласаҡ.
Актерҙарҙы һайлауға килгәндә, кастингтар бик һирәк теләгән һөҙөмтәгә килтереүен билдәләй режиссер. Илназ роль башҡарыусыға тәү ҡараштан фильмына барамы, юҡмы икәнен тоя. Быны ул аңлатып та еткерә алмай, ниндәйҙер эске тойомлау, ти.
— Фильм төшөрөү ул күңел талабымы? Әллә билдәле булыу, аҡса эшләү төп маҡсатмы?
— Минең өсөн ижадта аҡса бер ваҡытта ла этәргес булманы. Төп маҡсатым — башымда барлыҡҡа килгән тарихты башҡаларға һөйләргә, күрһәтергә. Идея килеп тыуа ла, һин шуның менән иртәнсәктән кискә тиклем йәшәһең. “Лиза”ны ике йыл тирәһе шулай күңелемдә йөрөттөм. Мөмкинлек килеп сыҡҡас та төшөрә һалдым, — ти ул.
“Лиза” — йәш режиссерҙың дүртенсе картинаһы. Был ҡыҫҡа метр — балалар өсөн мистик фильм. Унда автор блогерҙарҙың аудиторияһына йоғонтоһо тураһында фекер йөрөтә. “Башҡортостан” киностудияһы ярҙамында төшөрөлгән фильмдың премьераһы көҙгөһөн көтөлә.
— Аңлауымса, һуңғы фильмың рус телендә буласаҡ. Ни өсөн?
— Эйе, “Лиза” рус телендә төшөрөлдө. Быны аудиторияны киңәйтеү, фестивалдәрҙә ҡатнашыу өсөн эшләнем. Шуға ҡарамаҫтан, күңелемдә башҡорт киноһы өсөн яуаплылыҡ тоям. Ҡыҫҡа ғына булһа ла башҡортса фильмдар төшөрөргә кәрәк. Был хатта минең бурысым тип һанайым. Киләсәктә тулы метр ҙа булыр, — ти Илназ.
Һуңғы фильмын йәш режиссер вахта араһындағы ялында төшөргән. Эйе, ижад кешеһен дә вахта ысулы менән эшләү урап үтмәй.
— Бер яҡтан, аҡса кәрәк ине, икенсе яҡтан, күңел бушлығын тултырыр өсөн дә вахтаға сығып киттем. “Йом минең күҙҙәремде”нән һуң оҙаҡ ҡына бер нәмә лә төшөрмәнем. Күптәрҙең шулай ситкә китеп эшләүе — ҙур проблема, әлбиттә. Күргәндәремдән сығып әйтә алам — бихисап һәләтле кешеләр вахтала йөрөп, ижади потенциалын тормошҡа ашыра алмай. Ул яҡтарҙа айырыуса Урал аръяғынан ир-егеттәр күп, — ти Илназ.
Ярты йыл элек ул вахтанан бөтөнләйгә ҡайтҡан. Әлеге мәлдә егет заказға видеолар төшөрә, яңы фильм булдырырға әҙерләнә.
— Эйе, алдараҡ ижадты аҡса сығанағы тип ҡарамай торғайным, — ти ул. — Ғаилә ҡорғас, әлбиттә, ҡараштар ҙа, тормоштағы маҡсаттар ҙа үҙгәрә. Мин кәләшемә, буласаҡ балаларыбыҙға лайыҡлы тормош бүләк итергә лә, яндарында булырға ла тейешмен. Ижад менән шөғөлләнергә дәрт тә, тәртип тә артты. Һәр хәлдә, үҙең өсөн генә эшләмәйһең, яуаплылыҡ һине яңы үрҙәргә ынтылырға әйҙәй.
Нурания
Нурания — иркәләнеп, һөйөүгә төрөнөп кенә буй еткергән ҡыҙ. Сығышы менән ул Баймаҡ районының Йомаш ауылынан. Улар икәү үҫә — үҙенән ете йәшкә өлкән ағаһы Мирхәт бар. Татыу, тулы ғаиләһе — ҡыҙҙың ғорурлығы. Күп кешеләр үҙҙәре һайлаған һөнәргә ғашиҡ булып, ғүмере ахырынаса юлынан тайпылмай йәшәй. Нуранияның атаһы менән әсәһе шундай кешеләр иҫәбенән.
— Атайым Сөнғәт Хөрмәт улы Хисмәтуллин, ике йәштән генә атайһыҙ үҫһә лә, бирешмәгән. Ул бәләкәйҙән техникаға ылыға, 6-сы класта уҡығанда уҡ колхоз баҫыуына һыу һибергә эшкә сыға, ә 9-сы класта тракторға ултыра. Шуға ла ул 1979 йылда Ставрополь крайында үткән уҡыусыларҙың производство бригадаһының 25 йыллыҡ юбилей слётында ҡатнашырға саҡырыу ала. Слётта Баймаҡ районынан бер үҙе булһа, республиканан ете уҡыусы ҡатнашып, эшмәкәрлеге ауыл хужалығы — ер эшкәртеү менән бәйле буласағына һәм тормошо мәғәнәһенә әйләнәсәгенә инанып ҡайта. Ысынлап та шулай була ла, әрме сафынан ҡайтыу менән тракторға ултыра һәм “Һаҡмар” колхозы тарҡалғансы колхоз баҫыуында тракторҙа ла, комбайнда ла ең һыҙғанып эшләй, — тип һөйләй ғәзиз кешеһе тураһында һылыу.
Берҙән-бер ҡыҙ булғас, атаһы Нуранияны айырыуса яратып, иркәләтеп кенә үҫтергән. Эштән арып, ниндәй генә кәйефтә ҡайтмаһын, гел ҡыҙын күтәреп, тупылдатып һөйөп алыр булған.
— Әсәйем Нәсимә Фәйзрахман ҡыҙы һөнәре буйынса уҡытыусы, — тип дауам итте Нурания. — Ҡартатайым менән өләсәйем балаларына гел генә: “Һеҙ математика уҡытыусылары булырға тейешһегеҙ”, — тип әйтер булғандар.
Шулай була ла, өс ҡыҙ ҙа ата-әсәһенең маҡсаттарын тормошҡа ашыра.
— Әсәйем 38 йыл Әҙеһәм Әлибаев исемендәге Йомаш урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй. Уның шул тиклем балалар яратыуына, бар булмышын, көсөн, белемен балалар тәрбиәләүгә биреүе, шунан йәм табып йәшәүенә хайран ҡалырлыҡ. Ата-әсәйемдең эшкә мөкиббән китеүе арҡаһында, беҙ ағайым менән эш мөхитендә үҫтек. Мал ҡарау тулыһынса ағайымдың елкәһендә, өй эштәре миндә булды. Бәләкәй саҡтан ҡош-ҡортҡа, ҡаҙ бәпкәләренә хужа булыу, көтөүҙән малдарҙы теүәлләп ҡаршы алыу, ағайымдың утын ярыуы, минең әрҙәнәгә теҙеү кеүек эштәрҙең беҙгә бер ҡыйынлығы ла булманы. Шуға ла эшсәнлек, ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ кеүек сифаттарҙың эталоны булған, шул уҡ ваҡытта рухи байлыҡты иң ҙур байлыҡ һанаған ата-әсәйемә ҙур рәхмәтлемен. Минең тормош һуҡмағым атайым һәм әсәйемдең тормошҡа ҡарашы, уйҙары, кисерештәре, кәңәштәре менән һуғарылған. Уларҙың саф күңеле, тормошҡа ынтылыштары, йәшәү ҡағиҙәләре, ғаилә мөнәсәбәттәре юлымда маяҡ булып яҡтыртып барасаҡ, — тип ата-әсәһе тураһында йылы һүҙҙәрен, уй-фекерҙәрен уртаҡлашты.
Нуранияны мәктәптә “уҡытыусы балаһы” тип ситләткән осраҡтар ҙа була. Бер тапҡыр ныҡ ҡына үпкәләткәстәр, әсәһенә әйтә. Әсәһе: “Үҙ проблемаңды үҙең хәл итеп өйрән, ҡыҙым. Һиңә артабан йәшәргә, яныңда гел була алмайым”, — ти. Шунан алып ул ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, мыжып йөрөү ғәҙәтен онота.
Алтынсы-етенсе кластарға еткәс, күп кенә йәштәштәре ҡалалағы гимназияға, лицейҙарға таралыша башлай. Нуранияның да башҡаларға эйәреп киткеһе килә: ул да ҙур мәктәпкә йөрөргә теләй. Шул мәл әсәһе: “Ҡайҙа уҡығаның мөһим түгел. Белемде ауылда ла, ҡалала ла алырға була, үҙеңдең теләгеңдән тора”, — ти.
— Ошо һүҙҙәре өсөн әсәйемә әле лә рәхмәтлемен. Бик дөрөҫ фекер! Етмәһә, ун һигеҙ йәшем тулғансы улар ҡанаты аҫтында булдым, иң ҡәҙерле мәлдәр!
— Мәктәптә һиңә, үҙең әйтмешләй, “уҡытыусы балаһы”на талаптар ҙа юғарыраҡ булғандыр?
— Эйе, һәйбәтерәк уҡырға тура килде. Нурания “дүртле”, “бишле”ләргә генә өлгәшә, уҡыу уға еңел бирелә. Хатта башланғыс мәктәптә сирек буйы дауаханала булһа ла, йәштәштәренән артта ҡалмай. Иң яратҡан дәресе химия була. Уныһы билдәле лә инде, буласаҡ табип башҡа ниндәй фәнде үҙ итһен?
Табип булыу — Нуранияның бала саҡ хыялы. Юҡтан ғына бындай теләк тыумай. Бәләкәй саҡта ҡыҙға йыш дауаханала ятырға тура килә.
— Йышыраҡ яңғыҙым ята инем, сөнки әсәй — уҡытыусы, буш мәлдәре булмағандыр. Дауаханала күп ваҡыт үткәргәнгәме, был өлкә миңә бәләкәйҙән таныш, ҡыҙыҡ булды, — ти ул.
Хыялына тоғро ҡалып, мәктәпте тамамлағандан һуң Сибайҙағы медицина колледжына уҡырға инергә була. Башта ата-әсәһе бер аҙ ҡаршы төшә, сөнки таныштарының ҡыҙҙары ла унда уҡыуы ауыр тип зарланған, хатта ташлайым тип йөрөгән. Ҡыҙҙарына ла шулай ҡыйын булыр тип йәлләгәндәрҙер инде. Әммә Нуранияның маҡсатынан баш тартырға уйламағанын күргәс:
— Үҙеңдең теләгең булғас, уҡыйһың инде, мыжып ултырмайһың, — тип фатиха бирәләр.
Колледждан Нурания шәфҡәт туташы булып сыға ла Баймаҡ дауаханаһының инфекция бүлегенә эшкә урынлаша. Бында бер йыл дауамында тәжрибә туплағас, Өфөгә күсә. Шулай ул 2016 йылдан алып Республика балалар клиника дауаханаһында нейрохирургия бүлегендә эшләй.
— Балалар менән эшләүемә, бер яҡтан, бик шатмын. Кескәйҙәрҙе һөйөп тә, яратып та алырға була. Икенсе яҡтан, балаларҙың ауырыуҙарын, һыҙланыуҙарын күңелгә яҡын алам. Нисек кенә ауыр, йәл булһа ла, хистәреңде онотоп, эшләргә кәрәк, шундай ваҡыттарҙы үткәреп ебәрә белеү ҙә мөһим, — ти Нурания, бер аҙ уйға батып.
Колледжда саҡта уҡ ул артабан юғары уҡыу йортона инеү тураһында уйлана башлай. Бындай теләк уҡытыусыһы Ғилминур Ҡунаҡасева: “Нурания, һин булдыраһың, вузға ин!” — тип әйткәс тыуа. Был һөйләшеү ҡыҙҙың тормошона ҙур йоғонто яһай.
— 2018 йылда БДМУ-ға дауалау эше факультетына уҡырға индем. Быйыл тамамлайым да, Алла бирһә, терапевт булып сығам. Артабан ординатураға ла инергә уйлайым, — ти ул.
Ҡыҙ юғары уҡыу йортона тәүге тапҡырҙан инә алмай. Әммә Нурания тиҙ бирешеп барғандарҙан түгел — эштән, кәрәкһә, барыһын яңынан башлауҙан ҡурҡмай. Хәҙерге мәлдә ул уҡып та, эшләп тә йөрөй.
— Юғары уҡыу йортонда, әлбиттә, күпкә ауырыраҡ. Һине алда бөтөнләй икенсе яуаплылыҡ көтә. Хәҙер төндә дежурлыҡтан сығам да уҡырға барам. Эш көндәрендә иртәнге һигеҙгә тиклем эшләйем, ял көндәрендә тәүлеккә сығам, — тип көн тәртибе менән бүлеште буласаҡ табип.
Нисек барыһына өлгөрәлер, ваҡыт табалыр, арымайҙыр тип уйлап өлгөрмәнем, Нуранияның тағы бер һөнәр үҙләштереүе асыҡланды. Ул стилисҡа ла уҡып йөрөй. Стилист булараҡ ҡыҙ башҡаларға килешле, модалы кейем һайларға ярҙам итә. Яңы өлкәлә белемде ул юҡҡа ғына алмай.
— Бала саҡтан мода тураһындағы тапшырыуҙарҙы яратып ҡараным, шул хаҡта журналдар уҡыным. Кейем кешене ни тиклем үҙгәрткәненә иҫ-аҡылым китә торғайны. Үҙем зауыҡлы итеп кейенергә тырышам. Магазиндарҙа йөрөргә яратам. Ниңә белемемде, оҡшатҡан шөғөлөмдө файҙа менән ҡулланмаҫҡа? Хәҙер бит ҡатын-ҡыҙҙар булһынмы, ир-егеттәрме — барыһы ла яҡшы, килешле итеп кейенергә ярата, ә мин уларға ярҙам итә алам, — ти һылыу үҙенең яңы һөнәре тураһында.
Бынан тыш, киләсәктә декретҡа сыҡҡанда ла эшһеҙ ултырмауҙы уйлай Нурания. Ошолар араһында ул социаль селтәрҙәрен үҫтереү өҫтөндә лә эшләй. Бына бит ниндәй тынғыһыҙҙар, тырыштар бар!
Илназ + Нурания = Ғаилә
Мөхәббәт юҡ тиһәләр, Нурания менән Илназдың парына төртөп күрһәтер инем. Бар ул! Бергә булырға тигәндәргә бер ни ҡамасауламай.
— Мин социаль селтәрҙә уның сәхифәһенә юлыҡтым да инеп ҡарап сыҡтым, — тип һөйләй башланы Нурания. — Бик ҡыҙыҡлы егет булып күренде, “лайк” ҡуйҙым. Ҡуйҙым да онотҡанмын. Ике ай үткәс, ул миңә дуҫтарға өҫтәлде.
— Ниңә улай оҙаҡ яҙманың, Илназ? — тип егеттән һорайым.
— Мин ул ваҡытта вахта менән эшләй инем, унда интернет бөтөнләй юҡ. Ҡайтҡас, социаль селтәргә ингәс кенә күрҙем, — тип көлә Илназ.
Ике ай элек ҡуйылған “лайк”ка яуап бирмәһә, яҙмышын осратмаҫ та ине бит! Уйлап ҡына ҡарағыҙ: осраҡлыҡмы, әллә яҙмышмы?!
— Ул миңә яҙыша башлағас та шылтыратты, — тип хәтерләй Нурания. — Тауышын ишеткәс тә Илназ минең кешем икәненә төшөндөм. Аңалата ла алмайым, әммә мин уға кейәүгә сығасағымды, буласаҡ тормош иптәшем менән һөйләшеүемде шул минутта уҡ аңланым, йөрәгем менән тойҙом.
— Ә һиңә, Илназ, ҡасан “был ҡыҙҙы кәләш итеп алам” тигән уй килде?
— Мин уны кафеға саҡырҙым. — Уның эргәһендә үҙемде тыныс һәм еңел итеп тойҙом. Етмәһә, минең абсурдлы шаяртыуҙарыма ихлас көлгәйне, рәхәт булып ҡалды, — тип көлә. — Буласаҡ кәләшем тигән уй беренсе осрашыуыбыҙ ҙа уҡ тыуҙы.
Шулай улар туҡтауһыҙ аралаша башлай, бер-береһенә тиҙ эҫенәләр. Ғинуар айында тәүге тапҡыр күрешәләр, ә 1 апрелдә Илназ һөйгәненә тәҡдим яһай.
— Бәлки, шаяртып яһағандыр, әммә хәҙер һуң, — тип көлә Нурания, ҡулындағы балдағын күрһәтеп.
Йәйгеһен йәштәр гөрләтеп туй үткәрә, бер-береһенә ҡарап вәғәҙәләр биреп, ғүмерлеккә сәстәрен сәскә бәйләйҙәр.
— Ата-әсәйегеҙ, өс ай ғына таныш кешегә өйләнәм тигәс, ҡаршы сыҡманымы? Ҡабаланмағыҙ, тип туҡтатыусылар булманымы?
— Атай менән әсәйемдең бер ваҡытта ла шәхси тормошома ҡыҫылғаны булманы, ҡабаландырманылар ҙа, һорауҙар менән дә биҙрәтмәнеләр. Бынан тыш, улар бит мине яҡшы белә, һайлаған кешемдә шикләнмәйҙәр. Оҙаҡ йылдар буйы йөрөп тә өйләнешмәгән парҙарҙы аңлап етмәйем. Бәлки, медицинала уҡығанға етди пландары булмағандарға ваҡытымды йәлләгәнмендер. Шуға ла Илназ менән мөнәсәбәтебеҙ тиҙ-тиҙ үҫешеп, өйләнешеп тә ҡуйғанбыҙҙыр, — ти ҡыҙ.
— Миңә, әлбиттә, ғаилә ҡорорға кәрәк, тип әйткәндәре булды. Шуғалыр ҙа, бәлки, өйләнәм тигәс, ҡаршы сыҡмағандарҙыр. Нуранияны кәләш итеп алам тигән ышаныс күңелемдә тыуғас, башҡаларҙың фекере мөһим түгел ине, — тип йомғаҡланы Илназ.
Икеһе бер райондан булыуы ла бик яҡшы, тип иҫәпләйҙәр йәштәр. Йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр оҡшаш, ҡабаттан өйрәнергә, күнегергә кәрәкмәй. Нурания бөтөнләй электән тик Баймаҡ кешеһенә генә сығам тип йөрөгән. Хатта эшендә лә райондаштары килһә: “Ана, һинекеләр килде”, — тиҙәр икән. Ә ире лә шул яҡтан булғанын белгәстәр: “Үҙеңдекен иттең инде тәким”, — тип көлгәндәр.
Береһе — ижад кешеһе, икенсеһе — теүәл фән өлкәһенән. Бер ҡаҙанға нисек һыйып йәшәүҙәренә аптырап та ҡуяһың. Баҡтиһәң, улар алдан уҡ килешеп ҡуйған: Илназ кино тураһында, Нурания медицина хаҡында һөйләһә, ихлас тыңларға тейештәр. Ваҡыт үтеү менән сиктәр юйылған. Хәҙер, хатта бер тапҡыр клип төшөрөүҙә ҡатнашҡан Нурания киләсәктә фильмда уйнарға теләй икән. Илназ уға төп роль вәғәҙәләй. Шулай уҡ йәштәр бер-бер хәл, аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуһа, үҙ эсеңә йомолоп, үпкә йыйып йөрөү урынына ултырып асыҡтан-асыҡ һөйләшеү яҡлы. Уларҙы тағы ла уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар бәйләй: икәүләп сәйәхәт итергә яраталар. Башҡортостандың барлыҡ матур урындарында булғандар. Күптән түгел Дубайға ла барғандар. “Алда беҙҙе әллә күпме ерҙәр көтә”, — ти улар. Уныһы шулайҙыр: ғашиҡтарға илдәрҙең генә түгел, бәхеттең дә сиге юҡ. Илназ менән Нурания ир менән ҡатын ғына түгел, дуҫтар, фекерҙәштәр, һәм иң мөһиме — бер-береһенең терәге, алға атларға көс һәм дәрт биреүсе кешеһе.
Киләсәккә пландары ябай ҙа, матур ҙа — бергә, татыу, тигеҙ йәшәргә, һау-сәләмәт балалар үҫтерергә. Бынан да ҙурыраҡ бәхет юҡ, тигән фекерҙә йәш ғаилә.
Заһиҙә МУСИНА.