Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
19 Ноябрь 2018, 22:01

Хужа Насретдин мәҙәктәре

Бер һаран сауҙагәрҙең ҡатыны Хужаға килгән дә:– Хужа Насретдин, иремде өсөнсө көн инде биҙгәк тота. Ут кеүек янам, ти, ә үҙе тирләмәй. Бәлки, берәй төрлө дарыу бирергә кәңәш итерһең? – тигән.– Иреңдең холҡон яҡшы беләм, – тигән Хужа. – Уның аҡсаһын тап та алдында тырым-тырағай тарат. Ул шунда уҡ тирләр һәм тиҙ генә терелер.

Хужа Насретдин кейем шкафы алып ҡайтып ҡуйған, ти. Ишек эстән көҙгөлө булған. Был шуны асып ебәргән дә, ҡысҡыра икән:

- Бисәкәй, ҡарале, ағайым килеп төшкән дәһә.

Тегеһе йүгереп килеп, ҡараған да:

- Етмәһә, әллә ниндәй йәмһеҙ әбей эйәртеп алған, - тигән имеш.


Ташлайһы әйберҙе һаталар тиме ни?

Хужа Насретдин баҙарҙан емеш алып ҡайтҡан да ултырып ашай башлаған. Ҡатыны Хужаның емеште төшө менән бергә йотоуын күреп:

– Ни өсөн төштәрен йотаһың? – тип һораған.

– Ә ниңә йотмаҫҡа? Әгәр ҙә уларҙы ашарға ярамай икән, ниңә һуң һаталар? Ташлай торған әйберҙе һатырға ярай тиме ни? – тигән Хужа.


Биҙгәк дарыуы

Бер һаран сауҙагәрҙең ҡатыны Хужаға килгән дә:

– Хужа Насретдин, иремде өсөнсө көн инде биҙгәк тота. Ут кеүек янам, ти, ә үҙе тирләмәй. Бәлки, берәй төрлө дарыу бирергә кәңәш итерһең? – тигән.

– Иреңдең холҡон яҡшы беләм, – тигән Хужа. – Уның аҡсаһын тап та алдында тырым-тырағай тарат. Ул шунда уҡ тирләр һәм тиҙ генә терелер.


Ҡамыр киҫәге

Бер ваҡыт Хужа Насретдин үтә һаран кешегә ҡунаҡҡа килгән. Башта уны туйғансы сәй эсергәндәр. Шунан һуң алдына ашъяулыҡ йәйгәндәр ҙә һалмалы һурпа килтергәндәр. Тәрилкәләге һыуҙа ике-өс кенә һалма йөҙөп йөрөй икән.

Хужа Насретдин урынынан торған да сисенә башлаған.

Йорт хужаһы, аптырап:

– Һин ни эшләйһең? – тип һораған.

– Тәрилкәгә сумам. Алла насип итһә, бәлки, ҡулға берәй ҡамыр киҫәге эләгер, – тип яуап биргән Хужа Насретдин.


Аҡса яратыу

Хужа Насретдин менән һаран кеше араһында бәхәс сыҡҡан. Оҙаҡ һүҙ көрәштергәндәр, бәхәсләшкәндәр, аҙаҡ теге һаран:

– Һин ни генә әйтһәң дә, аҡса шундай насар нәмә ул, уны бөтә кеше лә ярата. Хатта һин уны үҙең дә яратаһың, – тигән.

– Бик дөрөҫ, – тигән Хужа Насретдин, – ләкин минең яратыуым һинекенә оҡшамаған. Мин булған аҡсамды һинең кеүек ҡомһоҙ кешенән бәйһеҙ иткәне өсөн яратам.
Читайте нас: