Студент химиянан имтиханын тапшыра алмай йонсой.
Комиссия ағзаларының береһе, шаяртмаҡсы булып:
– Газлы һыуҙың формулаһын әйтегеҙсе? – ти.
Студент асыулы тауыш менән:
– Һеҙгә нисек, сироп менәнме әллә ябай ғынамы? – ти.
Йәш егет «яңы урыҫ»тың ҡыҙына өйлән-мәксе булып, уларҙың өйөнә килә. Атай кеше:
– Мин hеҙҙең үткәндәрегеҙ хаҡында hорашып-белешеп, бик күп ҡағыҙҙар йыйҙым, – тип hүҙ башлауға, буласаҡ кейәү:
– Бәй, мин дә бит hеҙҙең хаҡта кәрәкле ҡағыҙҙар йыя башланым, – ти.
– Йә, ярай, берәй икенсе нәмә хаҡында hөйләшәйек. Һеҙ өйләнергә тип килдегеҙме әле? – ти икән атай кеше.