Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
22 Ғинуар 2019, 12:36

Бирешмәҫ, атаһы үлергә ятҡанда ла ҡыуанғанды

Студент йылдары – иң күңелле саҡ, тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер, сөнки яңы ғына оло тормош юлына аяҡ баҫыусыларҙы яҙмыш тигәндәрең әленән-әле тапҡырлыҡта, зирәклектә, отҡорлоҡта һынап ҡына тора. Килеп тыуған хәл-ваҡиғаларҙан имен сығыу өсөн ниндәй генә хәйләләргә бармай студент! Шулай БДУ-ның икенсе курсында уҡып йөрөйөм. Декабрь баштарында ике туған ағайым өйләнергә ҡарар итте. Туйға саҡырыу алғас, ҡыуанысымдың иге-сиге булманы. Тик… уҡыуҙы ташлап нисек ҡайтып китергә?

Студент мажаралары

Студент йылдары – иң күңелле саҡ, тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер, сөнки яңы ғына оло тормош юлына аяҡ баҫыусыларҙы яҙмыш тигәндәрең әленән-әле тапҡырлыҡта, зирәклектә, отҡорлоҡта һынап ҡына тора. Килеп тыуған хәл-ваҡиғаларҙан имен сығыу өсөн ниндәй генә хәйләләргә бармай студент!
Шулай БДУ-ның икенсе курсында уҡып йөрөйөм. Декабрь баштарында ике туған ағайым өйләнергә ҡарар итте. Туйға саҡырыу алғас, ҡыуанысымдың иге-сиге булманы. Тик… уҡыуҙы ташлап нисек ҡайтып китергә? Таныш апайҙан ауырыуым тураһында ялған справка һатып алырға аҡса юҡ – юллыҡ ҡына ҡалған. Ғаризаға деканатта ҡул ҡуймаҫтар: байрам да түгел, етмәһә, тиҙҙән сессия, зачеттар башланырға тора. Әһә! Ялған телеграмма! Тик ниндәй сәбәп уйлап табырға? Өләсәй ауырып китте, тип телеграмма һуғырға ҡушһам – ышанмаҫтар. Ул бахырҙы тере килеш былай ҙа өс тапҡыр ҡайтып “ерләп килдем”. Һмм… Әгәр ҙә атайым ҡапыл ауырып китте тиһәк? Ҡурҡыта бит әле, сөнки студенттар араһында кемең ауырып китте, тип алдап ҡайтһаң, шуның ысынлап та ҡазалана, тигән юрамыш киң таралған. Туйға ла барғым килә…. Шулай итеп, ныҡ ҡына уйлағандан һуң, өйҙәгеләргә: “Тиҙ үк ҡайтып ет, атайың ауыр хәлдә” тигән йөкмәткеле ялған телеграмма һуғырға ҡуштым.
Көн артынан көн үтте, ағайымдың туйына ла бер нисә көн генә ваҡыт ҡалып бара. Ә телеграмма юҡ!!! Шылтыратып ҡына һорашырға ул ваҡытта кеҫә телефоны булманы шул. Көн һайын түҙемһеҙләнеп телеграмма көтәм, ә ул юҡ!!!
Бер көндө шулай кәйефһеҙ генә уҡыу залында ултырһам, бүлмәләш ҡыҙҙарым Айһылыу, Гүзәл һәм Инзирә саҡырып алды. Мине бүлмәгә индереп ултырттылар, уратып алдылар, йөҙҙәре шомло. Һиҙеп торам – һөйләшеү бик етди булмаҡсы. Һүҙҙе нимәнән башларға белмәй оҙаҡ аптырап торғандан һуң, Айһылыу телгә килде:
- Әхирәт, үҙең аңлап тораһың, донъяла төрлө хәлдәр булып китә…
- Эйе, бөтәһе лә яйланыр, һин үтә ныҡ ҡайғырма инде, йәме?- һүҙҙе Гүзәл дауам итте.
- Һин… һин көслө булырға тейешһең…- Инзирә мине ҡосаҡлап уҡ алды.
- Туҡта! Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ? Мин бер нәмә лә аңламайым! – минең түҙемлегем бөттө.
Шул ваҡыт Айһылыу миңә ниндәйҙер ҡағыҙ һуҙҙы. Ҡараһам – бәй! Был бит мин түҙемһеҙләнеп көткән телеграмма! Телеграмма! Тимәк, ҡайтам!!! Туйға ҡайтам!!! Мин ҡыуанысымдан ҡул сабырға, ырғырға тотондом. Алмаш-тилмәш тегеләрҙе лә ҡосаҡлайым, биттәренән үбәм – йәнәһе, һөйөндөрҙөгөҙ, рәхмәт!!! Бүлмәләштәремдең аптыраулы ҡараштарын, хайран ҡалып, асылған ауыҙҙарын шәйләп ҡалғас ҡына шып туҡтаным. Баҡтиһәң, иптәш ҡыҙҙарым атайымдың “ауыр хәлдә” булыуын әйтә алмай, инде нисәнсе көн миңә телеграмманы бирә алмай йонсоған икән. Үҙем дә, ҡаңғырып йөрөп, хәйләм тураһында алдан аңғартырға бөтөнләй онотҡанмын, имеш!
Ошо хәлдән һуң беҙҙең арала минең хаҡта: “Бирешмәҫ, атаһы үлергә ятҡанда ла ҡыуанғанды”, - тигән лаҡап һәм һағынып һөйләрлек иҫтәлек ҡалды.

Г. Х. Сәмерханова

Читайте нас в