Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
24 Ғинуар 2019, 15:44

Ҡатынын ҡурҡытҡан

Әгәр элек сит ил автомобилендә елдергән егеттәр бай, хәлле һаналһа, хәҙер ундайҙарҙың иңендә биш йыллыҡ кредит бар.

Йәрәшкән ҡыҙы егетенә үпкәләй:
- Һаранһың һин, сыҡмайым кейәүгә. Мә, балдағыңды кире ал!
- Ә тартмаһы ҡайҙа?

Әгәр элек сит ил автомобилендә елдергән егеттәр бай, хәлле һаналһа, хәҙер ундайҙарҙың иңендә биш йыллыҡ кредит бар.
Футболсы ҡатынына маҡтана:
- Бөгөн мин ике гол индерҙем.
- Вәт, афарин! Уйын ниндәй иҫәп менән бөттө?
- 1:1.
Юл именлеге хеҙмәткәре арыу ғына тиҙлектә килгән машинаны туҡтата:
- Күреү менән самаланым, кәм тигәндә - 70!
Руль артында ултырған ханымдың ҡото оса:
- Самалап һөйләшегеҙ! Мине эшләпәм генә шулай ҡартайта!
Ҡунаҡҡа килгән ағаһы Ғәлигә аҡса бирә. Малай уны ала ла кеҫәһенә һалып ҡуя. Әсәһе, итәғәтле күренергә тырышып:
- Улым, нимә әйтергә кәрәк? -ти.
- Ғәли өндәшмәгәс, әсә һаман ныҡыша:
- Атайың аҡса биргәндә, мин ни тип әйтәм, иҫеңә төшөр әле?
Ғәли күҙҙәрен секерәйтеп ҡунаҡ ағайға баға ла ҡысҡырап ебәрә:
- Ошо ғынамы?!
Кисә ҡатынды ҡурҡыттым.
- Нисек итеп?
- Кухняға сығып, бөтә һауыт-һабаны йыуып ҡуйҙым.
Баҫҡысҡа баҫып түшәм буяп маташҡан ҡатыны телевизорҙан футбол ҡарап ултырыусы иренә өндәшә:
- Ҡәҙерлем, әгәр мин йығылып төшһәм, берәй тәнәфес ваҡытында “Ашығыс ярҙам” саҡыртырһың, йәме?
Теш табибы:
- Ҡурҡа инегеҙ, барыһы ла бөттө. Бына һеҙҙең тешегеҙ.
- Рәхмәт, доктор, бына һеҙҙең креслоғыҙҙың ҡул терәгесе.
Читайте нас: