Бер ауыл инәйе автобус менән Баймаҡҡа килеп төшкән. Ҡараһа, Сибайға автобус китергә генә тора, ти. Инәй инеп тә ултырған – автобус ҡуҙғалып та киткән. Хәсән ауылына етеп килгәндә, шофер:
– Кто в Хасаново? – тип һорай икән. Иң аҙаҡ инеп ултырған инәй:
– Эй әттәгенәһе, минең фамиляны был шоферға кем әйтте икән? Билет алмаған өсөн, төшөрөп ҡалдырырға уйлайҙыр, моғайын, – тип аптырап киткән.
Шофер һорауын ҡабатлағас:
– Я Хасанова, балам, билет алам,төшөрөп кенә ҡалдырма инде, – тигән. Шофер Хәсәндә туҡтаған да инәйҙен төшкәнен көтә икән. Инәй:
– Төшмәйем, мин Сибайға барам, төшөрмә инде,билет алам, мә, аҡса, - тигәс, шофер аптырауға ҡала:
– Ну бабушка, даешь, я спросил: «Кто в Хасаново ?» .Ты сказала: «Я в Хасаново». А теперь не выходишь, – тигәс кенә инәй:
– Моя фамилия Хасанова, – тип аңлатҡан. Хәлде аңлағас, шофер Сибайға еткәнсе, көлдө, ти.
Элегерәк беҙҙең ауылға әллә ни алыҫ түгел Тәкәһуҡҡан тигән ауыл булды. Ул урман араһында ултыра торғайны. Ә беҙҙең колхоз көтөүселәре ошо ауыл янында ғына көтөү көтөп ятты. Тәкәһуҡҡандың ете йыллыҡ мәктәбе, бай ғына магазины бар ине. Ә магазинда һатыусы – мәрйә. Көтөүселәр араһынан Х. ағай бөтөнләй уҡымаған, урыҫ бер ауыҙ һуҙ белмәй. Уның эре 10 һумлыҡ аҡсаһы булған, ул уны ваҡлатырға уйлаған. Ә урыҫ әйтә белмәгәс, Фәрит ағайҙан һорағас:
– Эй ҡустым, магазинға бар ҙа һатыусыға: «Раздевайся», – тип әйт. Ул һиңә ваҡлап бирер,– тигән. Х. ағай шәп-шәп атлап, магазинға барған да:
– Эй, женщина, бажалыста, раздевайся, – тип 10 һумлығын тотторған. Һатыусы бер килке ни әйтергә белмәй аптырап тоторған да, аңлап ҡалып:
– Ах, ты, сволочь! Я тебе сейчас разденусь! – тип һепертке менән ағайыбыҙҙы туҡмап сығарған. Беҙҙең ауылда хәҙер ҙә ошо хәлде онотмай , рәхәтләнеп көлөп һөйләйҙәр.