Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
28 Ғинуар 2019, 14:16

«Тумылтҡа түгел, ә дятел»

Биш-алты уҙаман менән урман аҡланында тәмәке быҫҡытабыҙ. Ҡыҙылъяр ауылында урмансы булып эшләгән Ғәндәлип бажа менән диләнкә ҡырҡҡан ир-аттың эшен тикшерергә килгәйек. Мин көйрәтмәһәм дә, тегеләрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып ултырам, урыҡ-һурыҡ һорауҙарына ла яуап биргеләйем.Шулай гәпләшә торғас, урмансыларҙың береһе, бәләкәйҙән «р» хәрефен әйтергә өйрәнә алмаған Фәррәх исемлеһе, ағастар араһынан туҡ та туҡ килгән тауышҡа ҡолаҡ һалып, байтаҡ ҡына ултырҙы ла, телгә килде:

«СЫСҠАНДА УТ СЫҠҠАН»


Ғөмүмән, был ауылда халыҡ күңелле йәшәй. Бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә, туйҙар ҙа, тыуған көндәр ҙә – уртаҡ байрам, вафат булғандарҙы һуңғы юлға оҙатыу барыһы өсөн дә оло ҡайғыға әйләнә. Етешһеҙлектәр булһа, халыҡ ҡыҙыҡ табып, көлөшә. Кәзекләшеп алһалар ҙа, үҙҙәре үпкәләп бармай, шулай кәрәк, тип ҡабул итә лә ҡуялар. Ҡыҙылъяр халҡының борондан ҡалған матур сифаты был.

Ҡыҙылъярҙан бер-ике саҡрымда ғына Сысҡан ауылы урынлашҡан. Уның икенсе атамаһы ла бар – Баҡсалы. Мәгәр, халыҡ тәүгеһен хуп күрә, шулай өйрәнгәндәр.

Ҡара көҙ айының бер төнөндә, таңға табаныраҡ, Ҡыҙылъярҙың һикһәнгә етеп барған Ишҡәле исемле ҡарты оло хәжәтен үтәргә тышҡа сыҡҡан. Эшен тамамлап, тәһәрәтләнеп кенә ултырһа, төн ҡараңғылығын йыртып, Сысҡан ауылы тарафында янғын гөлтләп киткән. Бабай, әштер-өштөр эшен бөтөрә һалып, өйөнә ашыҡҡан. Килеп тә ингән, йылы түшәгендә ятҡан ҡортҡаһы ишетерлек итеп һөрән дә һалған был.

– Әбей, тим, тор әле, тор йәһәт кенә! Әле генә Сысҡанда ут сыҡты.

– Атаҡ, ҡартым, ни булды тағы? Быға ҡәҙәре һаулығыңа зарланғаның юҡ ине бит әле. Ай әттә, анау геморрой-фәләне килеп эләктеме икән әллә? Ҡуй инде, ҡартайған көнөңдә балниста ятыуҙары уйын эшме ни? – Гөлмәрфуға ҡарсыҡ, ҡартының һүҙҙәренең айышына төшөнә алмай, шулай һөйләнә икән, йоҡоло күҙҙәрен ыуалап.

– Ниндәй геморрой, атаң башы? Сысҡанда, ай әттә, Баҡсалыла янғын сыҡты, тим бит һиңә, ауыҙыңды ҡорт саҡҡыры нәҫтә!

Хәҙер Ҡыҙылъяр халҡы ғына түгел, эргә-тирәләге ауыл кешеләре лә Ишҡәле ҡартты осратҡан һайын кәзекләп бер була, ти.

– Нишләй, бабай, оло ярау иткәндә шулай ут сығамы ни?


«Тумылтҡа түгел, ә дятел»


Биш-алты уҙаман менән урман аҡланында тәмәке быҫҡытабыҙ. Ҡыҙылъяр ауылында урмансы булып эшләгән Ғәндәлип бажа менән диләнкә ҡырҡҡан ир-аттың эшен тикшерергә килгәйек. Мин көйрәтмәһәм дә, тегеләрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып ултырам, урыҡ-һурыҡ һорауҙарына ла яуап биргеләйем.

Шулай гәпләшә торғас, урмансыларҙың береһе, бәләкәйҙән «р» хәрефен әйтергә өйрәнә алмаған Фәррәх исемлеһе, ағастар араһынан туҡ та туҡ килгән тауышҡа ҡолаҡ һалып, байтаҡ ҡына ултырҙы ла, телгә килде:

– Тумылтҡа туҡылдай.

Ауылдашының һәр һүҙенән мәҙәк табып, көлкөгә борорға ғына торған бажа эләктереп тә алды.

– Ниндәй тумылтҡа булһын ул, ҡоштарҙы айырмайһыңмы әллә? Дятел бит ул.

– Бәй, ысынлап та, дятел икән дә, ә мин тумылтҡа тип толам. Ҡайһылай тауышталы оҡшаш.

Фәррәхтең был һүҙҙәренән һуң ирҙәр, тәмәке төтөнөнә быуылып, эстәрен тотоп, тыйыла алмай ергә ҡоланы.

Баҡтиһәң, Фәррәх «р» хәрефен дә әйтә белмәй, урыҫса ла икмәк-тоҙлоҡ ҡына һупалай икән.


Рахман ЯҠУТҒӘЛИЕВ.
Читайте нас: