Ҡайҙандыр ҡайтып килгән урыҫтар һуңға ҡалып киткән дә бер башҡорт ауылына туҡтап, төндө үткәрергә булған. Ауыл ситендәге бәләкәй генә өйгә еткәс, туҡылдатып ишек астырғандар. Өйҙә әбей менән бабай ғына йәшәй икән. Урыҫтарға былар ҡунырға рөхсәт биргән. Үҙҙәре урындыҡта йоҡлап ятҡас, ҡунаҡтарға иҙәндән урын эләккән. Иҙәндәре ер икән. Шәмде һүндереп йоҡларға ятҡандар. Бер аҙҙан ҡолаҡҡа сос әбей хыр ҙа мыр итеп әүем баҙарына китеп барған бабайын уятҡан. Шыбырлап ҡына:
– Бабай, былар баянан бирле, шубы-шубы, тип һөйләшәләр, атты урлап китмәһендәр, – ти икән. Бабай тыңлап ятҡан – ятҡан да урыҫтарҙың нимә тип һөйләшеүен аңлағас:
– Быларҙа һинең атың ҡайғыһы юҡ, әбей. Аҫтары – ҡаҡ, өҫтәре – йоҡаҡ. Аҫтарына – кейеҙ, өҫтәренә толоп бир, – тигән. Шунан саҡ урыҫтар йылынышып, бер нәмә белмәй йоҡлап киткән.
Элегерәк булған хәл инде был. Әхмәт исемле бер башҡорттоң һәм урыҫ Григорийҙың бесәнлектәре бер тирәлә икән. Былар ғаиләләре менән ҡуна ятып, бесән эшләй. Башҡорттар, ғәҙәттәгесә, иртәнсәк тә , төшкөлөк тә сәй генә эсеп торалар ҙа, кис етеүгә күп итеп ит һалып, аш яраштыра, ти. Ә урыҫтар – киреһенсә: иртәнсәк тә тиҙ генә берәй нәмә өтөп ебәрәләр, төшкөлөккә һәйбәт итеп аш бешерәләр, ә кисен сәй генә эсеп йоҡлайҙар, ти.
Бер көндө иртәнсәк Григорий Әхмәткә һөрәнләй:
– Ахмет, айда котлет кушать!
– Спасиба! Григорий, чай пьем! – ти икән.
Төш етә. Григорий тағы ҡысҡыра:
– Ахмет, айда мясо кушать!
– Спасиба! Григорий, чай пьем! – тип яуаплай.
Төштән һуң Әхмәттең ҡатыны иренән:
– Кискә аш һалайыммы?- тип һораған.
– Ярай, ит һалып ыҙалама, кискә, Григөрөйҙәргә барыр ҙа ҡуйырбыҙ, иртәнсәктән бирле саҡыра, ти.
Кис етә. Григорийҙың теге яҡтан тауышы ишетелә:
– Че чай да чай, махом давай! – тип ҡысҡыра.
Махом – ит тигәнде аңлата.