Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
21 Февраль 2019, 15:16

Көлөп алайыҡ, дуҫтар!

Өс әҙәм үлгәндән һуң йәннәткә эләгә лә һорау алыусы фәрештә алдына баҫа. Фәрештә беренсеһенән һорай: – Йәннәткә үтер алдынан бер һорауға яуап бир. Никахтағы тормошоңда ҡатыныңа хыянат иттеңме?

***

Өс әҙәм үлгәндән һуң йәннәткә эләгә лә һорау алыусы фәрештә алдына баҫа. Фәрештә беренсеһенән һорай:
– Йәннәткә үтер алдынан бер һорауға яуап бир. Никахтағы тормошоңда ҡатыныңа хыянат иттеңме?
– Юҡ, бер тапҡыр ҙа хыянат иткәнем булманы
– Анауы Роллс-Ройс машинаһын күрәһеңме? Ул һинеке, йәннәт урамдары буйлап шунда елдерерһең, – ти. Алдына икенсе әҙәм баҫа:
– Йә, һинең хыянат иткәнең булдымы?
– Бер тапҡыр ғына. Әммә уныһын да ҡатыным белде, ғәфү итте һәм артабан матур, татыу тормошта йәшәнек, – ти икән.
– Мөйөштә торған Мерседесты күрәһеңме? Йәннәттә шул машинала йөрөйәсәкһең.
Фәрештә алдына өсөнсө әҙәм килеп баҫа. Фәрештәнең һорауы була, ул бер ҡатынды ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмауын, эләккәне менән ҡатынына хыянат итеүен бәйән итеп, “Аңлайым, бик ғәйеплемен. Үкенәм…” – тигән була икән. Фәрештә уны йәлләп: “Их, былай шәп кешегә оҡшайһың да ул... Ярай, анау торған “Запарай”ҙы ал, шунда йөрөрһөң”, – тигән.
Бер нисә аҙна үткәс, икенсе һәм өсөнсө әҙәм бергә йөрөп ятҡан мәлдә, бар эргәһендә беренсе әҙәмдең Роллс-Ройсын күреп ҡалалар. Барға инһәләр, иң шәп машинаның хужаһы лыҡа иҫерек, ти. Эргә-тирәһен буш шешәләр аунай.
– Нимә булды һиңә, дуҫ? Ниңә төшөнкөлөккә бирелгәнһең? Машинаң бынамын тигән, барыһы ла яҡшы кеүек…
– Бөгөн ҡатынымды күрҙем…
– Тапҡанһың борсолор сәбәп, шәп тә инде! Һөйләштегеҙме һуң?
– Юҡ… Самокат менән йөрөп ята ине…
***
Хужа өйөнә шылтырата. Теге оста телефон трубкаһын ят ҡатын ала.
– Һин кем?
– Өйҙөң хеҙмәтсеһемен.
– …Улай икән… Беҙҙең хеҙмәтсебеҙ юҡ ине бит әле!
– Өйҙөң хужабикәһе мине бөгөн иртән генә эшкә алды…
– Ә-ә-ә… Улайһа мин өйҙөң хужаһы булам. Ҡайҙа, хужабикәне саҡыр әле.
– Ханым әлеге ваҡытта йоҡо бүлмәһендә, мин ире тип уйлаған әҙәм менән…
Ирҙең йәне ҡабара:
– Илле мең доллар эшләгең киләме?
Ҡыҙ:
– Әлбиттә килә! Кемдеке килмәһен?!
– Улайһа, минең эш бүлмәмдә төпкө тартмалағы пистолетты ал да, икенсе ҡатҡа менеп, теге икәүҙе дөмөктөр!
Тәүҙә атлаған аҙаҡ ике тапҡыр атҡан тауыш ишетелә. Хеҙмәтсе кире трубканы ала:
– Үлтерҙем, әфәндем. Мәйеттәрҙе нимә эшләтергә?
– Бассейнға ырғыт!
– …Бында бассейн юҡ та баһа?..
Ир ҡапыл ғына туҡтап ҡала:
– 278-653-58 түгелме һуң был?
– Юҡ!!!!!!
– Ғәфү итегеҙ, номерҙы яңылыш йыйғанмын!
Читайте нас: