Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әкәмәт
10 Июнь 2019, 21:58

Һеҙ минең бер баламдың атаһы бит әле!

Ике олпат ҡына ир машина эсендә һөйләшеп ултыралар. Шул саҡ үтеп барған ҡупшы ғына кейемле ханым былар эргәһенә килә һәм ирҙәрҙең береһенә диҡҡәт менән тексәйеп торғандан һуң, өндәшә:- Һаумыһығыҙ.- Һаубыҙ әле.- Һеҙ минең бер баламдың атаһы бит әле.


Һеҙ минең бер баламдың атаһы бит әле!
Ике олпат ҡына ир машина эсендә һөйләшеп ултыралар. Шул саҡ үтеп барған ҡупшы ғына кейемле ханым былар эргәһенә килә һәм ирҙәрҙең береһенә диҡҡәт менән тексәйеп торғандан һуң, өндәшә:

- Һаумыһығыҙ.

- Һаубыҙ әле.

- Һеҙ минең бер баламдың атаһы бит әле.

- ??? – Ирҙәрҙең ғәжәпләнеүҙән күҙҙәре шарҙай була.

- Ай әттә. Яңылыш әйттем. Минең бер уҡыусымдың атаһы тип әйтергә теләгәйнем. Һеҙ мәктәптә бик күптән булғанығыҙ юҡ. Балағыҙҙың уҡыуы менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмайһығыҙ, - тип әрләп ташлай “балаһының атаһын” теге уҡытыусы.


Ҡытыҡларға яратыу
Бер аҡһаҡ әбей һәр саҡ светофорға тик йәйәүлегә ҡыҙыл ут янғанда ғына сыға икән. Юл инспекторҙары уны һәр саҡ киҫәтә торғас, әбейҙән ялҡып бөткәндәр. “Ни өсөн һин, әбекәй, улай итәһең? Юл аша йәйәүлегә тик йәшел ут янһа ғына сығырға кәрәк”, тигәндәренә ул һәр саҡ: “Мин өҫтөмә КамАЗ менеп килгән саҡта һауығып китәм. Икенсенән, мин шоферҙарҙың нервыларын ҡытыҡларға яратам”, - тип яуап бирә килгән. Әбей машинанан тапалып үлгәс, юл инспекторҙары аҡса йыйып, әбейҙең ҡәберенә мәрмәрҙән һәйкәл ҡуйып, “Әбекәй ҡытыҡлауҙан үлде”, тип яҙып ҡуйғандар, имеш.

Фәтих Сәйфетдинов.
Читайте нас: