Урман яғы ауылынан ялан яғына йәш килен төшкән. «Урман ҡыҙы бесән эшләй», – тип уйлағандар. Бер көндө киленде кәбән ҡойошорға алып киткәндәр һәм кәбән осларға мендергәндәр.
Кәбән бейек кенә, матур осланған. Төшөргә тип, арҡан ташлағандар. Ә килен арҡандың осонан тотоп һикергән һәм кәбән төбөнә «туп» итеп ҡолаған. Бөтәһе лә, аптырап, киленгә уҡталған. Хоҙай аралаған – уға бер нәмә лә булмаған. Һикереп тороп, һыны ҡатҡансы көлгән, ти. Ысынында, килен арҡан менән төшә белмәгән, ғүмерендә тәүге тапҡыр кәбән ослаған икән.
Йәш килен мыжыҡ иргә кейәүгә сыҡҡан. Эштән ҡайтһа, шулайт та былайт, тип теңкәһен ҡоротҡан, ти, ире.
Бер көндө: «Инде ни эшләргә?» – тип уйға ҡалған йәш ҡатын. Ире, атын егеп, ҡапҡанан сығып киткәс, ҡайтыуына ҡурҡытмаҡсы булған. Алам-һаламдан бисура эшләгән, уға үҙенең фуфайкаһын, салбарын кейҙергән, башына дебет шәлен ябындырып, ҡапҡа уртаһына һуҙып һалған. Ә үҙе һарай тишегенән күҙәтеп торған. Имеш, үлгән. Ир ҡапҡаны шар асып ҡайтып инһә, ундағы бисураны күреп, бик аптыраған. Атын туҡтатып, бисура эргәһенә килеп: «Ошо бисәләрҙең һыу мейелегенә аптырайым, баҡсаға ҡуйыр ҡарасҡыны юлға һалып китсәле», – тип һалдырған.
Ҡәйнәһе өйҙә юҡта, йәш килен ҡайныһына сәй эсермәксе булған. Сәй ҡайнағас, тәм-томдарҙы теҙеп, өҫтәлгә саҡырған.
Ҡайныһы, ҡулын йыуып, аяҡтарын өҫтәл аҫтына ҡайсылап ҡуйып, сәй эсергә тотонған.
Килен дә, үҙенә сәй яһап, аяҡтарын ҡайсылап тороп ҡайныһының ҡаршыһына ултырмаҡсы булған. Аяғын күтәреп, икенсе аяҡҡа һалайым тиһә, өҫтәл аҫтынан ҡайныһының аяғына типкән. Ҡайныһының аяғы иҙәнгә топ итеп төшкән.
Улар, ҡурҡып, аптырап, бер-береһенә тексәйгән, ти. Ҡайны йылмайып ҡуйған, килен дә көлөмһөрәгән.
Ялан яғынан бер кейәү урман яғында йәшәгән ҡайны менән ҡәйнәһенә ем алып килгән, күстәнәскә бер ярты ла алған. Емде бушатмайынса, кейәү менән ҡайны өйгә инеп, яртыны эсергә булған, ти. Яртыны өҫтәлгә ҡуйып, берҙе тотоп та өлгөрмәгәндәр, ҡәйнәһе: «Емде һыйыр ашай башланы», – тигәс, кейәү тышҡа сығып йүгергән. Ул, емде бушатып, эсергә тип инһә, ни күҙе менән күрһен, өҫтәлдә буш шешә тора, ти. Ә ҡәйнәһе, уҡлау тотоп, ҡайныһын туҡмай икән. Үҙе: «Ғорлаһынан тотоп эсте лә ҡуйҙы, мәскәй!» – тип һөйләнә, ти.
Ысынында, кейәү менән ҡартына эсермәҫ өсөн, араҡыны икенсе һауытҡа бушатып йәшергән, ти, ҡарсыҡ.
Эскән ир нимәгәлер ярһып ҡайтҡан да, бисәһенә бәйләнмәксе булып: «Һин шулай ҙа, мин былай», – тип һүҙ башлаған. Һиҙгер ҡатын, тиҙ генә тышҡа сығып: «Һыйыр тартыша!» – тип ҡысҡырған. Уны-быны уйламаған ир, кейенеп, ветврачҡа йүгергән.
Ауылдың икенсе осондағы мал табибын алып килгәнсе байтаҡ ваҡыт үткән. Ир ҙә айныған, ҡатын рәхәтләнеп йоҡоға талған. Мал да теүәл, бүре лә туҡ, тигәндәй, ысынында, һыйырға бер нәмә лә булмаған, иренең бәйләнеүенән ҡотолоу өсөн ҡатын алдашҡан.
«МИН ХӘҘЕР ҠӘБЕР ҠАҘЫУСЫ»
Ауылыбыҙҙа бик шаян Мәҙис исемле егет бар ине. Хаҡлы ялға сыҡҡансы шофер булып эшләне. Машинала эшләүенә ҡарамаҫтан, Башҡорт дәүләт университетында журналислыҡҡа уҡып йөрөгәне лә хәтеремдә.
Беренсе сессияға килгәс, имтихан ваҡытында өҫтәмә һорауҙарға яуап бирә алмаған. Доцент, уның шофер икәнен белгәс, икенсе аҙнала машина менән килеүен һораған.
Машинаға запчастар алам тип, Мәҙис, колхоз рәйесен алдап, Өфөгә шылған. Доценттың баҡсаһына һыу һауыты кеүек әйберҙәрен илтеп, «икеле»һен төҙәтеп ҡайтҡан.
Яҙ көнө икенсе сессияға килгәс, егетебеҙ ҡабат ауыр хәлдә ҡалған. Доценттың машина хаҡында биргән «өҫтәмә» һорауына Мәҙис:
– Мин хәҙер машинала эшләмәйем, зыяратта ҡәбер ҡаҙыусы, – тип яуап ҡайтарғас, уҡытыусы егетте йәлләгән, күрәһең, «өслө» ҡуйып сығарған.
Зөфәр тамағы кибеп уянды. Өйҙә япа-яңғыҙы, исмаһам, бесәйе лә юҡ. Бына ҡырҡ йәшен ваҡланы, ә өйләнә алмай. Ваҡыты ла тиҙ үтә... «Етер һыңар ҡанатлы ҡош кеүек йәшәргә, өйләнергә кәрәк», – тип нисәмә тапҡыр үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе ул. Матур, аҡыллы ғына ҡыҙҙар ҙа бар ине. Улар ғына Зөфәрҙең уйҙарын белмәне. Берәм-берәм, үҙ парҙарын табып, кейәүгә сығып юғала торҙолар. Ярай, ул әлегә йәш, ә ҡартайғас, бер үҙе нишләр? Тамағы кипһә, кем һыу бирер? Күңеле тулып, егеттең илағыһы килеп китте. Үҙе йомшаҡ шул, характеры ла ҡыҙҙарҙыҡы кеүек. Тағы һуңғы ваҡытта эсергә сәбәптәре лә табылып тора. Үткән аҙнала йәштәше Рәмил менән Раушанияның малайҙары тыуҙы. Саҡырғас ни, уйынсыҡ машина күтәреп, ул да барҙы. Өс көн сабыйҙың «тәпәй»ен йыуҙылар. Көндө төндән айыра алмай башлағас, күҙҙәре ҡытайҙарҙыҡы кеүек кенә ҡалғас, туҡтанылар. Туҡтамаҫтар ине, аҡсалары бөттө.
Шунан ҡайтып ял итергә генә ятҡайны, күршеһе Хәләф килеп инде. Покровка тигән рус ауылында уның Алексей исемле дуҫы бар, шул килгән, өс литрлы банка менән «ҡаты» һыуын да үҙе менән эләктергән. Һөйләшеп ултырырға ярата ул Зөфәр, «һаҡаллы» көләмәстәрҙе лә күп белә. Был юлы ла һөйләшеп оҙаҡ ултырылған. Өсөһө лә иҙәнгә ятып йоҡлаған. Алексей баш аҫтына ишек янындағы аяҡ кейемдәрен ҡуйған.
Унан иҫән-имен генә ҡайтып еткәйне, бер туған ағаһы Ҡәниф килеп етте. Ҡыҙҙары Лилиәнең тыуған көнө, биш йәше тулған. Юбилей бит, нисек итеп бармай ҡалаһың?
Әлбиттә: «Бара алмайым, эсеүҙе лә ташланым», – тип әйтеп ҡарағайны. Юҡ, кем ышанһын инде уның һүҙенә?! Башта Лилиәнең һаулығы, шунан киләсәге, бәхете өсөн тост әйтелгәнен хәтерләй Зөфәр. Ҡалғандары иҫендә юҡ.
«Етер, өйләнергә кәрәк, а то әрәм булам бит. Хәнифәгә өйләнәм дә ҡуям. Уның да йәше бара, бөгөн үк ата-әсәһе янына барып, хәйер-фатихаларын алып ҡайтам», – тип кейенде Зөфәр. Көҙгөгә күҙ һалды, кейемдәрен һыпырғыланы ла Хәнифәләргә йүнәлде.
Башта ҡыҙҙың ата-әсәһе аптырашта ҡалды. Ниңә килгәнен әйткәс, өҫтәл әҙерләнде, уның уртаһына әлеге лә баяғы теге «аҡбаш» менеп ултырҙы.
«Эсмәйем», – тип тә ҡарағайны, «Һин егет кеше, бәхет өсөн бер рюмка ғына тоторға тейеш!» – тигәс, ризалашты Зөфәр. Характеры йомшаҡ шул, ни хәл итәһең.
«Һеҙҙең менән танышыуыма сикһеҙ шатмын», – тип әйткәне иҫендә Зөфәрҙең. Шунан икенсе «аҡбаш»тың да башына етелгән. Кәләш алыу тураһында онотолған. Ғәҙәт буйынса, ул иҙәндә ятып йоҡлаған, был юлы башы аҫтына аяҡ кейемен ҡуйырға онотмаған.
Бына шулай Зөфәр өйләнә алмай, әле булһа буйҙаҡ йөрөй. Ваҡыт етмәй...
ҠАЙТҠЫҢ КИЛҺӘ, ҠУЛЫҢДЫ КҮТӘР
Мәҙис утыҙ йәше тулып килгәндә генә өйләнде. Туйҙан һуң йәштәр, машинаға ултырып, кәрәк-яраҡ алырға район үҙәгенә барған. Мәҙис тимер-томор кибетенә, ҡатыны кейем-һалымдыҡына инә. Йомоштарын йомошлағас, ҡатыны, юлға сығып, ирен көтөп торорға тейеш була. Күп тә үтмәй, Мәҙис үҙен көтөп торған ҡатыны янынан машинаһы менән выжлатып, туҡтамайынса уҙған да киткән.
Аптыраған ҡатыны «попутка» тотоп, ауылға кискеһен генә ҡайтып еткән.
– Әллә үҙ ҡатыныңды ла танымайһыңмы? Нишләп ташлап ҡайтып киттең?
– Ҡайтырға кәрәк булғас, ҡул күтәрәләр уны, – тигән Мәҙис тыныс ҡына.